Беҙҙең проекттар

16.12.2016

Учалы районы Рафиҡ ауылындағы Әбдрәхим мәсетендә көн һайын аҙан тауышы яңғырай.

09.12.2016

Аллаһтың Рәсүле - күңелен Раббыһы менән бәйләгәндәр өсөн гүзәл үрнәк. 12-се Рабиғел әүәл - Мәүлит көнө. "Иман" тапшырыуының бөгөнгө сығарылышында ошо хаҡта тыңлағыҙ.

02.12.2016

Ошо мөбәрәк көндәрҙә мосолмандар мәсеттә һәм йорттарында мәүлит кисәләре уҙғарып, Аллаһ Рәсүленең тормош юлын өйрәнә, имандарын нығыта.

18.11.2016

9-10 ноябрь көндәре баш ҡалабыҙ Өфөлә халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция булып уҙҙы. Был сарала Ислам мәғарифы тураһында һөйләшелде һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде.

11.11.2016

Ҡөрьән - Аллаһы Тәғәләнең кешелек донъяһына биргән иң оло мәрхәмәте. Ҡөрьәнде өйрәнеп, уны башҡаларҙан да һөйҙөртөүсе - Раббының яратҡан бәндәһе булыр.

04.11.2016

"Бишектән алып, ләхеткә тиклем ғилем алығыҙ"- тине Мөхәммәт пәйғәмбәр. Ниндәй ғилем тураһында һүҙ бара?  Ошо хаҡта бөгөнгө тапшырыуҙы тыңлап белә алаһығыҙ.

14.10.2016

Кешелек йәмғиәте, милләт алдында бөгөн бихисап мәсьәләләр тора: эскелек һаҙлығынан, боҙоҡ ғәҙәттәрҙән, маңҡортлоҡтан, фәхишәлектән ҡотолоу, тәбиғәтте һаҡлау, тотороҡло ғаиләләр булдырыу, балалар һанын арттырыу, йәш быуынға гүзәл тәрбиә биреү һәм башҡалар. Ошо мәсьәләләрҙе ни рәүешле хәл итергә? Нисек кешелек йөҙөн һаҡлап ҡалырға һәм юғары маҡсаттарға ирешергә?

Бөгөн тапшырыуыбыҙҙа Баймаҡ районының Билал һәм Һәмән ауылы мәхәлләләренең тәжрибәһе менән уртаҡлашабыҙ. 

07.10.2016

Мөхәрәм айының унынсы көнө, 11 октябрь, Алла бирһә, Ғәшүрә көнө.

30.09.2016

Билдәле булыуынса һижри йылда көндәр һаны әҙерәк. 1438 йылдың тәүге көнө 2 октябрға тура килә.Тимәк, 2 октябрь, йәкшәмбе, яңы йыл башлана.

Мөхәррәм айы һәм яңы 1438 һижри йылыбыҙ мөбәрәк булһын, хуш килдең Яңы йыл! 

23.09.2016

Кемгә булһа ла түбәтәй кейҙерһәң, уның тәмәке тартып, әҙәпһеҙ һөйләшеүҙән оялыуы, үҙен мосолмандарса тота башлауы билдәле. Мәсеттәрҙең төҙөлөүе лә ауыл тормошона тәьҫир итмәй ҡалмай. Мәсетле ауыл боҙоҡлоҡтан ситләшә, мәсетле ауылда өмөт, бәрәкәт бар.

16.09.2016

Оло байрамдарыбыҙҙың береһе - Ҡорбан ғәйетен билдәләп оҙаттыҡ. 

09.09.2016

9 Зөлхизә, 11 сентябрь - ислам донъяһындағы иң бөйөк көндәрҙең береһе - Ғәрәфә көнө. 12 сентябрь - Ҡорбан ғәйете. Унан һуң тәшрик көндәре дауам итә.

Халҡыбыҙҙың рухи асылын сағылдырған "Иман" тапшырыуында ошо хаҡта тыңлағыҙ.

02.09.2016

Мосолманға хас сифаттарҙың береһе - рәхмәтле булыу. "Иман" тапшырыуының киләһе сығарылышында ошо хаҡта нәсихәт тыңлағыҙ.

26.08.2016

Беренсе сентябрь. Балалар матур кейенеп, сәскәләр тотоп, белем усағы - мәктәптәргә бара.

 

19.08.2016

Салауат районы Ҡаратаулы ауылында оло ваҡиға - Аллаһ йорто асылды.

12.08.2016

Йәндәрен, ҡәлебтәрен шундай итеп тәрбиәләгән, сафландырған, Яралтыусыны бар нәмәнән артыҡ һөйөп, игелектәр ҡылған, ғүмерен ғибәҙәткә әйләндергән һәм шул сәбәпле Раббының ризалығына, рәхмәтенә ирешкән тәҡүә мосолмандар була. Уларҙы Аллаһы Тәғәлә оло бөйөклөккә күтәрә: "Күрер күрегеҙ, ишетер ҡолағығыҙ булырмын",- тип күркәм һәләт менән бүләкләй. Ошондай игелекле, өлөшлө мөьминдәрҙе әүлиә, тип йөрөтәбеҙ.

05.08.2016

Ҡиәмәт көнө - Сурға өрөлөү һәм барса үлгәндәрҙең терелеп, ҡәберҙәренән сығыуы, ғәмәл дәфтәрҙәренең үҙҙәренә бирелеүенән һәм мәхшәр майҙанында тупланып, эшләгән эштәренән һорау һәм яуап алыныуынан ғибәрәт.

29.07.2016

Тормош һәм күңел тәрбиәһе - бер ҡоштоң ике ҡанаты. Иншаллаһ, тырышып донъя көтөп, ауылдарыбыҙ гөл-баҡсаға әйләнһен, шул баҡсала һандуғас моңолай, аҙан тауыштары, игелеккә өндәү туҡталмаһын.

22.07.2016

Йылы ямғыр яуып үткәндән һуң бәрәкәтле тупраҡта үҫемлектәр шытып сыҡҡаны шикелле, Рамаҙан айы тамамланыуға Республикабыҙҙың төрлө райондарында яңы мәсеттәр ишектәрен асты.

Ошондай матур сараларҙың береһе - Салауат районы Лағыр ауылында үтте.

15.07.2016

Мөғжизәле, нурлы, бәрәкәтле Рамаҙан айы тамамланып, Ураҙа ғәйеттәре лә үтеп китте. Әммә, мосолмандар һаман әле байрам шауҡымында, күңелдәрҙә ғәйет шатлығы.

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

көндөҙ 8..10°C
кис 7..9°C
төндә 4..6°C
иртән 5..7°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.