Беҙҙең проекттар

26.01.2016

Ырымбур, Свердловск, Һамар, Һарытау өлкәләре, Пермь крайы һәм Ҡурған – башҡорттар тығыҙ йәшәгән төбәктәр. Бөгөн республикабыҙҙа һәм унан ситтә, алыҫ ҡитғаларҙағы бауырҙаштарыбыҙҙы Ҡурған тарафындағы төп халыҡтың көнитмеше, һөйләше, ер- һыу атамалары менән таныштырырбыҙ. Сығыштар кемгәлер яœылыҡ та булмаҫ, бәғзе берәүҙәрҙә ҡыҙыҡһыныу уяныр, үҙе шул яҡта тыуып үҫкән тыңлаусыбыҙҙың күңелен күтәрер.

26.01.2016

Күрше тарафтағы, шул иҫәптән Ырымбур өлкәһендә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең дә йәшәйеше, тормошо хаҡында киң мәғлүмәт сараларында бермә- бер яҡтыртыла, тапшырыуҙарҙа бәйән ителә килә. Үҙ халҡыбыҙ өсөн ғорурлыҡ хисе бермә-бер артҡандай ҙа була, уйланырлыҡ саралары, хәл итер эштәр етәрлек икәнлеге лә күренә. Боронғо башҡорт ерендә ғүмер итеп, ауылдарҙы бөтөрмәй, унда йәшәп, тырышып донъя көткән рухлы, берҙәм һәм сәмлеләр йәшәй ул яҡта. Тапшырыуҙа...

26.01.2016

Башҡортостандың төньяғындағы, әлеге Асҡын, Тәтешле тарафтарына сиктәш булып йәйелгән Пермь крайы тураһында һүҙ сыҡҡанда, башҡорт ҡәбиләләре араһында иң боронғоларҙан һәм күп һанлыларҙан иҫәпләнгән ғәйнә башҡорттары күҙ алдына баҫа. Кемдәр ул ғәйнәләр тигән һорауға илһөйәрҙәр үҙе үк яуап таба. Ә бөгөн көнитмештәре нисек тип ҡыҙыҡһынғанда башҡалабыҙға килгән милләттәштәребеҙ аша ла белергә мөмкин. Башҡорттар күпләп төйәкләнгән Барҙа районынан...

26.01.2016

Силәбе өлкәһенең Арғаяш яҡтары электән данлыҡлы кешеләре менән билдәле. Тапшырыу заманына күрә уҡымышлы, алдынғы ҡарашлы, ғилемле, үҙ халҡының рухи лидерҙарынан кантон начальнигы Ҡорама батыр, Наполеон яуындағы башҡорт түрәһе Ҡолой кантонды биргән төбәк хаҡында.

ҺҮРӘТТӘ: Ҡолой ауылы мсете.

26.01.2016

Ырымбур тигәндә, һәр кемдең икһеҙ-сикһеҙ киң яланлы, күҙ күреме етмәҫ далалы төбәк күҙ алдына баҫа! Офоҡҡа, ер менән зәңгәр күк ҡушылған кеүек булып торған яҡҡа, бараһың да бараһың, сикһеҙлеккә етергә йыйынғандай, йәнә дала буйлап юлыңды дауамлайһың. Шундай бер илаһи тарафта Үрге Ильяс, йәки Тәңес тигән ауыл бар. Ул - арҙаҡлы башҡорттар төйәге. Мөхәмәтша һәм Мәжит Буранғоловтарҙың һәм башҡаларҙың тыуған ауылы. Әлеге тапшырыу күренекле башҡортт...

11.06.2015

"Башҡорттар" тапшырыуы сит өлкәләрҙә йәшәгән ҡан-ҡәрҙәштәребеҙҙең хәле, көнкүреше, йәшәйеше тураһында даими таныштырып бара.  Һамар, Һарытау өлкәләрендә донья көткән һәм, ошо ерлектән сығып, бөгөн Өфөлә ғүмер иткән  вәкилдәр менән күрештек. 

02.04.2015

Ҡылғанлы, иркен далаһы, хуш еҫле әреме менән дә матур Ырғыҙ, Кәрәлек буйҙары. Шул тарафтан үтмәгән кеше башҡорттоң тарихи төйәген Фатима Мостафина, Һәҙиә Дәүләтшина, Ғөбәй Дәүләтшин, Рәшит Ниғмәти ижады аша белә. Бына күпме арҙаҡлы шәхесте биргән башҡорт мәғрифәтенә, сәйәсәтенә, тарихына, әҙәбиәтенә Һамар...

25.02.2015

Һуңғы йылдарҙа  ике Ватан һуғышы хаҡында, унда ҡатнашыусы бабаларыбыҙ тураһында эҙләнеүҙәр, ҡыҙыҡһыныуҙар күбәйә башланы.  Өлкәндәр телендә тәүге һуғыш, йәки ярман һуғышы тиҙәр. Төрлө сәбәптәр арҡаһында  оноттора яҙып ҡуйһалар ҙа унда ҡатнашыусылар һәр төбәктә лә булған, улар беҙҙең үткәнебеҙ.  Яугирҙәр исемлегендә буласаҡ губенатор Василий Алексеевич Перовский ҙа бар. 

27.01.2015

Халҡыбыҙ Уралыбыҙҙан тыш, башҡа тарафтарға ла сәселеп,гәрәбәләй  һибелеп, шул ерҙәрҙә төпләнеп үҙ иткән. Бер  нисә  быуат  дауамында 20 йыл һайын күтәрелер ихтилалдар, суҡындырырға маташыуҙар, реформалар. Ә Советтар Союзы барлыҡҡа килгәс, төрлө яҡҡа таратыу, бүлеү кеүек сәбәптәрҙе һанап бөтөрлөк түгел. Төп еренән айырып, икенсе төбәккә ҡушһалар ҙа, ҡәрҙәштәребеҙ үҙ асылын ошоға ҡәҙәр юғалтманы. 

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә -9..-11°C
иртән -10..-12°C
көндөҙ -7..-9°C
кис -5..-7°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.