Беҙҙең проекттар

01.11.2016

Һәр миҙгелдең үҙ йәме: йәй һыу инәһең, еләк-емеш күп, көҙ айҙарында уңыш йыябыҙ, ә ҡышын сана-саңғы шыуабыҙ, бәләкәстәрҙең иң яратҡан байрамы Яңы йыл да ҡыш көнө, яҙын бар тәбиғәт уяна. Беҙ бөгөн Азат Хәлилов ағайығыҙ яҙған "Йыл миҙгелдәре" тигән әкиәт тыңлайбыҙ.

28.10.2016

Урман йәнлектәре ҡышҡылыҡҡа нисек әҙерләнә икән? Шул хаҡта белер өсөн беҙ улар менән тура бәйләнешкә сыҡтыҡ. Бергәләп тыңлайыҡ әле.

27.10.2016

Аҙыҡ менән бергә кеше организмы өсөн кәрәкле туҡлыҡлы матдәләр ала. Улар аҡһымдар, майҙар, углеводтар һәм витаминдар. Бөгөн һүҙебеҙ  аҙыҡ-түлек, дөрөҫ туҡланыу хаҡында. Шулай уҡ Тәскирә Даянова апайығыҙ яҙған “Кишер ниңә ҡаты?” тигән әкиәт тыңлайбыҙ.

26.10.2016

Бәләкәс дуҫтарым, һеҙҙең әлгәнйәк күргәнегеҙ бармы? Бөгөн беҙ шул бәләкәй генә йәнлек хаҡында һөйләшәбеҙ һәм  Салауат Кәрим ағай яҙған "Сәйер ҡунаҡ" тигән хикәйәне тыңлайбыҙ.

24.10.2016

"Шуҡ аҡсаны кем уйлап тапты икән?- тип аптырай Азамат. - Йыяһың, йыяһың, етмәй ҙә ҡуя."Ысынлап та, аҡсаны кем уйлап тапты икән? Был һорауға яуапты "Иләү" тапшырыуын тыңлағас белерһегеҙ. Шулай уҡ "Эшләп табылған бер һум" тигән башҡорт халыҡ әкиәтен бергәләп тыңлайыҡ.

19.10.2016

Исем ҡушыу - үҙе бер фән. Уны ономастика тип йөрөтәләр. Исемдәр күп төрлө, шуға уларҙы төркөмдәргә бүлеп өйрәнәләр. Бөгөн беҙ "Иләү"ҙә шул хаҡта һөйләшәбеҙ. Шулай уҡ Миләүшә Ғәйфуллина апайығыҙҙың "Көтөргә лә көтөргә" тигән хикәйәһен тыңлайбыҙ.

18.10.2016

Күҙҙәр - күңел көҙгөһө. Беҙҙе уратып алған донъяны беҙ улар ярҙамында күрәбеҙ. Күҙ кеше өсөн торғаны бер хазина инде ул. Ә хазинаны һаҡларға кәрәк. Беҙ бөгөн "Ни өсөн күҙҙәр бергә тормай?" тигән әкиәт тыңлайбыҙ.

17.10.2016

Борон замандарҙа хаттарҙы ҡулға эйәләштерелгән күгәрсендәр ҙә ташыған. Берәй ҡайҙа юлланһалар, кешеләр үҙҙәре менән күгәрсендәр алып йөрөгән. Хәбәр ебәрергә кәрәк булһа, хат яҙып, күгәрсендең аяғына бәйләгәндәр ҙә ҡошто осороп ебәргәндәр. Ә күгәрсен, әлбиттә, үҙенең тыуған ояһына осоп ҡайтҡан.

Хәҙерге заманда интернет аша ла хат яҙышылар. Был бик уңайлы һәм тиҙ хат алышыу ысулы. Әйҙәгеҙ, бөгөн почтальон һөнәре, почта хеҙмәте хаҡында һөй...

14.10.2016

Бөгөн беҙгә 5 йәшлек Камила Мостафина һөнәрҙәрен күрһәтә. Батыр ҡыҙыҡай ул: аҡ айыуҙан ҡурҡһа ла, Төньяҡ Полюсҡа барырға хыяллана.

06.10.2016

Күп кенә ҡоштар көҙ еткәс йылы яҡҡа китә, ә айыуҙар, бурһыҡтар, терпеләр йылы ояларына инеп ятып, йоҡоға тала. Айыу көслө лә, ҙур ҙа, ни өсөн һыуыҡтан ҡурҡа, тип һорарһығыҙ, дуҫтарым. Был һорауға яуапты Нәжиә Игеҙйәнова инәй яҙған "Айыу ни өсөн йырламай?" тигән әкиәтте тыңлағас белерһегеҙ.

04.10.2016

Бөгөн "Иләү"ҙә 4 йәшлек Арыҫлан Ҡырымсурин һөнәрҙәрен күрһәтә. Ул доғалар уҡырға, рэп әйтергә бик оҫта. Үҫкәс Rnt кеүек булам, ти.

03.10.2016

Япраҡтар ни өсөн һарғая? Был һорауға яуапты бөгөнгө "Иләү" тапшырыуын тыңлағас белерһегеҙ, бәләкәс дуҫтарым. Шулай уҡ Тәскирә Даянова апай яҙған әкиәт тә ошо һорауға яуап табырға ярҙам итер.

29.09.2016

Әтәс бик матур ҡысҡыра. Тауышы өсөн борон замандарҙа әтәсте изге ҡош тип һанағандар. Әтәс ҡояшҡа ҡараңғылыҡты еңергә ярҙам итә тип уйлағандар. Күп кенә илдәрҙә әтәс сәғәт хеҙмәтен үтәгән - кешеләрҙе йоҡонан уятҡан. Ҡайһы бер илдәрҙә уларҙы матурлыҡтары өсөн аҫрағандар. Хатта махсус рәүештә матур ҡойроҡло яңы тоҡомдар ҙа уйлап тапҡандар. Ә ҡайһы илдәрҙә әтәс һуғыштары спорт уйыны кеүек һанала. Беҙҙең илдә лә әтәс ярыштары уҙғарылған, тик улар б...

26.09.2016

Беҙҙең бөгөнгө ҡунағыбыҙ 4 йәшлек Батыр Ишкинин. “Иләү”гә ул әсәһе Яҙгөл һәм 2 йәшлек һеңлеһе Айым менән килде. Батыр ағаһының нисек радиоға яҙылғанын Айым ҡарап ултырҙы, саҡ ҡына үҫә төшкәс, мин дә киләм, тине. Ә хәҙер Батырҙы тыңлайыҡ.

23.09.2016

Иң боронғо кешеләр мәмерйәлә йәшәгән. Шунан ер аҫты өйҙәре эшләгәндәр.Унан инде ҡабыҡтан йәки йәнлек тиреләренән яһай башлағандар. Африкала тәүтормош кешеләре әле лә һаҡланып ҡалған икән. Улар балсыҡ йә ҡамыш өйҙәрҙә йәшәй. Ә Америкалағы индеецтар йәнлек тиреләренән эшләнгән ҡыуыштарҙа көн күрә, Рәсәйҙә лә төньяҡ халыҡтары болан тиреһенән яһалған тирмәләрҙә йәшәй. Ә эскимостар йортто ҡарҙан төҙөп инә.Йәй етһә, ҡар өй ирей ҙә бөтә, уларға палат...

22.09.2016

Нимә ул депрессия? Эс бошоу ауырыуы була ул. Уны ҡыуалау өсөн берәй ҡыҙыҡ шөғөл уйлап табыр кәрәк. Мәҫәлән, Йылмайыу көнө. Шулай уҡ Рәсимә Ураҡсина инәй яҙған шиғырҙар ҙа күңелде күтәрә. Тыңлайыҡ.

21.09.2016

Гепард – донъялағы иң шәп йүгереүсе хайуан. Унан килә бүре. Ул оҙон араға йүгереүсе. Бүренән һуң ҡырмыҫҡа. Ысын, һис тә шаяртмайым. “Төлкө менән ҡырмыҫҡа” тигән ҡырғыҙ халыҡ әкиәтен бергәләп тыңлайыҡ.

20.09.2016

Кеше күп итеп йәшелсә ашарға тейеш. Ғалимдар әйтеүенсә, йылына 250 килограмм. Уларҙа витаминдар, минералдар бик күп. Тик йәшелсәләрҙе бешергәс тә ашар кәрәк, аҙаҡ йылытһаң, бөтә файҙалы матдәләре юҡҡа сыға. Минең тылсымлы тоғомда һәр төрлө йәшелсә бар, ҡулға ҡайһы эләгә, шуның хаҡында һөйләйем бөгөн, бәләкәс дуҫтарым. Тапшырыуҙа яңғыраған шиғырҙарҙы Гөлнара Хәлфетдинова апайығыҙ ижад иткән.

16.09.2016

Дуҫтар! Ә беләһегеҙме, хат яҙырға ла оҫталыҡ кәрәк. Беҙ бөгөн "Иләү" тапшырыуында нисек итеп хат яҙырға, конвертты дөрөҫ тултырырға өйрәнәбеҙ, почта хеҙмәте, почтальон һөнәре хаҡында һөйләйбеҙ. Шулай уҡ Гөлсинә Йосопова апай яҙған "Иң шәп туп" тигән хикәйәне тыңлайбыҙ. Минең бөгөнгө ярҙамсыларым Айзель Әҙелбаева менән Инсаф Юнысов.

 

15.09.2016

Бал ҡорттары умартала йә солоҡта йәшәй, һағыҙаҡ ояһын лампочкаға оҡшатып ҡыйыҡҡа яһай. Ә иңкеш ҡайҙа йәшәй? Был һорауға яуапты бөгөнгө тапшырыуҙы тыңлағас белерһегеҙ, дуҫтарым. Шулай уҡ Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина апайығыҙ яҙған "Һағыҙаҡта ҡунаҡта" тигән әкиәттә һағыҙаҡтар тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бик күп.

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә -5..-7°C
иртән -10..-12°C
көндөҙ -7..-9°C
кис -8..-10°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.