Беҙҙең проекттар

02.11.2017

Менеджер - (инглиз теленән тәржемә итһәк - идара итеүсе) производствола идара итеүсе һәм тауар әйләнешен тәъмин итеүсе белгес. Менеджерҙар хеҙмәт етештереүсәнлеген һәм сифатын арттырыу, ресурстарҙы экономиялау маҡсатында эшселәрҙең хеҙмәтен баһалай, һәр хеҙмәткәрҙең үҙ вазифаһы менән ҡәнәғәт булыуын тикшереп тора, баҙар иҡтисадын өйрәнә, продукцияны яңыртып тора, бизнес план төҙөй һәм уны тормошҡа ашыра. Ә яҡшы менеджер булыр өсөн ниндәй сифаттар кәрәк? Был хаҡта һөнәрмән фекерен тыңлағас белербеҙ. Менеджер Азамат Йосоповты тыңлайыҡ.

19.10.2017

Ашнаҡсы - йәмғиәт туҡланыу урындарында аш-һыу бешереүсе. Ул аш-һыуҙы рецепт һәм технология буйынса ғына әҙерләүсе түгел, ә үҙ эшенән тәм тапҡан кеше. Тәүге ашнаҡсылар тап шул ваҡытта, тап шул илдә барлыҡҡа килгән, тип билдәләп тә булмай. Ашнаҡсылар кафе-ресторандарҙа, мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында, дауаханаларҙа эшләй. Әлеге ваҡытта был иң кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһе. Бөгөн беҙгә ашнаҡсы һөнәре хаҡында Рәзилә Аманбаева һөйләй.

12.10.2017

Иретеп йәбештереүсе - металл буйынса белгес. Ул электросварка ярҙамында металдан ҡатмарлы конструкциялар яһай. Был һөнәр үҙе бер нисә төргә бүленә:газ ярҙамында иретеп йәбештереүсе, ҡул сваркаһы менән иретеп йәбештереүсе һәм автоматлаштырылған аппарат операторы. Үҙенең эш ваҡытында электр дуға сваркаһын йә газ факелын ҡуллана. Был һөнәр хаҡында беҙгә Азат Шәфиев һөйләй.

05.10.2017

Уҡытыусы - мәғәриф белгесе, уҡытыу-тәрбиә эше менән шөғөлләнгән кеше.Ер шарында иң киң таралған һөнәрҙәрҙән һанала. Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең шундай һүҙҙәре бар:"Беҙҙең йәмғиәтте икегә бүлергә мөмкин: уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға. Беҙ барыбыҙ ҙа уҡыусылар: ҡасандыр уҡығанбыҙ, йә әле уҡыйбыҙ, йә уҡыясаҡбыҙ." Бөгөн беҙгә үҙенең һөнәре хаҡында Өфө ҡалаһының 35-се мәктәбе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Толомбаева Эльза Юрис ҡыҙы һөйләй.

28.09.2017

Композитор - ул музыкаль әҫәр авторы, көй яҙыусы кеше. Композитор һөнәре яҙыусы, драматург, кинорежиссер кеүек һөнәрҙәр менән оҡшаш. Ул да шулай уҡ образдар өҫтөндә эшләй. "Композитор" тигән термин 16 быуатта Италияла киң таралыу ала. Бөтә донъяға билдәле бөйөк композиторҙар исемлегенә Людвиг Ван Бетховен, Иоган Себастьян Бах инә.Шулай уҡ Вольфганг Амадей Моцарт, Рихард Вагнер, Петр Ильич Чайковский, Джузеппе Верди, Игорь Федорович Стравинский, Иоган Штраус, Сергей Васильевич Рахманинов, Франц Петер Шуберт был исемлектә.

Композиторҙар йыш ҡына көйҙәр яҙа, мәҫәлән, фильм, спектакль өсөн.Операнан алып, популяр йырҙарға тиклем ижад итә композиторҙар.

Ә беҙгә бөгөн үҙенең һөнәре хаҡында Юлай Үҙәнбаев һөйләйәсәк.

21.09.2017

Бөгөн беҙ иң хәүефле һөнәрҙәрҙең береһе хаҡында һөйләшәбеҙ: янғын һүндереүсе. Уйлап ҡараһаң, бәләкәй генә усаҡты һүндерергә барыбыҙҙың да ҡулынан килә, ә ҙур янғында пожарныйҙар ғына һүндерә ала. Ә пожарныйҙарҙы ниндәй телефон буйынса саҡырталар, беләһегеҙме? Дөрөҫ, 01. Тревога иғлан ителгәс, янғын һүндереүселәр 40 секунд эсендә йыйынып янғын сыҡҡан урынға юлланырға тейеш. Сөнки янғында кеше ғүмере өҙөлөргә мөмкин. Шуға юлда сиренаһын ҡабыҙған пожар машинаһына барыһы ла юл бирергә тейеш. Бөгөн беҙгә үҙ һөнәре хаҡында Марат Яҡупов һөйләй.

14.09.2017

Парикмахер һөнәре бик боронғо һөнәрҙәрҙән һанала. Кешеләр элек-электән зауыҡ менән сәстәрен ҡырҡтырып, һаҡалдарын алдырып йөрөр булғандар. Һаҡланған һүрәттәргә, скульптураларға ҡарағанда, Боронғо Мысырҙа сәстәргә ҙур урын бирелгән. Боронғо Римдә лә, Грецияла ла парикмахер ролен ҡолдар башҡарған.

Бөгөн парикмахерҙар һәр беребеҙгә кәрәк. Шулай булғас, һәр беребеҙ был һөнәр эйәһе менән таныш. Бөгөн парикмахер һөнәре менән яҡынданыраҡ танышабыҙ. Нәркәс Зөлҡәрнәеваны тыңлайыҡ.

09.06.2017

Психология - грек теленән тәржемә иткәндә күңел һәм һүҙ тигәнде аңлата. Йәғни, һүҙ ярҙамында кеше күңеленә үтеп инеү. Улар кешенең күңел торошон өйрәнә. Был һөнәр сағыштырмаса яңы барлыҡҡа килгән. Хатта ҡайһы берәүҙәр яңғырашы оҡшаш булған психиатр, психотерапевт һөнәрҙәре менән бутай. Психиатр менән психотерапевт - табиптар, ә психолог кешене дауаламай, уның күңел торошон, эске донъяһын өйрәнә. Был һөнәрҙең бар нескәлектәре хаҡында беҙгә психолог Рәйлә Сабитова һөйләй.

01.06.2017

Бөгөн ландшафт дизайнеры һөнәре менән танышабыҙ. Баҡсала ағастарҙы ҡайҙа ултыртырға, мунса, теплицаны ҡайҙа төҙөргә тип баш ватырға тура килә. Ошо саҡта ландшафт дизайнеры тигән һөнәр эйәләре беҙгә ярҙамға килергә мөмкин. Улар бәләкәй биләмә менән генә эшләмәй, тотош кварталдарҙы, парктарҙы планлаштыра хатта.

Был һөнәр эйәләре - киң профилле белгестәр. Бер нисә өлкәлә белем кәрәк уларға. Беренсенән, инженерия өлкәһендә. Дизайнерҙар төрлө коммуникациялар һалыуҙы алдан планлаштыра. Газ, һыу, канализация торбалары ҡайҙан, нисек үтәсәк - барыһын да белергә тейеш. Бассейн, фонтан, яҡтыртыу ҡоролмаларын планлаштырыу ҙа ландшафт дизайнеры эше. Шулай уҡ биология өлкәһендә лә  белем кәрәк. 

Был һөнәрҙә уңышлы эшләр өсөн архитектура, дизайн, баҡсасылыҡ һәм парк төҙөлөшө һөнәрҙәренә уҡырға кәрәк. Бөгөн...

25.05.2017

Полицейский тигәндә форма кейгән, ҡулына ҡорал тотҡан ағай күҙ алдына килеп баҫа. Ысынлап та, полицейскийҙар эштә махсус форма кейеп йөрөй. беҙ уоарҙы әллә ҡайҙан танып торабыҙ. Ә нимә эшләй һуң улар? Уларҙың төп бурысы йәмғиәттә тәртипте күҙәтә, ябай халыҡҡа ҡурҡыныс янамаһын өсөн төрлө эштәр башҡара, урамдарҙы ҡарай, халыҡ араһында төрлө аңлатыу эштәре алып бара. Полиция хеҙмәте хаҡында беҙгә Өфө ҡалаһының Эске эштәр идаралығы хеҙмәткәре Алһыу Сәлихова һөйләйәсәк.

18.05.2017

Исеменән үк күренеп тора - музейҙа эшләүсе кеше. Ә бына уларҙың ниндәй эш башҡарыуы хаҡында уйлағанығыҙ бармы, дуҫтар? Музей хеҙмәткәре музейҙағы һәр бер экспонатты өйрәнергә һәм белергә тейеш. Һәм уларҙың юғары белемле булыуы мотлаҡ. Улар араһында йыш ҡына тарих факультетын, гуманитар уҡыу йорттарын тамамлаған белгестәр осрай. Улар төрлө халыҡтарҙың тарихын яҡшы белергә, оригиналды күсермәнән айырырға ла тейеш. Бөгөн беҙгә үҙенең һөнәре хаҡында Фәрит Назар Вәхитов һөйләйәсәк. Ул Республикабыҙҙың Хәрби Дан музейы хеҙмәткәре.

11.05.2017

Массаж - француз һүҙе, ышҡыу, ыуыу тигәнде аңлата. Массаж оҫтаһы быуындарҙы ултыртмай, умыртҡа һөйәгенә теймәй, тик тәндең өҫкө ҡатламдары менән генә эшләй.Оҫтаның бер ҡағылыуы ла кешегә бик яҡшы йоғонто яһарға мөмкин. 

Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта массаж оҫтаһы Дим Дәүләтов.

04.05.2017

Тауыш режиссеры - фильмдарҙы, теле-радиотапшырыуҙарҙы тауыш буйынса биҙәүҙә яуаплы белгес.  Телевидение, радио, шоу бизнес өлкәһендә кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһе.Был һөнәрҙә ижади һәм техник эш берҙәй алып барыла. Күптәр тауыш режиссеры менән тауыш операторын бер үк һөнәр тип уйлай. Тауыш операторының төп эше - тауыш яҙҙырыу, ә тауыш режиссеры тауыштың сифаты өсөн генә түгел, ә драматургияһы өсөн дә яуаплы. Бөгөн беҙгә был һөнәр хаҡында "Юлдаш" радиоһының тауыш режиссеры Рәмилә Ҡужина һөйләй.

27.04.2017

Полиграф - алдашыуҙы билдәләүсе детектор була. Был ҡорамалды кешенең башына, тәненә беркетеп сығалар һәм төрлө һорауҙар бирәләр. Прибор кешенең йөрәк-ҡан активлығын, тын алышын, тиреһенең электрик ҡаршылығын иҫәпкә алып, бирелгән һорауҙарға яуаптарын компьютерға күсерә. Ана шул компьютер алдында төрлө һорауҙар биреп ултырған кеше полиграфолог була. Беҙ бөгөн ошо һөнәр эйәһе Рәшит Мәхәмәтйәновты тыңлайбыҙ.

20.04.2017

Стилист -  кешенең ҡиәфәтенә ҡарап образ һайлай. Мәҫәлән, был кешегә ниндәй төҫ килешәсәк, ниндәй прическа, уның кәмселектәрен нисек йәшерергә, яҡшы яҡтарын күрһәтергә һ.б. Ә имиджмейкер кешенең маҡсатын өйрәнә. Мәҫәлән, кеше етәксе булыу теләге менән яна икән, был маҡсатҡа ирешеү өсөн уға нисегерәк кейенергә, нимәгә иғтибар итергә кәрәклеген өйрәтә. Бөгөн беҙгә үҙ һөнәренең нескәлектәре хаҡында  Азалия Шәмсетдинова һөйләйәсәк.

13.04.2017

Социаль хеҙмәткәр - ул социаль яҡтан яҡланмаған кешеләргә тормош-көнкүрештә ярҙам итеүсе. Мораль яҡтан да,  хоҡуҡи ярҙам булыуы ла ихтимал. Кемдәр ул социаль яҡтан яҡлауға мохтаж кешеләр? Улар - пенсионерҙар, етем балалар, инвалидтар, күп балалы әсәләр, ҡарауһыҙ ҡалған ҡарттар. Бөгөн үҙ һөнәре хаҡында Өфө районының ололарға һәм инвалидтарға социаль ярҙам күрһәтеү бүлеге мөдире Фәнүзә апай Ғәбиҙуллина һөйләй.

06.04.2017

Косметолог - косметология өлкәһендә эшләүсе белгес-табип. Косметология - медицинаның бер өлөшө, дауалаусы косметика менән шөғөлләнә. Косметолог һөнәре бик борондан килгән һөнәр. Хатта батшабикәләр ҙә улар һүҙенә ҡолаҡ һалыр булған. Сөнки улар ғына йәш һәм матур булып ҡалыу серҙәрен белгән. Бөгөн беҙгә был һөнәрҙең бөтә нескәлектәре тураһында косметолог Гүзәл Ямалова һөйләй.

30.03.2017

Актер - кино һәм спектаклдәрҙә ролдәр башҡарыусы. Иң боронғо һөнәрҙәрҙең береһе. Сәнғәт төрө булараҡ Боронғо Грецияла тыуған һәм иң абруйлы һөнәр һаналған. Урта быуаттарҙа Европала актерҙар сығышын шайтан уйынына тиңләгәндәр. Рәсәйҙә лә актер булыу хәүефле булған, сөнки сиркәү шут һәм скороморохтарҙы эҙәрлекләгән. 

Ә бөгөн актер һөнәре бик популяр һәм бик күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра. Был һөнәрҙә уңыш ҡаҙаныу өсөн бик ныҡ тырышырға кәрәк. Бөгөн "Һөнәрмән фекере" рубрикаһында М.Кәрим ис. Милли йәштәр театры актеры Рәмзил Сәлмәновты тыңлайбыҙ.

 

23.03.2017

Таксисит һөнәре транспорт менән бәйле боронғо һөнәрҙәрҙең береһе. Күсерҙәр, извозчиктар хаҡында барыбыҙҙың да ишеткәне бар.Элек пассажирҙарҙы аттар егелгән кареталарҙа йөрөткәндәр. 19 быуатта улар Рәсәйҙә ҡала буйлап йөрөй торған берҙән-бер транспорт булған. Был һөнәр ҡасан барлыҡҡа килгән тигән һорауға яуапты тапшырыуҙы тыңлағас белерһегеҙ.

16.03.2017

Исеменән үк күренеп тора - музейҙа эшләүсе кеше. Ә бына уларҙың ниндәй эш башҡарыуы хаҡында уйлағанығыҙ бармы, дуҫтар? Музей хеҙмәткәре музейҙағы һәр бер экспонатты өйрәнергә һәм белергә тейеш. Һәм уларҙың юғары белемле булыуы мотлаҡ. Улар араһында йыш ҡына тарих факультетын, гуманитар уҡыу йорттарын тамамлаған белгестәр осрай. Улар төрлө халыҡтарҙың тарихын яҡшы белергә, оригиналды күсермәнән айырырға ла тейеш. Бөгөн беҙгә үҙенең һөнәре хаҡында Фәрит Назар Вәхитов һөйләйәсәк. Ул Республикабыҙҙың Хәрби Дан музейы хеҙмәткәре.

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә -1..1°C
иртән -1..-3°C
көндөҙ 2..4°C
кис 1..3°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.