Беҙҙең проекттар

08.07.2016

Байрам көндәрен дә оҙаттыҡ. Һәр кем уны үҙенсә ололап, ҡәҙерләп билдәләргә тырышты. Ғөсөлләнеп, таҙарынып, матур кейемдәрҙе кейеп, мәсеткә - ғәйет намаҙына барҙыҡ.

01.07.2016

Рамаҙан айының аҙағына ла яҡынлаштыҡ. Тапшырыуҙың бөгөнгө сығарылышында изге Рамаҙан айының  оҙатыу тәртиптәре менән таныша алырһығыҙ.

24.06.2016

Изге айыбыҙҙы сабырлыҡ менән тотҡан ураҙаларыбыҙ, игелекле эштәребеҙ, матур уй-хыялдарыбыҙ биҙәй.

17.06.2016

Мосолмандар өсөн бөгөн иң мөһим мәсьәлә - ураҙа тотоу. Изге ғибәҙәттең нескәлектәре менән "Иман" тапшырыуының бөгөнгө сығарылышында таныша алаһығыҙ.

10.06.2016

"Аллаһ һеҙгә еңеллек теләй, ауырлыҡ теләмәй", - тиелә Ҡөръәндә. Рамаҙан айында ниндәй еңеллектәр бар, кемдәргә ураҙа тотмаҫҡа рөхсәт ителә. Ошо хаҡта "Иман" тапшырыуының бөгөнгө сығарылышында тыңлағыҙ.

03.06.2016

5 июнь, ҡояш байыуға Рамаҙан айы башлана һәм 6 июнь ураҙа тотоуҙың төүге көнө. Изге айҙа ниндәй ғәмәлдәр ҡылырға? Ошо хаҡта "Иман" тапшырыуының бөгөнгө сығарылышында тыңлағыҙ.

20.05.2016

Ғибәҙәттең Аллаһы Тәғәлә тарафынан ҡабул ителеүенә мәрхәмәт һәм изге эштәр сәбәпсе. "Иман" тапшырыуының бөгөнгө сығарылышы ошо хаҡта әйтелә.

13.05.2016

Аллаһы Тәғәлә әҙәм балаларына хәйерле мөмкинлектәрен биреп кенә тора. Тиҙҙән - Бәрәәт кисе. Бөгөнгө сығарылышта ошо турала тыңлағыҙ.

06.05.2016

Ватанды һаҡлау - имандан. Республикабыҙ мәсеттәрендә Ватанды һаҡлап баштарын һаҡлаусылар рухына доғалар ҡылына. "Иман" программаһының бөгөнгө сығарылышында ошо турала тыңлағыҙ.

29.04.2016

26 Рәжәп - майҙың 2-нән 3-нә ҡарата төндө мосолмандар Миғраж кисе, тип көтөп ала. "Иман" тапшырыуының бөгөнгө сығарылышында ошо турала әңгәмә тыңлағыҙ.

22.04.2016

Күңел төҙөклөгө килһә, тормошоғоҙ ҙа яҡшы яҡҡа үҙгәрер, - ти динебеҙ. Иң әүүәл, ғилем алып дөрөҫ йүнәлеште табыу зарур, яманлыҡтан тыйылып, яҡшыға ғына ғәҙәтләнеү һәм ошо юлды ҡалдырмайынса камилләшеү тейешле.

15.04.2016

Рәжәп - тупаҫлыҡ, яманлыҡты ҡалдырыу, Шәғбән - вәғәҙәләрҙе үтәү, Рамаҙан - күңелде таҙартыу, ихласлыҡ айы.

08.04.2016

Изге айҙарҙың береһе Рәжәп айы башланды. Бөгөнгө сығарылышта Рәжәп айының фазиләттәре хаҡында тыңлағыҙ. 

02.04.2016

Инорс биҫтәһендәге "Мәҙинә" мәсете эшмәкәрлеге.

25.03.2016

Бөгөнгө тапшырыуҙа "Башҡортостан" юлдаш каналында төрлө йылдарҙа сығып килгән "Ҡуласа", "Нағыш",  "Атайсал", "Шәхес" һәм башҡа тапшырыуҙар авторы Әлфиә Батталова менән осрашырбыҙ.

18.03.2016

Тормошта кемделер дошман күрһәк, беҙ уны, әлбиттә, яратмайбыҙ, зыянынан һаҡланабыҙ. Ә шайтандың дошман икәнлегенә бер ниндәй ҙә шик юҡ.

11.03.2016

Ағымдағы йылдың февраль айында баш ҡалабыҙ Өфөлә ғәрәп каллиграфияһы буйынса халыҡ-ара күргәҙмә уҙҙы. Ғәрәп яҙмаһы, серле лә, гүзәл дә күренеш. Ябай ғына хәрефтәр әҙәм балаһының ижад көсө һалынып, Изге Ҡөръән нурында ҡойонғандан һуң, сәнғәт юғарылығына күтәрелә, тылсымлы көскә эйә була, күңелдәрҙе арбай.

 

04.03.2016

Ҡатын-ҡыҙҙар, тәү сиратта, беҙҙең әсәйҙәребеҙ, ҡатындарыбыҙ, апай-һеңлеләребеҙ һәм ҡыҙҙарыбыҙ. Шуларҙың араһынан иң ҙур хаҡыбыҙ - әсә хаҡылыр.

26.02.2016

Аҡыллы кеше үҙенә янаусы хәүеф сығанаҡтарына иғтибарһыҙлыҡ күрһәтә алмай. Ләкин, ҡайһы бер осраҡта беҙ дошманыбыҙҙың бик яҡын икәнлеген, хатта, уның дуҫ рәүешендә күренеп йөрөүен һуңлап ҡына аңлайбыҙ. Ошондай мәкерле "дуҫ" - ул үҙ нәфсебеҙ.

13.02.2016

"Ни өсөн мин йәшәйем? Ниңә яралтылғанмын? Үҙенә ошо һорауҙы биреп  ҡарамаған кеше юҡтыр. Әммә һәр кем яуап эҙләргә ашығып бармай, икенселәр  ошо һорауға үҙаллы  яуап бирергә тырыша һәм  фекер диңгеҙендә аҙашып, оло яңылышыуҙарға килә.  Әгәр ошо мәсьәләләрҙә ярҙам һорап Аллаһы Тәғәләгә мөрәжәғәт итһәк, аңлайышлы яуап барлығын күрәбеҙ. "Ни өсөн  шулай эшләнең,  тип Аллаһтан һорамайҙар, ә һеҙ һоралырһығыҙ". 

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

көндөҙ -19..-21°C
кис -19..-21°C
төндә -21..-23°C
иртән -22..-24°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.