Беҙҙең проекттар

19.01.2017

                               Нимә етә бутҡаға,

                               Май ҙа һалһаң уртаға.

                               Ашаныҡ беҙ ярышып,

                               Һис торманыҡ ҡарышып.

Бәләкәстәр, беләһегеҙме, бутҡа кеше өсөн иң файҙалы аҙыҡ. Бутҡаны тарынан, ҡарабойҙай ярмаһынан, һолонан, бойҙайҙан, дөгө, арпа ярмаһынан бешерәләр.

Тарыны борон-борон, 5 мең йыл элек, Ҡытайҙа үҫтерә башлағандар. Тары бутҡаһы бик туҡлыҡлы. Ашы ла тәмле була. Башҡорт халҡының милли аҙығы ҡыҫтыбый эсенә лә тары ярмаһы һалалар.

Ҡара бойҙайҙы Һиндостанда үҫтерә башлағандар. Ҡарабойҙайҙан бешерелгән бутҡа иң файҙалыһы, иң туҡлыҡлыһы. Сөнки унда аҡһым, май, төрлө витаминдар күп.

 Дөгөнө һөттә генә бешереп, уртаһына берәй ҡалаҡ һары май ҙа һалып...

18.01.2017

Бәләкәс дуҫтарым, һеҙ яратҡан сағыу һүрәтле матур китаптың ҙур тарихы бар.

Иң башта яҙыусы үҙ башында тыуған әҫәрҙәрен: әкиәттәрен, хикәйәләрен, шиғырҙарын ҡағыҙға теркәй. Был ҡулъяҙма тип атала. Уны элек ҡулдан яҙғандар, шунан яҙыу машинкаһында баҫҡандар, хәҙер компьютерҙа.

Шунан яҙыусы ҡулъяҙманы китап нәшриәтенә алып килә. Унда мөхәррир тигән кеше яҙыусыға китап матурыраҡ, яҡшыраҡ сыҡһын өсөн төрлө кәңәштәр бирә. Корректорҙар хаталарын төҙәтә.

Китаптарҙы типографияларҙа ҙур ҡағыҙ биттәрендә махсус машинкалар ярҙамында баҫалар. Ләкин гел шулай булмаған. Бәләкәстәрем, бөгөнгө тапшырыуҙа мин һеҙгә тәүге яҙмалар, ҡағыҙ, китап эшләү хаҡында һөйләйем. Зәйтүнә Шәрипова апай яҙған "Китаптар ҙа дуҫлаша" тигән әкиәт тә һеҙҙең өсөн ҡыҙыҡ булыр.

17.01.2017

Тәбиғәт  ылыҫлы ағастарҙы иҫ киткес үҙенсәлектәр менән яралтҡан. Уларҙың энәләренең майҙаны бәләкәй генә, шуға дымды быуға әйләндермәй тиерлек. Етмәһә,  энәләр йоҡа ғына балауыҙ менән ҡапланған. Был да дымды тотҡарлай. Шуға ла энәләр эсендәге һыу уларға яҙға тиклем етә.

Шыршының ботаҡтары аҫҡа ҡарап үҫкән, шуның өсөн ҡар ҡаплаһа ла, ботаҡтары һынмай.

13.01.2017

Ни өсөн таң атҡас әтәс ҡысҡыра? Әтәс ғаиләһе ни өсөн иртәнән алып кискә тиклем ерҙә ҡаҙына? Был һорауҙарға яуапты Африка халыҡ әкиәтен тыңлағас белерһегеҙ, бәләкәс дуҫтарым.

12.01.2017

Ҡышын ҡыр сысҡандары ҡар аҫтында тотош ҡалалар төҙөй. Улар ҡар аҫтынан арҡырыға-буйға юлдар соҡой, юлдарында үҫемлек орлоҡтары осраһынмы, йә сәтләүекме, йә булмаһа ағас тамырҙарының ҡайрыһы, йәшел үлән. Ҡар аҫтында йылы була, шуға ла күп кенә үләндәр йәшел килеш ултыра. Уны ҡыр сысҡандары бигерәк тә ярата, витаминдары күп шул.  Ҡалын ҡар ҡатламы ыжғыр бурандан да, сатлама һыуыҡтан да, дошмандарынан һаҡлай сысҡандарҙы. Беҙ бөгөн Айһылыу Йәғәфәрова апайҙың "Тыңлауһыҙ сысҡан балаһы" тигән әкиәтен тыңлайбыҙ.

11.01.2017

"Өләсәйем хатта шелтәләгәндә лә рәхмәт яуғыры, ти. Рәхмәт нисек яуа?" - тип аптырай Дим исемле малай. Был хаҡта Гөлнур Яҡупова апайҙың хикәйәһен тыңлағас һөйләшербеҙ.

10.01.2017

Кеше уйлап тапҡан беренсе саңғыларҙа шыуып түгел, ә атлап йөрөгәндәр. Беренсе саңғы бынан 4 мең 300 йыл элек эшләнгән булған. Башҡорттар саңғыны ҡыҫҡа ғына итеп яһап, һыйыр тиреһе менән көпләп ҡуйғандар. Уны ҡалтағай тип йөрөткәндәр. Ҡалтағайҙар һунар өсөн уңайлы булған. Саңғы ҡышҡы спорт уйындары араһында иң киң таралғаны. Саңғы ярыштарын Норвегияла уйлап тапҡандар. Бәләкәс дуҫтарым, әйҙәгеҙ, ҡышҡы сыуаҡ көндәрҙә саңғыла йөрөйөк, сана шыуайыҡ. 

09.01.2017

Әтәс - Яңы йылдың символы. Ә беләһегеҙме, бәләкәс дуҫтарым, әтәс борон замандарҙан уҡ изге ҡош булып һаналған. Ни өсөнме? Был хаҡта тапшырыуҙы тыңлағас белерһегеҙ.

28.12.2016

Беҙ бөгөн Яңы йыл менән ҡотлап шыршы байрамына саҡырыу ҡағыҙҙары яҙабыҙ. Рәсимә Ураҡсина инәй китабынан арнауҙар, маҡтауыстар алып яҙабыҙ. Иң тәүҙә Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуға, шунан төлкөгә, бүрегә, турғайҙарға... Мәсекәй әбейҙе лә саҡырабыҙ. Ҡар бөртөктәре лә килә. Яңы йыл малайын да онотмайыҡ.

27.12.2016

Иң боронғо кешеләр мәмерйәлә йәшәгән. Улар унда йыртҡыстарҙан, дошмандарынан йәшенгән. Иң тәүҙә кешеләр ер аҫты өйҙәре эшләгән, унан инде ҡабыҡтан йәки йәнлек тиреләренән яһай башлағандар. Африкала тәүтормош кешеләрендә бындай өйҙәр әле лә һаҡланып ҡалған икән. Улар балсыҡ йә ҡамыш өйҙәрҙә йәшәй. ª Америкалағы индеецтар йәнлек тиреләренән эшләнгән ҡыуыштарҙа көн күрә. Рәсәйҙә лә төнъяҡ халыҡтары болан тиреһенән яһалған тирмәләрҙә йәшәй. Эскимостар ҡарҙан йорт төҙөп инә. Эске яҡтан йәнлек, болан тиреләре менән ҡаплайҙар. Тик йәй етһә ҡар өй иреп бөтә шул. Палаткаларға күсенергә тура килә уларға.

Башҡорттар тирмәлә йәшәгән. Ҡыш уҙғас, кейеҙҙән яһалған тирмәләрен алып йәйләүгә сығып киткәндәр. Ә ҡышҡыһын ағас өйҙәрҙә йәшәгәндәр. Ағас үҫмәгән ялан ерҙәрҙә саман йорттар төҙөгәндәр. Балсыҡ һәм мал тиҙәгенән яһалға...

26.12.2016

Ҡыҙҙарҙың һылыулығы, зифа буйы хаҡында һөйләгәндә ҡоралай менән сағыштыралар.Ҡоралайҙай ҡупшы, тиҙәр. Йәки күҙҙәре ҡоралай ҡарашындай саф тип тә әйтәләр.Ҡоралайҙың 1 йәки 2 бәрәсе була. Ҡайһы бер урындарҙа ҡоралайҙы ҡыр кәзәһе тип йөрөтәләр. Ә ни өсөн ул шулай  матур икән? Был яуапты Ноғман Мусиндың «Ҡоралайҙар» тигән хикәйәһен тыңлағас белербеҙ

22.12.2016

Ҡар бөртөктәре һауала һыу быуынан барлыҡҡа килә. Бик юғарыла ныҡ һыуыҡ  һәм һыу туңа. Иң тәүҙә саң бөртөгөнә ваҡ ҡына боҙ киҫәктәре йәбешә. Быны аңлау өсөн әйҙәгеҙ күҙгә күренмәгән бөртөксәләр донъяһына күҙ һалайыҡ.

Һыу, башҡа матдәләр кеүек үк, молекуларларҙан тора. Һыу молекулаһы бер һауа һәм ике водород атомынан тора. Химия фәнендә, был фәнде, дуҫтарым, мәктәптә өйрәнерһегеҙ әле, һыу молекулаһы Н2О тип яҙыла.

Шулай итеп, һыу шыйыҡ хәлдә була һәм уның молекулалары тәртипһеҙ рәүештә хәрәкәт итә.Һыу туңып  ҡаты хәлгә күскәс, молекулалар командаға буйһонған һалдаттар шикелле билдәле бер тәртиптә сафтарға теҙелә. Уны кристалл рәшәткәһе тип йөрөтәләр. Һыу кристалы рәшәткәһе алты мөйөшлө. Буласаҡ ҡар бөртөгөнөң ниндәй булыуы һауа шарттарына бәйле. Һауа шарттары бер туҡтауһыҙ үҙгәр...

20.12.2016

Башҡортостанда етмешләп төр ҡош ҡышлай. Ала ҡарға, һайыҫҡан, турғайҙар, сәүкәләр, тумыртҡа, ҡыҙылтүш, ҡарабаш турғай, ҡоҙғон, күгәрсен, ҡор, өкө, ябалаҡ…

Ҡышын ҡоштар кешегә яҡыныраҡ  булырға тырыша. Шулай уларға ашарға табыуы  еңелерәк. Тамаҡ туҡ булһа, йылыраҡ та, һыуыҡ   ҡурҡыныс түгел. Ҡышын төрлө ҡоштар  бер тупҡа  йыйыла. Бергәләп еңелерәк бит. Берәүһе аҙыҡ таба икән, икенселәренә хәбәр итә. Хәүефһеҙерәк тә: берәүҙәре серем иткәндә, икенселәре күҙ-ҡолаҡ булып тора. Шуның өсөн йәйен бер үҙе генә йәшәргә яратҡан ҡоштар ҙа ҡышын берәй ҡош тубына килеп ҡушыла.

Бәләкәс дуҫтарым, мин һеҙгә бөгөн Шәриф Бикҡол олатай яҙған “Урман ситендә” тигән хикәйә уҡыйым. Хикәйәнең геройҙары Таңһылыу менән Вәли  ҡоштарҙы һыйларға һәм уларҙы ҡыҙыҡһынып күҙәтергә яратҡан. 

19.12.2016

Саңғыларҙы ике төргә бүлеп йөрөтәләр: турист һәм ярыш саңғылары. Саңғыны ағастан һәм пластиктан яһайҙар. Ҡайһы яҡшыраҡ? Саңғыны нисек һайларға? Был хаҡта, бәләкәс дуҫтарым, тапшырыуҙы тыңлағас белерһегеҙ. Беҙ бөгөн Зәйнәб Биишева инәй яҙған "Булар саңғыла йөрөргә өйрәнә" тигән хикәйә тыңлайбыҙ.

16.12.2016

Ҡыҙылтүштәр ҡатнаш урмандарҙа йәшәй. Кеше күҙенә күренеп бармайҙар. Ағас бөрөләре, үлән орлоҡтары, еләктәр ашап йәшәй улар. Ҡышты үҙебеҙҙә уҙғаралар. Урманда аҙыҡ бөтһә, ҡыҙылтүштәр кеше торлағы янына осоп килә. Парктарҙа, баҡсаларҙа үҫкән балан, миләш емештәре менән туйына. Шуға ла беҙ уларҙы ҡышын ғына күрәбеҙ.

14.12.2016

Йондоҙҙар йоҡлаймы? Ә ағастар? Беләһегеҙме, бәләкәс дуҫтарым, бына һеҙ тыныс йоҡлаһын өсөн күп һөнәр кешеләре төнө буйы буйы йоҡламай, һаҡта тора. Улар сикте һаҡлаусылар, полицейскийҙар, янғын һүндереүселәр, табиптар һәм икмәк бешереүселәр һәм башҡалар. Был хаҡта һеҙ бөгөнгө тапшырыуҙы тыңлағас белерһегеҙ.

13.12.2016

Быйма - үҙе йылы, үҙе йомшаҡ, үҙе дауа. Бәләкәс дуҫтарым, бөгөн беҙ быймалар хаҡында һөйләшәбеҙ.

12.12.2016

Төньяҡ боланын Ҡыш бабай егеп йөрөй. Бөгөн мин һеҙгә, бәләкәс дуҫтарым, шул хикмәтле хайуан тураһында һөйләйем.

02.12.2016

Бәләкәс дуҫтарым! Һеҙ зоопаркка йөрөргә яратаһығыҙ, эйеме? Зоопарк - зоология паркы, йәғни хайуандарҙы йәшәтә торған парк. Зоопарктар кешеләрҙе төрлө хайуандар менән таныштыра. Шулай уҡ бында ғалим-зоологтар тикшеренеүҙәр алып бара. Зоологтар тип хайуандарҙы өйрәнеүсе ғалимдарҙы әйтәләр. Хайуандар тураһындағы фән - зоология тип атала. Беҙ бөгөн "Йомарт ҡуян" тигән башҡорт халыҡ әкиәтен тыңлайбыҙ.

01.12.2016

Малайҙар, ҡыҙҙар, һеҙ саф һауала уйнарға яратаһығыҙмы? Саф һауала йөрөү һаулыҡ өсөн файҙалы. Тик йылы һәм уңайлы итеп кейенергә кәрәк. Бөгөн беҙ, бәләкәс дуҫтарым, Тәскирә Даянова апай яҙған "Азат менән Ел бабай" тигән әкиәт тыңлайбыҙ.

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 19..21°C
иртән 20..22°C
көндөҙ 27..29°C
кис 26..28°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.