Беҙҙең проекттар

24.03.2016

2010 йылдағы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләренән күренеүенсә, Башҡортостанда 4 мең 537 ауыл теркәлгән. Республика халҡының 40 проценты ауылдарҙа йәшәй. Был- 1 миллион 610 меңдән ашыу кеше тигән һүҙ. Ауылда сауҙа эшмәкәрлеге алып барыу хаҡындағы закондар үтәлеше, халыҡтан сеймал һатып алыу, уны һаҡлау һәм әҙер продукцияға әйләндереп ҡулланыусыға еткереү кеүек көнүҙәк темалар Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа түңәрәк өҫтәлдә тикшерелде. Йүнсел егеттәргә аҡсалата булмаһа ла, һүҙ ярҙамы күрһәтергә мөмкин. Кемдер һөт йыйырға тотона ала, кемдер ит йәки тире эшкәртергә. Сауҙа обьекттарын социаль обьект тип ҡарарға кәрәк тиелде унда. Башҡортостанда ауыл хужалығы тауарҙарының яртыһы фермерҙар тарафынан һәм шәхси хужалыҡтарҙа етештерелә. Фермерҙар һаны-5 мең ярым, мал тотҡан һәм баҡса үҫтергән шәхси хужалыҡ...

17.03.2016

Башҡортостанда йыл һайын мартта ауыл хужалығы өлкәһендәге алдынғы техника- технологиялар презентацияһы уҙғарыла. Агрокомплекс күргәҙмәһе республиканыҡы иҫәпләнһә лә, Рәсәйҙең башҡа төбәктәре, сит илдәрҙән компаниялар, ғилми ойошмалар унда әүҙем ҡатнаша, үҙ яңылыҡтарын тәҡдим итә. Быйылғы сараға ла илдең 30 төбәге, шулай уҡ башҡа дәүләттәрҙән вәкилдәр килде.
Республика етәкселеге аграр тармаҡҡа етди өмөтәр бағлай- алдағы 5 йылда иң үҫешкән 5 аграр төбәк исемлегенә инеү бурысы ҡуйылған. Етештереүҙе арттырыу өсөн яңы технологиялар, мәҫәлән, ер эшкәрткәндә ноу-тил, стрип-тил кеүек алымдар ҡулланыу, һөтсөлөктә "500 ферма" программаһын дауам итеү, тоҡомсолоҡ һәм селекцияны яйға һалыу кәрәк. Агрокомплекс күргәҙмәһе барышында барлыҡ ошо йүнәлеш-технологиялар теоретик ҡына түгел, ғәмәли яҡтан...

10.03.2016

2016 йылдың 1 июленән 15 авгусҡа тиклем Рәсәйҙә ауыл хужалығы иҫәпкә алына. Кампания табыштарҙы билдәләп, уларға өҫтәмә һалым һалыу маҡсатында түгел, ә агросәнәғәттең, ауыл тормошоноң ысынбарлығын теүәл сағылдырған статистиканы яңыртыу өсөн уҙғарыла. Ауыл хужалығын иҫәпкә алыу тип аталһа ла, ҡалаларға ла ҡағыла был кампания. Ҡала халҡының да ерҙәре, баҡсалары бар. Килгән иҫәп алыусыға баҡса участкаһы йәки ауылда йорт хужаһы күпме сутый ере, малы, баҡсаһында нисә төп ағас-ҡыуағы булыуын телдән генә әйтеп бирә. Мөлкәтеңдең булыу- булмауын рәсми раҫлау талап ителәмәй, барыһы ла ирекле рәүештә.
Иҫәп алыу “Ауыл – тәртиптә, ил –ниғмәттә” тигән лозунг аҫтында үтәсәк.

03.03.2016

Республикала Рәсәй кимәлендәге Сәнәғәт форумы уҙғарылды. Унда машиналар эшләү һәм оборона-сәнәғәт комплексын хәҙерге шарттарҙа үҫтереү, импортты алыштырыу сәйәсәтен тормошҡа ашырыу мәсьәләре ҡаралды. Форум барышында “Сәнәғәт экспорты, станоктар һәм инструменттар. Иретеп йәбештереү”, “Һаҡлыҡ саралары. Хеҙмәт хәүефһеҙлеге” һәм “Өфөнөң инновация мөмкинлектәре” тип аталған күргәҙмәләр ҙә ойошторолдо. Уларҙа республиканан һәм илдең төрлө төбәктәренән 150-нән ашыу компания һәм предприятие ҡатнашты.

25.02.2016

Фермерҙарға үҫеш, нығыныу, баҙарҙың күп өлөшөн яулау өсөн кооперацияларға берләшеү темаһы инде нисә йылдар тикшерелә. Ә ул бик кәрәкле алым. Сөнки һәр фермер комбайн йәки мал аҙығы әҙерләү өсөн айырым техника ала алмай, улар бит ваҡ хужалыҡтар. Тимәк, кооперацияларға берләшеү отошло. Комбайнды йәки баҫыуҙарҙы химик эшкәртеүсе техниканы сиратлап файҙалана алалар. Бер көн береһенең баҫыуында, артабан икенсеһенә,өсөнсөһөнә күсеп эшләй ала. Кооперация –яңылыҡ түгел, донья тәжрибәһендә ул киң ҡулланыла. Яңы Рәсәйҙе ҡора башлаған йылдарҙа беҙҙә лә башҡарып була ине. Әммә дәүләт яғынан контроль юҡҡа сыҡҡан шарттарҙа мөһим обьекттар- элеватор, шәкәр заводы йәки башҡа ошондай эре эшкәртеү һәм етештереү ширҡәттәре хосусилаштырылды. Ә улар фермерҙарға бирелһә-башҡа юлдан китегә мөмкин булыр ине.

18.02.2016

Рәсәйҙең эксперттар төркөмө санкциялар һәм нефть арзанайыу арҡаһында 2014-17 йылдарҙағы юғалтыуҙарҙы иҫәпләп сығарҙы. 3 йылда был һан 600 миллиард долларға барып баҫа. Ошондай шарттарҙа ҡаҙнаны тулыландырыу өсөн төрлө алымдар тикшерелә. Бер алым- айырым төр продукцияға акциздарҙы күтәреү. Кабинетағы иҡтисади- финанс блок пальма майы, газлы һыу, киптерелгән картуф, (уны чипсы тип беләбеҙ) кеүек ризыҡтарҙы ҡиммәтләргә тәҡдим итә. Сөнки, халыҡ күпләп ҡулланған айырым төр ризыҡтар, мәҫәлән, алкоголь, тәмәкегә акциздар тәртибе яңылыҡ түгел, төрлө дәүләттәрҙә ҡаҙнаны тулыландырыу өсөн ҡулланыла ул.Ризыҡ төрҙәренә ҡарамаған автомобиль шиндары ла ҡиммәтләнә. Уға ла акциздар тәртибе ҡабул ителә. Шул уҡ ваҡытта машина тәгәрмәстәре етештереүселәр был аҙымды дөрөҫ түгел ти. Иҡтисади көрсөк шарттарында автом...

11.02.2016

Һуңғы ваҡытта халыҡ-ара, ил һәм төбәктәр кимәлендә "хәләл" бренды аҫтында ризыҡ етештереү, хеҙмәттәр күрһәтеү, транспортта туҡландырыу, ял һәм сәфәрҙәр ойоштороу етди үҫешә башланы. Рәсәйҙә мосолман эшҡыуарлығын үҫтереү, хәләл төшөнсәһендә үҙ бизнесын асҡандарға ярҙам маҡсатында Рәсәй мосолман эшҡыуарҙар ассоциацияһы булдырылды, уға етәксе итеп билдәле гимнастка, донья һәм Олимпия уйындары чемпионкаһы Алина Кабаеваның атаһы, элекке футболсы һәм тренер Марат Кабаев тәғәйенләнде. Былтыр ассоциацияның Өфө ҡалаһында ла йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе асылды.Унда а йәш эшҡыуарҙар консультация ала. Әңгәмәләшем- Рәсәй мосолман эшҡыуарҙар ассоциацияһының Попечителдәр советы ағзаһы Рәис Тайбугин:
"Ҡайһы саҡта шишмәнән тултырылған һыу йәки тауыҡ һалған йомортҡаның ҡайһы ере хәләл була һуң",- тигән һорау бирәләр. Әлби...

04.02.2016

Йылыяпмалар беҙҙә күп, йыл һайын арта бара. Тик йылытыу өсөн хаҡтарҙы дәүләт ярҙамынан тыш хәл итеп булмай. Ә ҡиммәтле энергия- ул ҡиммәтле йәшелсә тигән һүҙ.Йылытыу өсөн сығымдар барлыҡ табышты юҡҡа сығара ла ҡуя. "Энергетика хаҡтарына йәнә бер ике тапҡыр индексация яһаһала, йылыямаңды ябырға ла була, унан файҙа бөтәсәк. Сөнки әленән барлыҡ сығымдарҙың 70 проценты тап газ һәм электрға китә",- тигән фекер ҙә ишетелә фермерҙар ауыҙынан. Башҡортостан халҡына октябрҙән февралгә тиклем 20 мең тонна йәшелсә кәрәк. Быны медицина талаптарынан сығып иҫәпләгәндәр. Йәғни һәр кеше октябрҙән февралгә тиклем 5 килограмм йәшелсә ашарға тейеш. Беҙҙә 4 миллион кеше булыуын иҫәпкә алғанда, ҡыш сығыу өсөн 20 мең тонна етә. Республикала йылытмалар 400 гектарҙы биләй. Сәнәғәт күләмендә үҫтереүселәр, йәғни капиталь й...

28.01.2016

Бразилия, Рәсәй, Һиндостан, Ҡытай һәм Көньяҡ Африка биләмәләрендә Ер йөҙөндәге барлыҡ халыҡтың 40 проценты йәшәй. Планетаның 30 процент майҙанын биләй был дәүләттәр. Бөгөнгө көндә барлыҡ доньялағы ҡатмарлыҡтар БРИКС киңлектәренә лә етди ҡағылды. Планетала эшһеҙҙәр һаны 200 миллиондан ашып киткән. Уның күп өлөшө БРИКС илдәренә тура килә. Йәнә бер тема- хеҙмәт баҙарындағы ҡанундар үтәлеше. Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, Рәсәй буйынса 76 миллион кеше эшкә һәләтлеләр категорияһына ҡарай. Уларҙың 15 миллионы хеҙмәт кенәгәһе йәки килешеүе буйынса эшләмәй. Йәғни был кешеләрҙән бюджетҡа һалым килмәй. Шул уҡ ваҡытта легаль булмаған ойошмаларҙа хеҙмәтсәндәрҙең хоҡуҡтары ла күҙәтелмәй.

22.01.2016

Халҡыбыҙҙа тапҡыр бер әйтем бар- "Бурысҡа ашағансы- борос аша". Был әйтемде кредит йәки ҡыҫҡа ваҡытҡа займдар алып, уны көнкүреш техникаһы, телефон, хатта аҙыҡ-түлек алырға, ял итергә тотоноусыларға ҡарата ҡулланырға мөмкин. Ризыҡ бөтә лә китә, ял ваҡыты ла ҡыҫҡа. Ә алған бурысты түләргә кәрәк. Етмәһә, лайыҡлы эш хаҡың һәм даими эш урының булмаһа. Иҡтисади көрсөк шарттарында банктар кредит бирергә ашыҡмай, төрлө талаптар ҡуя: эш хаҡы тураһында белешмә, ғаилә хәле һәм башҡалар. Ошо урында микрозайм ойошмалары “ярҙамға” килә.

14.01.2016

Углеводород сеймалынан тыш та, Рәсәйҙең импорт мөмкинлектәре насар түгел, тип иҫәпләй белгестәр. Ер йөҙөндәге эсәр һыу ресурстарының 20% беҙҙең илдә булыуын иҫәпкә алғанда... Ә доньяның күпме дәүләттәре һыуға мохтажлыҡ кисерә?.. Меңәрләгән гектар һөрөнтө ерҙәр файҙаланмай буш ята, миллиондарса тонна иген тигән һүҙ бит.

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

көндөҙ 27..29°C
кис 25..27°C
төндә 18..20°C
иртән 19..21°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.