Беҙҙең проекттар

30.11.2017

Ни өсөн ағастар ҡышҡылыҡҡа  япраҡтарын ҡоя, тик шыршы ғына йәшел көйө ҡала? - тип һорай минән балалар.  Ағастар углекислый газды йотоп, кислород бүлеп сығара. Ишеткәнегеҙ барҙыр, бәләкәс дуҫтарым?  Был фотосинтез тип атала. Ләкин фотосинтез өсөн ҡояш нурҙары һәм һыу етәрлек булырға тейеш.  Ағастар  һыуҙы япраҡтары аша быуға әйләндерә. Ә ҡышын һыу туңа, ергә һеңмәй өҫтә ята, ҡояш та аҙ йылыта, көндәр ҡыҫҡара. Шуға ла улар япраҡтарын ҡоя һәм йыл...

29.11.2017

"Иләү" гә һөнәрҙәрен күрһәтергә тип малайҙар һәм ҡыҙҙар йыш килә. Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта 4 йәшлек Риана Динисламова.

Ул сағыу буяуҙар менән матур-матур һүрәттәр төшөрә, туғаны 2 йәшлек Сафина менән уйнарға ярата, шиғырҙар, әкиәттәр һөйләй, йырлай. Тыңлайыҡ үҙен.

20.11.2017

Температура 0 С-тан түбән булғанда һыу туңа һәм боҙға әйләнә. Ваҡ ҡына боҙ бөртөктәре болоттарҙа ярала. Улар унда ҙурая һәм ҡар бөртөктәренә әйләнеп киренән ергә яуа. Шулай итеп, боҙ менән ҡар - ҡаты хәлдәге һыу. Шулай уҡ һыу күҙгә күренмәй торған хәлдә лә була. Ул - быу. Шул быу юғарыға күтәрелеп һыуына һәм йә һыу тамсылары, йә ваҡ ҡына боҙ бөртөктәренән торған болоттарға әйләнә. Болоттарҙағы һыу ямғыр йә ҡар булып киренән ергә яуа. Был күрен...

16.11.2017

Бөгөн “Иләү”гә үҙенең һөнәрҙәрен күрһәтәм, “Сәңгелдәк”тә ҡатнашам, тип бик шәп, һөнәрле ҡыҙ килде. Йәмилә Миңлеғоловаға 4 йәш. Өфөлә йәшәй. Ата-әсәһе уны яратып Йәмиләкәй тип кенә йөрөтә.

Йәмиләкәй шиғырҙар һөйләй, тыңлайыҡ.

13.11.2017

Ҡолаҡтың эсендә сера тигән матдә була. Ул ҡолаҡҡа ваҡ сүп-сар, туҙан, һыу кермәһен өсөн кәрәк. Балалар йыш ҡына ҡолаҡтарына төрлө әйберҙәр, мәҫәлән, төймә, борсаҡ, көнбағыш тығалар. Ҡолаҡҡа берәй нәмә керһә, малайҙар һәм ҡыҙҙар, уны бармаҡ менән соҡорға һис тә ярамай, сөнки соҡоған һайын ул төпкәрәк китәсәк. Ата-әсәгеҙгә әйтергә кәрәк. Улар һеҙҙе ҡолаҡ табибына алып барыр. Ҡолаҡҡа яҡын килеп ҡысҡырыу, һыҙғырыр ҙа зыянлы - ҡолаҡ эсендәге йоҡа ғ...

09.11.2017

4 йәшлек Ҡадир Садыҡов Жуково ауылында йәшәй. Бик һөнәрле, уңған малай ул: һүрәт төшөрә, самокатта, велосипедта елдерергә ярата, Гром исемле этен ашата, ҡустыһы Таһир менән уйнай. Һәм, әлбиттә, шиғыҙар, әкиәттәр һөйләй. Тыңлайыҡ Ҡадирҙы.

02.11.2017

Кеше кәүҙәһен умыртҡа бағанаһы тотоп тора. Ул арҡаның ҡап уртаһында урынлашҡан. Айырым һөйәктәр дисктар ярҙамында йәбешеп тора, шуға ла умыртҡа бағанаһы һығылмалы. Кәүҙәне дөрөҫ тотмаһаң, ул һығылмалылығын юғалта. Әгәр ҙә өҫтәл артында арҡаңды дуғаландырып ултырһаң, китаптар һалынған сумкаңды һәр ваҡыт бер яҡ ҡулыңа тотоп йөрөһәң, арҡа бер яҡҡа кәкрәйә.

Тура, дөрөҫ кәүҙә үҫмер саҡта формалаша. Шуға ла кәүҙәне бәләкәйҙән дөрөҫ тоторға, з...

25.10.2017

Терпе – бөжәк ашаусы бәләкәй генә урман йәнлеге. Бәләкәй булһа ла бик уҫал. Терпенең аяҡтары ҡыҫҡа һәм нескә генә, шәп йүгерә  алмай.  Тештәре лә ваҡ ҡына. Шуға күрә энәләре уның берҙән-бер һаҡланыу ҡоралы. Терпенең энәһе элек энә булмаған.  Ә башҡа хайуандарҙың йөнө кеүек йомшаҡ булған. Ләкин, ваҡыт үтеү менән, ул энәгә әйләнгән. Терпеләрҙең ҡайһы бер төрҙәре һаман да йомшаҡ тунлы. Мәҫәлән, гимнура тигән йәнлек. Ул йылы яҡтарҙа йәшәй, күберәк...

18.10.2017

Бөгөн, бәләкәс дуҫтарым, башҡорт яугирҙәре һәм уларҙың ҡоралдары хаҡында һөйләшәбеҙ. Башҡорттар борон-борондан хәрби хеҙмәткә үҙенең ҡоралы, кейеме һәм аты менән барған. 1812 йылда Напалеон ғәскәрҙәре баҫып ингәс,  батша хөкүмәте башҡорттарҙан полктар ойошотороу хаҡында фарман сығара. Француз яуына барған башҡорттар мылтыҡ, пистолет, ҡылыс, һөңгө, уҡ-һаҙаҡ менән ҡоралланып, Ватан һағына баҫа. Һуғышҡа ирҙәре менән ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙар ҙа китә...

17.10.2017

Ҡышын айыу йоҡлай. Ә бүре, төлкө, ҡуян ни өсөн йоҡламай икән? Ысынлап та, ҡышты йәнлектәр төрлөсә уҙғара. Күпселек ҡоштар көҙ етеү менән йылы яҡтарға ашыға. Хатта ҡайһы бер бөжәктәр ҙә йылы яҡҡа китә. Эйе, осһыйырымдардарҙың ҡайһы бер төрҙәре ҡышҡылыҡҡа йылы яҡтарға күсенә. Ә ҡайһы бер йәнлектәр йәй буйы ашап, май йыялар ҙа ҡышҡылыҡҡа йоҡоға тала.Шулай итеп, айыу, бурһыҡ, терпе ҡышты йылы өңдәрендә йоҡлап уҙғара. Ә сысыҡандар ҡар аҫтында тотош...

13.10.2017

Тарих – кешеләрҙең үткәне була.  Ниндәйҙер ҙур әһәмиәткә эйә булған ваҡиғаны, көндө тарихи тиҙәр. «Тарих» һүҙен грек теленән тәржемә иткәндә - «үткән тураһында хикәйә» тигәнде аңлата. Һәр кешенең, халыҡтың, илдең үҙ тарихы бар. Хатта һәр ғаиләнең, мәктәптең, ҡаланың, тыуған яғыңдың тарихы бар.  Үткәнде өйрәнеүсе фән дә тарих тип атала.

Халыҡ әкиәттәре "борон-борон заманда" тип башлана, сөнки улар бик борон барлыҡҡа килгән. Халыҡ араһынд...

12.10.2017

Дуҫтар, икмәктең бәләкәй генә валсығы ла кешенән оло, ти. Шуға күрә икмәкте ултырып ҡына, вағын усҡа ҡойоп ҡына ашарға кәрәк.Ашҡаҙан өсөн саҡ ҡына ҡатыраҡ, ҡыҙҙырылған икмәк файҙалы икән.

Бөгөн беҙ "Ҡаты-ҡото" тигән башҡорт халыҡ әкиәтен тыңлайбыҙ.

10.10.2017

Ҡурай - халҡыбыҙҙың рухын ҡайтарыусы, туплаусы һәм ҡотҡарыусы көс. Ҡурай моңоноң яу ҡайтарыуҙа, халыҡты туплауҙа ҡеүәтле көскә эйә булыуы хаҡында ғәжәп бер легенда бар. Шуны бергәләп тыңлайыҡ, дуҫтар.

06.10.2017

Маскировкаға кешеләр хайуандарҙан өйрәнгән. Мәҫәлән, ҡарышлауыҡ - ҡуңыҙ, ә диңгеҙ аты коралл ботағы булып күренә белә. Һоро ҡуян аҡ ҡарҙа бүрегә күренмәҫ өсөн ҡышҡылыҡҡа аҡ төҫкә инә. Ләкин маскировка буйынса чемпион – хамелеон. Ул бер нисә минут эсендә үҙенең төҫөн үҙгәртә ала.

Маскировка – хәрбиҙәр өсөн бик мөһим. Улар маскировка селтәрҙәрен ҡуллана, танктарын һаҡлағыс төҫкә буяй. Радар экрандарында күренмәй торған махсус самолеттарҙа...

03.10.2017

Кейем тегер алдынан башта үлсәмен алырға кәрәк. Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ, тиелә мәҡәлдә лә. Беҙ бөгөн, бәләкәс дуҫтарым, Фәйрүзә Фәтҡуллина апай яҙған "Тегенсе ҡуян" тигән әкиәт тыңлайбыҙ.

28.09.2017

Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта 4 йәшлек Йәмилә Хисаметдинова. Йәмилә "Тамыр" йыр ансамблендә шөғөлләнә, "Сәңгелдәк"тә алып барыусы ла. Бөгөн ул шиғырҙар, әкиәттәр һөйләй. Тыңлайыҡ.

26.09.2017

Күҙҙәргә төҫтө меланин тигән матдә бирә. Ғалимдар әйтеүенсә, күҙҙәр 8 төрлө төҫтә булырға мөмкин: күк, зәңгәр, һоро, йәшел, зәйтүн-йәшел, гәрәбә-һары, ҡуңыр, ҡара. Былары киң таралғандары ғына. Шулай уҡ һирәк осрай торған төҫлө күҙҙәр була. Мәҫәлән, фиолет, сирень төҫөндәге, ҡыҙыл. Ҡыҙыл төҫлө күҙҙәр аҡ тиреле хайуандарҙа осрай.

Бөгөн мин һеҙгә Марс Әхмәтшин ағайҙың  Һорогүҙ һәм Зәңгәргүҙ исемле ҡуяндар тураһындағы әкиәтен һөйләйем.

...
22.09.2017

Бәләкәстәр, фотоаппарат нисек эшләй, беләһегеҙме? Бына һеҙ, мәҫәлән, тәбиғәт күренешен төшөрәһегеҙ. Яҡтылыҡ фотоаппараттың быяла күҙе - объектив аша уның эсенә төшә. Был ваҡытта тышҡы ҙур һүрәт эстәге бәләкәй һүрәткә әйләнә. Һүрәтте фотоаппарат матрицаға яҙа. Матрица  -  яҡтылыҡҡа һиҙгер электрон ҡоролма. Шылт!  Һәм фотоһүрәт барлыҡҡа килә.

Тәүге фотоаппарттарҙы бынан 200 йыл элек самаһы уйлап тапҡандар. Улар бик әкрен эшләгән. Бер фото...

20.09.2017

Хәҙерге тормошто сәғәтһеҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Ә ҡасандыр кешеләр сәғәтһеҙ йәшәгән.

Улар ваҡытты тере сәғәттәргә ҡарап белгән. Әтәс таң атҡанды белдереүсе тере сәғәт. Шулай уҡ яҙын һәм йәйен башҡа ҡоштарға ҡарап та ваҡытты белгәндәр. Мәҫәлән, һандуғас, һабан турғайы, ҡыҙылтүш турғай. Уларҙың һәр ҡайһының һайрау ваҡыты бар. Һандуғас һайрай икән, тимәк төн әле, ул иң беренсе һайрай башлай. Унан килә һабантурғай. Ә ҡыҙылтүш ир...

18.09.2017

Көҙ - үрмәкестәр өсөн яҙ кеүек. Сөнки үрмәкестәрҙең балалары көҙ сыға. Улар был ваҡытта ҡояш нурҙарында йым-йым иткән ауҙары буйлап бәләкәс кенә балаларын һауаға күтәрә. Үрмәкестәр бик файҙалы бөжәктәр, улар ҡорған ауҙарға төрлө зарарлы бөжәктәр эләгә.

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

кис 14..16°C
төндә 11..13°C
иртән 11..13°C
көндөҙ 19..21°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.