Беҙҙең проекттар

05.03.2017

2017 йылдың яҙына ла аяҡ баҫтыҡ. Календарҙа март башы булыуға ҡарамаҫтан, тышта ҡар күптән инде ирей башланы. Күрәһең, быйыл тәбиғәт иртәрәк уянырға ҡарар иткән. Яңы миҙгел дә бит үҙ мәшәҡәттәре ҡыуаныстары һәм көйөнөстәре менән килә. Ижтимағи-сәйәси тормошобоҙҙа ла телгә алырлыҡ ҡыҙыҡлы һәм мөһим ваҡиғалар етерлек булды был аҙнала. Беҙҙең ижади төркөм ҡайһы берҙәренә айырым туҡталып, уларға баһа бирергә тырышты. Шулай итеп ...

 

  • Иң яҡшы муниципаль тәжрибәләр. Өфөлә урындағы үҙидаралыҡты үҫтереү буйынса Волга буйы федераль округының Консультатив кәңәшмәһе ултырышы үтте. Ауыл-ҡалаларҙы тәртипкә килтереү эшендә халыҡ һәм власть нисек эшләй?
  • Сочи ҡалаһының ҡараңғы төндәре Башҡортостан киләсәге өсөн яҡты өмөттәр уята. Ҡышҡы Олимпиада баш ҡалаһында инвестиция форумы ү...
19.02.2017

Аҡсаны юҡҡа тәләфләү туҡтатыла. Республикала киң күләмле спорт ҡына финансланасаҡ. Миллиардар түгеп һалған биналарҙың буш тороуына кем ғәйепле? Тырмаға йәнә баҫып, миллиондарса һумлыҡ объекттар төҙөүҙе туҡтатмаҫҡамы? Спорт һәм йәштәр сәйәсәте өсөн яуаплы министрлыҡ коллегияһында ошондай темалар күтәрелде. Ә экологияға аҡса түгергә мөмкин. Хатта талап ителә. Һауа һәм тәбиғәткә тәьҫире яҡшынан булмаған эре ширҡәттәрҙең дә яуаплылығына етди баҫым яһала. Тәбиғәт менән файҙаланыу һәм экология министрлығы йылды йомғаҡлап, яңыһына маҡсаттарын йәнә бер аныҡланы. Тәү маҡсат- юғары белемме? Эшсе һөнәрҙең абруйын күтәрергә тырышып ятҡан көндәр. "Ворлдскилс" мәғариф системаһындағы етешһеҙлекте бөтөрә алырмы? Афған шаңдауы. 28 йыл. Ил сәйәсәте өсөн ситтә ҡан түккән егеттәр мәсьәләһе кемде борсой? Өфө педагогтары араһында иң яҡшылар...

12.02.2017

Башҡорт календарендә февраль “шаҡай” тип йөрөтөлә. Исеме есеменә тап килде уның. Уҙып барған аҙна күптәрҙең хәтерендә шаҡ ҡатырғыс һыуыҡтары менән иҫтә ҡаласаҡ. Шулай ҙа беҙҙең халыҡты ҡышҡы сатлама һыуыҡ көндәр менән генә аптырата алмаҫһын. Ижтимағи-сәйәси тормошобоҙҙа ла телгә алырлыҡ ҡыҙыҡлы һәм мөһим ваҡиғалар етерлек булды был аҙнала. Беҙҙең ижади төркөм ҡайһы берҙәренә айырым туҡталып, уларға баһа бирергә тырышты. Шулай итеп ...

  • Арбаңды – ҡыш, санаңды йәй хәстәрлә. Башҡортостанда ауыл хужалығы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды һәм быйылғы яҙғы-баҫыу эштәренә әҙерлек башланды. 2020-се йылға беҙҙең республика илдең алдынғы 5 аграр төбәге исемлегенә инергә тейеш.
  • Беҙ менәсәк фәндәр тауы, бик бейек һәм бик текә. Башҡортостанда Фән көнөндә йәш ғалимдарға гранттар тапшырылды. Фәнни асыштар...
29.01.2017

108 миллион эш урындары йәки ҡатайҙар ҡытайҙарҙы балға туйындырмаҡсы. Һарыҡты кем ашаған йәки суицидҡа матбуғат ғәйеплеме. Йәштәр араһында үҙ-үҙенә ҡул һалыу осраҡтарын киҫәтеү газета- телевидениены битәрләүгә ҡайтып ҡалмаҫҡа тейеш. Булғанға урын табыла. Республика аграрийҙарына ашлыҡ һатыу эшендә Рәсәй игенселәр берлеге ярҙам итәсәк. Нотариустар мәсьәләһе хәл ителде. Республика парламенты яҙғы сессияһындағы тәүге ултырышта бер генә ҡанунды тулыһынса ҡабул итте. Башҡалары сират көтә. Бармы бында талиптар. Ҡышҡы сессияларын теүәлләгән Рәсәй студенттары үҙ байрамдарын билдәләне.

15.01.2017

2017 йылды ҡаршы алып 10 көн дауамында ҡышҡы каникулдарҙа булдыҡ, ә һуңынан иҫкесә яңы йылды ла үткәреп ебәрҙек. Яңы йыл байрамдары һәм беренсе эш аҙнаһы менән бергә айҙың тәүге өлөшө үтеп тә китте. Беҙҙең ижади төркөм ғинуарҙың беренсе яртыһында булған ҡайһы бер ваҡиғаларға айырым туҡталып, уларға баһа бирергә тырышты. Бөгөнгө темалар: 

 

  • Яңы йыл – яңы закондар. 2017 – ниндәй үҙгәрештәр һәм яңылыҡтары менән килә?
  • Тәмәкегә “ҡара көндәр” килә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы яңы закон әҙерләй. 2033 йылда тәмәке бөтөнләй юҡҡа сығыуы ихтимал.
  • Коллекторҙар ҙа аҡылға ултыра. Тыңғыһыҙ шылтыратыуҙар, көс ҡулланыу һәм янауҙар тыйыла. Быйылдан коллекторҙар эш...
25.12.2016

Йылдың һуңғы тулы- 51-се аҙнаһын йомғаҡлайбыҙ. 52-се аҙнала иһә Яңы- 2017-сегә аяҡ баҫасаҡбыҙ. Сираттағы йәкшәмбе инде 1 ғинуарға тура килә. Ғәҙәттә, йылды йомғаҡлағанда һәр кем үткәненә байҡау яһай, һығымтаға килә, киләсәгенә маҡсаттар билдәләй.
Шулай итеп, беҙ йәшәгән даирә ниҙәре менән тарихҡа инеп ките:
• 7 ҡат үлсә, бер ҡат киҫ. Законды ҡабул итер алдынан етди тикшерегә кәрәк. һәр береһен 30-40 тапҡыр үҙгәртеү- килешкән эш түгел. Рәсәй президентына парламенттағы ҡайһы бер мәлдәр оҡшамай.
• Ә шулай ҙа закондар үҙгәрә тора. Заман талабы- тип аңлата депутаттар. Был аҙнала Республика парламенты ла көҙгө сессияһын иллеләп закон проектын тикшереү менән йомғаҡланы.
• 2030 йылға тиклем иҡтисадты күтәрәсәкбеҙ. Республикала социаль-иҡтисади үҫеш ст...

18.12.2016

Беҙҙең ижади төркөм уҙып барған аҙналағы ҡайһы бер ваҡиғаларға айырым туҡталып, уларға баһа бирергә тырышты. Бөгөн: 

  • Белем – шәхесте, фән илде күтәрә. Башҡортостан фәндәр академияһы сирек быуат юбилейын билдәләне.
  • Автомобилде ҡайҙа ҡуйырға? Башҡортостан депутаттары туҡталҡалар мәсьәләһен хәл итә. Автоһәүәҫкәрҙәрҙе ниндәй үҙгәрештәр көтә?
  • Шыршы ҡупшы кейенгән, беҙгә ҡунаҡҡа килгән…Башҡортостанда шыршы баҙарҙары асыла. Быйыл урмансылар 130 меңдән ашыу ылыҫлыны һатырға ниәтләй.
  • Яҡтылыҡ йырсыһы. Күренекле башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 185 йыл тулды. Һүҙ оҫтаһы тыуған көнөнә арналған саралар Башҡортостанда һәм Силәбелә уҙҙы. 

 

04.12.2016

• Президент Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһен юлланы. Йыллыҡ стратегик документта иҡтисадтан тыш, социаль тармаҡҡа етди иғтибар бүленде.

• Бюджет ҡабул ителде. Республика парламенты ноябрь ултырышында ҡаҙна тураһында ҡанунды хупланы. • Физик кәмселек- башҡаларҙан кәмлекте аңлатмай. 2020 йылға тиклем һәр икенсе инвалид эш урынлы булырға тейеш. Рәсәйҙә эшсе ҡулдар етмәүҙән түгел, ә социаль сәйәсәт. Халыҡ-ара инвалидтар көнө билдәләнде.

• Республика башҡалаһы Евразия киңлегенән кесе эшҡыуарҙарҙы йыйҙы. Өфөлә ШОС-БРИКС сиктәрендә бизнес-форум үтте

• Полицияға ярҙам. Республикала халыҡ дружиналарын ойоштороу яңы кимәлгә сыҡты. Дружинниктарҙың да үҙ хоҡуҡтары.

• Йырла, егет, киреп киң күкрәгең... Юлдаш радиоһы иң яҡшы башҡарыусыларын оло концертҡа йыйҙы. Ошо һәм башҡа т...

27.11.2016

Хәйерле сәғәттә, хөрмәтле радиотыңлаусылар. Уҙып барған аҙна ла ваҡиғаларға бай булды. Беҙҙең ижади төркөм уларҙың ҡайһы берҙәренә айырым туҡталып баһа бирергә тырышты. Шулай итеп ...

  • Көндөң яҡтылығы – ҡояшта, күктең матурлығы – йондоҙҙарҙа, ерҙең гүзәллеге – әсәйҙәрҙә. Бөгөн Әсәләр көнө билдәләнә.
  • Йортло булыу – оло бәхет. Башҡортостанда алдағы 10 йылда торлаҡҡа сират мәсьләһе хәл ителәсәк. Республикала махсус программа әҙерләнә.
  • Беҙ барыбыҙҙа ауылдан сыҡҡанбыҙ… Урындарҙа халыҡ башланғыстарына ярҙам итеү һәм ауылдарҙы үҫтереү программалары тормошҡа ашырыла. Нисек йәшәйһең, ауыл?
  • Радиотулҡындар, зәңгәр экрандар, интернет киңлектәре… Өфөлә Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһы тарихы менән таныштырҙылар. Милли музейҙа күргәҙмә асылды.

Артабан...

20.11.2016

Уҙып барған аҙна ҡыш башындағы юлдарҙы хәтерләтте, нисекме - ҡар ҡатламы йоҡараҡ- юлдар ҡытыршы булып ята әле. Киң йәйрәп ятҡан илебеҙҙең дә бер төбәгендә социаль мәсьәләләр хәл ителә, икенсеһендә ҙур чиновниктар урлашып тотола.
• Йәмғиәт һәм мәрхәмәт. Өфөлә изгелек төшөнсәһенең төрлө яҡтары тикшерелде.
• Йылмайып йәшәйек, дуҫтар. Ирен-аңҡауҙары тыумыштан камил булмағандарға ярҙам акцияһы ла ошо хәйриә форумына тура килтерелде.
• “Ә һин ярҙам итә алаһыңмы?” Аварияларҙы иҫкәртеү һәм киҫәтеү – һәр кемдең гражданлыҡ бурысы. Бөгөн - юл-транспорт һәләкәте ҡорбандары көнө.
• “Беҙҙең бренд”. Өфөлә туриндустряны үҫтереү юлдары тикшерелде. Төп баҫым эске туризмға тейеш, ти эксперттар.
• Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә, әммә... имтиханды русса тапшырырға кәрәк. “Рәсә...

13.11.2016

Уҙып барған аҙна ла ваҡиғаларға бай булды. Беҙҙең ижади төркөм уларҙың ҡайһы берҙәренә айырым туҡталып баһа бирергә тырышты. 

  • Кем ғәйепле: халыҡмы, түрәләрме? Төбәктә коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса эшмәкәрлекте көйләү комиссияһы ултырышы үтте. Коррупцияны еңмәйенсә, үҫеш булмаясаҡ.
  • Минең полициям мине һаҡлай. Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдын билдәләне. Рәсәй полицияһының көндәлек хеҙмәте һәм бурыстары нимәнән ғибәрәт?
  • Аҡ Йортта яңы батша. Бизнестан сәйәсәткә. Миллиардер Дональд Трамп президент була. Америкала власть алмашыныуы Мәскәү һәм Вашингтон мөнәсәбәттәре араһында ниндәй сағылыш табасаҡ?
  • Иғтибар үҙәгендә ер мәсьәләһе. Быйыл миле...
06.11.2016

Ер күсәре әкренләп әйләнә, көҙҙөң һуңғы айы ноябрҙең тәүге аҙнаһы ваҡиғаларын урап та ҡуйҙы тарих тәгәрмәсенә: - Берҙәмлектә беҙҙең көсөбөҙ. 4 ноябрҙә билдәләнгән Халыҡ берҙәмлеге көнө хаҡында. -Йәнә көтмәгәндә килде. Ҡышты ниндәй әҙерлектә ҡаршылайбыҙ. Беренсе ҡарҙан һуңғы һығымталар. - Иң татлы емеш - хеҙмәт емеше. Башҡортостан ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре һөнәри байрамын билдәләне, алдынғылар тәбрикләнде. - Социализмдың - топ менеджеры. Билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Миҙхәт Шакировтың тыуыуына 100 йыл.

30.10.2016

• Бишектәге бала- бишкә төрләнә. Йәш быуынға дөрөҫ тәрбиәне кем бирегә тейеш- интернетмы, ата-әсәме? Суицид буйынса беҙ беренсе урында.

• Диетик бюджет. Республика парламенты төп финанс документ - ҡаҙнаны тикшерә. Етешмәгән урындарҙы ямарлыҡ килем буласаҡ, тип ышандыра депутаттар.

• Милли компонент. Тыуған телме, астрономиямы? Өфөлә заманса мәғариф мәсьәләләре тикшерелде.

• Һай, мосолман донъяһы. Республика диндарҙары Мәккә-Мәҙинәгә сәфәрҙе үҙәкләштереү эшенә тотондо.

• Көмөш Аҡбуҙатты кем эйәрләне? Өфөлә этник кино фестивале үтте. Еңеүселәр араһында башҡорт режиссерҙары ла бар.

• Сәсән барҙа телең тый. Ҡобағош-Ерәнсәләргә алмаш үҫә. Башҡортостан Рәсәй һүҙ оҫталарын йыйҙы. Бындай бәйге ил кимәлендә тәүгә уҙғарылды.

Ошолар һәм башҡалар – “Даирә”лә

...
23.10.2016

Хәйерле сәғәттә, хөрмәтле радиотыңлаусылар. Уҙып барған аҙна ла ваҡиғаларға бай булды. Беҙҙең ижади төркөм уларҙың ҡайһы берҙәренә айырым туҡталып баһа бирергә тырышты. Шулай итеп ...

  • Ябай электр сымдарҙан “аҡыллы селтәрҙәр”гә. Өфөлә Рәсәй Энергетика форумында традицион һәм альтернатив энергетика сығанаҡтарын үҫтереү алымдары өйрәнелде.
  • Ятып ҡалғансы атып ҡал, йәки айырым көстәрҙең Башҡортостанда һайлау һөҙөмтәләренә яла яғыу килеп сыҡманы. Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы вәкилдәре беҙҙең республикаға инспекция менән килде.  
  • Эше барҙың – ашы бар. Башҡортостан аграрийҙары йыл йомғаҡтарын барлай.  Республика райондарында ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы ултырыштар үтә. 
  • Беҙҙең ауыл – иң матуры... Рәсәйҙең иң төҙөк ауылдары һәм ҡалалары асыҡланды....
09.10.2016

Октябрҙең тәүге тулы аҙнаһында йәшәйешебеҙҙең һәммә өлкәләре - социаль-ижтимағи, иҡтисади-сәйәси, мәҙәни һәм башҡа яҡтар ғәҙәти ағымында барҙы. Шулай ҙа аҙнаны башҡаларынан айырып торған яҡтары ла бар. Улар бына ошолайыраҡ:

• 7-се состав Дума. Башҡортостан мәнфәғәттәрен яҡларға ебәрелгән депутаттарҙан ниндәйерәк закондар көтәбеҙ? Парламентарийҙар комитеттарын аныҡланы, беҙҙең вәкилдәргә рәйес вазифалары эләкмәне.

• Ер шарының картаһында бер япраҡ саҡлы ғына, әммә ыжғыр ел-дауылдарға ла бирешмәгән Башҡортостан сираттағы тапҡыр үҙ көнөн билдәләй.

• Затон Өфөгә яҡынайҙы. Күпер асылды, тығындар бөтөр тигән өмөт бар. Республика көнө алдынан баш ҡалалағы төп төҙөлөштәрҙең береһенең осона сыҡтыҡ.

• Януарҙарға килгән үләт. Республика биләмәләренә “Африка тағуны” яҡынайҙы. Татарстан яғын...

25.09.2016
  • Һайлауҙар үтте, халыҡ үҙ гражданлыҡ бурысын үтәне. Ә депутаттарҙы алда тағы ла яуаплыраҡ һынау көтә – вәғәҙәләрҙе үтәргә, кешеләрҙең ышанысын аҡларға.
  • Башҡортостанда айырым көндәрҙә спиртлы эсемлектәр ҡулланырға тыйыла. Республика депутаттары эскелеккә ҡаршы көрәшә. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай көҙгө сессиялаға тәүге ултырышында ҡәтғи саралар тәҡдим итте. 
  • Һалҡын асфальт, нано-битум. Юлдар һалыуҙа яңы технологиялар ярҙамында соҡор-саҡырҙарҙан ҡотола алырбыҙмы? Өфөлә Транспорт форумында юлдар сифаты мәсьәләһе өйрәнелде.
  • Йорттарға ҡасан йылы килә? Быйыл сентябрҙә ҡала халҡын тәбиғәт кенә түгел, ә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ та һынай. Халыҡты һыуыҡ менән сыныҡтырыу оҙаҡҡа һуҙылырмы?
18.09.2016

Ғәҙәткә ингәнсә, уҙып барған аҙна ваҡиғаларға бай булды, тип башлау дөрөҫөрәк булмаҫ ине. Сөнки, берҙән, әҙәм балаһы кеүек, көндәр-аҙналар ҙа бер-береһенә оҡшаш була алмай. Икенсенән, мөһим ваҡиға йәкшәмбе көн дауамында үтә. Бөгөн- һайлау көнө.

Башҡортостан автономияһының 100 йыллығын билдәләргә әҙерлек. Был аҙнала Республика башлығы юбилейға әҙерлек буйынса ойоштороу комитеты ултырышын уҙғарып, аныҡ бурыстар ҙа билдәләне.

Ауыл хужалығы. "Ялан батшабикәһе"нең икенсе йәшлеге. Стәрлетамаҡта кукуруз үҫтереү буйынса тәжрибә уртаҡлаштылар.

Күмертау ҡалаһы иҡтисади яңырыу осорон кисерә- инвесторҙарҙың проекттары ғәмәлгә аша башлағандай. Өҫтәүенә төбәктә ҡояш энергияһын файҙаланыуға ла өйрәнеп баралар- быға айырым туҡталырбыҙ.

Ветерандар- һәр көн иғтибарҙа. Был аҙна...

04.09.2016

Хәйерле сәғәттә, хөрмәтле радиотыңлаусылар. Йәйҙең һуңғы көндәрен теүәлләп алтын көҙгә аяҡ баҫтыҡ был аҙнала. Миҙгел менән миҙгел алмашыныу мәле ваҡиғаларға бай булды. Беҙҙең ижади төркөм уларҙың ҡайһы берҙәренә айырым туҡталып баһа бирергә тырышты:

  • Белем тауҙары бейек, менеп етеүе ҡыйын. Быйыл Башҡортостанда 700 меңдән ашыу уҡыусы һәм студент өсөн яңы уҡыу йылы башланды. 
  • Халыҡ әйтһә – хаҡ әйтә. Республикала төбәктең социаль-иҡтисади мөмкинлектәре мәсьәләләренә арналған форум үтте.
  • Аҡ бәхет, аҡ шатлыҡ яуған тамаша. Өфөлә алтынсы тапҡыр “Һөт иле” фестивале уҙҙы.
  • Республиканы танып беләбеҙ. Эске туризмды үҫтереүҙә яңы алымдар.

 

07.08.2016

Хәйерле сәғәттә, хөрмәтле радиотыңлаусылар. Уҙып барған аҙна ла төрлө хәл-ваҡиғаларға бай булды. Беҙҙең ижади төркөм уларҙың ҡайһы берҙәренә айырым туҡталып баһа бирергә тырышты. 

  • 100 йыллыҡа – 100 яңы объект. Башҡортостанда ошондай ҙур акцияға старт бирелде. Иң беренсе юлдарҙан башлайбыҙ.
  • Беренсе миллион бар. Республикала ураҡ дауам итә. Урып-йыйыу эштәрен август аҙаҡтарына тиклем тамамлау бурысы ҡуйылды.
  • Күмәкләгән – яу ҡайтарған, йәки фермерҙар кооперацияға берләшерме? Республикала фермерлыҡты үҫтереүҙең яңы алымдары өйрәнелә.
  • Һаҡланғанды – һаҡлармын, йәки кисеү күрмәй – аяғынды сисмә. Башҡортостанда ни өсөн һыу ҡорбандары арта?
  • ...
24.07.2016

Хәйерле сәғәттә, хөрмәтле радиотыңлаусылар. Уҙып барған аҙна ла төрлө хәл-ваҡиғаларға бай булды. Беҙҙең ижади төркөм уларҙың ҡайһы берҙәренә айырым туҡталып баһа бирергә тырышты. Шулай итеп

  • Бер быуатлыҡ байрам. 2019 йылда Башҡортостан республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығын билдәләйбеҙ. Был тарихи дата федераль кимәлдә лә ҙурлап үткәрелә.
  • Муллыҡ мәле – ураҡ өҫтө. Республикала урып-йыйыу эштәренә “Баҫыу көнө”ндә рәсми старт бирелде. Быйыл агрофорум Стәрлетамаҡ районында үтте.
  • Йәш депутаттар “аттарын эйәрләргә” йыйына. Башҡортостанда йәш кандидаттарҙы һайлау алды кампанияһы нескәлектәре менән таныштырҙылар.
  • Башҡортостан һандуғасы. БАССР-ҙың халыҡ,...

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 13..15°C
иртән 14..16°C
көндөҙ 22..24°C
кис 21..23°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.