Бөтә тапшырыуҙар

16.06.2023

Киләчәккә никадәр генә омтылсаң да, узган гомердән аерылып булмый.Аның хәтирәләре, күңелгә якын кешеләре һаман,һаман күңелдә. Без дә еракта калган елларга сәяхәт кылып, йөрәк түрендә булган хәтирәләрне яңартабыз.Ниндидер сәбәпләр белән югалып, адашып калган кан - кардәш, дус- иптәшләрне бергәләп эзлибез "Югалту- табышларым" тапшыруында.

02.11.2018

Боронғо төбәк меңле ырыуы еренең бер тарафы Благовар районы. Ҡәнзәфәр бей вариҫтары төйәкләгән Һарайҫа ауылы тарихи. Эргәһендәге ҡайһы бер  ауылдарҙың сығышы хаҡында байтаҡ мәғлүмәт тупланған.

20.06.2018

      Рәсүл Сәғитов:

      – Китап һүҙҙәре тиелмәһен, ысынлап та ла шулай: уҡыусы балалар менән осрашыуҙар минең өсөн – әйтеп бөтөргөһөҙ яуаплы. Заманында, сағыштырмаса ҡыҫҡа арала, әлбиттә, мәктәптә эшләп алыуымдан – һәр дәрескә, йәшермәйем, ҡыл күперҙәй күреп, ентекле әҙерләнеүемдәнме, үҙ уҡытыусыларымдың, рәхмәттәрем сикһеҙ, тәрән ғилемле, киң даирәле, һиҙгер йөрәкле булыуынандыр ҙа, киләсәгебеҙҙең бына әле, алдыбыҙҙа, бәлки, шуҡ ҡиәфәттә лә, әммә ихлас баҫып тороуынандыр ҙа – гел тулҡынланам, гүйә – имтихандамын. Сөнки ҡайҙалыр сит мәмләкәттәрҙә иң башта, бәлки, аҡса эшләргә өйрәтелһә лә, беҙҙә тәү нәүбәттә баҡса, рухи сәскәлек яһауға өндәлеүе, ә дөйөм кешелектең бейек вә бөйөк әхләҡи, рухи сифаттарының, күңел матурлығының, тормошҡа ижади ҡарауҙың иртәме-кисме барыбер ҙә уңышҡа килтергәнен аң...

20.06.2018

Төшкө табында бала–сағаларҙың тапҡыр һүҙҙәре, улар менән бәйле ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы иҫкә алабыҙ.

19.06.2018

Халҡыбыҙ элек-электән “Йорт һатып алма, күрше һатып ал” тигән. Һеҙҙең күршеләрегеҙ ниндәй, дуҫтар? Улар менән аралашаһығыҙмы?

15.06.2018

«Иман». Ғәйет көнө.

14.06.2018

Әҙиптәр йәшәү, ғүмер тигән арауыҡты төрлөсә яҡтырта: кемдер уны бөркөттөң бер ҡанат ҡағыуына тиңләй(Р.Ғарипов),  бәғзеләр һандуғас һайрағандай ғына мәл менән сағыштыра(Н.Нәжми). Көндө төнгә ялғап ижад йөгөн тартҡандарҙың ваҡыты етмәй ҙә ҡалған саҡтар күп булғандыр… Эйе, ижад эше «күҙгә күренмәгән  йөк». Әммә әҙиптәребеҙҙең береһе лә, оло быуын вәкиле булһынмы ул, йәш быуынмы,  нәфис ижадҡа килеүенә үкенмәй. Киреһенсә, ошо юлды күрһәтеүсеүселәрҙе ҙур ихтирам менән хәтергә ала. 

14.06.2018

Уның йырҙарын бик күптәр яратып тыңлай. Иҫ киткес моңло был йырҙар бихисап  кешенең күңеленә ауаздаш. Ә зәңгәр күҙле ҡыҙ хаҡындағыһын халыҡ йыры тип уйлаусылар ҙа бар. Популяр йырҙар авторы,  һөнәрҙәшебеҙ, “Юлдаш” радиоһының музыкаль мөхәррире, продюсер, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Риф Арыҫланов "Самауыр янында" ҡунаҡта. 

14.06.2018

Тирмәләр ҡаласығы-милли бизнес өлгөһө. Эшҡыуарҙар Айгөл Иҙелбаева, буҙа менән сауҙа итеүсе Илдус  Йомағужин һәм милли күлдәктәр тегеүсе, модельер-дизайнер Гөлфиә Хамматова- "Асыҡ студия" ҡунаҡтары. Тапшырыуҙы Гүзәл Ситдиҡова алып бара. 

 

Таңсулпан Ғарипова
13.06.2018

      Рәсүл Сәғитов:

      – Нәфис әҙәбиәтте ысынлап та әҙерәк уҡыйбыҙмы хәҙер? Ысынлап та. Һәр хәлдә үткән быуаттың етмешенсе-һикһәненсе йылдары менән сағыштырғанда – шулай. Бер мәғлүмәткә юлыҡтым: иң күп уҡыған ил тип Һиндостан күрһәтелгәйне – аҙнаға 11 сәғәткә яҡын. Артабан Таиланд һәм Ҡытай килә. Рәсәй – етенсе урында. Ни өсөн? Донъялар үҙгәрҙе – китапҡа ихтыяж кәмене. Заман технологияларына ҡаршылыҡ юҡ, әммә, мәҫәлән, студенттың, семинарға әҙерләнгәндә, Интернетҡа инә килеп, күсерә һалыу күренеше, бар һәм – еңел килгән еңел китә лә. Әҙәби әҫәрҙе табыуҙы ябайлаштырҙы был, әммә, беренсенән, электрон форматтағы тексты әҙәм мейеһе хөртөрәк ҡабул итә, тип тә раҫлана, икенсенән, элекке хәл – эҙләп алыу бәҫен дә күтәрә ине һымаҡ. Нисек булһа ла уҡыу – һәйбәт, әлбиттә, файҙаһын өҫтәмә белдереп тор...

13.06.2018

        Әнисә Муллағолова:

- Май сүлмәге тышынан билдәле, тигәндәй, иркен төҙөк йорт, ишле берҙәм ғаилә күңелгә йылы бөркә. Фая ата-әсәһе, ике өләсәһе, туғыҙ туғаны араһында үҫкән. Итәғәтле,  яғымлы,  эшкә тилбер, етмәһә, матур бейей, сәнғәткә ғашиҡ.   Был күркәм сифаттарҙы Өфөлә уҡығанда ғына түгел,  ауылда ла күреп-һынап, Рәйес Вәғизов буласаҡ ҡайны-ҡәйнәһенән ҡыҙҙың ҡулын һорай. Уларҙың тиң-татыу йәшәүенә әле 46 йыл. Фая Сабит ҡыҙы ғүмер буйы белемгә, яңылыҡҡа ынтыла. «Элегерәк ситтән тороп Ленинградта психолог һөнәренә лә уҡып сыҡтым», – ти ул. Әле был ханым 70-кә аяҡ баҫырға йөрөй. Һаман да ике урында эшләй. Колледж, мәктәп директорҙарына, йәш быуынға тәбиғәттән яралған ошондай педагогтар бик кәрәк. Шуға әле лә етәкселәре ихлас итеп, эшләй күрегеҙ, ти.  

13.06.2018

Еңел түгел, беләм,  һин еңеп сыҡ,

Еңелеүҙәр булыр татырлы…

Батырлыҡты ҡайҙан алам, тимә,

Матур йәшәй белеү– батырлыҡ.

Бөгөнгө бала-саға араһында  рухи ҡиблаһы ҡыйшайғандар аҙ түгел. Улар менән мөғәләмә итеү ҙә ауырлаша. Сөнки быуыны ҡатмаған үҫмер бала тормоштағы аҡлы-ҡаралы буяуҙарҙың  ни тиклем үҙ-ара буталғанын күреп, баҙап ҡала. Нимә ул дуҫлыҡ-дошманлыҡ, һөйөү-нәфрәт кеүек ҡапма-ҡаршылыҡлы һорауҙарға яуап эҙләй. Ана шундайҙарға Лилиә Һаҡмар: «Матур йәшәй белеү– батырлыҡ» тип яуаплай.

13.06.2018

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының "Карауан" төркөмө солисы Тимур Рамазанов "Урал моно-2018" фестивалендә сығыш яһап, беренсе урынға лайыҡ булды. Уны ошо еңеүе менән ҡотланыҡ, ижади тормошондағы башҡа яңылыҡтар менән таныштыҡ.

12.06.2018

Хөрмәтле радиотыңлаусылар, «Заман һәм беҙ» циклынан тапшырыу тәғдим итәбеҙ. Ул «Ҡараңғыла күңел йәшәй алмай» тип атала. Микрофон алдында - публицист Марсель Ҡотлоғәлләмов.

11.06.2018

«Башҡорттар».Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы Байназар, Ишморат ауылдарының үткәне һәм бөгөнгөһө.  

10.06.2018

  Шағирә Тамара Юлдашева - оло әҙәбиәткә  уҙған быуаттың 80-се йылдарында ҡатмарлы  йәшәйеш  сөңгөлдәрен иңләп,  ғәйрәтле  тулҡын булып ҡушылған  быуын вәкиле. Бар тормошо тынғыһыҙ журналистикаға арналһа ла, Тамара  Искәндәриә  әҙәбиәт яланында  мәңгелек ҡиммәттәрҙе раҫлаған бай шиғриәт баҡсаһын  үҫтереүгә  өлгәшә. Тәрән  поэтик образлылыҡ,  затлы фекерҙе нескә шиғри зауыҡ кимәленә күтәреү – ижадының төп һыҙаттары. Драматургия  һәм тәржемә өлкәһендә лә әүҙем эшләй, уҡыусы күңеленә айырыуса фарсы шағиры Румиҙың башҡорстаға тәржемәләре хуш килде. Әлеге ваҡытта – “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире. 

08.06.2018

  2016 йылда Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу үтте. Ул һуңғы йылдарҙағы иң ҙур статистик күҙәтеүҙәрҙең береһе.

Бөтә Рәсәй ауыл хужалығын иҫәпкә алыу: һандар һәм һөҙөмтәләр, көтөлгәндәр һәм ысынбарлыҡ. 

Иҡтисад фәндәре докторы Зифҡәт Сәйетғәлиев менән Зөһрә Арсаева әңгәмәләшә.

 

 

08.06.2018

Пенсионерҙарға, инвалидтарға, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға,  ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә үҙҙәрен йәмғиәттең тулы хоҡуҡлы гражданы итеп тойорға ярҙам итеүселәрҙе беҙ социаль хеҙмәткәрҙәр тип атайбыҙ. Ябай ғына тойолған эштәрҙе атҡарыу өсөн социаль хеҙмәткәр ярҙамға мохтаж кешене тыңлай белергә, уға йылы һүҙен йәлләмәҫкә тейеш. Сөнки был һөнәрҙең төп нигеҙе - кешелеклелек, итәғәтлелек һәм иплелек. Беҙ быны бер ваҡытта ла онотмайбыҙ, - ти социаль хеҙмәткәрҙәр. Был өлкәне улар ни өсөн һайлай? Социаль хеҙмәткәр булып кемдәр эшләй ала? Сығарылышта ошо темаға һөйләшәбеҙ.

08.06.2018

«Иман». Ғәйет байрамына әҙерлек. 

Сибәғәт Рахманғолов, Әхтәр Боҫҡонов
07.06.2018

      Рәсүл Сәғитов:

      – Бөгөн Рәсәйҙә – ҙур ижтимағи-сәйәси көн һәм бында һүҙ президент Путин менән барған, ошо минуттарҙа ла дауам иткән «тура элемтә» тураһында бара. Телевидение, радио каналдары, Интернет  аша тапшырыла ул, күп кеше һорау менән мөрәжәғәт итә.

      Ғәҙәти, йыл да ҡабатланған сара был. Путин ҡатнашлығында – 2001 йылдан башлап, быйыл 16-сы тапҡыр, уҙғарылды: ун бере – президент, дүрте – премьер-министр булараҡ. Былтыр 15 июндә үткәрелгәнен иҫләйбеҙ. Башта ҡыш ойошторолдо, артабан йылыраҡ миҙгелгә күсерелде, сөнки һорауҙарҙың урам-майҙандарҙан да бирелеүе мөһим. Ә былтыр-быйыл июнгә ҡалдырылды.

      2014 йылда Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуы үҙәктә булды, 2015-тә – санкциялар, Көнбайыш менән ҡапма-ҡаршылыҡ, 2016-ла эске сәйәсәт һәм иҡтисад мәсьәләләре ө...

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

көндөҙ 17..19°C
кис 19..21°C
төндә 15..17°C
иртән 15..17°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.