Беҙҙең проекттар

12.05.2017

Май айы - тәбиғәттең иң матур, саф һәм таҙа сағы. Бөрөнән яңы сыҡҡан япраҡтар ялтыр, йомшаҡ.

Уларҙы ыуыҙ япраҡтар тип йөрөтәләр.

Май айын беҙҙең ата-бабаларыбыҙ һабанай тип йөрөткән, сөнки был айҙа баҫыуҙарҙа эш ҡайнай, баҡса ултырталар. Май айын байрамдар айы тип тә әйтәләр. Сөнки май айында беҙ 1 май – Яҙ һәм хеҙмәт байрамын, ә 9 майҙа Еңеү көнөн билдәләйбеҙ.

Бөгөн беҙ Зарема Әхмәтйәнова апайығыҙ яҙған «Кем ул май?» тигән әкиәт тыңлайбыҙ.

11.05.2017

Ҡаты әйбергә бәргәндә туп һикерә һәм “туп” иткән тауыш сығара. Төрки халыҡтарҙа “топ” тип йөрөтәләр, был “шар” тигәнде аңлата.

Туп уйнарға борондан яратҡандар. Мәҫәлән, Боронғо Ҡытайҙа ике мең йыл элек  хәрбиҙәр бер-береһенә ҡаршы  туп тибеп күнекмәләр яһаған.Шулай уҡ ҡытай ҡыҙҙары ла туп тибеп уйнарға яратҡан.

Боронғо Грецияла һәм Римдә  егеттәр һәм ҡыҙҙар кәүҙәләре матур булһын өсөн туп уйнарға тейеш булған.

Туп - бөтә халыҡтарҙың да яратҡан уйынсығы булған. Боронғо Грецияла, Римдә һәм Мысырҙа тупты хатта хөрмәт иткәндәр.Сөнки туп ҡояш кеүек түңәрәк. Шулай булғас, ул тылсымлы көскә эйә тип ышанғандар.

Ә Америка индеецтары өсөн туп уйынсыҡ булмаған, уға Ҡояшты, Айҙы һәм Ерҙе һынландырыусы изге әйбер тип ҡарағандар.

Башҡорттар тупты ағастан ҡырып яһағандар. Хал...

10.05.2017

Кәкүк ситеге орхидеялар ғаиләһенән. Сәскәләре лә оҡшаш. Тик кәкүк ситеге бер һабаҡта берәр генә сәскә ата.Элегерәк күп итеп йыйғандар ҙа шуға улар бөтә яҙған, һирәк кенә осрай. Кәкүк ситеге «Ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән.

Юғала барған үлән- сәскә, ағастар, ҡоштар, бөжәктәр һәм башҡа тереклек «Ҡыҙыл китап» тип аталған китап биттәренә теркәлә. Уның һәр бите кешеләрҙе миһырбанлыҡҡа өндәй, беҙҙе бар иткән тәбиғәткә һаҡсыл ҡарарға саҡыра.

Гөлнур Яҡупова апайығыҙ ижад иткән «Кәкүк ситеге» тигән әкиәтте, әйҙәгеҙ, бәләкәс дуҫтарым, бергәләп тыңлайыҡ. 

 

05.05.2017

Оҙаҡламай күркәм байрам - Еңеү көнө етә. Бәләкәс дуҫтарым, олатай-өләсәйҙәребеҙ беҙ тыныс йоҡлаһын өсөн, ил өҫтөндә шатланып көлгән балалар тауышы тынмаһын тип,  ҙур ғәрәсәткә ҡаршы сыҡҡан һәм еңеү яулаған. Ә беҙ шул еңеүҙең ҡәҙерен белеп, матур итеп йәшәйек.

Малайҙар, ҡыҙҙар, ветеран олатай-өләсәйҙәрҙе  хөрмәт итәйек, ҡәҙерләйек, уларға ярҙам итеп торайыҡ.

Беҙ бөгөн Гүзәл Ситдиҡова өләсәй ижад иткән "Ҡарт олатай иҫтәлеге" тигән хикәйә тыңлайбыҙ.

04.05.2017

Башҡорттар элек-электән иген үҫтергән: бойҙай, арпа, һоло, киндер сәскән улар. Ә яҙғы сәсеүҙән һуң гөрләтеп һабантуй байрамы уҙғарғандар.

Агроном – юғары белемле ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Ул баҡсасылыҡ, баҫыусылыҡ бөтә нәмәне лә белә. Ә бына  «Өс ҡарбуз орлоғо» тигән үзбәк халыҡ әкиәтендәге ҡарбуздар ябай булмаған. Әйҙәгеҙ, тыңлайыҡ.

03.05.2017

Ҡайын ағасының һуты бик файҙалы. Тик уны йыйғанда ағас менән һаҡ тотонорға кәрәк. Һутты бәләкәй, йәш ағастарҙан йыйырға ярамай, сөнки улар ҡорой. Ҙур булып үҫкән көслө ағастарҙың ғына һыуын алырға була. Тик унда ла ағастың ҡабығында бәләкәй генә тишек быраулап. 

Ҡайын һутын элекке замандарҙан уҡ ҡулланғандар. Унда В6, В12 витаминдары күп. В6 - кешенең нервылары өсөн файҙалы, В12 - ҡанда гемоглабин яһауҙа ҡатнаша, матдәләр алышыныуҙа булышлыҡ итә. Ҡайын һыуы ашҡаҙан, бауыр өсөн дә бик шифалы. Матурлыҡ өсөн дә файҙалы - бит тиреһе майлы булһа, ҡайын һуты менән йыуалар, яҙғыһын биткә сыҡҡан пигмент таптарын, һипкелдәрҙе бөтөрә. Ҡайындың бөрөләре лә, япраҡтары шифалы. Бөрөләре яраларҙы уңалта. Япрағынан миндек яһайҙар. Мунсала ҡайын япрағынан яһалған миндек менән сабынһаң, тәндәр еңеләйеп...

02.05.2017

 

Яҙын умырзая, үгә инә үләне, бәпембә, һөтлөгән, кәзә һаҡалы кеүек үҫемлектәр иң тәүгеләрҙән булып сыға. Һөтлөгән менән кәзә һаҡалы ашарға яраҡлы.

Кәзә һаҡалының нисек килеп сығыуы хаҡында Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина апайығыҙ бик ҡыҙыҡ әкиәт яҙған. Әйҙәгеҙ, бәләкәстәр, бергәләп тыңлайыҡ.

 

 

28.04.2017

Бәпембәләр - бәләкәй генә ҡояштар. Бәпембәләр сәскә атҡан ваҡытта тирә-яҡ яҡтырып, йылылыҡ бөркөп торғандай. Үҙәре лә бит йомшаҡ ҡыналар. Ә мин бәпкәгә оҡшатам уларҙы. Йомортҡанан яңы сыҡҡан себештәр ҙә бәпембәгә оҡшаған.

Рәсимә Ураҡсина апайығыҙҙың бәпембә хаҡында бик ҡыҙыҡлы әкиәте бар. Әйҙә, бәләкәстәр, бергәләп тыңлайыҡмы?

 

 

27.04.2017

Ҡарлуғастар ғүмерҙәренең күпселек өлөшөн һауала уҙғара, ергә улар бик һирәк төшә. Атлап йөрөргә улар бөтөнләй яратмай тиһәң дә була. Улар осоп барышлай бөжәктәрҙе эләктереп алып ашайҙар, һыу эсәләр, хатта осҡан ыңғайы йоҡлап та алалар.

Донъяла ҡарлуғастың 120 төрө бар. Беҙҙең илебеҙҙә унға яҡын төрө йәшәй. Шуларҙың иң билдәлеләре ҡала, ауыл һәм яр ҡарлуғастары. Ҡышҡылыҡҡа йылы яҡтарға осоп китәләр.

Кешеләр элек-электән бик яратҡан был ҡоштарҙы. Боронғо Мысырҙа уны аллаларҙың изге ҡошо тип һанағандар, ә Ҡытайҙа әгәр ҙә берәй кемдең өйөнөң ҡыйығына ҡарлуғас оя ҡорһа, был йортта оҙаҡламай туй буласаҡ һәм уларҙың бик күп балалары тыуасаҡ тип ышанғандар. Эстония тигән илдә аҡсаға ҡарлуғас һүрәте һуғылған. Ә беҙҙең илдә ҡарлуғастарҙы яҡшы хәбәр алып килеүсе ҡош тип йөрөтәләр. Шулай уҡ...

25.04.2017

Күп хайуандар ер соҡой, ә һуҡыр сысҡан улар араһында иң оҫтаһы. Һин әйтмешләй, чемпион. Һуҡыр сысҡан, бөжәк ашаусы иҫ киткес хайуан: ул бөтә ғүмерен ер аҫтында уҙғара. Ер аҫты юлдарын үҙенең  осло башы менән киңәйтә һәм көрәк кеүек тәпәйҙәре менән ерҙе алып ташлай. Йомшаҡ һәм ҡыҫҡа ғына йөнө уға алға ла, артҡа ла йөрөргә ярҙам итә.Соҡоп барған юлы буйлап һуҡыр сысҡан алға бара. Әгәр ҙә артҡа китергә кәрәк булһа, ул борола алмай, шуға ла артҡы яҡҡа шыуышырға кәрәк була. Хайуандарҙың йөнө бер йүнәлештә үҫә. Ә һуҡыр сысҡанда уларҙың йүнәлеше юҡ. Ниндәй  яҡҡа бара, шул яҡҡа ята.

Һуҡыр сысҡан һалған ер аҫты юлдары йөҙәр метрға һуҙыла. Унда йоҡо бүмәһе лә, һунар итер өсөн оҙон-оҙон коридорҙары ла була. Йоҡо бүлмәһенә ҡоро үлән, япраҡ, мүк түшәп сыға. Ҡурҡыныс тыуа ҡалһа тип, йәшерен  сығыу урын...

24.04.2017

Кешеләр йыш ҡына тәлмәрйен менән әрмәндене бутай. Улар икеһе лә ер-һыу хайуаны. Тимәк, ҡоро ерҙә лә, һыуҙа ла йәшәйҙәр. Тышҡы ҡиәфәттәре лә оҡшаш.

Тәлмәрйендең аяҡтары оҙон һәм йыраҡҡа һикерә ала.Шәп итеп йөҙөп йөрөй. Тиреһе шыма, күп осраҡта һорғолт йәки  йәшел була.  Ә әрмәнде һоро төҫтә һәм тиреһе ҡутырлы. Күберәк ҡоро ерҙә йәшәй һәм бик насар йөҙә. Мәтеле тупраҡҡа күмелеп ултырырға ярата. Тәлмәрйен дә, баҡа ла йомортҡаларын һыуға һала. Ваҡыты еткәс уларҙан сүмесбаштар сыға. Үҫеп еткәс, әрмәнделәр ҡоро ергә сыға, ә тәлмәрйендәр һыуҙа йәшәүен дауам итә.

Ҡышҡылыҡҡа тәлмәрйен дә, әрмәнде  лә  мәтегә күмелеп ҡатып ҡала. Был ваҡытта уларҙың хатта йөрәге лә туҡтап тора.

Тәлмәрйендәр ҙә, әрмәнделәр ҙә  бик файҙалы хайуандар, сөнки улар баҡсаларҙа йәшәгән төрлө ҡоротҡос бөжәктәр...

21.04.2017

Ҡушамат тағыу, исем аташыу, үсекләшеү электән килгән. Ләкин үсекләшкәндә иптәшеңде кәмһетергә ярамай. Әгәр ул үпкәләй икән, былай шаярыу урынһыҙ. Беҙ бөгөн тыңлаясаҡ Гөлсирә Шафиҡова апай яҙған "Әтәстән нисек ҡотолдоҡ" тигән хикәйәлә лә һүҙ исем аташыу, үсекләшеү хаҡында бара. Әйҙәгеҙ, бергәләп тыңлайыҡ.

20.04.2017

Башҡорт халҡы борон-борондан ҡуй, һарыҡ тотҡан. Ите табынға ризыҡ булһа, тиреһенән йылы тун һәм бүрек теккәндәр, йөнөнән аяҡ-ҡулға бейәләй, ойоҡбаштар бәйләгәндәр. Тағы ла һарыҡ йөнөнән тула баҫҡандар. Тула тип өй шарттарында яһалған буҫтауҙы әйтәләр. Был ауыр һәм күмәк кеше эшләй торған эш. Шуға күрә тула баҫыу өсөн өмәгә әтер булғандар. Күк, зәңгәр төҫкә буялған туланан сәкмән теккәндәр. Уны яҙын-көҙөн еңел пальто урынына кейгәндәр. Һарыҡ йөнөнән иләнгән ептәрҙән бик матур балаҫтар ҙа һуғалар. Аҫалы балаҫ тип атала. Аҫалы балаҫ һуғыу серҙәрен Факиһа Туғыҙбаева инәйегеҙ бик матур итеп үҙенең хикәйәһендә тасуирлаған. Тыңлайыҡ.

18.04.2017

Ҡыйыҡтан тып-тып тамсылар тама. Ҡар көндән-көн аҙая. Ә  ҡояш нурҙары шундай яҡты, сағыу. Урамда эй рәхәт. Урамға сыҡһаң, өйгә кире инге килмәй . Яҙ килде бит, яҙ! Ә яҙ ҡайҙан килә һуң? Ҡоштар кеүек йылы яҡтанмы? Дуҫтар, һеҙҙең шул турала уйлағанығыҙ бармы? Әйҙәгеҙ, яуапты Әлфиә исемле ҡыҙыҡай менән бергәләп эҙләйек.

 

14.04.2017

Илебеҙҙә иң күренеклеһе Урал тауҙары. Улар төнъяҡтан көньяҡҡа табан бөтә ил аша һуҙылған. Элек Уралды Рус еренең таш билбауы тип йөрөткәндәр, сөнки ул илдең Европа өлөшөн Азия өлөшөнән айырып тора. Урал тауҙары бейек түгел. Ләкин ул элек-электән сығағылған ҡаҙылма байлыҡтары менән данлыҡлы. Бигерәк тә ғәжәп матур малахит һәм ҡиммәтле аҫылташ – зөбәржәт билдәле.

Ирәмәл – Көньяҡ Уралдың иң матур тауы. Бейеклеге буйынса икенсе урында тора. Уның бейеклеге – 1582 метр. Беренсе урында – Ямантау – 1640 метр. Ирәмәл – элек-электән изге тау йәки ырымлы тау тип йөрөтөлгән. Ирәмәлгә менеп етһәң, бар арыу-талыуҙарың юҡҡа сыға. Уны кешегә көс биреүсе имле тау тип һанағандар. Яҡын-тирәлә йәшәүсе кешеләр хатта Ер кендеге тип уйлағандар уның тураһында.

Ҡайһы бер ғалимдар Ирәмәл һүҙенең килеп сығышын боронғо...

12.04.2017

1961 йылдың 12 апрелендә Юрий Гагарин космосҡа юл аса. Ә уға тиклем эттәрҙе генә осороп ҡарағандар. 1957 йылдың 3 ноябрендә Ер орбитаһына Лайка исемле этте ултыртып, "Юлдаш-2" тигән космос карабы сығарыла. Үкенескә ҡаршы, Лайка кире әйләнеп ҡайтмай. Шунан һуң Белка һәм Стрелка исемле эттәрҙе осоралар. Улар иҫән-һау әйләнеп ҡайта. Эттәр өсөн эшләнгән ракеталар кер машинаһы ҙурлыҡ ҡына булған.

Беҙҙең атай-олатайҙар йондоҙҙар менән борон-борон ҡыҙыҡһынған. Башҡорт өс нәмәне белергә тейеш тигән улар: халҡының тарихын, ижадын һәм йондоҙҙарҙы. Йондоҙҙарға арнап әкиәттәр, йырҙар, легендалар сығарғандар. Бөгөн беҙ Етегән йондоҙ хаҡында легенданы бергәләп тыңлайбыҙ.

11.04.2017

Йәнлектәрҙең ҡышҡы тундары йылы, мамыҡтан ғына тора. Ә бына яҙғылыҡҡа улаҙың мамыҡтары ҡойола. Был ҡау ҡойоу тип атала. Йорт хайуандары ла, яҙ еткәс, ҡау ҡоя. Хатта йыландар ҙа яҙ еткәс, иҫке тунын һалып, яңыһын кейеп ала.

Беҙ бөгөн "Әрмәнде тун" тигән башҡорт халыҡ әкиәтен тыңлайбыҙ.

10.04.2017

Дуҫтарым, әйҙәгеҙ башта аҙна эсендәге көндәрҙең исемдәрен барлап алайыҡ.

Аҙнаның беренсе көнө - дүшәмбе, икенсе көнө - шишәмбе, өсөнсө көнө - шаршамбы, дүртенсе көнө - кесаҙна, бишенсе көнө - йома, алтынсы көнө – шәмбе һәм етенсе көнө йәкшәмбе тип атала.

Дуҫтарым, көн исемдәрен беҙ тиккә генә иҫкә төшөрмәнек.  Тажикстандың баш ҡалаһы ла аҙнаның бересе көнөнөң исемен йөрөтә. Дүшәнбе тип атала. Тажикстан тауҙар иле, уның 93% - тау. Уңдырышлы баҫыуҙар унда күп түгел, шуға ла икмәк иң ҡәҙерле аҙыҡ. Тажиктар бер ҡасан да икмәкте ташламай,  йөҙтүбән һалмайҙар һәм бер ҡасан да бысаҡ менән телмәйҙәр, һындырып алып ҡына ашайҙар. Беҙ бөгөн "Кукуруз бөртөгө" тигән тажик халыҡ әкиәтен тыңлайбыҙ.

06.04.2017

Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта Шамонино ауылының “Ысыҡҡай” балалар баҡсаһына йөрөгән Нәркәс Вәхитова.

Хәтәр шәп ҡыҙыҡай булып сыҡты 4 йәшлек Нәркәс Вәхитова. Беҙгә ул әкиәттәр, шиғырҙар һөйләне. Үҙе менән бик күп рәсемдәрен дә алып килгәйне. Һүрәттәре сағыу, мәғәнәле: уларҙа матур-матур өйҙәр, сәскәләр, ата-әсәһе, туғандары, үҙе төшөрөлгән.  Киләсәктә беҙ уның һау-сәләмәт булып үҫеүен, бәхетле булыуын теләйбеҙ.

05.04.2017

Китаптың ҙур тарихы бар. Иң башта яҙыусы үҙ башында тыуған әҫәрҙәрен ҡағыҙға теркәй. Был ҡулъяҙма тип атала. Уны элек ҡулдан яҙғандар, шунан яҙыу машинкаһында баҫҡандар, хәҙер компьютерҙа. Яҙыусы ҡулъяҙманы нәшриәткә алып килә. Унда мөхәррир тигән кеше яҙыусыға китап матурыраҡ, яҡшыраҡ сыҡһын өсөн төрлө кәңәштәр бирә. Корректорҙар хаталарын төҙәтә. Рәссамдар һүрәттәр менән биҙәй.

Китаптарҙы типографияларҙа ҙур ҡағыҙ биттәрендә махсус машинкалар ярҙамында баҫалар. Ләкин гел шулай булмаған. Әйҙәгеҙ, бәләкәстәрем, тарихҡа күҙ һалайыҡ.

Кешеләр 6 мең йыл элек яҙырға өйрәнгән. Ә ҡағыҙ яһарға ни бары шунан алып 4 мең йыл уҙғас ҡына өйрәнгәндәр.

Ә ҡағыҙ юҡ саҡта ташҡа яҙғандар.Тәүтормош кешеләре мәмерйәләрҙә йәшәгән һәм уларҙың стеналарына һүрәттәр төшөргән. Улар әлегә тиклем һаҡланған. Башҡорт...

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 19..21°C
иртән 20..22°C
көндөҙ 27..29°C
кис 26..28°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.