Беҙҙең проекттар

22.12.2017

Республикала тәбиғәт парктары йәнә берәүгә арта. Яңыһы Ғафури биләмәләрендә була, ғафуриҙарҙың ғорурлығы булған йылғалары - Еҙем исемен йөрөтәсәк. Киндерле, ҡайһы берәүҙәр уны Еңеү мәмерйәһе тип белә, республикала иң ҙурҙарҙан. Әммә әлеге ваҡытта ташландыҡ хәлдә, туристарҙың уның менән һоҡланыуы нәтижәһе. Киндерленән тыш та, йөҙәрләгән мәмерйә бар Еҙем буйында. Йылға, уның ярҙары таҙалығы ла етди хәүеф аҫтында, шуға тәбиғи парк ойошторорға ҡар...

14.12.2017

2018 йылда бюджет параметрҙары шулайыраҡ: дөйөм килемдәр – 153,4, сығымдар 162,4 миллиард һум. Федераль ҡаҙна иһә түбәндәгесә: 2018 йылға килемдәр 15 триллион 180 миллард, сығымдар 16 триллион ярым. Рәсәйҙә ҡаҙна дефициты 1 триллион 270 миллард һум. Барыһы ла иҫәпләнгән, хөкүмәт социаль йөкләмәләренән баш тартмай. Хатта демография, башҡа йүнәлештәр өсөн артыҡ аҡса ла вәғәҙәләйҙәр. Ә аталған дефицитты һалым һәм акциздарҙы арттырып та ҡапларға б...

11.12.2017

Илдең социаль-иҡтисади мөмкинлектәрен йәки ҡеүәтен тикшергәндә барометрҙар байтаҡ. Шуларҙың береһе- төҙөлөш. Һәр төҙөлөш материал талап итә. Кирбес йәки ҡаҙаҡтан башлап, ҡыйыҡ япмаһына тиклем. Һорау булған урында тәҡдим бар. Был – баҙар ҡануны. Ауырғазы районы Үтәймулла ауылынан Хәбир Ильясов та ошо тәғлимәткә таянып яңы эш асҡан - арболит кирбес етештерә. Бындай материалды цементҡа ағас сыралар ҡушып яһайҙар. Арболит блоктар еңел килеп сыға...

30.11.2017

Төбәгебеҙҙең иҡтисади мөмкинлектәрен күрһәтеү өсөн һүҙ эҙләгәндә,  "Байлыҡ – аяҡ аҫтында", тибеҙ. Йәнә бер матур әйтем йәшәп килә - "Дарыу аяҡ аҫтында". Уларҙың икеһен бергә ҡушырға ла мөмкин. Ишембайҙағы кеүек. Маҡар урман хужалығы үлән йыйыу эшен яйға һалған. Бында шифалы боланут (иван-чай) сәйе етештерәләр. Рәсәйҙә үлән киптереү, унан сәй эшләү яңылыҡ түгел, борондан традиция. Бер быуат элек Европаны үлән сәйе менән беҙҙең ил тәьмин иткән....

24.11.2017

Урындағы инфраструктураны яйға һалыу, ремонт, яҡтыртыу, йылытыу, таҙартыу һәм башҡалар хәҙер махсус проект ярҙамында хәл ителә. Берҙәм Рәсәй партияһының “Реаль эштәр” проекты тип атала ул. Төп асылы- граждандарҙың әүҙемлегенә гранттар менән ярҙам итеү, халыҡтың власть менән тура диалогына өлгәшеү. Һайлаусыларҙың республика парламенты депутаттарына наказын үтәү маҡсатында 2015 йылдан ғәмәлгә ашырыла ул. Бәләкәй ауылға ҙур инвестор килтереүе ҡа...

16.11.2017

Донъяның күпселек дәүләттәре алдында етди һынау- урбанистика мәсьәләһе тора. Халыҡ яҡшы тормош эҙләп ҡалаға тартыла. Мегаполистар үҫә, ауылдар бушай бара, дисбаланс тыуа. Ана шуның өсөн хәҙер ауылдарҙың социаль-иҡтисади хәлдәрен яҡшыртыу буйынса төрлө саралар уйлап табыу, ғәмәлгә ашырыуға тырышып ятҡан көндәре. Властың да, бизнестың да, шул уҡ ауыл халҡының үҙенең дә. "Берҙәм Рәсәй" партияһы проекттарының береһе “Ауыл мәҙәниәт йорто” тип атала...

09.11.2017

Күмер етештереү, йәғни яндырыу - иң боронғо кәсептәрҙең береһе. Тимерселәр файҙаланған уның менән. Рәсәйҙә ағас күмеренең тыуған төйәге тип беҙҙең Уралыбыҙҙы атайҙар. Сөнки Демидовтың тимер заводтары өсөн тап ошонда яндырғандар уны, шул иҫәптән беҙҙең ата- олатайҙарыбыҙ ҙа. Учалы эшҡыуары Азат Йәғәфәров та ошо кәсепте табышлы бизнес итә алған. Урманды яндырып ҡына ҡалмай, ҡырҡылған ағастары урынына ултыртып та бара.

02.11.2017

Күсемһеҙ милек, мөлкәт, ер, башҡалар - һәммәһе лә ҡулланылышта, йәғни, табыш килтерә, финанс мөнәсәбәттәрҙә тора, иҡтисадтың төрлө тармаҡтары. Уларҙы хосусилаштырыу, алыу-һатыу, мираҫҡа ҡалдырыу һәм башҡа операциялар өсөн башта мөлкәттең теркәлеүе мөһим. Сөнки һәр сутый ер иҫәпле. Теркәлмәгән ерҙән һалым килмәй.

26.10.2017

Советтар союзы осоронда һәр мәктәптең үҙ баҡсаһы булды. Хатта һыйыр аҫраған мәктәптәр бар ине. Һуңынан балалар көсөн ҡулланыу ҡанунға һыймай тигән демагогик фекер нығынды. Уның бер ниндәй ҙә эксплуатация түгеллеге аңлашыла, хеҙмәт аша тәрбиәне бер кем дә инҡар итмәй. Икенсенән, ошо эштән файҙа килә. Уҡыусыға ла, ата-әсәгә лә, мәктәпкә лә. Иҡтисади ҡатмарлы шарттарҙа көн итмеш даирәбеҙҙә уныһы ла мөһим фактор.

19.10.2017

Рәсәй агросәнәғәт комплексындағы эштәргә йыл һайын октябрь баштарында йомғаҡ яһап алына. Ил төбәктәренән етештереүсе, эшкәртеүсе предприятиелар Мәскәүгә йыйыла, ҡаҙаныштарын бер-береһенә, түрәләргә күрһәтә, башҡаларҙың тәжрибәһен ҡарап, күреп, үҙендә ҡулланып ҡарарға ниәт тотоп ҡайта. Башҡортостан унда йыл һайын ҡатнаша. Быйылғыһында алтын, көмөш, бронза - 313 миҙал, шулай уҡ күргәҙмәнең Гран-приһын алып ҡайтты республика аграрийҙары.

12.10.2017

2021 йылда "Апимондия" беҙҙә үтә, төрлө ҡитғаларҙан умартасылар килә республикаға. Конгресс республиканың иҡтисади үҫешенә лә ҙур йоғонто яһаясаҡ", - ти белгестәр. 10 мең самаһы кеше килеүе көтөлә.

05.10.2017

2015 йылда ШОС-БРИКС ойошмалары саммиттары икеһе бер юлы беҙҙә үткәйне. Ә ошо иҡтисади киңлектәрҙән кесе бизнес вәкилдәре Өфөлә шул йылдың көҙөндә - беренсе, былтыр - икенсе һәм быйыл өсөнсөгә йыйылды. Төбәк менән төбәк форматындағы форумда Рәсәйҙең ике тиҫтәләп төбәге, Ҡаҙағстан, Һиндостан, Үзбәкстан, Ҡытай, Бразилия, Көньяҡ Африка провинциялары вәкилдәре ҡатнашты.

28.09.2017

Республикала инде байтаҡ ваҡыт кооперация мәсьәләләре тикшерелә. Шәхси хужалыҡтарға үҙҙәре етештергән-үҫтергәнде һатыуҙа берләшеү, сеймалдан кибеткә барып етерлек әҙер продукция сығарыу - кооперацияның төп маҡсат һәм бурыстары. Күмәк хужалыҡ тип 1 быуат элек тә баш ватҡандар. Крәҫтиәнде артелгә, колхозға берләштереү ысын көрәш булған. 70 йыл шулай коллективта йәшәгәс, бер көн килеп, союз, уның артынса колхоз юҡҡа сыҡты. Хәлле крәҫтиән - фермер...

21.09.2017

Благовар районынан Илфат Әхмәтшиндың крәҫтиән-фермер хужалығында 8 мең ҡаҙ, 2 мең ярым мускус өйрәк үҫтерелә, 120 мең бәпкәлек инкубатор, 1 мең гектарҙан ашыу һөрөнтө ере бар хужаның. Уның бәпкәләрен Ҡаҙағстандан да килеп алалалар.

14.09.2017

Беҙҙең халыҡта йылҡы борон-борондан хужалыҡта иң ҙур ярҙамсы булған. Ярҙамсы ғына түгел, ир-егеттең тоғро дуҫы, яуҙашы, тыныс тормошта иһә туйындырыусыһы ла. Легенда- риүәйәттәребеҙгә күҙ ташлаһаҡ, унда ла Йылҡысыҡҡан күл, Арғымаҡ, Толпар, Аҡбуҙаттарға тап булабыҙ. Ана шул быуаттар дауамындағы дуҫлыҡ, хеҙмәттәшлек, бер-береңде ҡурсалауҙың логик дауамы - Өфөлә Ат байрамы ойошторолдо. Төрлө мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, Рәсәйҙә йылҡылар һаны 1 мил...

07.09.2017

Республикабыҙҙа сәләмәт тормошто, экологик таҙа ризыҡты пропагандалау йүнәлешендә күп эштәр башҡарыла."Һөт иле" фестивале лә инде матур бер йолаға әүерелде. Быйыл ул етенсе тапҡыр уҙғарылды. Фестивалдә республиканың һөт эшкәртеүсе 25 эре предприятиеһы, 14 фермер хужалығы ҡатнашты. Сара үткән Салауат Юлаев һәйкәле янына килгән һәр кемде байрам майҙанына 1 стакан һөт эсереп үткәрҙеләр. Байрамға 52 мең кеше килде, улар 10 мең тонна һөт эскән. "Һө...

11.06.2017

Йәйҙең тәүге айының тәүге декадаһы тамам. Тик көндәр генә йәйгесә түгел. Хатта һаман да картуф ултыртмаусылар бар. Тегендә-бында ҡар, боҙ-борсаҡ яуып китә. Социаль сәхифәләрҙә йәшел төҫтәге ҡыш тураһында мәрәкәләр тулған. Хәйер, ундай ғына июндәрҙе күргән бар. Синоптиктар, ана, июлдә эҫе, ҡоро буласаҡ тип фаразлай. Синоптик тигәндән, был аҙнала Республика хөкүмәте менән Рәсәй Гидрометерология һәм тирә яҡ-мөхитте мониторингылау хеҙмәте араһында...

08.06.2017

Республика тауарҙары Рәсәй һәм Халыҡ-ара кимәлдә насарҙарҙан түгел. Сифат, хәүефһеҙлек, экологик таҙалыҡ һәм башҡа яҡтарҙан алдынғылар исемлегендә. Тик бер мәл -  нишләп беҙ донъя баҙарын яулап алмайбыҙ, һаман да үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ҡайнайбыҙ? Санкция- эмбарго тәртиптәре лә ошоға ҡулай. Тик асылда...хатта кибет кәштәләрендә туҡмас-торттар, майонез һәм башҡалар күрше төбәктәрҙән килтерелә. 2 меңенсе йылдар башынан "Иң яҡшы 100 тауар" конкурсы уҙғары...

01.06.2017

"Әгәр урта йәки кесе бизнес алдында 10 мәсьәлә тороп, уларҙың туғыҙын хәл иткәндә, унынсыһы барыбер үҫеш өсөн кәртә буласаҡ. Шуға күрә мәсьәләләрҙе системалы хәл итә барырға кәрәк".(эшҡыуар ауыҙынан). Төрлө сығанаҡтарҙан күренеүенсә, Рәсәй буйынса 4 миллион ярым хужалыҡ итеүсе субъект бар. Республикала уларҙың һаны 136 мең самаһы. 2-3 йыл элек был һан 147 мең тирәһе ине. Властарҙан ярҙам булмаған хәлдә, иң мөһиме- ҡамасауламаһындар. Икенсенән,...

25.05.2017

Башҡортостанда нефть химияһы өлкәһендәге өҫтөнлөклө проекттарға 200 миллиард һум һалынасаҡ. Өфөлә үткән газ һәм нефть сәнәғәтселәре форумында шулай тип белдерелде. Рәсәй нефть сәнәғәтенең 3 проценты өлөшө - беҙҙең республиканыҡы. Нефть эшкәртеүҙә иһә был һан 9 процентҡа етә. Рәсәй бензинының - 12, дизель яғыулығының 14 проценты ла Башҡортостандыҡы булыуын да иҫәптән сығарырға ярамай. Йәғни, беҙ- нефть продукцияһы буйынса илдең терәк төбәге ста...

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

көндөҙ -5..-7°C
кис -8..-10°C
төндә -8..-10°C
иртән -8..-10°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.