Беҙҙең проекттар

18.11.2014

Халҡыбыҙҙа борондан белем алыу ниәте менән ситкә юлланыусылар булған. Улар – үҙ заманының алдынғы кешеләре, тарихта эҙ ҡалдырған шәхестәр… Бөгөн дә сит илдә белем алырға теләүсе йәштәр бихисап. 

05.11.2014

Фольклорсы-ғалимдарҙың, республиканан ситтә йәшәүсе замандаштарыбыҙҙың фекерҙәре. 

23.09.2014

 Ике төбәкте күп йыллыҡ дуҫлыҡ ептәре бәйләй.  Ҡурған башҡорттары тарихи тамырҙарын онотмай. Улар  халҡыбыҙҙың данлы үткәне, ғөрөф-ғәҙәттәре менән ҡыҙыҡһына, рухи ҡомартҡыларҙы пропагандалауға үҙ өлөштәрен индерә.

09.09.2014

1934 йылда Ырымбур өлкәһе ойошторолғас, бығаса Башҡорт АССР-на ингән ҡайһы бер көньяҡ райондар башҡа административ сик эсендә ҡала. Был шарттарҙа Ырымбур өлкәһендә йәшәгән милләттәштәребеҙгә мәҙәниәтте, телде һаҡлап ҡалыу күпкә ҡатмарлы. Шуға ҡарамаҫтан, бөгөнгәсә үҙ асылына тоғро, тыуған ил, туған тел мәсьәләләренә етди ҡараған милләттәштәребеҙ башҡорт мәҙәниәте байрамын үткәрҙе.

27.05.2014

Тапшырыуҙа Удмуртстан башҡорттары йәшәйеше менән таныштырып, уларҙың сәләмдәрен еткерәбеҙ. Йәшәү төбәгенән тыуған еренә күҙгә күренмәҫ ептәр менән тоташҡан милләттәштәребеҙ - халҡыбыҙҙың айырылғыһыҙ өлөшө, беҙҙең ҡыуаныстарыбыҙ ҙа, хәсрәттәребеҙ ҙә бер.

29.04.2014

Ырымбур - милләтебеҙ тарихындағы данлы һәм ҡанлы ваҡиғалар шаһиты. Ырымбур өлкәһе бөгөн Башҡортостанға инмәһә лә, унда йәшәүсе башҡорттар үҙҙәрен тарихи ватандары менән бергә, тип хис итә.

14.04.2014

Бөгөн дә ҡараштарыбыҙ - башҡорттар йәшәгән төбәктәрҙә, бөгөнгөһө иһә Латвияның Рига ҡалаһы булыр.

Рәмил Ҡадыров - Башҡортостандан сыҡҡан алдынғы ҡарашлы егет, Латвия башҡорттары ла күпләп йөрөгән "Шишмә" татар-башҡорт ойошмаһы, улар ойошторған саралар тураһында  һөйләргә ихлас ризалашты.

Төрлө замана мөмкинлектәрен файҙаланып, Башҡортостандан һәм Татарстандан сыҡҡан, Европала йәшәгән кешеләрҙе табыштырып, аралаштырыуға көс һалған Рәмил Ҡадыров аралашҡанда ике туғандаш халыҡтың уртаҡ яҡтарына баҫым яһай. Башҡортостанға килгәндә, уны беҙҙең яҡтан яңылыҡтарҙың аҙ булыуы, конкурстар тураһындағы мәғлүмәттең һуңлап килеүе борсой. "Башҡортостан ҡ...

31.03.2014

"Башта башҡорт иленең мәркәзе Өфө, артабан баш ҡала Мәскәү, хәҙер инде Нью-Йорк. Әңгәмәсебеҙ Линера Юламанова сығышы менән Баймаҡ районынан. Алдынғы ҡарашлы һәм тәрән аҡыллы, төплө белемле ҡыҙ инглиз теленең күп ҡапҡаларҙы асыуын күптән аңлаған..."

18.02.2014

Ханты-Манси автономиялы округы – башҡорттар күпләп көн иткән төбәк. Рәсәй нефтенең иң ҙур өлөшө сығарылған Себер тарафтарына Башҡортостандан күпләп белгес ағылыуы ғәжәп тә түгел. Бөгөн был кешеләр ошонда ныҡлап тамыр йәйгән, ереккән. Сит ерҙә олтан булмаусылар, ҡара алтын сығарып, дәүләтебеҙҙе байытыусылар.

Рәүҙәт Абдулхаҡ улы Ҡолмәнбәтов етәкләгән Ханты-Манси автономиялы округы башҡорттары ҡоролтайы – ошонда йәшәгән күп һанлы башҡорт ойошмаларын туплап, уларға йүнәлеш бирә, рухи ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелгән эшмәкәрлек алып бара.

20.01.2014

Уның ярҙамында Нева буйындағы ҡалала төпләнеп һәм ваҡытлыса йәшәүсе башҡорттар тарҡалмай, киреһенсә, тағы ла нығыраҡ берләшеп, бергәләшеп йәшәй.

16.12.2013

Илебеҙҙең баш ҡалаһы  метрополитенының яңы төҙөлөүсе станцияһына "Башҡорт" исеме бирелеүе ихтимал. Мәскәү метроһын төҙөгәндә башҡорттар ҙур көс һалған. 

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 13..15°C
иртән 14..16°C
көндөҙ 22..24°C
кис 21..23°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.