Беҙҙең проекттар

10.10.2014

Ғилем, Ҡөръән мәжлестәренең талабы - тауышланмай, тороп йөрөмәй, тыныс ҡына ултырып тыңлау. Бер аҡыл эйәһе әйткән: "Ғилем мәжлесендә  өс кенә кешенең тауышы ишетелер - ғалимдың, алдаҡсының һәм маҡтансыҡтың". һуңғы икеһе булмайыҡ.

19.09.2014

Боҙоҡлоҡтан һаҡланыр өсөн телевизор ҡарамайым, радио тыңламайым, компьютерым юҡ, китап уҡымайым, тип йөрөүселәр ҙә осрай. Ләкин, тап ошолай уйлап тоҙаҡҡа эләккәнебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалабыҙ. Аллаһ Собхана вә Тәғәлә юҡҡа ғына тәүге аятын: “Уҡы”, - тип индермәне. – Ғилем эҙләгеҙ, - тип пәйғәмбәребеҙ ҡат-ҡат киҫәтте. 

12.09.2014

Аллаһ рәхмәте менән, тип өйрәтә дин, иман ташҡа барып ҡағылһа, ташты ла мамыҡ шикелле йомшарта алыр ине. Һәм, киреһенсә, имандан ситләшеүе сәбәпле, күңелдәрҙең дә таш шикелле ҡатып ҡалыуы мөмкин. Иман таратыусы рухани, исеме бөтөн донъяға билдәле Мәүләнә Әүлиә Шәйех Мехмет хәҙрәттәренең 15 сентябрь Башҡорт...

05.09.2014

Тапшырыуыҙа Ҡыйғы районы Абзай ауылында мәсет асылыу тантанаһына йәнә әйләнеп ҡайтабыҙ. Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе,  мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтулла байрам сараһын асып, ауыл халҡын, ҡунаҡтарҙы сәләмәләне.

22.08.2014

Абзай халҡы, уларға теләктәшлек күрһәтеп, матди һәм мәғәнәүи ярҙам ҡулы һуҙған изге бәндәләр тырышлығы менән, оҙаҡ йылдар төрлө маҡсаттарға файҙаланылған боронғо мәсет бинаһы, ҡабаттан үҙ асылына ҡайтты. 

15.08.2014

Ғүмере бар кешегә ҡартлыҡ килмәй  ҡалмай. Шуға ла игелектәрҙе ваҡытында эшләп ҡалығыҙ, йәшлеккә  әллә күпме өмөттөр  бағлап, ил ҡарттарына, ата-әсәләрегеҙгә  ҡарата залим  булмағыҙ, тип өйрәтә дин. Игелектәрҙә  һаран  булыуҙан  тыя  динебеҙ.

01.08.2014

Ураҙа тотоу - етди һынау. Сөнки көндөң иң оҙон ваҡыттарына килеп еттек. Сикһеҙ мәрхәмәтле Аллаһы Тәғәлә мосолмандарға еңеллеген дә бирҙе. Рамаҙан айы үҙ күләгәһе менән ҡаплай, тигәнде ишетеп кенә түгел, ысынбарлыҡта тойҙоҡ. 

25.07.2014

Изге айҙың һуңғы  ун көнөн мәсеттә уҙғарыу хәйерле, тиелә. Бындай мөмкинлектәре булмағандар нимә эшләй? Ошо һәм башҡа һорауҙарға асыҡлыҡ индереү ниәтендә,  дин белгесе, мөғәллим Тулҡын хәҙрәт Кәримбирҙиев менән әңгәмә.

11.07.2014

Бөгөн мосолмандарҙың төп иғтибары ураҙа тотоу  нескәлектәренә йүнәлтелгән.  Нимә тыйыла, нимә, киреһенсә, рөхсәт ителә? Был мөбәрәк айҙа нисек  сауапҡа ирешергә? Ошо һәм башҡа мәсьәләләр хаҡында  Башҡортостан Мосолмандары Диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин менән әңгәмә.

27.06.2014

Рамаҙан – "яныу" тигәнде аңлата. Был айҙа ураҙа тотҡан һәм тәүбә иткәндәрҙең гонаһтары янып юҡҡа сыға. Зәғифтәрҙе ҡеүәтләндергән, зиһенде асҡан, күңелдәрҙе паклаған, йәннәттәргә индергән Рамаҙан айыбыҙ мөбәрәк булһын!

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 3..5°C
иртән 2..4°C
көндөҙ 4..6°C
кис 3..5°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.