Беҙҙең проекттар

15.09.2016

Федераль властар ҡалаларҙа халыҡ өсөн арзанлы сауҙа нөктәләрен, йәрминкәләрҙе күбәйтергә тәҡдим итә. Ә беҙҙә ул электән бар һәм уңышлы ғәмәлгә ашырыла. Мәҫәлән, былтыр 500 йәрминкә уҙғарылды, тип хәбәр иттелә Өфө хакимиәтенән. Республиканың барлыҡ райондары тиерлек ҡатнашты уларҙа.
Әммә мәсьәләнең йәнә бер яғына иғтибар итмәй сара юҡ. Беҙҙә әлегә логистика, ризыҡты матур ҡаптарға тултырып сығарыу яйға һалынмай ҡала. Барыһын да көҙҙән туплап ҡалыу 20 быуат күренеше тип тә баһаларға мөмкин бит әле. Бәғзеләр көҙҙән тоҡлап түгел, ә ҡышын- яҙын да кибеттән килограмлап ҡына алыуҙы хуп күрә. Тимәк, кибеттәрҙә үҙебеҙҙең ризыҡтарҙың күләмен дә арттырыу, төрлөгөн дә киңәйтеү бурысы тора дәүләт алдында.

08.09.2016

Башҡортостанды ситтә танытып белеү, туристарҙы үҙебеҙгә йәлеп итеү, фәҡәт беҙҙеке иҫәпләнгән ризыҡтарҙы, уйын ҡоралдарын һаҡлап ҡалыу... Бренд термины ошоларҙың барыһын да күҙ уңында тота. Башҡорт балы, ҡымыҙ, ҡурай, башҡорт атының беҙҙеке икәнлектәре рәсмиләштерелде. Айырым ауылдар ҙа үҙҙәрендә киң таралған ризыҡтарҙы брендлай башланы. Бөрөлә иһә бренд итеп алма алынған. Урындағы алманың даны 400 йыл элек үк ситтә билдәле булған, район гербында ла ҡыҙарып бешкән емештәр эленеп торған алмағас ботағы урынлашҡан. Быйыл Бөрө ҡалаһы үҙенсәлекле рейтинг- топ-50-гә инде. Нимә аңлата ул? Ял көндәрендә халыҡ ҡунаҡҡа йөрөргә яратҡан Рәсәйҙең 50 ҡалаһының береһе Бөрө икәнлеген аңлата ул. Рейтингтың 21 баҫҡысында тора Башҡортостандағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе. Шуныһын айырым билдәләргә кәрәк - рейтингты сәйәхәтселә...

01.09.2016

Башҡортостан умартасыларҙың 2021 йылдағы Халыҡ-ара конгресын уҙғарырға ниәтләй, ошо мәсьәлә буйынса ойоштороу комитеты төҙөлдө, заявка компанияһы башланды. Халыҡ-ара аренала беҙҙең республика “баллы төбәк” булараҡ таныла бара. Рәсәй буйынса 63 мең тонна бал алынһа, шуның 6 мең ярымы- Башҡортостандыҡы. Ә бына республиканың тәбиғәт мөмкинлектәренән сығып иҫәпләгәндә, 535 мең тонна йыя алабыҙ. 5-6 ил араһынан конкурста еңеп, үҙебеҙҙә уҙғарыу хоҡуғын алырбыҙмы?

10.06.2016

Йәйгелеген һәр кемдең ял иткеһе килә- отпускыһын майҙан сентябргә тиклем алырға тырыша. Кемдер республиканың гүзәл тәбиғәтенә хозурлана, йылға-күл буйҙарына сыға, тауҙарға артыла. Икенселәре ялды сәләмәтлектәре өсөн файҙаланып шифаханаларға юлламалар ала. Башҡортостан климаты тураһында “Беҙҙә 9 ай ғына ҡыш, ҡалғаны тулыһынса йәй” тигән шаяртыу бар. Ана шул йылдың ҡарһыҙ миҙгелендә һәр кемдең йылға етерлек сәләмәтлек запасы туплап ҡалғыһы килә. Ҡыҙынырға, нервыларҙы тынысландырырға. Баҡсала еләк йыйып, колорадо ҡуңыҙы сүпләп тә үткәрергә була ваҡытты. Әммә ял-ял урынында булырға ла тейештер.

02.06.2016

2 йыл элек Рәсәй Европа берлеге йөҙөндә мөһим иҡтисади партнерын юғалтты. Шул осорҙа беҙҙең ил шәреҡкә йөҙ бороу маҡсатын ҡуйҙы. Көньяҡ –көнсығыш дәүләттәр уҙған быуаттың 70-се йылдары башында бер төркөмгә- АСЕАН-ға берләште. Рәсәй-АСЕАН бәйләнешенең 20 йыллығына арналған ҙур саммит Сочи ҡалаһында үтте. 20-ләп эреле- ваҡлы дәүләттәр лидерҙары йыйылды унда. Байтаҡ контракттар төҙөлдө саммит барышында. 57 проект тураһында һүҙ бара. Мәҫәлән, Вьетнамда атом станцияһы төҙөү, Индонезияла нефть эшкәртеү заводы һалыу, доньялағы иң ҙур утрауҙарҙан иҫәпләнгән Калимантанда тимер юл һуҙыу.

26.05.2016

Газ һәм нефть сәнәғәте- Рәсәй иҡтисады нигеҙен тәшкил итеүсе төп тармаҡ. Сеймал ресурсынан баш тартыу сәйәсәте алып барған шарттарҙа ла, углеводород баҙары мөмкинлектәрен инҡар итеү мөмкин түгел. Шул уҡ ваҡытта нефть табыу һәм эшкәртеү, химия сәнәғәтендә импорт ҡулайлама-технологияларға алмаш проблемаһын хәл итеү шарт. Нефть һәм газ сәнәғәтселәре форумына Рәсәйҙең 35 төбәгенән һәм 12 сит мәмләкәттән 400 компания үҙ тауар өлгөләре, яңылыҡтары менән килде. Форумдың төп девизы- импортҡа алмашҡа өлгәшеү, үҙебеҙҙең нефть һәм газ сәнәғәтселәрен көнбайыш аналогтарынан кәм булмаған йыһаз-ҡорамалдар менән тәьмин итеү. Һуңғы йылдарҙа был йәһәттән байтаҡ яңылыҡтар бар. Уны ил етәкселеге лә даими ҡабатлай тора. Шулай уҡ көнбайыш парнтерҙарыбыҙҙың көнитмеше, яңылыҡтары менән танышыу ҙа ҡамасауламай. Шуға күрә форумды...

19.05.2016

Рәсәйҙә импортҡа алмаш темаһын байтаҡ һөйләйбеҙ. Санкция- эмбарголар сәйәсәте башлыса ауыл хужалығы тауарҙарына- ризыҡтарға ҡағылды тиергә кәрәктер. Унан тыш та халыҡ өсөн кәрәкле продукция аҙмы ни. Үҙебеҙҙә етештереп булғанды ситтән алмаһаҡ... Ошондай предприятиеларҙың береһе Октябрский ҡалаһында эшләй. “Альтернатива” заводында пластмасс әйберҙәр сығарыла. Һәм уңышлы ғына тип баһаларға кәрәк- Республика, Рәсәй кибеттәрендәге 70-80 процент пластмасс әйберҙәр тап ошо предприятие тауары. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында бер нисә егет эш асып ебәрә, банкалар өсөн пластик ҡапҡастар сығарыу эшен яйға һала. Ҡасандыр 5 кешенән генә башланған ойошмала, бөгөн 2 мең ярым кеше эшләй. Предприятие ассортименты ла күпкә байыған, бөгөн унда баҡса кәрәк-яраҡтары, һауыт-һабанан алып уйынсыҡтарға тиклем 3 мең ярымдан ашыу төр т...

12.05.2016

Башҡортостан йылҡысылыҡ буйынса Рәсәйҙә икенсе урында тора. Саха-Яҡут республикаһы беҙҙе уҙып киткән. Илдәге йылҡыларҙың 10 проценты- беҙҙә. Фермерлыҡҡа яңы тотоноусылар араһында ла ата-бабаларыбыҙ шөғөлө- йылҡы үрсетеүгә йөрьәт итеүселәр бар.Белорет районы Берештамаҡ ауылынан Вадим Ғиззәтуллин, мәҫәлән, башланғыс фермерҙарға ярҙам программаһын ҡулланып ошо эшен ойоштороп ебәргән. Бизнес-планға ярашлы алдағы 3 йылда һауын бейәләре һаны 30-ға етергә тейеш. Берештамаҡ йылҡысыһына тауарын ҡайҙа һатырға тип тә баш ватырға кәрәкмәй- эргәлә терәлеп тигәндәй Асы шифаханаһы урынлашҡан. Ҡымыҙына ла, ҡаҙыһына ла, итенә лә һорау буласаҡ. Хужалығын яйға һалып алғас, Вадим Ғиззәтуллин ошоларҙың барыһын да етештерегә ниәт итә.

05.05.2016

Оҙаҡламай Рәсәй спортсылары аш-һыуына башҡорт милли ризыҡ-эсемлектәре лә индереләсәк. Бейә һөтөн киптереп, биатлонсылар өсөн витамин сығарыу башланғысын Республика йылҡысылар ассоциацияһы тәҡдим иткәйне. Рәсәй биатлонсылар берлеге лә уны хупланы. Бейә һөтөнөң файҙалы булыуы яңылыҡ түгел, уны төрлө илдәрҙә ғалимдар күптән раҫлаған. Хәйер, бөйөк рус яҙыусылары Антон Чехов менән Лев Толстой 19 быуатта уҡ башҡорттарға килеп ҡымыҙ менән дауаланған.
Башҡортостан йылҡысылар асссоцияцияһы менән Рәсәй биатлонсылар берлеге араһындағы килешеү күп ҡырлы булырға оҡшай. Спортсыларҙы киптерелгән бейә һөтө менән витаминға байытыуҙан тыш, киләсәктә спортта яңы төр-һыбай биатлон барлыҡҡа килеүе лә ихтимал. Яҡтар ошо мәсьәләне лә тикшерә. Әйткәндәй, тарихи ваҡиға- Баймаҡта июнь аҙаҡтарында тәүге ошондай бәйге үтәсәк.

28.04.2016

Башҡортостанда эшҡыуарҙар башлыса аграр тармаҡ, һирәкләп төҙөлөш, етештереү, эшкәртеү сәнәғәттәрендә үҙ мөйөшөн таба. Күпселек ауылдарҙа кибеттәр асыуҙы яйға һалған. Араларында диңгеҙ-океандарҙан ситтә ятҡан Башҡортостан өсөн ятыраҡ булған шөғөлгә тотоноусылар ҙа бар. Мәҫәлән, Хәйретдиновтар ғаиләһе- Рәиф һәм Динара балыҡ ыҫлай. Уларҙың предприятиеһы көнөнә ярты тонна продукция – ыҫлаған, киптерелгән, тоҙланған балыҡ әҙерләй. Бында 25-ләп кеше эшле булған. Тимәк, улар хеҙмәт хаҡы ала, дәүләткә һалымын түләй, урындағы ҡаҙна ла тулылана.
Рәиф Хәйретдинов үҙ эшен асырға теләүселәргә кәңәштәрен дә еткерҙе. Беренсе кәңәш- теләк, икенсеһе- ниәт, өсөнсөһө- егәрле булыу. Бизнес- ул юғарыла ултырып күрһәтмә биреү түгел.

21.04.2016

Илдә ҡасандыр иң ҡеүәтле булған ойошма- Ҡулланыусылар берлеге заман талаптарына эйәрә алманы. Башҡортостанда ҡулланыусылар кооперацияһының ни бары 983 магазины ҡалған. Һәр өсөнсө ауылда элек халыҡ әйткәнсә “хөкүмәт магазины” юҡ- урындағы кешеләрҙе кәрәк-яраҡ менән шәхси коммерция вәкилдәре тәьмин итә. Ҡулланыусылар берлеге ауыл кибеттәре үҙҙәрен аҡламай, уларҙан файҙа юҡ тип иҫәпләй. Шул уҡ совет заманында ауыл магазиндары аша халыҡтан үҙенән артып ҡалғанын йыйыу яҡшы ойошторолдо һәм етди генә табыш сығанағы ине. Нишләп ошондай эште яйға һалмаҫҡа. Һәр ауылда халыҡтан йыйып алыуҙы ойоштороу- мәсьәләнең бер сиселешен ошонда күрә белгестәр. Көҙгөлөгөн картуф, башҡа йәшелсә, ит, яҙҙан башлап һөт йыйыу- ошо эштәрҙе "бөтәбеҙ" тип зарланған ҡулланыусылар берлеге үҙ иңенә алһа, уға ла, кешеләргә лә файҙа булыр ине. Берлек и...

18.04.2016

Ауыл тормошона шәхси хужалыҡтар тос өлөш индерә. Дөрөҫөн әйткәндә, тап ошо - үҙ ихатаһына таянып йәшәй ҙә инде ауыл кешеһе. Һуңғы ваҡытта шәхси хужалыҡ нигеҙендә кесе эшҡыуарлыҡ, йәки фермер хужалыҡтарын асыусылар һаны арта. Сөнки ни тиһәң дә был осраҡта кеше ҡулында аҡсаһы ла пәйҙә була, ғаиләһен ҡарауға ла мөмкинлектәр арта. Бер һүҙ менән әйткәндә – алтынды эҙләп кенә түгел, эшләп тә табырға мөмкин. Хәйбулла районының Оло Әбеш биләмәһенә ҡараған Бәләкәй Арҫланғол ауылында йәшәүсе Риф Суриндарҙың ғаиләһе үҙ хужалығын күптәр кеүек ғәҙәти - мал-тыуар, баҡса тәрбиәләп алып бара. 3 йыл элек 47 йәшлек ир кеше йылытма ҡороп ҡыяр үҫтетергә ҡарар итә. Бының өсөн ул фермер хужалығы ойоштора һәм эшҡыуарлыҡты башлау өсөн дәүләттән 200 мең һум субсидия ала.

08.04.2016

Халыҡ араһында, башлыса машиналы кешеләр араһында шундай уҫал шаяртыу бар- бындай юлдарҙан йөрөгән өсөн дәүләт транспорт һалымы йыйырға түгел, ә машина хужаларына үҙе аҡса түләргә тейеш. Шаяртыу түгел ул, юлдарҙың сифатһыҙлығына асыуҙарын шулай күрһәтә кешләр. Юл насар, әммә һәр машина өсөн транспорт һалымын йыялар. Ә ул юлдарҙы тәртиптә тотоу өсөн тәғәйенләнә һәм һәр төбәктең үҙ ҡаҙнаһында ҡала. 2015 йылда Башҡортостанда 3 миллиард һумға яҡын йыйылған ул. Быйыл айырым төбәктәр ошо төр һалымды бөтөрөү темаһын күтәрҙе. Ерлек бармы. Бар- мәҫәлән яғыулыҡҡа акциздар күтәрелде. Тимәк, автомобиль хужаларынан сығымдар былай ҙа арта. Башҡортостан транспорт һалымын бөтөрөүгә ҡаршы. Уны бөтөргән осраҡта төбәктәргә альтернатив йыйымдар тәҡдим ителмәй. Яғыулыҡ акцизынан табыш төбәк ҡаҙнаһына түгел бит. Беҙҙең республи...

31.03.2016

2015 йыл һөҙөмтәләре буйынса мигранттар республика ҡаҙнаһын 417 миллион һумға тулыландырған. Хеҙмәткә патент һәм эшкә рөхсәт ҡағыҙҙары ошондай табыш килтергән. Аванслата һалым ил граждандары түләгән НДФЛ терминына тура килә. Бер генә айырма- Рәсәй кешеһе табышына һалымды эш хаҡын йәки башҡа килемен алғандан һуң түләй. Мигрант алдан, ай башында түләп ҡуйырға тейеш. Бер йылға алдан түләп ҡуйыусылар ҙа бар. Закон ошондай авансҡа ла ҡаршы килмәй...

24.03.2016

2010 йылдағы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләренән күренеүенсә, Башҡортостанда 4 мең 537 ауыл теркәлгән. Республика халҡының 40 проценты ауылдарҙа йәшәй. Был- 1 миллион 610 меңдән ашыу кеше тигән һүҙ. Ауылда сауҙа эшмәкәрлеге алып барыу хаҡындағы закондар үтәлеше, халыҡтан сеймал һатып алыу, уны һаҡлау һәм әҙер продукцияға әйләндереп ҡулланыусыға еткереү кеүек көнүҙәк темалар Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа түңәрәк өҫтәлдә тикшерелде. Йүнсел егеттәргә аҡсалата булмаһа ла, һүҙ ярҙамы күрһәтергә мөмкин. Кемдер һөт йыйырға тотона ала, кемдер ит йәки тире эшкәртергә. Сауҙа обьекттарын социаль обьект тип ҡарарға кәрәк тиелде унда. Башҡортостанда ауыл хужалығы тауарҙарының яртыһы фермерҙар тарафынан һәм шәхси хужалыҡтарҙа етештерелә. Фермерҙар һаны-5 мең ярым, мал тотҡан һәм баҡса үҫтергән шәхси хужалыҡ...

17.03.2016

Башҡортостанда йыл һайын мартта ауыл хужалығы өлкәһендәге алдынғы техника- технологиялар презентацияһы уҙғарыла. Агрокомплекс күргәҙмәһе республиканыҡы иҫәпләнһә лә, Рәсәйҙең башҡа төбәктәре, сит илдәрҙән компаниялар, ғилми ойошмалар унда әүҙем ҡатнаша, үҙ яңылыҡтарын тәҡдим итә. Быйылғы сараға ла илдең 30 төбәге, шулай уҡ башҡа дәүләттәрҙән вәкилдәр килде.
Республика етәкселеге аграр тармаҡҡа етди өмөтәр бағлай- алдағы 5 йылда иң үҫешкән 5 аграр төбәк исемлегенә инеү бурысы ҡуйылған. Етештереүҙе арттырыу өсөн яңы технологиялар, мәҫәлән, ер эшкәрткәндә ноу-тил, стрип-тил кеүек алымдар ҡулланыу, һөтсөлөктә "500 ферма" программаһын дауам итеү, тоҡомсолоҡ һәм селекцияны яйға һалыу кәрәк. Агрокомплекс күргәҙмәһе барышында барлыҡ ошо йүнәлеш-технологиялар теоретик ҡына түгел, ғәмәли яҡтан...

10.03.2016

2016 йылдың 1 июленән 15 авгусҡа тиклем Рәсәйҙә ауыл хужалығы иҫәпкә алына. Кампания табыштарҙы билдәләп, уларға өҫтәмә һалым һалыу маҡсатында түгел, ә агросәнәғәттең, ауыл тормошоноң ысынбарлығын теүәл сағылдырған статистиканы яңыртыу өсөн уҙғарыла. Ауыл хужалығын иҫәпкә алыу тип аталһа ла, ҡалаларға ла ҡағыла был кампания. Ҡала халҡының да ерҙәре, баҡсалары бар. Килгән иҫәп алыусыға баҡса участкаһы йәки ауылда йорт хужаһы күпме сутый ере, малы, баҡсаһында нисә төп ағас-ҡыуағы булыуын телдән генә әйтеп бирә. Мөлкәтеңдең булыу- булмауын рәсми раҫлау талап ителәмәй, барыһы ла ирекле рәүештә.
Иҫәп алыу “Ауыл – тәртиптә, ил –ниғмәттә” тигән лозунг аҫтында үтәсәк.

03.03.2016

Республикала Рәсәй кимәлендәге Сәнәғәт форумы уҙғарылды. Унда машиналар эшләү һәм оборона-сәнәғәт комплексын хәҙерге шарттарҙа үҫтереү, импортты алыштырыу сәйәсәтен тормошҡа ашырыу мәсьәләре ҡаралды. Форум барышында “Сәнәғәт экспорты, станоктар һәм инструменттар. Иретеп йәбештереү”, “Һаҡлыҡ саралары. Хеҙмәт хәүефһеҙлеге” һәм “Өфөнөң инновация мөмкинлектәре” тип аталған күргәҙмәләр ҙә ойошторолдо. Уларҙа республиканан һәм илдең төрлө төбәктәренән 150-нән ашыу компания һәм предприятие ҡатнашты.

25.02.2016

Фермерҙарға үҫеш, нығыныу, баҙарҙың күп өлөшөн яулау өсөн кооперацияларға берләшеү темаһы инде нисә йылдар тикшерелә. Ә ул бик кәрәкле алым. Сөнки һәр фермер комбайн йәки мал аҙығы әҙерләү өсөн айырым техника ала алмай, улар бит ваҡ хужалыҡтар. Тимәк, кооперацияларға берләшеү отошло. Комбайнды йәки баҫыуҙарҙы химик эшкәртеүсе техниканы сиратлап файҙалана алалар. Бер көн береһенең баҫыуында, артабан икенсеһенә,өсөнсөһөнә күсеп эшләй ала. Кооперация –яңылыҡ түгел, донья тәжрибәһендә ул киң ҡулланыла. Яңы Рәсәйҙе ҡора башлаған йылдарҙа беҙҙә лә башҡарып була ине. Әммә дәүләт яғынан контроль юҡҡа сыҡҡан шарттарҙа мөһим обьекттар- элеватор, шәкәр заводы йәки башҡа ошондай эре эшкәртеү һәм етештереү ширҡәттәре хосусилаштырылды. Ә улар фермерҙарға бирелһә-башҡа юлдан китегә мөмкин булыр ине.

18.02.2016

Рәсәйҙең эксперттар төркөмө санкциялар һәм нефть арзанайыу арҡаһында 2014-17 йылдарҙағы юғалтыуҙарҙы иҫәпләп сығарҙы. 3 йылда был һан 600 миллиард долларға барып баҫа. Ошондай шарттарҙа ҡаҙнаны тулыландырыу өсөн төрлө алымдар тикшерелә. Бер алым- айырым төр продукцияға акциздарҙы күтәреү. Кабинетағы иҡтисади- финанс блок пальма майы, газлы һыу, киптерелгән картуф, (уны чипсы тип беләбеҙ) кеүек ризыҡтарҙы ҡиммәтләргә тәҡдим итә. Сөнки, халыҡ күпләп ҡулланған айырым төр ризыҡтар, мәҫәлән, алкоголь, тәмәкегә акциздар тәртибе яңылыҡ түгел, төрлө дәүләттәрҙә ҡаҙнаны тулыландырыу өсөн ҡулланыла ул.Ризыҡ төрҙәренә ҡарамаған автомобиль шиндары ла ҡиммәтләнә. Уға ла акциздар тәртибе ҡабул ителә. Шул уҡ ваҡытта машина тәгәрмәстәре етештереүселәр был аҙымды дөрөҫ түгел ти. Иҡтисади көрсөк шарттарында автом...

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

көндөҙ 5..7°C
кис 3..5°C
төндә -1..1°C
иртән 0..2°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.