Беҙҙең проекттар

20.03.2016
  • Кем ғәйепле? Стәрлетамаҡ ҡалаһында социаль адаптация үҙәгендәге янғында 12 кеше ғүмере өҙөлдө. Прокуратура һәм Тәфтиш комитеты ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай. Ә кешеләр үлеме өсөн кем яуап тотасаҡ?
  • Аҡман-тоҡман ете көн – етеһе лә ҡаты көн. Республиканың көньяҡ-көнсығыш төбәктәрендә бурандар ете көнгә генә һуҙылманы. Юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу өсөн хәрби техника йәлеп ителә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бурандар ҡорбандарһыҙ үтмәне.
  • Алдағы 5 йылда иң үҫешкән 5 аграр төбәк исемлегенә инеү. Өфөлә ауыл хужалығы өлкәһендә иң абруйлы форумдарҙың береһе – “Агрокомплекс” күргәҙмәһе ойошторолдо
  • Муниципалитеттарға күберәк вәкәләттәр тапшырырға, 2020 йылға тиклем үҫеш стратегияһын ҡабул итергә – Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов район һәм ҡалалар хакимиәттәре башлыҡтары алдында сығыш яһаны,...
06.03.2016
  • Башҡортостан баш ҡалаһында Республика һәм Рәсәй уҡыу йорттары вәкилдәре, эш биреүселәр, халыҡ оҫталары һәм кәсепселәр йыйылды. Өфөлә Йәштәр мәғариф фестивале һәм халыҡ кесептәре күргәҙмә-форумдары уҙҙы.  
  • Һалымдар күберәк йыйыла, ә бюджет дефициты кәмей. Башҡортостанда былтыр 266 миллиард һумлыҡ һалым йыйылған, ҡаҙна дефициты 2 миллиард һумдан да кәмерек үтәлгән. Республика Финанстар министрлығы һәм Һалым хеҙмәте йылға йомғаҡ яһаны.
  • Көндөң яҡтылығы – ҡояшта, күктең матурлығы – йондоҙҙарҙа, ә ерҙең гүзәллеге – ҡатын-ҡыҙҙарҙа. Республика халҡы 8 март байрамын билдәләй. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө айҡанлы гүзәл заттарға дан йырлайбыҙ.

 

28.02.2016
  • Өр-яңы Стәрлетамаҡ - Ҡағы - Магнитогорский автомобиль трассаһы 5 йыл эсендә файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
  • 2016 йылдың йәйендә Мексикала үтәсәк Халыҡ-ара Фольклориадала Рәсәй исеменән Фәйзи Ғәсҡәров исемендәге башҡорт дәүләт академия бейеү ансамбле сығыш яһаясаҡ.
  • Күп ҡатлы йорттарҙы капиталь төҙөкләндереү өсөн иғәнә йыйыу көн талабы. Әммә айырым ҡатлам өсөн ташлама мотлаҡ буласаҡ.
  • Башҡортостан фермерҙары съезы үтте. Унда ауыл хужалығы тармағында эшләүселәрҙе борсоған проблемалар барланды, дәүләт ярҙамы тураһында һүҙ алып барылды.

 

14.02.2016
  • Аҡыл зиннәте – ғилем. Был аҙнала Рәсәй фәне көнө билдәләнде. Республика Хөкүмәтендә бер төркөм йәш ғалимдарға гранттар тапшырылды.
  • Мутлашыусылар тоҙаҡ ҡора. Аҡса урлаусылар яңы-яңы алымдар уйлап таба – смс-хәбәрҙәр ебәрә, иғландар яҙа.
  • Электрға, һыуға тарифтар дөрөҫ билдәләнәме? Башҡортостанда тәбиғи монополиялар эшмәкәрлеген айырым совет күҙәтәсәк.
  • Мөхәббәт донъяны ҡотҡарыр. Бөгөн Ғашиҡтар көнө. Мөхәббәткә кәртә юҡ. Был юғары тойғо олоһона ла, кесеһенә лә таныш. 
31.01.2016
  • Иғтибар, грипп. Өфөнөң урта белем биреү учреждениелары карантинға ябылды.
  • Беҙҙең республикала рәсми эшһеҙҙәр һаны - 23 мең кеше. Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы тәртибе буйынса иҫәпләгәндә, был һан - 123 мең.
  • БРИКС илдәренең хеҙмәт министрҙары Өфөлә йыйылды, ҙур йыйында мәшғүллек мәсьәләләре ҡаралды.
  • Ауылда китапхана ябылыуын теләмәһәгеҙ, сходҡа йыйылып фекерегеҙҙе еткерегеҙ.
  • Учалы кинотеатрына 3Д ҡорамалдар ҡайтарырға йыйыналар. Ҙур сығымдар үҙен аҡлармы.
  • Билдәле спортсы Ғабдрахман Ҡадыровтың тыуыуына 75 йыл тулды.
24.01.2016
  • Халыҡ-ара майҙандағы хәлдәр Рәсәй  иҡтисадына ниндәй йоғонто яһай?
  • Сер түгел, Рәсәйҙә юлдар сифаты насар. Сәбәп нимәлә?
  • "Ҡара генерал". Даян Мурзинға 95 йәш тулған булыр ине.
  • Оло йәштәгеләр йәмғиәт менән бергә атлай. Халыҡ университеты эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре барланды.
  • "Студенттар десант"ы булды. Өфө студенттары полиция эше менән яҡындан танышты.

 

17.01.2016
  • Доллар һәм евро ҡиммәтләнә, нефтҡа хаҡтар түбәнәйә. Ошондай ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙа алда нимә көтә? “Ҡара көндәргә” әҙер булырға, билде ҡыҫыбыраҡ быуырға, тештәрҙе “кәштәгә һалырға” тура киләсәкме?
  • Аҡса иҫәп ярата. Республикала халыҡтың микрофинанс ойошмалары алдында бурысы арта. Башҡортостан депутаттары ошондай кредит учреждениеларына талаптарҙы ҡәтғиләштерергә йыйына.
  • Ҡануниәт һәм хоҡуҡ тәртибе үтәлеше һағында тороусылар. Прокуратура хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын билдәләне. Республика прокурорҙары былтыр 22 меңдән ашыу енәйәт эше ҡуҙғатты. 
  • Ҡышҡы һыуыҡтар, бурандар һәм янғындар. Яңы Йыл каникулдарында һәм уҙып барған аҙнала республикала тиҫтәләгән күңелһеҙ хәл теркәлде. Аҡыллыға – ишара: хәүефһеҙлек һәм именлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәрәк.
...
27.12.2015
  • Башҡортостан депутаттары көҙгө сессияны йомғаҡланы. Парламентарийҙар алты тиҫтәгә яҡын норматив документты ҡараны, егерме закон проекты тулыһынса ҡабул ителде.
  • “Аныҡ эштәр” дауам итәсәк. Өфөлә “Берҙәм Рәсәй” партияһы төбәк бүлексәһенең республика форумы уҙҙы. Сәйәси фирҡә башланғысы менән ойошторолған социаль проекттар артабан да тормошҡа ашырыласаҡ.  
  • Республика башлығы шыршыһы байрамына 800-ләп бала йыйылды. Ә Башҡортостандан йөҙләп мәктәп уҡыусыһына Кремль шыршыһында ҡатнашыу бәхете тейҙе.
  • Яңы йылды имен һәм хәүефһеҙ үткәрәйек. Башҡортостанда байрамдар ваҡытында ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙерлек тәртибе индерелде. 
...

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

көндөҙ -16..-18°C
кис -18..-20°C
төндә -14..-16°C
иртән -19..-21°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.