Беҙҙең проекттар

18.05.2017

Рәсәй үҙенең иҫәпләшеү системаһын яйға һала. Әлегә тиклем беҙ "Мастер кард", "Виза"лар менән ҡулланабыҙ. Хәҙер Рәсәйҙең үҙенеке - "Мир" тигән пластик карта менән ҡулланасаҡбыҙ. Рәсәйҙә “Мир”ға башта тулыһынса бюджет ойошмалары хеҙмәткәрҙәре күсә. Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙән тыш, стипендия, пенсиялар ҙа Мир аша башҡарыла. Быйылдан пенсия ала башлаусыларға “Мир” карталары бирелә. Башҡа түләү системалары менән ҡулланған пенсионерҙар иһә...

04.05.2017

Ағиҙелдә боҙ китеп өлгөрмәй, Өфө урамдары ауыр рюкзак йөкмәгән инәйҙәр менән тула - баҡсасылар байкерҙарҙан ҡалышмай, үҙ миҙгелдәрен асып ебәрә. Баҡсасы булыуҙың уңай яҡтары күп инде. Пенсионерҙар өсөн. Йәй буйы саф һауала, тәбиғәт ҡосағында. Икенсенән, физик эш, физик шөғөл – үҙе бер фитнес. Өсөнсөнән, түтәл менән мәшғүл булып, сир тураһында онотола - поликлиникаларҙа сират кәмеп ҡала, дүртенсенән, бишенсенән... Һәм иҡтисади отошто ла иғтибар...

27.04.2017

Кооперация хәрәкәте актуалгә әйләнде. Сәбәптәре байтаҡ. Мәҫәлән, барыһы ла үҙенә яуаплылыҡ алып, бизнесҡа барырға теләмәй. Яуаплылыҡ - бер. Икененән, администартив кәртәләрҙе, һалым ауырлыҡтарын яңғыҙ үтеүе ауыр. Бер йүнәлештә эшләгән ваҡ хужалыҡтар берләшә, туплана ала. Мәҫәлән, умартасылар, малсылар, һөт етештереүселәр, йорт төҙөүселәр һәм башҡалар. Бер-береңә ышаныу, хөкүмәт ярҙамы - кооперацияның төп нигеҙе.

13.04.2017

Һәр ауылда, айырыуса район үҙәге йәки ҡалаға яҡыныраҡ урындарҙа кешеләр үҙенән артҡанды һатып аҡса эшләй ала. Эш юҡ, мал аҫырауы ҡиммәт һәм ауыр, ауылды ҡарамайҙар,тип зарланыусылар ғына күпселектә түгел. Эйе, заманалар ул тиклем рәхәттән түгел. Шул уҡ ҡош-ҡорт еменә иген бөтә урында ла юҡ. Бесән саптырыу, ташытыу ҙа арыу ғына суммаға барып баҫа. Шулай ҙа яйын тапҡан йүнселдәр сығымдарын түгел, килемдәрен һанай.

06.04.2017

Матурлыҡ, тышҡы ҡиәфәт тураһында мәҡәл-әйтемдәр күп халҡыбыҙҙа. Мәҫәлән “Ағас күрке- япраҡ, әҙәм күрке – сепрәк” һәм башҡалар. Икенсе өлөшөн, аҡылға ҡағылышлыһын төшөрөп ҡалдырғанда, кешене лә бит кейеменә ҡарап ҡаршылайҙар. Өфөлә үҙ ательеһын булдырған Сайма Хәсәнова, милли үҙенсәлектәрҙе заманса кейемдәрҙә файҙалана. Игеҙәк ҡыҙҙар Әлфиә менән Гөлфиә Хамматовалар Өфөлә сервис академияһын тамамлаған. Улар ҙа милли костюм һыҙаттарын алып, зам...

31.03.2017

Советтар Союзы заманында илдең һәр төбәгендә тиерлек йылытмаларҙа сәскә үҫтереүсе хужалыҡтар эшләп килде. Әммә 90-сы йылдарҙа Көнбайыштан килеп тулған арзан сәскәләр был тармаҡты ауыр хәлгә ҡуйҙы. Шунлыҡтан күп хужалыҡтар ябылды, йәки үҙ профилен үҙгәртергә мәжбүр булды. Бындай ҡыйынлыҡтар “Башҡортостан сәскәләре” совхозын да урап үтмәне. Төрлө саҡтар булды, шуға ҡарамаҫтан хәҙер инде хужалыҡ иҡдисади ҡғыйынлыҡтарҙы лайыҡлы йырып сыҡты, тип...

23.03.2017

Ил етәкселеге лә, төбәк властәре лә иҡтисади үҫеш өсөн бизнесҡа, уның ваҡ формаларына кәртәләрҙән арынырға кәрәк тип даими ҡабатлай. Үҙ эшен асыусыларға ҡаршылыҡтар фирмаға теркәлеү үтеүҙән башлана. Һәр хәлдә бер нисә йыл элек шулай ине. Хәҙер күсемһеҙ милекте теркәү ҡануниәттәре даими камиллаша бара. Хәйер ул урта йәки кесе эшҡыуарлыҡҡа ғына түгел, һәр ябай кеше өсөн дә уңайлыҡтар тыуҙыра. Әйтәйек, 2017 йыл башынан 218 һан аҫтында федераль ҡа...

20.03.2017

Мәғариф системаһы йәнә бер реформа башында тора. "Аутсорсинг" тигән инглиз термины менән килеп инде ул. Мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында профилле булмаған йүнәлештәр - туҡланыу, йыйыштырыу, һаҡлау, автобуста ташыу килешеү нигеҙендә, махсуслашҡан компанияға тапшырыла. Аутсорсинг беҙҙең телгә “сит сығанаҡтар менән файҙаланыу” тип тәржемәләнә. Маҡсаты ниҙә: Мәктәп йәки балалар баҡсаһы мөдире административ эштәрҙән бушай, тәрбиә, уҡытыуға күберәк...

09.03.2017

Йылдың иң ҙур иҡтисади ваҡиғаларының береһе - Сочи форумы үтте. Унда Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәренән, сит илдәрҙән 4 мең кеше ҡатнашты, сәйәси элита һәм бизнес вәкилдәре бергәләшеп эшләү тураһында килешеүҙәр төҙөнө, инвесторҙар заказсылар менән танышты. Башҡортостан да байтаҡ килешеүҙәр менән әйләнеп ҡайтты унан. Дөйөм сумма 80 миллиард һумға тиң. Башҡортостанда кесе бизнестың өлөшөн арттырыу мәсьәләһе йылдар дауамында көнүҙәк булып ҡала. Әлегә т...

06.03.2017

Ауыл ерендә үҙ эшен булдырыусы тигәндә, ғәҙәттә күҙ алдына фермер, һыйыр, һарыҡ, йылҡы, ҡош-ҡорт аҫыраусы, арта китһә кибет асыусы йәки ризыҡ эшкәртеүселәр баҫа. Баҡтиһәң, башҡа юҫыҡҡа ла мөмкинлек бар икән - идеяң ғына булһын. Мәҫәлән, Азат Вилданов Белорет районы Сермән ауылында спорт тренажерҙары сығара.3 йылда 7 миллин һумдан 60 миллионғаса етә алған, быйыл 100 миллион һумлыҡ сигенә сығыу планы ҡуя ул.

16.02.2017

Рәсәйҙә ҡалдыҡтарҙы сығарыу өсөн яуаплы Төбәк операторы 2019 йылдан эш башлауы көтөлә. Ил хөкүмәтенең ошондай күрһәтмәһе бар. Башта ул 2017 йылдан эшкә тотонор тип көтөлгәйне. Әммә илдең барлыҡ субьекттары ла быға әҙер булмай сыҡты. Тәү сиратта ҡалдыҡтар менән эшләү буыйынса схема талап ителә. Башҡортостан, мәҫәлән, шартлы рәүештә 4 зонаға бүленә, һәр зонаның суперзаманса комплексы буласаҡ. Бизнес вәкиле полигонға килһә, ике ҡуянды бер юлы аул...

09.02.2017

Бүздәк районында урындағы ҡаҙнаның сирек өлөшөн кесе бизнес тулыландыра. Район властары “хәлдән килгәнсә ярҙам итергә тырышабыҙ, беҙҙә әлегә бер ойошма ла банкротлыҡҡа эләкмәне”, - тине. Район хәлен яҡшыртыусылар араһында фермер Илдар Хазиев та бар. Хужалыҡ Башҡортостанда, ә бәлки Рәсәйҙә йәше буйынса иң ололарҙан иҫәпләнә - коллектив хужалыҡтар дәүере бөтөр-бөтмәҫтән барлыҡҡа килә ул. Әле уның 100 баш малы бар. Шуның 50-һе һауым һыйыр, башҡал...

02.02.2017

2016 йылдың көҙөндә 3 миллион тоннанан ашыуыраҡ ашлыҡ йыйып алдыҡ. Маҡтаныуҙы артҡа ҡалдырып торғанда, 30-40 йыл элек 4 миллион тоннаға еткән булған. 3 миллион тонна ла насар түгел, республиканың үҙ ихтыяждарын ҡаплағандан һуң, импортҡа ла байтаҡ ҡала. Башҡортостанда үҫтерелгән игенде эшкәртеү, ситкә һатыуҙа килеп тыуған мәсьәләләр Рәсәй Иген берлеге вәкилдәренең республикаға сәфәре барышында ентекле тикшерелде. Ул ғына ла түгел, Республика ме...

26.01.2017

Европа асфальттан баш тартып, юлдарҙы пластмассанан түшәй башларға йыйына. Асфальт менән сағыштырғанда арзаныраҡ, түшәү ҙә тиҙерәк. Сифат һәм экология йәһәтенән байтаҡҡа яҡшыраҡ, тип иҫәпләй яңылыҡты уйлап табыусылар. Пластик утилләштерелгән сүп-сарҙан алынасаҡ. Ғалимдарҙың иҫәпләп сығарыуынса, пластик юлдар 80 градус эҫе йәки һалҡынға сыҙамлы буласаҡ. Ә беҙҙә әлегә балалар майҙансығына түшәрҙәй йомшаҡ пластик плиткалар сығарыусылар ҙа барма...

19.01.2017

Вьетнам менән хеҙмәттәшлек. Иҡтисадҡа күберәк ҡағыламы ул, әллә сәйәсәткәме? Аналитиктар донъя дәүләттәре Европа һәм Америка йоғонтоһонан арына бара, геосәйәси үҙәк шәреҡҡә күсә, тип иҫәпләй

22.12.2016

2014-15 йылдарҙа ил етәкселегенең билдәрҙе ҡыҫыбыраҡ быуырға саҡырыуын халыҡ аңлап ҡабул итте, билдәрҙе быуыбыраҡ, шөкөр, йәшәп, дөрөҫөрәге, көн күреп киләбеҙ. 2016 йылдың осона сыға барғанда, "2017-селә ҡайыштарҙы әҙерәк бушатырғамы, әллә һаман да ҡыҫыбыраҡ көн күрергә тура килерме?", - тигән һорау борсой күптәрҙе. Әтәс йылын тары бутҡаһы менән генә уҙғарғыһы килмәй бит бер кемдең дә. Ҡара-ҡыҙыл ыуылдырыҡ булмаһа ла, татлыраҡ-яҡшыраҡ ризыҡтар...

24.11.2016

8 мең ҡаҙ, 2 мең ярым мускус өйрәк, 120 мең бәпкәлек инкубатор, 1 мең гектарҙан ашыу һөрөнтө ер. Благовар районынан Илфат Әхмәтшиндың крәҫтиән-фермер хужалығының һандары был. Уның бәпкәләрен Ҡаҙағстандан да килеп алалалар. “Ҡаҙ тәрбиәләү – эт һуғарыу түгел”,- ти фермер. Быныһы - Римде ҡотҡарған ҡаҙҙар һәм дошмандар яҡынлашыуын һиҙмәгән эттәргә төрттөрөү инде.

17.11.2016

Ҡаҙаҡтар, башҡорттар, башҡа төркиҙәр туйҙарын ресторандарҙа уҙғарған көндәрҙә, Британия, Уэльс, Канада, башҡа дәүләттәрҙә никахлашыу тантаналарын күсмә халыҡтарҙың традицион ҡоролмалары- тирмәләрҙә билдәләйҙәр. Ошондай йола башланған көнбайышта һәм океан аръяғында. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың алмаштырғыһыҙ торлағы яңырыу осоро кисерә. Миәкә районынан Ғәлинур Зарипов 8 йыл элек тирмәләр яһай башлаған. Ставрополье, Үҙәк Рәсәй, хатта Украина кешелә...

10.11.2016

Башҡортостан кешеләре хажға башҡа төбәктәр аша барырға мәжбүр. Беҙҙең республикала әлегә үҙебеҙҙең хаж операторы юҡ. Шуға Башҡортостанда хаж комитеты булдырырға планлаштыралар. Сөнки хажиҙарҙың нисек йөрөүҙәренә контроль дә юҡ тиерлек, хажды ойоштороусыларҙың яуаплылығына бәйле һорауҙар ҙа бар. Беҙҙән йылына 350-ләп мосолман Мәккә-Мәҙинәгә сәфәр ҡыла. Хаж- дини ғәмәл генә түгел, туристик бизнес та.

03.11.2016

Көнбайыштан санкция, уға яуап итеп Рәсәй эмбаргоһы ҡабул ителгәнгә тиклем, халыҡ араһында сыр тип күп һөйләүсе юҡ ине. Барыһы ла көн-төн моцарелла ашағанмы ни, “тыйылған емеш татлы”, тигәндәй, 2014 йылдан һуң һәммәһенең дә сыр яратыуы һиҙелә башланы. Хәҙер республикала был эш йәнә киңерәк масштабтарға сыға. Башҡорт дәүләт агар университеты хатта тарихта тәүге тапҡыр махсус курс ойоштороп, сыр етештереүселәрҙе әҙерләп сығарҙы. Беҙҙә Швейцария,...

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 6..8°C
иртән 6..8°C
көндөҙ 10..12°C
кис 8..10°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.