Беҙҙең проекттар

14.03.2017

Берҙәмлек, ойошоп эшләү хаҡында мәҡәлдәр күп телебеҙҙә: мәҫәлән, ауыр эште күмәк ҡул еңгән, берлектә - көс, күмәк күтәрһә - күлде күсерер... "Ҡамыр батыр" әкиәтендә лә батырҙар бер-береһенә ярҙам итеп, Дейеү батшаны еңгәндәр. Ҡамыр батыр әкиәтенең аҙағын бергәләп тыңлайыҡ, бәләкәс дуҫтарым.

13.03.2017

Ат - башҡорттарҙың иң яратҡан малы булған. Халҡыбыҙ борон замандарҙан йылҡы ҡараған. Батырҙар атҡа атланып ил һаҡлаған. "Ир-егеттең күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр", "Ир ҡанаты -ат", тип тиккә генә әйтмәгәндәр. Ҡамыр батыр ҙа ил өҫтөнә килгән Дейеү батшаға ҡаршы яуға сығырға булғас, атаһынан ниндәй атты атланайым, тип һораған. Атаһы уға: "Йылҡы араһына ин дә, ҡайһы һиңә боролоп ҡарай, шуныһын эйәрлә", - тип кәңәш иткән. Батырға алама ғына бер тай боролоп ҡараған... Ҡамыр батырҙың мажараларын тапшырыуҙы тыңлағас белерһегеҙ, бәләкәс дуҫтарым.

03.03.2017

Рәхмәт, рәхмәт яуһын, зинһар өсөн, эшегеҙ уң булһын, аҡ юлдар теләйем, оҙон ғүмерле бул, тел асҡыстары бирһен, хәйерле көн... һанай китһәң, күп инде тылсымлы һүҙҙәр. Телмәреңдә ана шундай һүҙҙәр ҡулланып, яғымлы итеп һөйләшһәң, үҙеңде һәр кем оҡшатыр, үтенесеңде лә кире ҡаҡмаҫтар. 

Беҙ бөгөн Фәүзиә рәхимғолова инәйҙең "Ҡолонсаҡ" тигән хикәйәһен тыңлайбыҙ.

02.03.2017

Дуҫтар, бөгөн 2 март – "Тамыр" балалар каналының тыуған көнө. Бала саҡ – кеше тормошоноң  иң күркәм сағы. Бала саҡ хәтирәләре кеше күңелендә ғүмер буйы һаҡлана. Малайҙар, ҡыҙҙар, ана шул мәлде тағы ла сағыуыраҡ, матурыраҡ  итеү өсөн геройҙарыбыҙ, авторҙарыбыҙ, режиссерҙарыбыҙ һәм каналда хеҙмәт иткән башҡа һөнәр эйәләре балалар уртаһында гөрләтеп эшләй, ижад итә, эҙләнә, тәрбиәләй.  Байрам менән, дуҫтар!

01.03.2017

Беҙ бөгөн, бәләкәс дуҫтарым, Рәшиҙә Шәмсетдинова апайҙың "Бейеүсе болан" тигән шиғырҙар китабы менән танышабыҙ, шиғырҙарын уҡыйбыҙ.

27.02.2017

Дуҫтарым, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары муйын биҙәгес әйберҙәрен элек-электән яратҡан. Шуға ла улар бигерәк күп төрлө, атамалары ла төрлөсә. Мәҫәлән, ҡытайҙы төрлө төбәктә төрлөсә йөрөткәндәр: мунсаҡ, муйынсаҡ, муйын бәйе, төймә, гәрәбә, эрмәржен, бусый, ҡытай тип. 

Тағы ла башҡорт ҡыҙҙары мәрйен тағырға  яратҡан. Муйынға саф көмөш тәңкәнән торған биҙәгестәр ҙә ҙә кейгәндәр.  Өс ҡат тәңкәнән торған муйын биҙәгесен иҙеү тип тә йөрөтәләр. Күкрәк биҙәгестәре селтәр, алмиҙеү, муйса һәм һаҡал була.

Һаҡал – күкрәк биҙәүесе.  Уны төрлө таштар, мәрйендәр менән биҙәп яһар булғандар. Мәрйен һәм таштарҙың төҫө лә мөһим. Мәҫәлән, ҡыҙыл төҫ  эшкә һәләтлекте арттыра, ҡан баҫымын яйға һала. Аҡ таштар күҙҙе һаҡлай, осҡорлоғон яҡшырта, йәшел төҫлө таштар тынысландыра. Ай ташы, мәрйен, ҡыҙыл яҡу...

22.02.2017

23 февраль - Ватанды һаҡлаусылар көнө. Сөнки 1918 йылдың 23 февралендә Совет Армияһы төҙөлгән.Ул саҡта Рәсәй дәүләтен Советтар иле тип йөрөткәндәр.

Байрамығыҙ менән, буласаҡ ил һаҡсылары!

21.02.2017

Ә беләһегеҙме, бәләкәс дуҫтарым, элекке замандарҙа ҡулдарына уҡ-һаҙаҡ һәм ҡурай тотоп башҡорт атлылары меңәр саҡрымлыҡ поход юлдары үткән.

Башҡорттар борон-борондан хәрби хеҙмәткә үҙенең ҡоралы, кейеме һәм аты менән барған. Уларҙан берҙәм униформа талап итмәгәндәр, һәр кем үҙ мөмкинлегенән сығып ҡоралланған. 1812 йылда Франция императоры Напалеон ғәскәрҙәре баҫып ингәс, батша хөкүмәте башҡорттарҙан полктар ойоштороу хаҡында фарман сығара. Француз яуына барған башҡорт яугирҙәре мылтыҡ, пистолет, ҡылыс, һөңгө һәм, әлбиттә, уҡ-һаҙаҡ менән ҡоралланып, Ватан һағына баҫа.

1812 йылғы Ватан һуғышында француздар башҡорт яугирҙәрен “Төньяҡ амурҙары” тип атай. Сөнки ҡулына уҡ-һаҙаҡ тотҡан бәләкәй малай фәрештәләрҙе француздар амур тип йөрөткән. Уҡ-һаҙаҡ менән ҡоралланған башҡорт һалдаттарын күргәс, уларҙ...

20.02.2017

Алтын, аҫылташтар ҡиммәт тора. Ләкин алтындан да ҡиммәтерәк нәмәләр күп булған.Мәҫәлән, элекке замандарҙа шоколад алтындан ҡиммәтерәк торған. Сөнки шоколад яһай торған какао ағасы ер йөҙөндә бер генә урында - Мексикала ғына  үҫкән. Тағы ла фарфор ҡиммәт торған. Фарфор вазаларҙы, һауыт-һабаны бары Ҡытайҙа ғына яһағандар. Тағы ла ебәк ҡиммәт булған. Уны ла Ҡытайҙа ғына яһағандар. Тағы ла бер ҡиммәт нәмә булған, уның хаҡы алтындан мең тапҡырға күберәк торған, уның өсөн хатта илдәр араһында һуғыштар тоҡанған. Уны дарыу итеп кенә ҡулланған замандар ҙа булған.Ул - тоҙ. Икмәк тә ҡиммәт, сөнки унда бик күп хеҙмәт кешеләренең хеҙмәте һалынған. Беҙ бөгөн "Уландар нисек итеп атай хазинаһын тапҡан" тигән молдаван халыҡ әкиәтен тыңлайбыҙ.

17.02.2017

Малайҙар, ҡыҙҙар, кеше әйберен һорамайынса алырға ярамай. Рөхсәтһеҙ алһаң, урлашыу була. Урлашырға яратҡан кешеләрҙең ҡулы оҙоная икән. Ысын. Ышанмаһағыҙ, Гөлнара Мостафина апай яҙған "Оҙон ҡул" тигән әкиәтте тыңлағыҙ әле.

16.02.2017

 “Иләү” тапшырыуының бөгөнгө ҡунағы Нургиз Әхмәтовҡа 6 йәш. Ул шәжәрәһен яттан белә.Нургиз  халҡыбыҙҙың бөйөк ҡомартҡыһы “Урал батыр” эпосын  яттан һөйләүселәр бәйгенә әҙерләнә. Ул әлеге ваҡытта 110 юл ятлаған.

Ул 166-сы балалар баҡсаһына йөрөй. Китап уҡырға ярата. “Атайым менән әсәйем - хәрефтәр, ә Миләүшә инәйем ҡушып уҡырға өйрәтте”, - ти.  Китап уҡып туйһа, йәйен - велосипедта, ә ҡышын саңғыла елдереп килергә ярата. Әйҙәгеҙ, үҙен тыңлайыҡ.

15.02.2017

Кеше ни өсөн төш күрә, беләһегеҙме? Кеше көнө буйы арый, хатта эске ағзалары ла талсыға, шуның өсөн йоҡларға тейеш. Ул иң тәүҙә тәрән йоҡоға тала, был ваҡытта төш күрмәйһең, мейе һәм кәүҙә ял итә. Шунан һаҡ йоҡо менән алмашына, был ваҡытта инде кеше әйләнә-тулғана, хатта ауыҙ эсенән генә мөңгөрләп һөйләнергә мөмкин. Был ваҡытта ул төш күргән була. Унда көнө буйына кисергән хистәре, күргән ваҡиғалары, ишеткән хәбәрҙәре сағылыш таба.

Төштө һәр ваҡыт изгегә юрарға кәрәк.

14.02.2017

Ҡыҙылтүштәр ҡатнаш урмандарҙа йәшәй. Кеше күҙенә күренеп бармайҙар. Ағас бөрөләре, үлән орлоҡтары, еләктәр ашап йәшәй улар. Ҡышты үҙебеҙҙә уҙғаралар. Урманда аҙыҡ бөтһә, ҡыҙылтүштәр кеше торлағы янына осоп килә. Парктарҙа, баҡсаларҙа үҫкән балан, миләш емештәре менән туйына. Шуға ла беҙ уларҙы ҡышын ғына күрәбеҙ.

10.02.2017

Түгел ул ағас таяҡ, 

Түгел ул етеҙ аяҡ.

Исеме - ҡашығаяҡ.

Сәнске, бысаҡ, ҡалаҡтар,

Тәрилкә һәм сынаяҡ -

Бөтәһе лә ҡашығаяҡ.

Сүмес, батмус, фужерҙар,

Оло, бәләкәй таба -

Бөтәһе лә ҡашығаяҡ.

Ҡашығаяҡ эсендә кәстрүл бар,

Таба ла.

Ҡашығаяҡ эсендә 

Йә, әйтегеҙ тиҙерәк,

Кем нимә таба ала? - тип яҙған Айгөл Шәйәхмәтова апай. Бөгөн, бәләкәс дуҫтарым, һауыт-һаба хаҡында һөйләшәбеҙ.

09.02.2017

Мышы - иң ҙур болан. Бейеклеге 2 метрҙан ашыу. Ата мышы башында көрәктәй тарбаҡлы мөгөҙҙәр йөрөтә. Уларҙы һәр яҙ һайын һалып ташлай ҙа яңыһын үҫтереп ала. Мышы һөтө бик файҙалы икән, бәләкәс дуҫтарым. Беҙҙең илдә Кострома өлкәһендә берҙән-бер мышы фермаһы бар. Ул санаторий эргәһендә урынлашҡан, кешеләр шунда мышы һөтө менән дауаланырға килә. Мышы һөтөндәге бөтә матдәләр ҙә кеше организмы тарафынан үҙләштерелә. Ул аллергия менән яфаланғанда, ҡан сирҙәренән ныҡ файҙалы икән. Кешенең иммун системаһын нығыта.

Беҙ бөгөн Рәйес Ғабдрахмановтың "Беҙғолаҡ" тигән хикәйәһен тыңлайбыҙ.

08.02.2017

Ганс Христиан Андерсен ижад иткән әкиәттәрҙе ер йөҙөндәге бөтә кеше лә белә. Мәҫәлән, Кай һәм Герда хаҡында, аҡҡошҡа әйләнгән йәмһеҙ өйрәк бәпкәһе тураһында, борсаҡ өҫтөндәге принцесса, ҡырағай аҡҡоштар, көтөүсе булып кейенгән батша егете хаҡында, ерҙән атлап йөрөргә хыялланған һыу ҡыҙы тураһындағы йәнһүрәттәрҙе күргәнегеҙ барҙыр. Ана шул әкиәттәрҙе Андерсен ижад иткән. Ул Дания тигән илдә тыуған. Атаһы – башмаҡсы, ә әсәһе кер йыуыусы булған. Улар ярлы булһалар ҙа, улдарын уҡытҡандар. Ганс үҫмер сағында театр менән мауыҡҡан. Хатта үҙе эшләгән ҡурсаҡ театры ла булған. Уйлап сығарып һөйләргә яратҡан. Уҡыуын тамамлағас, яҙыша башлай: поэмалар, фантастик әҫәрҙәр ижад иткән. Тик уға билдәлелекте әкиәттәре алып килгән.  Уның менән дәрәжәле дәүләт эшмәкәрҙәре, яҙыусылар, шағирҙар танышырға теләгән. Хатта принц Людвиг ун...

07.02.2017

Бәләкәстәр, хат яҙыу өсөн дә оҫталыҡ кәрәк. Иң беренсе  Һаумыһығыҙ, тип  һаулыҡ һорашырға кәрәк. Дуҫтарыңа, тиҫтерҙәреңә сәләм, тиһәң дә була. Мәҫәлән, беҙ хатты өләсәй менән олатайға яҙайыҡ. Һаумыһығыҙ, олатай, өләсәй! Хаттың башында кемдән икәнен яҙырға: Күп сәләмдәр ебәреп һеҙгә ейәнең менән ейәнсәрең хат яҙа. Шунан хәбәреңде яҙаһың: Беҙ бик яҡшы йәшәп ятабыҙ. Балалар баҡсаһына йөрөйбөҙ. “Сәңгелдәк”кә, “Иләү”гә эшкә лә барабыҙ. Атай менән  әсәй ҙә эшләп йөрөйҙәр. Һеҙҙең хәлдәрегеҙ нисек? Ауырымайһығыҙмы? Беҙ һеҙҙе һағындыҡ. Байрам етһә, ҡунаҡҡа киләбеҙ. Ә хаттың аҙағында хушлашырға һәм үҙеңдең исемеңде яҙып ҡуйырға кәрәк...

06.02.2017

3 йәшлек Гүзәл Мостафинаны  “Бәйләнештә” сайтында күптәр бәләкәй ашнаҡсы тип белә. Гүзәл печенье бешерергә өйрәткән видеояҙма бик күп лайыҡтар һәм комментарийҙар йыйҙы. Бөгөн ул “Иләү” тапшырыуында ҡунаҡта. Тағы нимәләр бешерергә өйрәтер икән уңғанбикә ҡыҙыҡай?

03.02.2017

Теш ныҡ булһын өсөн алма, сухари кимерергә кәрәк, ти теш табиптары. Ҡайһы балалар ҡаты икмәкте яратмай. Малайҙар, ҡыҙҙар, икмәктең бәләкәй генә ярсығы ла һинән оло, тиҙәр өлкәндәр. Шуға күрә икмәкте ултырып, валсығын иҙәнгә ҡоймай ғына ашарға кәрәк. Икмәкте мейестән алғас, өҫтөн йомшаҡ сепрәк менән ябып торорға кәрәк. Быуы сығып торған эҫе икмәкте ашарға ярамай, сөнки ашҡаҙанға ауыр була, ауыҙығыҙ, тамағығыҙ бешер. Ә беләһегеҙме, бәләкәс дуҫтарым, ашҡаҙанға саҡ ҡына ҡатыраҡ икмәк оҡшай икән, хатта бер аҙ ҡыҙҙырып ашарға тәҡдим итә табибтар. Беҙ бөгөн "Ҡаты-ҡото" тигән башҡорт халыҡ әкиәтен тыңлайбыҙ.

02.02.2017

Нимә ул өлөш? Ышаныуҙар буйынса, донъя бер бөтөн. Шул бөтөндән һәр кемгә өлөш тейә. Кемгәлер яҡшыраҡ өлөш төшә, уны өлөшлө кеше тейҙәр. Өлөшлө кешенең эше һәр ваҡыт уң була, ул һөймәләкле, бәхетле була.

Өләсәйҙәр гел генә:”Аша, өлөшөңдө ҡалдырма”, - ти.

Эйе, өлөшөңдө ҡалдырырға ярамай шул, сөнки өлөш кешенең тормошон, яҙмышын билдәләй тип һанала. Өлөш менән бәйле ышаныуҙар, ырымдар, йолалар күп халҡыбыҙҙа. Мәҫәлән, элек байрамдарға  бүләкте өйҙән-өйгә йөрөп йыйғандар. Һабан туйына, Ҡарға бутҡаһына ярма, йомортҡа, май, һөт һәм башҡа ашамлыҡтар, йәғни өлөштәр йыйғандар. Тимәк, байрамға һәр кем өлөшө менән килә булып сыға. Ҡарға бутҡаһы байрамында йола бутҡаһы бешкәс, һәр кемгә өлөш бүленгән, шулай уҡ өлөш ҡоштарға, ағастарға, таштарға ла һалынған. Ҡорбан салғанда, һуғым һуйған...

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

көндөҙ -16..-18°C
кис -18..-20°C
төндә -14..-16°C
иртән -19..-21°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.