Беҙҙең проекттар

19.12.2014

22 декабрҙә, ҡояш байыуға пәйғәмбәребеҙ донъяға килгән рабиғел әүүәл айына аяҡ баҫабыҙ. Йыл һайын ошо айҙа мосолмандар Мәүлит көнөн билдәләй, пәйғәмбәребеҙҙең тормошон өйрәнеүгә арналған кисәләр, уҡыуҙар, байрамдар үткәрелә. Ләкин мәүлит уҙғарыуҙар тураһында әлегә саҡлы бәхәстәр тынмай...

12.12.2014

Йәнәһе лә, сәфәр – ҡоро ай, был осорҙа никах уҡытырға, яңы эш башларға ярамай. Май айында өйләнһәң - “маяться” итәһең, ҡара бесәй юлды ҡыйһа – юлың уңмай һәм башҡа ошондай ышаныуҙар барыһы ла “хөрәфәт” тип атала.  Хәҙер килеп динебеҙ хөрәфәттәргә ышаныуҙы тыйҙы. 

05.12.2014

Ошо матурлыҡтың бәрәкәте лә булһын өсөн ул мәсеттә ғибәҙәт, тәрбиә эше барырға, намаҙ-доғалар уҡылырға тейеш.   

28.11.2014

Мәңгелектә әҙәм балаһының урыны яратҡаны эргәһендә буласаҡ, тип өйрәтә дин. Кемде ихтирам итәбеҙ, һөйәбеҙ, шунан үрнәк алабыҙ, уға оҡшай башлайбыҙ.

21.11.2014

Күңел, йөрәк сиренең төп күрһәткестәре – тәккәберлек, үҙеңде өҫтөн күреп, нәфрәт һәм хөсөтлөк, башҡаларҙың уңыштарына көнләшеү. Ошондай сифаттар кешелә бар икән, тимәк, уның күңеле сирле.

05.11.2014

Дүрт изге айыбыҙҙың береһе – мөхәррәм айы дауам итә. Мөхәррәмдә ҙур фазиләттәр бар. Бигерәк тә уның унынсы көнө хөрмәтле. Ғәрәптәр “ун” – “ғәшәрә” һүҙенән сығып, унынсы мөхәррәмде Ғәшүрә көнө, тип атаны. 

10.10.2014

Ғилем, Ҡөръән мәжлестәренең талабы - тауышланмай, тороп йөрөмәй, тыныс ҡына ултырып тыңлау. Бер аҡыл эйәһе әйткән: "Ғилем мәжлесендә  өс кенә кешенең тауышы ишетелер - ғалимдың, алдаҡсының һәм маҡтансыҡтың". һуңғы икеһе булмайыҡ.

19.09.2014

Боҙоҡлоҡтан һаҡланыр өсөн телевизор ҡарамайым, радио тыңламайым, компьютерым юҡ, китап уҡымайым, тип йөрөүселәр ҙә осрай. Ләкин, тап ошолай уйлап тоҙаҡҡа эләккәнебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалабыҙ. Аллаһ Собхана вә Тәғәлә юҡҡа ғына тәүге аятын: “Уҡы”, - тип индермәне. – Ғилем эҙләгеҙ, - тип пәйғәмбәребеҙ ҡат-ҡат киҫәтте. 

12.09.2014

Аллаһ рәхмәте менән, тип өйрәтә дин, иман ташҡа барып ҡағылһа, ташты ла мамыҡ шикелле йомшарта алыр ине. Һәм, киреһенсә, имандан ситләшеүе сәбәпле, күңелдәрҙең дә таш шикелле ҡатып ҡалыуы мөмкин. Иман таратыусы рухани, исеме бөтөн донъяға билдәле Мәүләнә Әүлиә Шәйех Мехмет хәҙрәттәренең 15 сентябрь Башҡортостанға килеүе көтөлә. Уның килеүе менән бәйле саралар тураһында тапшырыу. 

05.09.2014

Тапшырыуыҙа Ҡыйғы районы Абзай ауылында мәсет асылыу тантанаһына йәнә әйләнеп ҡайтабыҙ. Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе,  мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтулла байрам сараһын асып, ауыл халҡын, ҡунаҡтарҙы сәләмәләне.

22.08.2014

Абзай халҡы, уларға теләктәшлек күрһәтеп, матди һәм мәғәнәүи ярҙам ҡулы һуҙған изге бәндәләр тырышлығы менән, оҙаҡ йылдар төрлө маҡсаттарға файҙаланылған боронғо мәсет бинаһы, ҡабаттан үҙ асылына ҡайтты. 

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә -1..1°C
иртән -1..-3°C
көндөҙ 4..6°C
кис 1..3°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.