Беҙҙең проекттар

10.02.2017

Түгел ул ағас таяҡ, 

Түгел ул етеҙ аяҡ.

Исеме - ҡашығаяҡ.

Сәнске, бысаҡ, ҡалаҡтар,

Тәрилкә һәм сынаяҡ -

Бөтәһе лә ҡашығаяҡ.

Сүмес, батмус, фужерҙар,

Оло, бәләкәй таба -

Бөтәһе лә ҡашығаяҡ.

Ҡашығаяҡ эсендә кәстрүл бар,

Таба ла.

Ҡашығаяҡ эсендә 

Йә, әйтегеҙ тиҙерәк,

Кем нимә таба ала? - тип яҙған Айгөл Шәйәхмәтова апай. Бөгөн, бәләкәс дуҫтарым, һауыт-һаба хаҡында һөйләшәбеҙ.

09.02.2017

Мышы - иң ҙур болан. Бейеклеге 2 метрҙан ашыу. Ата мышы башында көрәктәй тарбаҡлы мөгөҙҙәр йөрөтә. Уларҙы һәр яҙ һайын һалып ташлай ҙа яңыһын үҫтереп ала. Мышы һөтө бик файҙалы икән, бәләкәс дуҫтарым. Беҙҙең илдә Кострома өлкәһендә берҙән-бер мышы фермаһы бар. Ул санаторий эргәһендә урынлашҡан, кешеләр шунда мышы һөтө менән дауаланырға килә. Мышы һөтөндәге бөтә матдәләр ҙә кеше организмы тарафынан үҙләштерелә. Ул аллергия менән яфаланғанда, ҡан сирҙәренән ныҡ файҙалы икән. Кешенең иммун системаһын нығыта.

Беҙ бөгөн Рәйес Ғабдрахмановтың "Беҙғолаҡ" тигән хикәйәһен тыңлайбыҙ.

08.02.2017

Ганс Христиан Андерсен ижад иткән әкиәттәрҙе ер йөҙөндәге бөтә кеше лә белә. Мәҫәлән, Кай һәм Герда хаҡында, аҡҡошҡа әйләнгән йәмһеҙ өйрәк бәпкәһе тураһында, борсаҡ өҫтөндәге принцесса, ҡырағай аҡҡоштар, көтөүсе булып кейенгән батша егете хаҡында, ерҙән атлап йөрөргә хыялланған һыу ҡыҙы тураһындағы йәнһүрәттәрҙе күргәнегеҙ барҙыр. Ана шул әкиәттәрҙе Андерсен ижад иткән. Ул Дания тигән илдә тыуған. Атаһы – башмаҡсы, ә әсәһе кер йыуыусы булған. Улар ярлы булһалар ҙа, улдарын уҡытҡандар. Ганс үҫмер сағында театр менән мауыҡҡан. Хатта үҙе эшләгән ҡурсаҡ театры ла булған. Уйлап сығарып һөйләргә яратҡан. Уҡыуын тамамлағас, яҙыша башлай: поэмалар, фантастик әҫәрҙәр ижад иткән. Тик уға билдәлелекте әкиәттәре алып килгән.  Уның менән дәрәжәле дәүләт эшмәкәрҙәре, яҙыусылар, шағирҙар танышырға теләгән. Хатта принц Людвиг ун...

07.02.2017

Бәләкәстәр, хат яҙыу өсөн дә оҫталыҡ кәрәк. Иң беренсе  Һаумыһығыҙ, тип  һаулыҡ һорашырға кәрәк. Дуҫтарыңа, тиҫтерҙәреңә сәләм, тиһәң дә була. Мәҫәлән, беҙ хатты өләсәй менән олатайға яҙайыҡ. Һаумыһығыҙ, олатай, өләсәй! Хаттың башында кемдән икәнен яҙырға: Күп сәләмдәр ебәреп һеҙгә ейәнең менән ейәнсәрең хат яҙа. Шунан хәбәреңде яҙаһың: Беҙ бик яҡшы йәшәп ятабыҙ. Балалар баҡсаһына йөрөйбөҙ. “Сәңгелдәк”кә, “Иләү”гә эшкә лә барабыҙ. Атай менән  әсәй ҙә эшләп йөрөйҙәр. Һеҙҙең хәлдәрегеҙ нисек? Ауырымайһығыҙмы? Беҙ һеҙҙе һағындыҡ. Байрам етһә, ҡунаҡҡа киләбеҙ. Ә хаттың аҙағында хушлашырға һәм үҙеңдең исемеңде яҙып ҡуйырға кәрәк...

06.02.2017

3 йәшлек Гүзәл Мостафинаны  “Бәйләнештә” сайтында күптәр бәләкәй ашнаҡсы тип белә. Гүзәл печенье бешерергә өйрәткән видеояҙма бик күп лайыҡтар һәм комментарийҙар йыйҙы. Бөгөн ул “Иләү” тапшырыуында ҡунаҡта. Тағы нимәләр бешерергә өйрәтер икән уңғанбикә ҡыҙыҡай?

03.02.2017

Теш ныҡ булһын өсөн алма, сухари кимерергә кәрәк, ти теш табиптары. Ҡайһы балалар ҡаты икмәкте яратмай. Малайҙар, ҡыҙҙар, икмәктең бәләкәй генә ярсығы ла һинән оло, тиҙәр өлкәндәр. Шуға күрә икмәкте ултырып, валсығын иҙәнгә ҡоймай ғына ашарға кәрәк. Икмәкте мейестән алғас, өҫтөн йомшаҡ сепрәк менән ябып торорға кәрәк. Быуы сығып торған эҫе икмәкте ашарға ярамай, сөнки ашҡаҙанға ауыр була, ауыҙығыҙ, тамағығыҙ бешер. Ә беләһегеҙме, бәләкәс дуҫтарым, ашҡаҙанға саҡ ҡына ҡатыраҡ икмәк оҡшай икән, хатта бер аҙ ҡыҙҙырып ашарға тәҡдим итә табибтар. Беҙ бөгөн "Ҡаты-ҡото" тигән башҡорт халыҡ әкиәтен тыңлайбыҙ.

02.02.2017

Нимә ул өлөш? Ышаныуҙар буйынса, донъя бер бөтөн. Шул бөтөндән һәр кемгә өлөш тейә. Кемгәлер яҡшыраҡ өлөш төшә, уны өлөшлө кеше тейҙәр. Өлөшлө кешенең эше һәр ваҡыт уң була, ул һөймәләкле, бәхетле була.

Өләсәйҙәр гел генә:”Аша, өлөшөңдө ҡалдырма”, - ти.

Эйе, өлөшөңдө ҡалдырырға ярамай шул, сөнки өлөш кешенең тормошон, яҙмышын билдәләй тип һанала. Өлөш менән бәйле ышаныуҙар, ырымдар, йолалар күп халҡыбыҙҙа. Мәҫәлән, элек байрамдарға  бүләкте өйҙән-өйгә йөрөп йыйғандар. Һабан туйына, Ҡарға бутҡаһына ярма, йомортҡа, май, һөт һәм башҡа ашамлыҡтар, йәғни өлөштәр йыйғандар. Тимәк, байрамға һәр кем өлөшө менән килә булып сыға. Ҡарға бутҡаһы байрамында йола бутҡаһы бешкәс, һәр кемгә өлөш бүленгән, шулай уҡ өлөш ҡоштарға, ағастарға, таштарға ла һалынған. Ҡорбан салғанда, һуғым һуйған...

01.02.2017

Тире өҫтөндә төктәр һәм нәҙек кенә ваҡ тишектәр – күҙгәнәстәр була. Ошо тишектәр аша май һәм тир бүленеп сыға.Ниңә кәрәк инде улар? Улар бик мөһим нәмәләр. Май, тирене йоҡа ғына ҡатлам менән ҡаплап, уны йомшарта һәм һығылмалы яһай. Тир – тире өҫтөнән быуға әйләнеп, кешенең тәнен һыуыта. Шулай итеп кеше эҫене еңелерәк кисерә. Бынан тыш, тир менән бергә организмдан ҡайһы бер зарарлы матдәләр бүленеп сыға.

Ләкин тән гигиенаһын мотлаҡ үтәргә кәрәк. Тирелә май һәм тир күп йыйылһа ла насар. Уға туҙан ултыра. Тире бысрана һәм унда бактериялар үрсей. Улар араһында ауырыу тыуҙырыусылары ла байтаҡ. Fалимдар тырнаҡ саҡлы ғына бысраҡ тирелә генә 40 мең бактерия барлығын иҫәпләп сығарған. Шуға күрә тире һәр ваҡыт таҙа булырға тейеш.

Бәләкәс дуҫтарым, тире зарарланғанда, бешкәндә, туңғанда үҙеңә йә...

31.01.2017

Ҡар бөртөктәре һауала һыу быуынан барлыҡҡа килә. Бик юғарыла ныҡ һыуыҡ  һәм һыу туңа. Иң тәүҙә саң бөртөгөнә ваҡ ҡына боҙ киҫәктәре йәбешә. Быны аңлау өсөн әйҙәгеҙ күҙгә күренмәгән бөртөксәләр донъяһына күҙ һалайыҡ.

Һыу, башҡа матдәләр кеүек үк, молекуларларҙан тора. Һыу молекулаһы бер һауа атомынан һәм ике водород атомынан тора. Химия фәнендә, был фәнде,дуҫтарым, мәктәптә өйрәнерһегеҙ әле, һыу молекулаһы Н2О тип яҙыла.

Шулай итеп, һыу шыйыҡ хәлдә була һәм уның молекулалары тәртипһеҙ рәүештә хәрәкәт итә. Һыу туңып  ҡаты хәлгә күскәс, молекулар командаға буйһонған һалдаттар шикелле билдәле бер тәртиптә сафтарға теҙелә. Уны кристалл рәшәткәһе тип йөрөтәләр. Һыу кристалы рәшәткәһе алты мөйөшлө.

Буласаҡ ҡар бөртөгөнөң ниндәй булыуы һауа шарттарына бәйле. Һауа шарттары бер туҡ...

30.01.2017

Кейемдәреңде элмәһәң, улар үпкәләй икән.

Әйҙә,  Камила исемле ҡыҙҙың кейемдәрен тыңлап ҡарайыҡ әле.

Курткаһы: "И-и-и… Камила мине элеп тормай, йә ултырғысҡа, йә диванға ырғытып китә", - ти.

Ә бына итектәре былай тип зарлана: "Беҙҙе бер ҡасан да йыуып, киптереп тормай. Ҡайҙа сисһә, шунда ҡалдыра ла китә. Кәштәгә ҡуйырға ла онота."

Башлығы нимә ти икән? "Мине сисеп ала ла малайҙарға һуға…"

Иң нығы бейәләйҙәрен интектерә икән. Гел һыңарын төшөрөп ҡалдыра…

Бәләкәс дуҫтарым, кейеп йөрөгән әйберҙәрегеҙҙе ҡәҙерләп кенә, таҙа итеп кейергә кәрәк. Шулай булһа, үҙегеҙ ҙә бөхтә, матур күренерһегеҙ.

Беҙ бөгөн «Бейәләй» тигән украин халыҡ әкиәтен тыңлайбыҙ.

                       

 

27.01.2017

Һыу нисә градуста туңып, боҙға әйләнә? Был һорауға яуапты, бәлкәс дуҫтарым, бөгөнгө тапшырыуҙы тыңлағас белерһегеҙ.

26.01.2017

Һеҙҙе бөгөн ваҡытҡа сәйәхәткә саҡырабыҙ. Хәҙерге механик, электрон һәм башҡа сәғәттәрҙе уйлап тапҡанға тиклем, кешелек сәғәттәрҙең төрлө- төрлөһөн эшләп ҡараған. Ә ниндәй булған улар? Улар хаҡында тапшырыуҙы тыңлағас белерһегеҙ, дуҫтар.

25.01.2017

Башҡортостанда "Ҡорғаҙаҡ", "Нурлыһыу", "Красноусольск" тигән дауалау һыуҙары сығарыла. Уларҙы тәбиғи сығанаҡтарҙан тултыралар. Башҡорттар борон-борондан шифалы эсемлектәр менән дан тотҡан. Шуларҙың иң күренеклеһе - ҡымыҙ. Уның дауалау мөғжизәһе тирә-яҡтарға ныҡ таралған, хатта алыҫ-алыҫ төбәктәрҙән дауаланырға килгәндәр. Ҡымыҙ бигерәк тә үпкәһе сирләгән кешегә файҙалы. Элекке заманда буҙа тип аталған дауалау эсемлеге лә киң ҡулланылған. Буҙаны һоло, арыш ононан яһайҙар. Ул ашҡаҙан өсөн бик файҙалы. Шулай уҡ бауыр ауырыуҙарына килешә, күҙәнәктәр яңырыуына булыштыҡ итә, ҡан баҫымын яйға һала.

Урал батыр ауыҙына уртлаған тере һыуҙы бөркөп ебәргәс, тирә-йүн йәшеллеккә, аллы-гөллө сәскәләргә күмелә, тип һөйләнелә "Урал батыр" тигән башҡорт халыҡ эпосында. Ысынлап та, таҙа һыу - үҙе дауа. Шуға ла тәбиғәтебеҙгә,...

24.01.2017

Ҡар нисек барлыҡҡа килә? Ә ни өсөн ул аҡ төҫтә? Ҡар өй эсендә ниңә өшөтмәй? Был һорауҙарға яуапты бөгөнгө тапшырыуҙы тыңлағас белерһегеҙ, бәләкәс дуҫтарым.

23.01.2017

Күҙҙәргә төҫтө меланин тигән матдә бирә. Ғалимдар әйтеүенсә, күҙҙәр 8 төрлө төҫтә булырға мөмкин.

Әйҙә һанап ҡарайыҡ әле: күк, зәңгәр, һоро, йәшел, зәйтүн-йәшел, гәрәбә-һары, ҡуңыр, ҡара. Былары киң таралғандары ғына. Шулай уҡ һирәк осрай торған төҫлө күҙҙәр була. Мәҫәлән, фиолет, сирень төҫөндәге, ҡыҙыл. Ҡыҙыл төҫлө күҙҙәр аҡ тиреле хайуандарҙа осрай. Ә ниндәй төҫлө күҙҙәр иң күбе? Был хаҡта тапшырыуҙы тыңлағас белерһегеҙ, бәләкәс дуҫтарым. Шулай уҡ мин һеҙгә Марс Әхмәтшин ағай яҙған "Күшеләр" тигән әкиәт һөйләйем.

19.01.2017

                               Нимә етә бутҡаға,

                               Май ҙа һалһаң уртаға.

                               Ашаныҡ беҙ ярышып,

                               Һис торманыҡ ҡарышып.

Бәләкәстәр, беләһегеҙме, бутҡа кеше өсөн иң файҙалы аҙыҡ. Бутҡаны тарынан, ҡарабойҙай ярмаһынан, һолонан, бойҙайҙан, дөгө, арпа ярмаһынан бешерәләр.

Тарыны борон-борон, 5 мең йыл элек, Ҡытайҙа үҫтерә башлағандар. Тары бутҡаһы бик туҡлыҡлы. Ашы ла тәмле була. Башҡорт халҡының милли аҙығы ҡыҫтыбый эсенә лә тары ярмаһы һалалар.

Ҡара бойҙайҙы Һиндостанда үҫтерә башлағандар. Ҡарабойҙайҙан бешерелгән бутҡа иң файҙалыһы, иң туҡлыҡлыһы. Сөнки унда аҡһым, май, төрлө витаминдар күп.

 Дөгөнө һөттә генә бешереп, уртаһына берәй ҡалаҡ һары май ҙа һалып...

18.01.2017

Бәләкәс дуҫтарым, һеҙ яратҡан сағыу һүрәтле матур китаптың ҙур тарихы бар.

Иң башта яҙыусы үҙ башында тыуған әҫәрҙәрен: әкиәттәрен, хикәйәләрен, шиғырҙарын ҡағыҙға теркәй. Был ҡулъяҙма тип атала. Уны элек ҡулдан яҙғандар, шунан яҙыу машинкаһында баҫҡандар, хәҙер компьютерҙа.

Шунан яҙыусы ҡулъяҙманы китап нәшриәтенә алып килә. Унда мөхәррир тигән кеше яҙыусыға китап матурыраҡ, яҡшыраҡ сыҡһын өсөн төрлө кәңәштәр бирә. Корректорҙар хаталарын төҙәтә.

Китаптарҙы типографияларҙа ҙур ҡағыҙ биттәрендә махсус машинкалар ярҙамында баҫалар. Ләкин гел шулай булмаған. Бәләкәстәрем, бөгөнгө тапшырыуҙа мин һеҙгә тәүге яҙмалар, ҡағыҙ, китап эшләү хаҡында һөйләйем. Зәйтүнә Шәрипова апай яҙған "Китаптар ҙа дуҫлаша" тигән әкиәт тә һеҙҙең өсөн ҡыҙыҡ булыр.

17.01.2017

Тәбиғәт  ылыҫлы ағастарҙы иҫ киткес үҙенсәлектәр менән яралтҡан. Уларҙың энәләренең майҙаны бәләкәй генә, шуға дымды быуға әйләндермәй тиерлек. Етмәһә,  энәләр йоҡа ғына балауыҙ менән ҡапланған. Был да дымды тотҡарлай. Шуға ла энәләр эсендәге һыу уларға яҙға тиклем етә.

Шыршының ботаҡтары аҫҡа ҡарап үҫкән, шуның өсөн ҡар ҡаплаһа ла, ботаҡтары һынмай.

13.01.2017

Ни өсөн таң атҡас әтәс ҡысҡыра? Әтәс ғаиләһе ни өсөн иртәнән алып кискә тиклем ерҙә ҡаҙына? Был һорауҙарға яуапты Африка халыҡ әкиәтен тыңлағас белерһегеҙ, бәләкәс дуҫтарым.

12.01.2017

Ҡышын ҡыр сысҡандары ҡар аҫтында тотош ҡалалар төҙөй. Улар ҡар аҫтынан арҡырыға-буйға юлдар соҡой, юлдарында үҫемлек орлоҡтары осраһынмы, йә сәтләүекме, йә булмаһа ағас тамырҙарының ҡайрыһы, йәшел үлән. Ҡар аҫтында йылы була, шуға ла күп кенә үләндәр йәшел килеш ултыра. Уны ҡыр сысҡандары бигерәк тә ярата, витаминдары күп шул.  Ҡалын ҡар ҡатламы ыжғыр бурандан да, сатлама һыуыҡтан да, дошмандарынан һаҡлай сысҡандарҙы. Беҙ бөгөн Айһылыу Йәғәфәрова апайҙың "Тыңлауһыҙ сысҡан балаһы" тигән әкиәтен тыңлайбыҙ.

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә -1..-3°C
иртән -1..1°C
көндөҙ 4..6°C
кис 3..5°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.