Беҙҙең проекттар

28.01.2018

Яңы йылдың беренсе айы ла аҙағына яҡынлаша. Халыҡ телендә һыуығай тип йөрөтөлгән ғинуар ысынлап та ҡайһы берҙәребеҙ өсөн сатлама һыуыҡтары менән иҫтә ҡалыр. Буранай – февраль нисек булыр, уныһы әле билдәһеҙ. Киләсәккә фараздар яһамай, үткәндәрҙе барлайыҡ. Беҙҙең хәбәрселәр менән уҙып барған аҙналағы мөһим һәм ҡыҙыҡлы ваҡиғаларға айырым туҡталып, уларҙы иҫкә төшөрөп баһа бирергә тырышайыҡ. Шулай итеп ...

  • Диверсификация башлана. Рәсә...
21.01.2018

Республика хөкүмәте ҡаргиҙәрҙәрҙе тикшереү буйынса оперция иғлан итте, тик гиҙерлек ҡар йоҡараҡ түгелме? Ҡарһыҙ ҡыштан кемгә файҙа, кемгә зыян? Батырлыҡ беләктә түгел- йөрәктә. Республиканың йыл кешеләре билдәләнде. Тәбиғәт таҙалығы өсөн борсолоусылар унда үҙәк урын алып торҙо. Һайлау- 2018. Президент өсөн тауыш бирергә теүәл 8 аҙна ҡалды. Әҙерлек нисек бара? Бизнесты үҙәк асып хеҙмәтләндерәбеҙ, инвалидтарға уңайлы мөхит тыуҙырабыҙ, эш хаҡын а...

14.01.2018

2017-не оҙатып 2018 йылға аяҡ баҫтыҡ. Оҙайлы Яңы йыл каникулдары һәм беренсе эш аҙнаһы менән бергә, күҙ асып йомғансы, ғинуарҙың яртыһы үтеп тә киткән. Әммә байрам дауам итә, тип әйтергә мөмкин, сөнки бөгөн рәсми булмаһа ла, тағы бер дата – Иҫкесә яңы йылды билдәләйбеҙ. Беҙҙең илдә шундай йола йәшәп килә – яңы йылды ике тапҡыр ҡаршы алабыҙ. Беҙ ҙә йоланы боҙмайбыҙ, һәр йәкшәмбе аҙнаға йомғаҡ яһайбыҙ. Был юлы иһә беҙҙең ижади төркөм уҙып барған...

24.12.2017

Башланыҡ. Рәсәйҙә мөһим һайлау кампанияһына старт бирелде. 2018 йылдың 18 мартына 90 көндән аҙыраҡ ҡалды. Президент булырға кемдәр дәғүә итә?

1 йылда - 125 ҡанун. Республика парламенты 2017 йылдағы һуңғы ултырышын уҙғарҙы. Унда шулай уҡ Экология йылына йомғаҡ яһалды, иҡтисади һөҙөмтәләр барланды. Көрсөккә ҡаршы програмалар уңышлы эшләй, тиелде ултырышта.

Ғаилә йылын ҡаршылайбыҙ. ЗАГС хеҙмәткәрҙәре 2018 йылда эш артыуын көтә. Ә бы...

17.12.2017

Яңы йылға тиклем теүәл ике аҙна ваҡыт ҡалды. Был осорҙа уҙып барғанына йомғаҡ яһап киләсәккә маҡсаттар билдәләйбеҙ. Алда тағы ла 14 көн барлығын иҫәпкә алғанда, үтә ашыҡмай торайыҡ. Уҙып барған йылға түгел, ә аҙнаға йомғаҡ яһайыҡ. Иғтибарға алырлыҡ мөһим һәм ҡыҙыҡлы ваҡиғалар етерлек булды. Беҙҙең ижади төркөм шуларҙың ҡайһы берҙәренә айырым туҡталып баһа бирергә тырышты. Шулай итеп...

  • Президент яуап бирҙе. Владимир Путин журналист...
03.12.2017

Ҡышҡа ла аяҡ баҫтыҡ, календарҙа декабрь булһа ла, ер өҫтө һаман “аҡ юрған”ға төрөнмәгән. Синоптиктар ҙа ҡар яуыуын вәғәҙәләмәй. Киләһе аҙнала ла яуым-төшөм көтөлмәй. Киләсәккә фараздар менән булмайыҡ, ә уҙып барған аҙнаға күҙ һалайыҡ. Төрлө ваҡиғалары менән тарихҡа инеп ҡалды ул. Беҙҙең ижади төркөм шуларҙың ҡайһы берҙәренә айырым туҡталып баһа бирергә тырышты. Шулай итеп...

  • Социаль инвестициялар дәүләте һәм "ҡәҙерле бала дәүере"....
26.11.2017

Көҙҙөң һуңғы тулы аҙнаһын йомғаҡлайбыҙ. Алдағыһында календарь буйынса ҡышҡа аяҡ баҫабыҙ, гәрсә әлегә көндәр көҙгөсә булһа ла. Ҡар яумай тороуы, бер яҡтан яҡшы, таҙартырға кәрәкмәй. Икенсе яҡтан, урамдарҙа саң булмаҫ ине. Хәйер, тәбиғәттең үҙ ҡанундары, беҙ уға ҡыҫыла алмайбыҙ. Фәлсәфәне ситкә ҡуйып, йәшәйешебеҙгә байҡау яһайыҡ. Был аҙнала иғтибар үҙәгендә булған ваҡиғаларға күҙ һалғанда, ошолайыраҡ улар:

- Әсәкәйем, минең берҙән-берем....

12.11.2017

Көнитмешебеҙҙә шатлыҡлы ваҡиғаларға ла, бигүк күңелле булмағандарына ла урын табыла тора. Был аҙнала бешмәгә бәйле карантин ғәмәлдән сыҡҡас, еңел һуланыҡ, малһыҙ ҡалғандар һыйыр хәстәрләй, һөт-майын һатыуға сығарҙы, Туймазы менән Бүздәктәге 21 көнлөк карантин тамам.
Күршебеҙ Удмурт республикаһы техноген ғәрәсәт кисерҙе. Ижевск ҡалаһында 9 ҡатлы йорттоң бер өлөшө емерелде. 7 ҡорбан килтерҙе был фажиғә.
Уҙып барған аҙнала башҡа тем...

05.11.2017

Ноябрь айына ла аяҡ баҫтыҡ, инде ҡара көҙ ҙә килеп етте. Ҡыш менән көҙҙөң берсә ямғырлап, берсә ҡарлап көрәшкән ваҡытында ваҡиғаларҙың төрлөһө булды. Беҙҙең ижади төркөм шуларҙың ҡайһы берҙәренә айырым туҡталып баһа бирергә тырышты. Шулай итеп...

  • Халыҡ көсө – берҙәмлектә. 4 ноябрь – Халыҡ берҙәмлеге көнө. Дәүләт байрамы атамаһы есеменә тура киләме? Милли сәйәсәт ниндәй кимәлдә алып барыла?
  • Башҡортостан ҡайҙан башлана? Респ...
22.10.2017

Янғантау геопаркы йәнә көн тәртибенә сыҡты, Белгестәр ҙә дәүләт экология сәйәсәтен алғы планға ҡуя.

Энергетикаға- йәшел юл. Был аҙнала Өфө сираттағы тапҡыр заманса энергетика темаһы буйынса форум үҙәгенә әүерелде.

Мостафа күккә аша. Халыҡ шағирының тыуыуына 98 йыл тулыу киң күләмдә билдәләнде. "Аэрофлот" иһә үҙ самолетына "Мостай Кәрим" исемен бирҙе.

Тарих ҡабатлана. Властар йәнә ҡушылырға саҡыра. Кооперативтар асыуҙа опер...

15.10.2017

Һалҡын, ҡарлы-ямғырлы көндәрҙән һуң, ниһайәт, тәбиғәт йылы һәм сыуаҡ мәлдәре менән ҡыуандырҙы. Октябрҙә лә “әбейҙәр сыуағы” алтын көҙгә һоҡланып кешеләргә бүләк яһаны. Уҙып барған аҙна матур көндәре менән генә түгел, башҡа иҫтәлекле ваҡиғалары аша ла тарихҡа инеп ҡала. Беҙҙең ижади төркөм шуларҙың ҡайһы берҙәренә айырым туҡталып баһа бирергә тырышты. Шулай итеп:

  • Башҡортостан – изге ерем, илгә ҡеүәт биреп тора! Бөйөк Рәсәй күкрәгенд...
08.10.2017

Республика 2021 йылда халыҡ-ара умартасылар конгресын ҡабул итәсәк. Беҙгә төрлө тарафтарҙан 10 мең умартасы килә.
Республика парламенты киләһе йылға бюджет проекты өҫтөндә эшләй. Тарихта тәүге тапҡыр уны тикшереүҙә халыҡ фекеренә лә ҡолаҡ һаласаҡтар. 9 миллиард дефицитты нисек ҡапларға?
Юбилейҙан кемдәр файҙа күрә? Хөкүмәт 100 йыллыҡ объекттары буйынса йәнә бер кәңәшмә уҙғарҙы.
Һин, уҡытыусым, шундай наҙлап ҡарайһың, аҙлап а...

01.10.2017

Көҙҙөң тәүге айы –сентябрҙе йомғаҡлап, ололарҙы хөрмәтләп һәм музыканы данлап октябргә аяҡ баҫтыҡ. Беҙҙең ижади төркөм уҙып барған аҙналығы мөһим һәм иҫтәлекле ваҡиғаларға айырым туҡталып уларға баһа бирергә тырышты. Шулай итеп...

  • Бәләкәй эшҡыуарлыҡ ҙур мөмкинлектәр аса. Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәре кесе бизнес форумы уҙҙы. Башҡортостан төбәк- һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығыта.
  • Бөтә юлдар ҙа асыҡ. “Өфө” халыҡ-ара...
24.09.2017

Өфөлә халыҡтың йәмәғәт тормошонда әүҙемлеген арттырыу темаһы тикшерлде. Урындағы башланғыстарға ярҙам проектының отошло яҡтары.

Таһир-Зөһрәләр илендә мәғәнәһеҙ исемдәргә урын юҡ. Парламент шундай ҡанун сығарҙы.

Йылытыу миҙгеле әлегә күңелдәрҙе генә йылыта йәки бурыслылар ҡасан өшөй башлар?

План үтәлде. Айырым хужалыҡтар булған игенде йыйып алды. Тик хаҡтары ғына крәҫтиән күңеленә - ҡыуаныс, кеҫәһенә аҡса өҫтәмәй.

Яң...

10.09.2017

Сентябрҙең тәүге тулы аҙнаһын теүәлләйбеҙ. Ваҡиғаларҙың төрлөһө булды ошо ете көн эсендә.  Беҙҙең ижади төркөм шуларҙың ҡайһы берҙәренә айырым туҡталып баһа бирергә тырышты.

  • Уттай ҡыҙыу ураҡ өҫтө. Башҡортостан аргарийҙары урып-йыйыуҙы теүәлләй. Хужалыҡтарға майҙандарҙың өстән ике өлөшөндә ураҡты тамамларға ҡалған. 
  • Көҙгө һайлау. Бөгөн илдә – Берҙәм тауыш биреү көнө. Башҡортостанда урындағы советтарға депутаттар һайлана. Бы...
06.08.2017

      Бөгөнгө программала: 

            - Йыр бар, икмәк булырмы?

           - Республиканың бер нисә төбәгендә ураҡҡа төштөләр.

           - Башҡорт теле уҡытыусылары эшһеҙ ҡалмаясаҡ. Республика Башлығы туған телдәрҙе уҡытыу мәсьәләһенә аныҡлыҡ индерҙе.

           - Юл аҙабы гүр ғазабына әйләнмәһен өсөн ауыл халҡы үҙе юл һала. Шишмә районынан репортаж.

           - Батыр самолеты яңыртыла. Йәнә һауаға күтәре...

30.07.2017

Әлдермешкә ҡайтыу юлдары. Башҡорт-татар йыр сәнғәтенең аҫыл йондоҙо - Хәниә Фәрхи вафат булды. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов төп телеканалдарға киңәйтелгән интервьюһында ярты йыллыҡты йомғаҡланы. Төп социаль-иҡтисади проблемаларҙы атап үтте, төҙөлөш, балалар спортына ярҙам, агросәнәғәт комплексындағы хәлдәрҙе лә ентекле анализланы.

Салауат районы колледжы ҡасан ҡыйыҡлы булыр?

Быйылғы ямғырлы йәй йылыяпмаларҙың  отошло тармаҡ...

16.07.2017

Календарҙа июлдең 16-сы көнө. Йәйҙең яртыһы ла үттеп китте, ә йәйҙе күргән юҡ әле тип зарланыусылар ҙа барҙыр, моғайын. Шулай ҙа синоптиктар алдағы көндәрҙә сағыштырмаса йылы көндәр вәғәҙәләй. Ә аграрийҙар ямғыр арҡаһында күрелгән зыян күләмен иҫәпләй. Башҡортостан умартасылары иң яҡшыһын асыҡланы, Евразия белгестәре эшсе кадрҙар һәм һөнәри белем биреү мәсьәләләре буйынса әңгәмәләште. Уҙып барған аҙналағы ҡайһы бер ваҡиғалар бына ошонан ғибәрә...

25.06.2017

Туҡтауһыҙ ямғыр арҡаһында йылғаларҙа һыу кимәле күтәрелә башланы. Ярай, ҡар яумай, уныһына шөкөр, тибеҙ. Ә аграрийҙар норманан тыш яуым-төшөм сәбәпле ғәҙәттән тыш хәл тәртибе иғлан итергә әҙерләнә. Быйылғы йәйҙең тәүге айын ошолай теүәлләйбеҙ.

Мосолмандар өсөн изге мәл – Рамаҙан айы тамамланды, бөгөн ислам донъяһы Ураҙа байрамын билдәләй.

Башҡортостан менән Ҡырғыҙстан аралары ла яҡыная. Туғандашлыҡ ептәрен нығытырға ваҡыт етте....

18.06.2017

Донъя йәнә Башҡортостанды һайлай. Республикабыҙҙа мәҙәни марафон дауам итә. Тиҫтәнән ашыу дәүләт вәкилдәрен берләштергән “Берҙәмлек” халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале эстафетаны тағы ла бер сағыу һәм мәртәбәле сара “Евразия йөрәге” халыҡ-ара сәнғәт фестиваленә тапшырҙы. Өфөлә ил төбәктәрендәге тәүге интерактив музей-парк асылды; халыҡ дәүләт башлығы менән аралашты; медицина хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын билдәләй. Ҡыҫҡаһы, ҡыҙыҡлы һәм иғ...

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә -11..-13°C
иртән -14..-16°C
көндөҙ -11..-13°C
кис -12..-14°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.