Беҙҙең проекттар

02.10.2015

Изге байрам рухында иманыбыҙҙың тағы ла нурланып китеүен, тормошобоҙҙа бәрәкәт артыуын өмөт итеп, тапшырыуыбыҙҙы йәнә лә Ҡорбан ғәйете көндәренә әйләнеп ҡайтабыҙ. 

Республикабыҙҙың һәр тарафында мосолмандарҙың бөйөк байрамы ололап билдәләнде.

21.08.2015

Йәш быуынды иманлы итеп тәрбиәләү, дөрөҫлөктә, киләсәкте хәстәрләү, әҙәпле йәмғиәт төҙөү ул

17.07.2015

Ғәйет ул - ҡыуаныс кисереү, бер-береңдең күңелен күреү байрамы.

01.07.2015

Рамаҙан ураҙаһын тотоу – тәртип, итәғәт һәм Аллаһы Тәғәләгә бойһоноу тәрбиәләй. Шулай уҡ, сабырлыҡты, ихтыяр көсөн нығыта, йәнгә тыныслыҡ, ышаныс һәм шатлыҡ бирә.

01.07.2015

Һәр мосолманға Рамаҙан айында ураҙа тотоу фарыз ителде. 

Рамаҙан – «яныу» тигәнде аңлата. Сөнки был айҙа ураҙа тотҡан һәм тәүбә иткәндәрҙең гонаһтары янып юҡҡа сыға. Зәғифтәрҙе ҡеүәтләндергән, зиһенде асҡан, күңелдәрҙе паклаған, йәннәттәргә индергән Рамаҙан айҙарыбыҙ мөбәрәк булһын. Хуш киләһең, изге ай. 

12.06.2015

Рамаҙан айында күркәм ғәмәлдәр, ихласлыҡ, түҙемлек менән Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтенә ирешергә ынтылыу - һәр мосолмандың бурысы. 

05.06.2015

Ауылдарыбыҙҙа Аллаһ йорттары асылыуы хәҙер бер кемгә лә яңылыҡ түгел. Ләкин  ул ваҡиға күңелдәребеҙгә һәр ваҡыт ҡыуаныс килтерә. Федоровка районы Юлдаш ауылы халҡы ла ошо көндәрҙә ҙур ҡыуаныс кисерҙе.

02.06.2015

"Аллаһ Тәғәлә ата-әсә хаҡын үтәмәгән ҡолдарының изге ғәмәлдәрен ҡабул итмәҫ", - тиелә "Лоҡман" сүрәһенең 14-се аятында. 

22.05.2015

Ҡөръәндән һәм намаҙҙан - ғибәҙәт ҡылыуҙан рәхәтлек тапмаған күңел ошо ләззәтте башҡа ерҙән эҙләй башлай  һәм йыш ҡына боҙоҡ юлға эләгеп, харап булып ҡуя. Аллаһ һаҡлаһын.

15.05.2015

Мосолмандарға көнөнә биш ваҡыт намаҙ уҡыу фарыз. Биш ваҡыт намаҙҙың сауабы тәүге пәйғәмбәрҙәр ҡылған илле ваҡыт намаҙ менән тиң ителде... Морат Лоҡманов ошо хаҡта.  

12.05.2015

Бөтә мәсеттәребеҙҙә лә Бөйөк Ватан һуғышында илебеҙҙең азатлығын һаҡлап ҡорбан булғандарҙың рухына Ҡөръән аяттары уҡытыла, доғалар ҡылына, Ватанды һөйөү хаҡында вәғәҙҙәр һөйләнелә, хәтер кисәләре ойошторола.

05.05.2015

Ватанды һөйөү, ҡурҡыныс янағанда уны дошмандан һаҡлау, ғәҙеллек булдырыу, донъяла яҡшылыҡты арттырып йәшәү, киләсәктә оло афәттәр ҡабатланмаһын өсөн үткәндәрҙе оноторға юл ҡуймау - күңелендә иманы булған һәр ватандашыбыҙҙың бурысы.

24.04.2015

Мәхлүҡәт иһә, Раббыһы хозурындағы ғилемдең үҙе күтәрә алырлыҡ, Аллаһы Тәғәлә  рөхсәт иткән, кес кенә өлөшөн үҙләштерә. Шуға күрә, әҙәм балаһы: "Мин беләм!"- тип тәкәбберләнмәһен. Донъя беҙ уйлағанса ғына түгел.    

10.04.2015

Әлегә тиклем баш ҡалабыҙ Өфөнөң йөҙ меңләп кеше йәшәгән Инорс, йәки  ДОК тип йөрөтөлгән өлөшөндә, бер генә мәсет тә  юҡ ине. Бына, ниһәйәт, унда ла көтөп алынған ғибәҙәтхана асыла. 

03.04.2015

7 апрель Башҡортостан концерт залында үтәсәк "Иман нуры-халҡыма" хәйриә концертынан йыйылған килемде мәсет төҙөүгә  тотоноу ниәтләнгән. "Беҙ концертты дин тип атамайбыҙ, намаҙ уҡымайынса, йыр йырлап йөрөгөҙ, тип тә әйтмәйбеҙ. Бәлки, сәхнә аша йүнәлеш күрһәтергә теләйбеҙ, дингә, иманға өндәйбеҙ  һәм сәхнәлә әҙәп мәсьәләһен дә күтәрәбеҙ", ти "Иман" тапшырыуының алып барыусыһы Морат Лоҡманов. 

20.03.2015

Мәсет, мәҙрәсәләребеҙ, муллаларыбыҙ ҙа етешмәне. Шул осорҙа милләтттең киләсәге өсөн янып йөрөгән, телебеҙҙе һаҡлайыҡ тип оран һалған, ошо юҫыҡта күп кенә эш башҡарған шәхестәребеҙ бөгөн килеп дин юлына баҫты.

13.03.2015

Элегерәк: "Намыҫ - иң яҡшы контролер", - тигән ҡанатлы һүҙҙәр бар ине. Йәғни, намыҫ юғалһа, тикшереүселәрҙең күп булыуынан файҙа юҡ, урлашыу, енәйәттәр кәмемәйәсәк. Ә иманлы кешегә тикшереүсе кәрәкмәй. Ул үҙен һәр ваҡыт Раббыһы күреп тороуын һәм Раббыһының унан нимә теләүен белә... 

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

кис 21..23°C
төндә 16..18°C
иртән 15..17°C
көндөҙ 21..23°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.