Беҙҙең проекттар

15.06.2017

Хәҙерге тормошто сәғәтһеҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Ә ҡасандыр кешеләр сәғәтһеҙ йәшәгән, ваҡытты тере сәғәттәргә ҡарап белгән.

Әтәс  таң атҡанды белдереүсе тере сәғәт. Шулай уҡ яҙын һәм йәйен башҡа ҡоштарға ҡарап та ваҡытты белгәндәр. Мәҫәлән, һандуғас, һабан турғайы, ҡыҙылтүш турғай. Уларҙың һәр ҡайһының һайрау ваҡыты бар. Һандуғас һайрай икән, тимәк төн әле, ул иң беренсе һайрай башлай. Унан килә һабантурғай. Ә ҡыҙылтүш иртәнге биштә уяна һәм йырын һуҙа.Сәпсектәр йоҡосо икән, улар ни бары иртәнге сәғәт алтыла-етелә генә уяна. Сәпсектәр сырҡылдай башланы икән, тимәк беҙгә лә торорға ваҡыт.

Үҫемлектәр ҙә тере сәғәт. Үҫемлектең сәскәләре - сәғәт. Сәскәләр билдәле бер ваҡытта асыла һәм ябыла икән. Һәр сәскәнең үҙ ваҡыты. Кешеләр, үҫемлектәрҙе күҙәткән һәм уларға ҡарап ваҡытты билдәл...

14.06.2017

Йоҡо ни өсөн кәрәк? Көнө буйына беҙҙең мускулдарыбыҙ арый, эске ағзаларыбыҙ йонсой, бигерәк тә мейебеҙгә ял кәрәк. Йоҡо туймаһа, баш ауырта, күп нәмәне аңламай башлайбыҙ. Йоҡлағанда кеше организмы ял итә, көс туплай. Бына шуның өсөн кәрәк йоҡо. Беҙ бөгөн "Иң тәмле нимә?" тигән башҡорт халыҡ әкиәтен тыңлайбыҙ.

09.06.2017

Ә беләһегеҙме, үҫкәндәрем, сәйҙе, ҡағыҙҙы, ебәкте  Ҡытайҙа уйлап тапҡандар. Тағы ла компасты, мисәтте, һауаға осора торған йыланды ... Уны башта, дошманды ҡурҡытыр өсөн, хәрбиҙәр уйлап сығарған һәм ҡағыҙ ҡош тип йөрөткәндәр. Шунан…Ҡытайҙа туңдырма уйлап тапҡандар! Ысын, иң тәүге туңдырманы һөт менән ҡарҙан яһағандар. Уның рецебын  700 йылдан ашыу элек Марко Поло тигән итальян сәйәхәтсеһе һәм саүҙагәре Европаға алып ҡайтҡан.

07.06.2017

3 йәшлек Гүзәл Мостафинаны  “Бәйләнештә” сайтында күптәр бәләкәй ашнаҡсы тип белә. Гүзәл печенье бешерергә өйрәткән видеояҙма бик күп лайыҡтар һәм комментарийҙар йыйҙы. Бөгөн ул “Иләү” тапшырыуында ҡунаҡта. Тағы нимәләр бешерергә өйрәтер икән уңғанбикә ҡыҙыҡай?

02.06.2017

Терпе тәбиғәт өсөн бик кәрәкле хайуан. Һәр гектар ерҙә ете-һигеҙ терпе йәшәргә тейеш. Улар ҡыр сысҡандарын аулай. Терпене хатта ҡыр бесәйе тип йөрөтһәң дә була. Терпеләр, туҙбаш йыландар, өкөләр ҡыр сысҡандарын тотоусылар булып тора.

Беҙ бөгөн Айһылыу Йәғәфәрова апайығыҙ яҙған “Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар” тигән әкиәтте тыңлайбыҙ.

01.06.2017

Дуҫтар! "Иләү" тапшырыуы һеҙҙе Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән ҡотлай. Ер йөҙөндә һәр бәпес ата-әсәле, бәхетле булһын, тыныслыҡта йәшәһен.

31.05.2017

Мөхәббәт  - ҙур ул.

Атай – Ай, әсәй –Ҡояш, ә балалар – йондоҙҙар.

Атай менән әсәй балаларын тәрбиәләп, ҡурсалап, яратып үҫтерә. Был  ата-әсә мөхәббәте тип атала.

Балалар ҙа ата-әсәһен ярата. Был - ата-әсә-бала мөхәббәте була. Ә ғаиләләрҙән тотош ил барлыҡҡа килә. Кешеләр үҙе йәшәгән илде яратырға, һаҡларға, яҡларға бурыслы. Бына беҙҙең олатайҙар илде һаҡлап, яуға сыҡҡан. Күптәр һәләк булған. Ләкин илен дошманға бирмәгән. Был – Ватанға булған һөйөү.

Беҙ бөгөн Тәскирә Даянова апайҙың  “Аҡсәскә” тигән әкиәтен тыңлайбыҙ.

30.05.2017

Шамонино ауылынан  4 йәшлек Нәркәс Вәхитова “Иләү”гә килеп әкиәт һәм шиғырҙар һөйләгәйне. Уның яттан белгән шиғырҙары шул тиклем күп булып сыҡты, бер генә тапшырыуға һыйманы. Шуға күрә, беҙ Нәркәсте тағы ла саҡырҙыҡ.

25.05.2017

Йәш балтырғандың япрағы менән көпшәһе ашарға яраҡлы. Халҡыбыҙ йолаһы буйынса, элекке заманда яҙ етеү менән кәм тигәндә 3 тапҡыр балтырған өйрәһен ашар булғандар. Тәмле лә, шифалы ла үҫемлек ул.  Балтырғанда С витамины күп. Тамырынан әҙерләнгән төнәтмә ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан дауа. Аяҡ-ҡул һыҙлағанда  балтырған япрағын эҫе һыуҙа бешекләп, төнгөлөккә һыҙлаған урынға япҡандар.

Малайҙар, ҡыҙҙар, беҙ бөгөн балтырған йыйырға барған малайҙар хаҡында "Ер сиге" тигән хикәйә тыңлайбыҙ. Хикәйәне Гөлнур Яҡупова  инәйегеҙ яҙған.

                                          

24.05.2017

Ҡамыр батыр күҙгә күренмәҫ хәйләкәр дейеүҙе табырға, дошманға ҡаршы бергәләп һуғышҡа сығырлыҡ ир-егеттәр  эҙләргә, тип юлға сыға. Юлында уға Уғатыр батыр, Йүгерек батыр, Ертыңлар батыр һәм Күлуртлар батыр тап була. Дейеүгә ҡаршы бергәләп көрәшергә ҡарар итәләр.

 Артабан ниндәй мажараларға осраған икән батырҙар. Әйҙәгеҙ, тыңлайыҡ.

23.05.2017

Халҡыбыҙ борон  замандан йылҡы ҡараған. Батырҙар атҡа атланып, ил һаҡларға яуға сапҡан. Ир-егеттең күңелендә ейәрле-йүгәнле ат ятыр, ат – ир ҡанаты тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр бит.

Шифалы ҡымыҙҙы ла бейә һөтөнән яһайҙар. Ат – дөйөм атама. Бейә тип ҡолонлай торған атҡа әйтәләр.

Тимәк, бейә - әсәй ат.  Атай ат айғыр тип атала. Айғыр - ат өйөрөнөң башында йөрөй. Тағы ла ҡолонламаған бейәне байтал  тип йөрөтәләр. Яҡшы аттарҙы арғымаҡ тиҙәр. Төҫтәре буйынса ла төрлөсә йөрөтәләр аттарҙы. Мәҫәлән, турат, алмасыбар. Йөрөштәре буйынса ла айыралар. Мәҫәлән, саптар, юртаҡ.

Ҡамыр батырҙың аты башта тай булған. Эйәр һалғас, ҡонанға әйләнгән. Башҡорттарҙа аттарҙы йәшенә ҡарап та төрлөсә йөрөтәләр.1 йәшкә тиклем – ҡолон, 1-2 йәштәгеһен – тай, 3-тәгеһен – ҡонан, ҡонажын, 4 – тәгеһен – д...

22.05.2017

Китаптың ҙур тарихы бар. Иң башта яҙыусы үҙ башында тыуған әҫәрҙәрен ҡағыҙға теркәй. Был ҡулъяҙма тип атала. Уны элек ҡулдан яҙғандар, шунан яҙыу машинкаһында баҫҡандар, хәҙер компьютерҙа. Яҙыусы ҡулъяҙманы нәшриәткә алып килә. Унда мөхәррир тигән кеше яҙыусыға китап матурыраҡ, яҡшыраҡ сыҡһын өсөн төрлө кәңәштәр бирә. Корректорҙар хаталарын төҙәтә. Рәссамдар һүрәттәр менән биҙәй.

Китаптарҙы типографияларҙа ҙур ҡағыҙ биттәрендә махсус машинкалар ярҙамында баҫалар. Ләкин гел шулай булмаған. Әйҙәгеҙ, бәләкәстәрем, тарихҡа күҙ һалайыҡ.

Кешеләр 6 мең йыл элек яҙырға өйрәнгән. Ә ҡағыҙ яһарға ни бары шунан алып 4 мең йыл уҙғас ҡына өйрәнгәндәр.

Ә ҡағыҙ юҡ саҡта ташҡа яҙғандар.Тәүтормош кешеләре мәмерйәләрҙә йәшәгән һәм уларҙың стеналарына һүрәттәр төшөргән. Улар әлегә тиклем һаҡланған. Башҡорт...

17.05.2017

Эттәр – һалдаттарҙың тоғро ярҙамсыһы. Бигерәк тә һуғыш ваҡытында уларҙың  әһәмиәте ҙур булған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас,  Совет Армияһында хеҙмәт иткән һалдаттар менән эттәр ҙә яуға киткән.

Улар мина эҙләгән. Мина эҙләүсе эттәрҙе сапер эттәр тип йөрөтәләр. Эттәр, шулай уҡ, фронттың алғы һыҙығына боеприпастар ташыған, кәрәкле документтар алып барған.

Эттәр  дошман танкыларын шартлатҡан. Һуғышта уларҙы һаҡсы итеп тә ҡулланғандар.

Санитар эттәр булған. Улар яралы һалдаттарҙы бик тиҙ эҙләп тапҡан һәм яу яланынан һөйрәп алып сыҡҡан йә, тауыш биреп, шәфҡәт туташын саҡырған.

Шулай итеп, дуҫтарым, Совет Армияһында һуғыш осоронда бөтәһе 700 меңдән ашыу эт ҡатнашҡан һәм меңләгән һалдатты үлемдән һаҡлап алып ҡалған. Шуға ла уларҙы “дүрт аяҡлы һалдат” тип йөрөткәндәр.

Хәҙерге з...

16.05.2017

Ҡарр! Ҡарр! Ҡарр!

Ҡарға бутҡаһына барр!

Ҡарр! Ҡарр! Ҡарр!

Ҡарғатуйға барр, барр, барр!

Ҡарғатуйға бармағандың

Күңеле булыр тарр, тарр!

Ҡарғатуйға барр, барр!

Һөлгө йыям, күрегеҙ,

Һеҙ ҙә бүләк бирегеҙ.

Аллы-гөллө һөлгө тағып,

Ҡарғатуйға килегеҙ!

Бәләкәс дуҫтарым, беҙ бөгөн халҡыбыҙҙың  яҙ байрамдарының береһе - Ҡарға бутҡаһы хаҡында һөйләшәбеҙ. Ошо хаҡта Фәйрүзә Фәтҡуллина апай яҙған хикәйәне һәм Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина апай ижад иткән шиғырҙарҙы тыңлайбыҙ

15.05.2017

Бәләкәс дуҫтарым, беләһегеҙме, сәскәләр ҙә илай. Тик өнһөҙ генә илай улар. Үҫемлектәр барыһын да һиҙә, эргәһенә килгән кешенең яҡшы күңеллеме, әллә насармы икәнен тоя икән. Бына муйылдар ҙа сәскә атты. Күптәр был хуш еҫле сәскәләрҙе ағастың ботағы менән һындырып алырға ярата. Дуҫтар,оҙон һыуыҡ ҡышты еңеп сыҡҡас, әйҙә, шатланып сәскә атыһын муйылдар. Өҙмәйек, һындырмайыҡ уларҙы.

12.05.2017

Май айы - тәбиғәттең иң матур, саф һәм таҙа сағы. Бөрөнән яңы сыҡҡан япраҡтар ялтыр, йомшаҡ.

Уларҙы ыуыҙ япраҡтар тип йөрөтәләр.

Май айын беҙҙең ата-бабаларыбыҙ һабанай тип йөрөткән, сөнки был айҙа баҫыуҙарҙа эш ҡайнай, баҡса ултырталар. Май айын байрамдар айы тип тә әйтәләр. Сөнки май айында беҙ 1 май – Яҙ һәм хеҙмәт байрамын, ә 9 майҙа Еңеү көнөн билдәләйбеҙ.

Бөгөн беҙ Зарема Әхмәтйәнова апайығыҙ яҙған «Кем ул май?» тигән әкиәт тыңлайбыҙ.

11.05.2017

Ҡаты әйбергә бәргәндә туп һикерә һәм “туп” иткән тауыш сығара. Төрки халыҡтарҙа “топ” тип йөрөтәләр, был “шар” тигәнде аңлата.

Туп уйнарға борондан яратҡандар. Мәҫәлән, Боронғо Ҡытайҙа ике мең йыл элек  хәрбиҙәр бер-береһенә ҡаршы  туп тибеп күнекмәләр яһаған.Шулай уҡ ҡытай ҡыҙҙары ла туп тибеп уйнарға яратҡан.

Боронғо Грецияла һәм Римдә  егеттәр һәм ҡыҙҙар кәүҙәләре матур булһын өсөн туп уйнарға тейеш булған.

Туп - бөтә халыҡтарҙың да яратҡан уйынсығы булған. Боронғо Грецияла, Римдә һәм Мысырҙа тупты хатта хөрмәт иткәндәр.Сөнки туп ҡояш кеүек түңәрәк. Шулай булғас, ул тылсымлы көскә эйә тип ышанғандар.

Ә Америка индеецтары өсөн туп уйынсыҡ булмаған, уға Ҡояшты, Айҙы һәм Ерҙе һынландырыусы изге әйбер тип ҡарағандар.

Башҡорттар тупты ағастан ҡырып яһағандар. Хал...

10.05.2017

Кәкүк ситеге орхидеялар ғаиләһенән. Сәскәләре лә оҡшаш. Тик кәкүк ситеге бер һабаҡта берәр генә сәскә ата.Элегерәк күп итеп йыйғандар ҙа шуға улар бөтә яҙған, һирәк кенә осрай. Кәкүк ситеге «Ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән.

Юғала барған үлән- сәскә, ағастар, ҡоштар, бөжәктәр һәм башҡа тереклек «Ҡыҙыл китап» тип аталған китап биттәренә теркәлә. Уның һәр бите кешеләрҙе миһырбанлыҡҡа өндәй, беҙҙе бар иткән тәбиғәткә һаҡсыл ҡарарға саҡыра.

Гөлнур Яҡупова апайығыҙ ижад иткән «Кәкүк ситеге» тигән әкиәтте, әйҙәгеҙ, бәләкәс дуҫтарым, бергәләп тыңлайыҡ. 

 

05.05.2017

Оҙаҡламай күркәм байрам - Еңеү көнө етә. Бәләкәс дуҫтарым, олатай-өләсәйҙәребеҙ беҙ тыныс йоҡлаһын өсөн, ил өҫтөндә шатланып көлгән балалар тауышы тынмаһын тип,  ҙур ғәрәсәткә ҡаршы сыҡҡан һәм еңеү яулаған. Ә беҙ шул еңеүҙең ҡәҙерен белеп, матур итеп йәшәйек.

Малайҙар, ҡыҙҙар, ветеран олатай-өләсәйҙәрҙе  хөрмәт итәйек, ҡәҙерләйек, уларға ярҙам итеп торайыҡ.

Беҙ бөгөн Гүзәл Ситдиҡова өләсәй ижад иткән "Ҡарт олатай иҫтәлеге" тигән хикәйә тыңлайбыҙ.

04.05.2017

Башҡорттар элек-электән иген үҫтергән: бойҙай, арпа, һоло, киндер сәскән улар. Ә яҙғы сәсеүҙән һуң гөрләтеп һабантуй байрамы уҙғарғандар.

Агроном – юғары белемле ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Ул баҡсасылыҡ, баҫыусылыҡ бөтә нәмәне лә белә. Ә бына  «Өс ҡарбуз орлоғо» тигән үзбәк халыҡ әкиәтендәге ҡарбуздар ябай булмаған. Әйҙәгеҙ, тыңлайыҡ.

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 5..7°C
иртән 3..5°C
көндөҙ 7..9°C
кис 4..6°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.