Беҙҙең проекттар

08.04.2016

Изге айҙарҙың береһе Рәжәп айы башланды. Бөгөнгө сығарылышта Рәжәп айының фазиләттәре хаҡында тыңлағыҙ. 

02.04.2016

Инорс биҫтәһендәге "Мәҙинә" мәсете эшмәкәрлеге.

25.03.2016

Бөгөнгө тапшырыуҙа "Башҡортостан" юлдаш каналында төрлө йылдарҙа сығып килгән "Ҡуласа", "Нағыш",  "Атайсал", "Шәхес" һәм башҡа тапшырыуҙар авторы Әлфиә Батталова менән осрашырбыҙ.

18.03.2016

Тормошта кемделер дошман күрһәк, беҙ уны, әлбиттә, яратмайбыҙ, зыянынан һаҡланабыҙ. Ә шайтандың дошман икәнлегенә бер ниндәй ҙә шик юҡ.

11.03.2016

Ағымдағы йылдың февраль айында баш ҡалабыҙ Өфөлә ғәрәп каллиграфияһы буйынса халыҡ-ара күргәҙмә уҙҙы. Ғәрәп яҙмаһы, серле лә, гүзәл дә күренеш. Ябай ғына хәрефтәр әҙәм балаһының ижад көсө һалынып, Изге Ҡөръән нурында ҡойонғандан һуң, сәнғәт юғарылығына күтәрелә, тылсымлы көскә эйә була, күңелдәрҙе арбай.

 

04.03.2016

Ҡатын-ҡыҙҙар, тәү сиратта, беҙҙең әсәйҙәребеҙ, ҡатындарыбыҙ, апай-һеңлеләребеҙ һәм ҡыҙҙарыбыҙ. Шуларҙың араһынан иң ҙур хаҡыбыҙ - әсә хаҡылыр.

26.02.2016

Аҡыллы кеше үҙенә янаусы хәүеф сығанаҡтарына иғтибарһыҙлыҡ күрһәтә алмай. Ләкин, ҡайһы бер осраҡта беҙ дошманыбыҙҙың бик яҡын икәнлеген, хатта, уның дуҫ рәүешендә күренеп йөрөүен һуңлап ҡына аңлайбыҙ. Ошондай мәкерле "дуҫ" - ул үҙ нәфсебеҙ.

13.02.2016

"Ни өсөн мин йәшәйем? Ниңә яралтылғанмын? Үҙенә ошо һорауҙы биреп  ҡарамаған кеше юҡтыр. Әммә һәр кем яуап эҙләргә ашығып бармай, икенселәр  ошо һорауға үҙаллы  яуап бирергә тырыша һәм  фекер диңгеҙендә аҙашып, оло яңылышыуҙарға килә.  Әгәр ошо мәсьәләләрҙә ярҙам һорап Аллаһы Тәғәләгә мөрәжәғәт итһәк, аңлайышлы яуап барлығын күрәбеҙ. "Ни өсөн  шулай эшләнең,  тип Аллаһтан һорамайҙар, ә һеҙ һоралырһығыҙ". 

29.01.2016

1 февралдән 28-нә тиклем Өфөлә "Ислам донъяһы сәнғәте -2016" халыҡ-ара сәнғәт фестивале үтәсәк.  Ошо сараға  мәғлүмәт ярҙамы күрһәтеүсе баҫмаларҙың береһе - "Әс-Сәләм" газетаһы.  Уның Башҡортостандағы вәкиле Ләйсән Солтанова  менән әңгәмәлә:  был сара беҙгә ни өсөн кәрәк, Ислам өммәтенә ул нимә бирә? кемдәрҙең ҡатнашыуы көтөлә?  тигән һорауҙарға  яуаптар  һәм исламдың әхләҡи ҡиммәттәре тураһында фекерҙәрҙе  ишетерһегеҙ. 

23.01.2016

      "Хаҡ Раббыбыҙҙың  хөкөмдәрен мәсеткә генә ҡайтарып ҡалдырыу ҙа, олатай-өләсәйҙәрҙең  генә бурысы тип ҡарау ҙа  йәки йола үтәүҙәрҙе һанҡа һуҡмайынса, "дәлилле", "һаҡаллы" мосолманлыҡты ғына таныу ҙа, оло ниғмәтте сиклә, ҙур урманды кескәй генә сыбыҡ рәүешендә күҙ алдына килтереү була. Динебеҙ, Аллаға шөкөр, сикһеҙ урман, оло даръя ул", ти  "Иман" тапшырыуының  алып барыусыһы Морат Лоҡманов.  Исламдың  әхләҡи ҡиммәттәренә арналған тапшырыуҙы  бер нисә минуттан ишеттерербеҙ. 

15.01.2016

Аҡыллы кеше үҙ тормошона иғтибарһыҙ була алмай, һантый ғына йәшәйешенә битараф, ғафил.  Тимәк, тормошта ғафил йәшәү,  ғүмерҙе йоҡлаған шикелле, бушҡа уҙғарыу - һантыйлыҡ күрһәтеүҙе аңлата.  Ә нимәләргә ҡарата ғафил булмау мөһим?  

08.01.2016

Мәүлит уҙғарғанда ла  Пәйғәмбәрҙең   тыуған көнөн  юбилей рәүешендә билдәләмәнек, ә  уның хәҙистәрен, тормош юлын өйрәндек. Диндә  булғаны беҙгә етә, аллаға шөкөр, ниндәйҙер яңы юлдар эҙләп мәшәҡәтләнгәнсе, ата-әсәләребеҙҙең хәлдәрен белешеп торһаҡ, туғандар менән бәйләнеште өҙмәһәк, дөрөҫ юлда булырбыҙ.

01.01.2016

Ғәҙеллек теләһәң, үҙең ғәҙел бул. Иман камиллығына ынтылһаң -  холҡоңдо яҡшы яҡҡа үҙгәрт. Аллаһҡа тоғро булайым тиһәң - фарыздарыңды үтә. Доғаларың ҡабул булһын өсөн хәрәмдән һаҡлан.

25.12.2015

   Ял көндәре бирелгән дә, ғаиләбеҙ, туғандарыбыҙ менән ҡунаҡлашырға, бүләкләшергә мөмкинлек сыҡҡан икән,  әлхәмдүлилләһ, ҡәҙерен беләйек. Әммә байрам тип, йөрәктәребеҙ йомшарып киткән ваҡытта, шайтанға унда инеп хужа булырға юл ҡуйылмаһын. 

18.12.2015

Ул бер кемде лә тикшермәне. Яуызлыҡҡа яуызлыҡ  менән яуап бирмәне. Бәлки, аңларға һәм ғәфү итергә тырышты. Кешеләргә уңайһыҙлыҡ тыуҙырыуҙан тартынды. Үс алманы, кенә ҡыуманы. Хеҙмәткәрҙәр һәм ҡолдар  алдында  ғына түгел, барса йән эйәләренә шул тиклем мәрхәмәтле, игелекле булды.

04.12.2015

Күренекле шағир, ҡурайсы һәм йыраусы, Муса Мортазин исемендәге премия лауреаты, намаҙ эйәһе  Мәүлит Ямалетдинов  23 йыл дауамында изге китабыбыҙҙағы  сүрәләр тәфсирен шиғри юлға һалыу буйынса оло эш алып бара.  Уның  хеҙмәте - Ҡөръән Кәрим сүрәләренең башҡорт телендә шиғри аңлатмаһы китабы донъя күрҙе.  

28.11.2015

"Аллаһтың мәрхәмәтенән өмөтөгөҙҙө өҙмәгеҙ. Ысынлап та, Аллаһ бөтә гонаһтарҙы ла ярлыҡай. Ул бит Кисереүсе, Мәрхәмәтле".

21.11.2015

Киләсәктә лә мәсет халыҡҡа изгелек нуры таратып, күңелдәргә сафлыҡ өҫтәп, тик яҡшылыҡҡа ғына өндәп торһон.

Мәсеттәр төҙөлөү, дөрөҫлөктә, - халҡыбыҙҙың иманға тартылыуының, ихласлығының, тырышлығының сағылышы.

06.11.2015

Баш ҡалабыҙ эргәһендә ике мең тирәһе студентҡа иҫәпләнгән Ислам дини-мәғариф  үҙәге төҙөләсәк. Дин әһелдәре фекеренсә, террористик һәм экстремистик  күренештәргә ҡаршы  халыҡҡа дөрөҫ дини белем биреп кенә  көрәшергә мөмкин. Традицион  Ислам тотҡан мосолман кире ағымдарға ҡушылмаясаҡ. 

16.10.2015

Зәкәт, ғөшөр саҙаҡалары етемдәргә, меҫкендәргә, фәҡирҙәргә, мосафирҙарға, бурыслы кешеләргә, зәкәт йыйыу өсөн билдәләнгән кешеләргә, Аллаһ юлында хеҙмәт итеүселәргә бирелә. Шулай уҡ был саҙаҡаны кемдәрҙеңдер күңелендә ислам диненә мөхәббәт уятыу өсөн ҡулланыу ҙа яҡшы.

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

кис 21..23°C
төндә 16..18°C
иртән 15..17°C
көндөҙ 21..23°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.