Беҙҙең проекттар

24.07.2018

Башҡорт халҡының аш-һыуҙары тураһында шағирә Тамара Ғәниева апайығыҙ шиғырҙар ижад иткән. Әйҙәгеҙ, бергәләп тыңлайыҡ.

04.07.2018

Малайҙар, ҡыҙҙар, башта Фәйрүзә Фәтҡуллина апайығыҙ яҙған “Өйрәк бәпкәләренә ярҙам ит” тигән әкиәтте тыңлап алабыҙ. Һуңынан һыу инеү ҡағиҙәләре тураһында һөйләшербеҙ.

Бәләкәстәрем, һыу ингәндә бына ошо ҡағиҙәләрҙе һәр ваҡыт иҫегеҙҙә тотоғоҙ, йәме: белмәгән урында баш менән суммаҫҡа! Һыу төбөндә ҙур таш йәки батҡан ағас, йә булмаһа, башҡа берәй төрлө  ҡаты һәм осло нәмә ятырға мөмкин.Башты яраларға мөмкин.

Һыу аҫтында тын алырға я...

21.06.2018

Бәләкәстәр, һеҙҙең бөтәгеҙҙең дә  Кай һәм Герда хаҡындағы әкиәтте, аҡҡошҡа әйләнгән йәмһеҙ өйрәк бәпкәһе тураһында, тағы ла борсаҡ өҫтөндәге принцесса, ҡырағай аҡҡоштар, көтөүсе булып кейенгән батша егете хаҡында, ерҙән атлап йөрөргә хыялланған һыу ҡыҙы тураһындағы йәнһүрәттәрҙе күргәнең барҙыр. Ана шул әкиәттәрҙе Ганс Христиан Андерсын ижад иткән. Ул Дания тигән илдә тыуған. Атаһы – башмаҡсы, ә әсәһе кер йыуыусы булған. Улар ярлы булһалар ҙа,...

05.06.2018

4 йәшлек Элина Тойғонова Сибай ҡалаһынан. Ул Өфөгә "Тамыр" каналы әҙерләгән "Халҡым йырым тамырымда" тигән концертты ҡарарға тип килгәйне. Икенсе көндө апаһы менән "Тамыр"ға экскурсияға килде һәм "Иләү"ҙә һөнәрҙәрен күрһәтте. 

23.05.2018

4 йәшлек Әминә Шафиҡова менән мин "Тамыр" каналы әҙерләгән “Халҡым йыры тамырымда” тигән концертта таныштым. Улар ғаиләһе менән концерт ҡарарға тип Мәсетле районынан килгәйне. Әминә фойеға ҡуйылған сәхнәлә тыпырлатып бейеп тә күрһәтте, йырланы ла. Икенсе көндө “Бирешмә” төркөмөнөң концертында ла осраттым  Әминәне әсәһе менән. Лоторея уйынында һауа шарында осоу өсөн сертификат отто улар.

Әминә "Иләү"ҙә һөнәрҙәрен күрһәтергә лә әҙерләнеп...

25.04.2018

5 йәшлек Әҙилә Сафина “Тамыр” әҙерләгән “Иләү”, “Сәңгелдәк”, “”Әкиәт китабы”, “Борсаҡ” тапшырыуҙарын бик ярата. Уңған ҡыҙ ул: әсәһенә ҡустыһы Арыҫланды ҡараша, өй эштәрендә ярҙамлаша, матур-матур һүрәттәр төшөрә.

Ә бөгөн ул “Иләү”ҙә  ҡатнаша. Әйҙәгеҙ, Әҙилә һөйләгән шиғырҙарҙы, башҡарған йырҙарын, әкиәттәрен тыңлайыҡ.

13.04.2018

Башҡорттар торнаны изге ҡош тип йөрөтә. Япондар һәм ҡытайҙар уны аҡыл, намыҫ, матурлыҡ һәм оҙон ғүмер билдәһе, ти. Шулай уҡ тыныслыҡ ҡошо ла ул. Торна - иң ҙур осар ҡош. Үҙе матур ҙа. Шуға күрә күп халыҡтар уның тураһында легендалар һәм әкиәттәр сығарған.Беҙ бөгөн, дуҫтар, "Торна менән төлкө" тигән халыҡ әкиәтен тыңлайбыҙ.

29.03.2018

Дуҫтар, яҙҙың тәүге хәбәрселәре тип мин ҡыйыҡтағы боҙбармаҡтарҙы әйтер инем.Шунан – ҡарға ҡарғалар.  Улар ҡар иремәҫ борон уҡ йылы яҡтан осоп ҡайталар ҙа ҡар, ҡар, ҡар, тип ҡысҡырып, ҡышты ҡурҡыталар. Яҙ етһә, ҡояш төшкән урындарҙа ҡар ҡарая, ярмалана һәм ирей башлай. Көрт аҫтынан йырғанаҡтар ағып сыға. Ә боҙ китеү үҙе бер тамаша. Ҡарҙан әрселгән урындарҙа тәүге үләндәр морон төртә, сәскә ата. Мәҫәлән, үгәй инә үләне, умырзая, һөтлөгән. Тағы л...

21.03.2018

Бәләкәс дуҫтарым, беҙ бөгөн Нажиә Игеҙйәнова апайҙың "Хикмәтле әкиәт"тен тыңлайбыҙ. 

06.03.2018

Әтегеҙ әле, иң тәмле нимә? Балалар кәнфит, тиер. Ә йоҡо унан да тәмлерәк. Тыныс һәм матур төштәр күреп йоҡлар өсөн кәңәштәр: ятыр алдынан ҡурҡыныс кинолар ҡарамағыҙ, компьютерҙа ла ҡурҡыныс уйындар менән мауыҡмағыҙ, күп итеп ашамағыҙ һәм шаярмағыҙ.

Беҙ бөгөн "Иң тәмле нәмә" тигән башҡорт халыҡ әкиәте тыңлайбыҙ.

15.02.2018

Ҡул өшөһә, усты бер-береһенә ышҡыйҙар. Бармаҡтарға массаж эшләһәң дә, ҡул йылынып китә. Мейес  йә батарейка янында ла тоторға була, тик  уларға ҡулды тейҙерергә ярамай. Сөнки өшөгән тире бер нәмә лә тоймай, шуға күрә мейестең эҫеһен һиҙмәйсә, бешеп ҡуйыуың бар. Шулай уҡ, ҡул өшөһә, йылы һыу ағып торған кран аҫтында тоторға кәрәк.

Аяҡ өшөгәндә йылы һыуҙан ванналар бик яҡшы. Һыуға гәрсис тә ҡушып ебәрһәң, аяҡтарҙы ҡыҙҙып ебәрә.

Һыу...

06.02.2018

Коньки өс мең йыл элек барлыҡҡа килгән. Иң тәүге конькиҙар һөйәктән булған. Уларҙы аяҡ кейеменең табанына бәйләп ҡуйғандар һәм ҡулдарына осланған таяҡтар тотоп шыуыр булғандар. Ә 13 быуатта Исландия һәм Голландия тигән илдәрҙә конькиҙы ағастан эшләй башлағандар. Бындай конькиҙың шыуа торған  ҡырын үткерләнгән  металдан яһағандар. Боҙҙа шыуырға яратыусылар  500 йыл буйы шундай конькиҙа йөрөгән. 18 быуатта конькиҙарҙы тулыһынса  ҡоростан эшләй б...

25.01.2018

Бөтә нәмә лә Ергә төшә. Сөнки уларҙы Ер үҙенә тарта. Был – Ерҙең тартыу көсө тип атала.

Был көстө билдәле инглиз ғалимы Исаак Ньютон асҡан. Легенда буйынса, ул алмағастан өҙөлөп төшкән алманы күреп: “Ниндәйҙер көс уны ергә төшөргә мәжбүр итә бит!”- тип уйлаған һәм Ерҙең тартыу көсө законын  асҡан.

Был көс бөтә нәмәгә лә тәъҫир итә. Шуның өсөн бөтә әйберҙәр ҙә ергә төшә.

Әйберҙәр бер-береһенә лә тартыла. Әйбер ни тиклем ҙур...

18.01.2018

Светофор – зебраның өс күҙле ярҙамсыһы. Машиналарҙан алдараҡ барлыҡҡа килгән. Ул ваҡытта ҡала урамдары буйлап ат егелгән кареталарҙа елгәндәр. Һәм авариялар булып торған. Сөнки йәйәүлеләр ҡайҙан теләй, шунан йөрөгән. Авариялар булмаһын өсөн урамдарҙа һәм юлдарҙа тәртип булдырыу кәрәклеге тыуған. Шул ваҡытта светофор уйлап тапҡандар ҙа инде.Ул бик ябай булған. Ике генә төҫтән  һәм бер уҡтан торған. Уҡты махсус кеше йә ҡыҙыл, йә йәшел төҫкә күсе...

29.12.2017

Тышта ҡояшлы, ләкин сатлама һыуыҡ көндәр торған. Балалар Яңы йылды көткән, сөнки улар был байрамда тылсымлы бүләктәр аласаҡтарына ышанған һәм йыл буйына үҙҙәрен бик тәртипле тотҡан,  тырышып шиғырҙан ятлаған, матур йырҙар өйрәнгән.

Ҡыш бабай тылсымлы  урманда йәшәгән. Унда юлды бары ҡырағай кейек-ҡоштар ғына белгән. Ҡыш бабайҙың Яңы йыл алдынан эше күп икәнен  беләһегеҙҙер, бәләкәстәр?

Тик  һуңғы көндәрҙә ул йорто тирәһендә күрен...

18.12.2017

Быйма - үҙе йылы, үҙе йомшаҡ, үҙе дауа. Уны һарыҡ йөнөнән баҫалар. Шулай уҡ дөйә йөнөнән дә быймалар була. Ә йөн һыҙланғандан бик файҙалы. Бигерәк тә быуындар һыҙлағанда шифалы. Быйманы  мең ярым йыл элек мал-тыуар аҫыраусы күсмә ҡәбиләләр уйлап тапҡандар. Улар монголдар һәм төрки халыҡтар. Быймалар тиҙ тишелмәһен өсөн табанын  күн менән ҡаплағандар, аҙағыраҡ резина табан яһағандар йәки галуш менән кейгәндәр.

Әкиәттәге ҡуян ҡыҙы башта ә...

12.12.2017

Ҡул өшөһә, усты бер-береһенә ышҡыйҙар. Бармаҡтарға массаж эшләһәң, ҡул йылынып китә. Мейес  йә батарейка янында ла тоторға була, тик  уларға ҡулды тейҙерергә ярамай. Сөнки өшөгән тире бер нәмә лә тоймай, шуға күрә мейестең эҫеһен дә һиҙмәйсә, бешеп ҡуйыуың бар.Шулай уҡ, ҡул өшөһә, йылы һыу ағып торған кран аҫтында тоторға кәрәк. Аяҡ өшөһә, тасҡа йылы һыу һалып, аяҡты шунда тығып ултырһаң, тиҙ генә йылынып китәһең. Өшөгәндә йылы һыуҙан ванналар...

08.12.2017

Бесәй - йорт хайуандарынан кешегә иң һуңғы булып эйәләшкән. Бесәйҙе кеше торлағына сысҡандар алып килгән. Бер заман ҡомаҡтар үрсеп китә һәм кеше йәшәгән урындарға һөжүм итә башлай, бойҙайҙарын, аҙыҡ-түлеген урлап ашай. Ә бесәйҙәр сысҡан-ҡомаҡ ярата. Шуларҙы ауларға тип улар ҙа кеше йәшәгән урынға килә. Шулай итеп, бесәйҙәр кешегә эйәләшеп китә.

Беҙ бөгөн "Һоросай менән Ҡарасай" тигән башҡорт халыҡ әкиәтен тыңлайбыҙ.

06.12.2017

Бөгөн  "Иләү"ҙә  4 йәшлек  Нурсолтан Хәсәнов тәтелдәй.  Ул бик етди егет, брейк-данс менән шөғөлләнә, һылыуы Сәлимәне  ҡараша. Һәм, иң мөһиме, үҫкәс ғалим булырға хыяллана. 

Нурсолтанды бергәләп тыңлайыҡ.

04.12.2017

Ҡар бөртөктәре һауала һыу быуынан барлыҡҡа килә. Бик юғарыла ныҡ һыуыҡ  һәм һыу туңа. Иң тәүҙә саң бөртөгөнә ваҡ ҡына боҙ киҫәктәре йәбешә. 

Һыу, башҡа матдәләр кеүек үк, молекуларларҙан тора. Һыу молекулаһы бер һауа атомынан һәм ике водород атомынан тора. Химия фәнендә һыу молекулаһы Н2О тип яҙыла.

Шулай итеп, һыу шыйыҡ хәлдә була һәм уның молекулалары тәртипһеҙ рәүештә хәрәкәт итә.

Һыу туңып  ҡаты хәлгә күскәс, молекулар...

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

көндөҙ 16..18°C
кис 15..17°C
төндә 10..12°C
иртән 11..13°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.