Беҙҙең проекттар

18.02.2018

Ниһайәт, ҡытайҙар ҙа яңы йылды ҡаршыланы, көнсығыш календары буйынса, ысын мәғәнәһендә, Эт йылы башланды. Беҙҙә февраль айы ҡарға һараныраҡ булһа ла, ижтимағи-сәйәси өлкәлә ваҡиғалар етерлек. Республикала министрлыҡ-ведомстволар йылға йомғаҡ яһай, төрлө форумдар үтеп тора. Беҙ ҙә уҙып барған аҙналағы мөһим һәм ҡыҙыҡлы ваҡиғаларға айырым туҡталып, уларға баһа бирергә тырышайыҡ. Шулай итеп ...

  • Төбәктәргә инвестициялар – киләсәккә инвестициялар. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге делегация Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумында ҡатнашты. Унда бер нисә мөһим килешеүгә ҡул ҡуйылды.
  • Иҡтисад үҫеше – сәнәғәттә. Тармаҡҡа күберәк инвестициялар йәлеп итергә һәм экспортты арттырырға. Стәрлетамаҡта сәнәғәтте үҫтереү мөмкинлектәре өйрәнелде.
  • Һаман һыҙлай Афған яраһы – ҡайҙ...
11.02.2018

Фәндәр тауының киртләс баҫҡыстары. Социаль һәм иҡтисади алға барыш унан башҡа мөмкин түгел. Был аҙнала фән көнөн билдәләнек. Өфөлә туризмды үҫтереү юлдары тикшерелде. Беҙҙең мөмкинлектәр ҙур тиелде унда Социаль етемлекте Ғаилә дәрестәре менән хәл итәбеҙ. Мәктәптәрҙә яңы фән уҡытыла башлай. Беҙ - һынау төбәге. Олимпиада-2018: Допигнлы Рәсәй, астмалы норвегтар. Миҙалдарға план ҡуйманыҡ, тип белдерәләр Рәсәй Олимпия комитетынынан. Хыял тормошҡа ашты - ауылдар ҡаланы ҡыуып етте. Һәр хәлдә Ҡала мөхите проекты хәҙер ауылдарҙа ла ғәмәлгә ашырыласаҡ. Ошолар һәм башҡалар -беҙҙең "Даирә"лә

28.01.2018

Яңы йылдың беренсе айы ла аҙағына яҡынлаша. Халыҡ телендә һыуығай тип йөрөтөлгән ғинуар ысынлап та ҡайһы берҙәребеҙ өсөн сатлама һыуыҡтары менән иҫтә ҡалыр. Буранай – февраль нисек булыр, уныһы әле билдәһеҙ. Киләсәккә фараздар яһамай, үткәндәрҙе барлайыҡ. Беҙҙең хәбәрселәр менән уҙып барған аҙналағы мөһим һәм ҡыҙыҡлы ваҡиғаларға айырым туҡталып, уларҙы иҫкә төшөрөп баһа бирергә тырышайыҡ. Шулай итеп ...

  • Диверсификация башлана. Рәсәй Президенты Владимир Путин Өфөгә сәфәре барышында оборона-сәнәғәт тармағын үҙгәртеп ҡорорға ҡушты. 
  • Депутаттар ҡор йыйҙы. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың пленар ултырышы үтте. Парламентарийҙар яҙғы сессияла 50-гә яҡын закон проектын ҡарарға ниәтләй.
  • Киләсәк беҙҙә башлана. Өфөгә Волга буйы федераль округы төбәктәренән хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡла...
21.01.2018

Республика хөкүмәте ҡаргиҙәрҙәрҙе тикшереү буйынса оперция иғлан итте, тик гиҙерлек ҡар йоҡараҡ түгелме? Ҡарһыҙ ҡыштан кемгә файҙа, кемгә зыян? Батырлыҡ беләктә түгел- йөрәктә. Республиканың йыл кешеләре билдәләнде. Тәбиғәт таҙалығы өсөн борсолоусылар унда үҙәк урын алып торҙо. Һайлау- 2018. Президент өсөн тауыш бирергә теүәл 8 аҙна ҡалды. Әҙерлек нисек бара? Бизнесты үҙәк асып хеҙмәтләндерәбеҙ, инвалидтарға уңайлы мөхит тыуҙырабыҙ, эш хаҡын арттырабыҙ. Хөкүмәт ултырышында ошо мәсьәләләр тикшерелде. Еҙем буйында ҡырағай туризмға урын ҡалмай – ҡурсаулыҡтар һаны берәүгә арта. Мәскәүҙә Гайдар уҡыуҙары үтте. Унда ил иҡтисадын үҫтереү мәсьәләре тикшерелде.

14.01.2018

2017-не оҙатып 2018 йылға аяҡ баҫтыҡ. Оҙайлы Яңы йыл каникулдары һәм беренсе эш аҙнаһы менән бергә, күҙ асып йомғансы, ғинуарҙың яртыһы үтеп тә киткән. Әммә байрам дауам итә, тип әйтергә мөмкин, сөнки бөгөн рәсми булмаһа ла, тағы бер дата – Иҫкесә яңы йылды билдәләйбеҙ. Беҙҙең илдә шундай йола йәшәп килә – яңы йылды ике тапҡыр ҡаршы алабыҙ. Беҙ ҙә йоланы боҙмайбыҙ, һәр йәкшәмбе аҙнаға йомғаҡ яһайбыҙ. Был юлы иһә беҙҙең ижади төркөм уҙып барған аҙнағы ғына түгел, ә ғинуарҙың беренсе яртыһында булған мөһим һәм ҡыҙыҡлы ваҡиғаларға айырым туҡталып, уларға баһа бирергә тырышты. Шулай итеп ...

  • Яңы йыл – яңы закондар. 2018 йыл ниндәй үҙгәрештәр һәм яңылыҡтар алып килә?
  • Шифалы үләндәр көлгә әйленде. Өфө районында Гордеев заводы янды. Танылған фитотерапевт республика халҡынан ярҙа...
24.12.2017

Башланыҡ. Рәсәйҙә мөһим һайлау кампанияһына старт бирелде. 2018 йылдың 18 мартына 90 көндән аҙыраҡ ҡалды. Президент булырға кемдәр дәғүә итә?

1 йылда - 125 ҡанун. Республика парламенты 2017 йылдағы һуңғы ултырышын уҙғарҙы. Унда шулай уҡ Экология йылына йомғаҡ яһалды, иҡтисади һөҙөмтәләр барланды. Көрсөккә ҡаршы програмалар уңышлы эшләй, тиелде ултырышта.

Ғаилә йылын ҡаршылайбыҙ. ЗАГС хеҙмәткәрҙәре 2018 йылда эш артыуын көтә. Ә был аҙнала улар һөнәри байрамдарын билдәләне.

Һаумы, Яңы йыл. Республикала Ҡыш бабай балаларҙы ҡотлай. Шыршы байрамдары башланды, боҙ ҡаласыҡтар ҙа асылды.

Ошо һәм башҡа мәғлүмәттәр - беҙҙең "Даирә"лә

17.12.2017

Яңы йылға тиклем теүәл ике аҙна ваҡыт ҡалды. Был осорҙа уҙып барғанына йомғаҡ яһап киләсәккә маҡсаттар билдәләйбеҙ. Алда тағы ла 14 көн барлығын иҫәпкә алғанда, үтә ашыҡмай торайыҡ. Уҙып барған йылға түгел, ә аҙнаға йомғаҡ яһайыҡ. Иғтибарға алырлыҡ мөһим һәм ҡыҙыҡлы ваҡиғалар етерлек булды. Беҙҙең ижади төркөм шуларҙың ҡайһы берҙәренә айырым туҡталып баһа бирергә тырышты. Шулай итеп...

  • Президент яуап бирҙе. Владимир Путин журналистар менән осрашты. Мәскәүҙә дәүләт башлығының ҙур матбуғат конференцияһы уҙҙы.
  • Киләсәккә ҙур өмөттәр бағлап. Республикала 2030 йылғаса үҫеш стратегияһы ҡабул ителде.
  • Дәүләт ғаиләнән башлана. Башҡортостанда 2018 йыл Ғаилә йылы тип иғлан ителде.
  • Тәгәрмәсле магазиндар. Республика төпкөл ауылдарына автокибеттәр килә.
  • Йылы аш һ...
03.12.2017

Ҡышҡа ла аяҡ баҫтыҡ, календарҙа декабрь булһа ла, ер өҫтө һаман “аҡ юрған”ға төрөнмәгән. Синоптиктар ҙа ҡар яуыуын вәғәҙәләмәй. Киләһе аҙнала ла яуым-төшөм көтөлмәй. Киләсәккә фараздар менән булмайыҡ, ә уҙып барған аҙнаға күҙ һалайыҡ. Төрлө ваҡиғалары менән тарихҡа инеп ҡалды ул. Беҙҙең ижади төркөм шуларҙың ҡайһы берҙәренә айырым туҡталып баһа бирергә тырышты. Шулай итеп...

  • Социаль инвестициялар дәүләте һәм "ҡәҙерле бала дәүере". Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамә менән сыҡты. Республика үҫешә, социаль сәйәсәткә иғтибар арта.
  • Башҡортостан автономияһы нисек төҙөлгән? “1917 йыл Рәсәй халыҡтары яҙмышында”. Өфөлә ошондай исем аҫтында ғилми-ғәмәли конференция үтте.
  • Илебеҙгә эшсе ҡулдар кәрәк. Республикала һәр тармаҡ өсөн һөнәри стандарт индерелә....
26.11.2017

Көҙҙөң һуңғы тулы аҙнаһын йомғаҡлайбыҙ. Алдағыһында календарь буйынса ҡышҡа аяҡ баҫабыҙ, гәрсә әлегә көндәр көҙгөсә булһа ла. Ҡар яумай тороуы, бер яҡтан яҡшы, таҙартырға кәрәкмәй. Икенсе яҡтан, урамдарҙа саң булмаҫ ине. Хәйер, тәбиғәттең үҙ ҡанундары, беҙ уға ҡыҫыла алмайбыҙ. Фәлсәфәне ситкә ҡуйып, йәшәйешебеҙгә байҡау яһайыҡ. Был аҙнала иғтибар үҙәгендә булған ваҡиғаларға күҙ һалғанда, ошолайыраҡ улар:

- Әсәкәйем, минең берҙән-берем. Бөгөн - әсә көнө.

- Туҡһанды тултырып, йәки бер быуатҡа 10 аҙым. Башҡортостан радиоһы оло юбилейын билдәләне.

- Смарт – телефонға ғына ҡайтып ҡалмай. Өфөлә мәғлүмәт технологияларын киңерәк ҡулланыу темаһы тикшерелде.

- Ҡара болот бер саҡ таралыр. Рәсәй күген радиация болото ҡаплаймы? Белгестәр аңлатма бирә.

- Ҡала урамдарын махсус п...

12.11.2017

Көнитмешебеҙҙә шатлыҡлы ваҡиғаларға ла, бигүк күңелле булмағандарына ла урын табыла тора. Был аҙнала бешмәгә бәйле карантин ғәмәлдән сыҡҡас, еңел һуланыҡ, малһыҙ ҡалғандар һыйыр хәстәрләй, һөт-майын һатыуға сығарҙы, Туймазы менән Бүздәктәге 21 көнлөк карантин тамам.
Күршебеҙ Удмурт республикаһы техноген ғәрәсәт кисерҙе. Ижевск ҡалаһында 9 ҡатлы йорттоң бер өлөшө емерелде. 7 ҡорбан килтерҙе был фажиғә.
Уҙып барған аҙнала башҡа темалар ҙа көн тәртибенә сыға торҙо. Бына улар:
Республика аграрийҙары йылды йомғаҡланы. Яҡшы теүәлләнек, тиелде ошоға арналған тантаналы ултырышта. Шуға бүләктәр ҙә, йылы һүҙҙәр ҙә етерлек булды.
Сифат көнө ябай дата түгел. Рәсәйҙә һәм беҙҙең республикала ла яҡшы тауар етештерә беләләр.
Урман шаулап үҫә, дәүләт кенә түгел, таҙа ҡуллы булмағанд...

05.11.2017

Ноябрь айына ла аяҡ баҫтыҡ, инде ҡара көҙ ҙә килеп етте. Ҡыш менән көҙҙөң берсә ямғырлап, берсә ҡарлап көрәшкән ваҡытында ваҡиғаларҙың төрлөһө булды. Беҙҙең ижади төркөм шуларҙың ҡайһы берҙәренә айырым туҡталып баһа бирергә тырышты. Шулай итеп...

  • Халыҡ көсө – берҙәмлектә. 4 ноябрь – Халыҡ берҙәмлеге көнө. Дәүләт байрамы атамаһы есеменә тура киләме? Милли сәйәсәт ниндәй кимәлдә алып барыла?
  • Башҡортостан ҡайҙан башлана? Республикабыҙҙың төп баҫмаһы бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне. Өфөлә “Башҡортостан” газетаһының 100 йыллығына арналған тантана уҙҙы.
  • Ҡан илатҡан хаталар. Рәсәйҙә Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алдылар. Башҡортостандан 50 меңдән ашыу кеше репрессияға дусар ителә.
  • Йәмле Еҙем буйҙары... Республикала яңы тәбиғәт паркы ойошторола. Ғафури районын...
22.10.2017

Янғантау геопаркы йәнә көн тәртибенә сыҡты, Белгестәр ҙә дәүләт экология сәйәсәтен алғы планға ҡуя.

Энергетикаға- йәшел юл. Был аҙнала Өфө сираттағы тапҡыр заманса энергетика темаһы буйынса форум үҙәгенә әүерелде.

Мостафа күккә аша. Халыҡ шағирының тыуыуына 98 йыл тулыу киң күләмдә билдәләнде. "Аэрофлот" иһә үҙ самолетына "Мостай Кәрим" исемен бирҙе.

Тарих ҡабатлана. Властар йәнә ҡушылырға саҡыра. Кооперативтар асыуҙа оперативлыҡ етмәй, тип бошона эксперттар.

Өфөлә нейрохирургия үҙәге асылырмы? Ҡытайҙар ярҙамы менән өлгәшеп була, тип яуапланылар Өфө нейрохирургия форумында.

15.10.2017

Һалҡын, ҡарлы-ямғырлы көндәрҙән һуң, ниһайәт, тәбиғәт йылы һәм сыуаҡ мәлдәре менән ҡыуандырҙы. Октябрҙә лә “әбейҙәр сыуағы” алтын көҙгә һоҡланып кешеләргә бүләк яһаны. Уҙып барған аҙна матур көндәре менән генә түгел, башҡа иҫтәлекле ваҡиғалары аша ла тарихҡа инеп ҡала. Беҙҙең ижади төркөм шуларҙың ҡайһы берҙәренә айырым туҡталып баһа бирергә тырышты. Шулай итеп:

  • Башҡортостан – изге ерем, илгә ҡеүәт биреп тора! Бөйөк Рәсәй күкрәгендә йөрәк булып тибеп тора! Башҡортостан халҡы Республика көнөн билдәләне. Быйыл дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителеүенә 27 йыл тулды.
  • Халыҡ аҡсаһы – халыҡ иғтибарында. Башҡортостанда бюджет проекты йәмәғәт ҡарамағына сығарылды. Граждандар төп финанс документҡа тәҡдимдәрен индерҙе.
  • Бешмәгә бешкәндәр. Туймазыла малдарҙың ҡурҡыныс с...
08.10.2017

Республика 2021 йылда халыҡ-ара умартасылар конгресын ҡабул итәсәк. Беҙгә төрлө тарафтарҙан 10 мең умартасы килә.
Республика парламенты киләһе йылға бюджет проекты өҫтөндә эшләй. Тарихта тәүге тапҡыр уны тикшереүҙә халыҡ фекеренә лә ҡолаҡ һаласаҡтар. 9 миллиард дефицитты нисек ҡапларға?
Юбилейҙан кемдәр файҙа күрә? Хөкүмәт 100 йыллыҡ объекттары буйынса йәнә бер кәңәшмә уҙғарҙы.
Һин, уҡытыусым, шундай наҙлап ҡарайһың, аҙлап алһаң да эш хаҡын. Был аҙнала педагогтар һөнәри байрамын билдәләне.
Хәйбулла тауыҡтарын төлкө ҡыра, ә 11 районда ҡуян-төлкөләрҙе ауларға рөхсәт юҡ.

01.10.2017

Көҙҙөң тәүге айы –сентябрҙе йомғаҡлап, ололарҙы хөрмәтләп һәм музыканы данлап октябргә аяҡ баҫтыҡ. Беҙҙең ижади төркөм уҙып барған аҙналығы мөһим һәм иҫтәлекле ваҡиғаларға айырым туҡталып уларға баһа бирергә тырышты. Шулай итеп...

  • Бәләкәй эшҡыуарлыҡ ҙур мөмкинлектәр аса. Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәре кесе бизнес форумы уҙҙы. Башҡортостан төбәк- һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығыта.
  • Бөтә юлдар ҙа асыҡ. “Өфө” халыҡ-ара аэропортында яңы аэродром асылды. Баш ҡаланың һауа вокзалы киң фюзеляжлы самолеттарҙы ла ҡабул итергә әҙер. Ерҙә лә үҙгәрештәр: ауыл-ҡалаларҙы яңы автомобиль трассалары тоташтыра.
  • Донъя кубогы – Өфөлә. Башҡортостанға футбол буйынса донъя чемпионатының төп трофейы – алтын кубок килде. Республика халҡы чемпиондар бүләге менән яҡындан таныша алды....
24.09.2017

Өфөлә халыҡтың йәмәғәт тормошонда әүҙемлеген арттырыу темаһы тикшерлде. Урындағы башланғыстарға ярҙам проектының отошло яҡтары.

Таһир-Зөһрәләр илендә мәғәнәһеҙ исемдәргә урын юҡ. Парламент шундай ҡанун сығарҙы.

Йылытыу миҙгеле әлегә күңелдәрҙе генә йылыта йәки бурыслылар ҡасан өшөй башлар?

План үтәлде. Айырым хужалыҡтар булған игенде йыйып алды. Тик хаҡтары ғына крәҫтиән күңеленә - ҡыуаныс, кеҫәһенә аҡса өҫтәмәй.

Яңы миҙгел алдынан театрҙар тамашасыһы менән формаль булмаған шарттарҙа - "Театр төнө"ндә осрашты.

Телен һөйөр генә илен һөйөр. Республикала дәүләт һәм туған телдәр тураһында указ ғәмәлгә ашырыла башланы. Әлегә саралар планын туплайҙар һәм милләт-ара эштәргә айырым министрлыҡ һорайҙар.

Ошолар һәм башҡа темалар - "Даирә"лә.

...
10.09.2017

Сентябрҙең тәүге тулы аҙнаһын теүәлләйбеҙ. Ваҡиғаларҙың төрлөһө булды ошо ете көн эсендә.  Беҙҙең ижади төркөм шуларҙың ҡайһы берҙәренә айырым туҡталып баһа бирергә тырышты.

  • Уттай ҡыҙыу ураҡ өҫтө. Башҡортостан аргарийҙары урып-йыйыуҙы теүәлләй. Хужалыҡтарға майҙандарҙың өстән ике өлөшөндә ураҡты тамамларға ҡалған. 
  • Көҙгө һайлау. Бөгөн илдә – Берҙәм тауыш биреү көнө. Башҡортостанда урындағы советтарға депутаттар һайлана. Быйылғы кампания үҙенсәлектәре һәм яңылыҡтары.
  • Тау башында батты бер ҡала. Өфөлә ике сәғәт эсендә ике айлыҡ норма ямғыр яуҙы. Көслө дауылдан һуңғы тормош.
  • “Туғанлыҡ” тамырҙары Башҡортостанда барлана. Өфөлә төрки телле театрҙарҙың халыҡ-ара фестивале башланды. Ете көн дауамында 14 спектакль сәхнәләштерелә.
06.08.2017

      Бөгөнгө программала: 

            - Йыр бар, икмәк булырмы?

           - Республиканың бер нисә төбәгендә ураҡҡа төштөләр.

           - Башҡорт теле уҡытыусылары эшһеҙ ҡалмаясаҡ. Республика Башлығы туған телдәрҙе уҡытыу мәсьәләһенә аныҡлыҡ индерҙе.

           - Юл аҙабы гүр ғазабына әйләнмәһен өсөн ауыл халҡы үҙе юл һала. Шишмә районынан репортаж.

           - Батыр самолеты яңыртыла. Йәнә һауаға күтәрелерме? Рус география йәмғиәте 2 тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың самолетын яңыртырға ниәтләй. 

Тапшырыуҙы Зөһрә Арсаева алып бара. 

 

30.07.2017

Әлдермешкә ҡайтыу юлдары. Башҡорт-татар йыр сәнғәтенең аҫыл йондоҙо - Хәниә Фәрхи вафат булды. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов төп телеканалдарға киңәйтелгән интервьюһында ярты йыллыҡты йомғаҡланы. Төп социаль-иҡтисади проблемаларҙы атап үтте, төҙөлөш, балалар спортына ярҙам, агросәнәғәт комплексындағы хәлдәрҙе лә ентекле анализланы.

Салауат районы колледжы ҡасан ҡыйыҡлы булыр?

Быйылғы ямғырлы йәй йылыяпмаларҙың  отошло тармаҡ булыуына ишара яһарға мәжбүр итә. Алексеевка хужалығының бөгөнгөһө һәм киләсәге нисек булыр?

28 июль халыҡ-ара кимәлдә Гепатитҡа ҡаршы көрәш көнө тип иғлан ителгән. Өфөнөң 4-се йоғошло сирҙәр дауаханаһында ла ошо датаға аарнап акция уҙғарылды.

Үткәнеңде белмәй тороп, киләсәгеңде күҙ алдына аныҡ килтереү мөмкин түгел; тарихты белмәй тороп, алға барып булма...

16.07.2017

Календарҙа июлдең 16-сы көнө. Йәйҙең яртыһы ла үттеп китте, ә йәйҙе күргән юҡ әле тип зарланыусылар ҙа барҙыр, моғайын. Шулай ҙа синоптиктар алдағы көндәрҙә сағыштырмаса йылы көндәр вәғәҙәләй. Ә аграрийҙар ямғыр арҡаһында күрелгән зыян күләмен иҫәпләй. Башҡортостан умартасылары иң яҡшыһын асыҡланы, Евразия белгестәре эшсе кадрҙар һәм һөнәри белем биреү мәсьәләләре буйынса әңгәмәләште. Уҙып барған аҙналағы ҡайһы бер ваҡиғалар бына ошонан ғибәрәт булды. Ә беҙҙең ижади төркөм ошолар һәм башҡаларға айырым туҡталып баһа бирергә тырышты. Шулай итеп ...

  • Ямғыр яу, яу, иген үҫһен тау, тау...Быйылғы һауа торошо ауыл эшсәндәре өсөн етди һынауға әүерелмәксе. Башҡортостанға икмәкһеҙ ҡалыу ҡурҡынысы бармы?
  • Балы татлы булһа ла, хеҙмәте әсе. Республиканың иң яҡшы умартасыһы асыҡланды. Өфөлә ҡорт ҡараусылар...

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

кис -15..-17°C
төндә -19..-21°C
иртән -21..-23°C
көндөҙ -11..-13°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.