Беҙҙең проекттар

07.04.2017

Яңыраҡ булған хәсрәтле ваҡиғалар интернетта ла сағылыш тапты. Кемдер башҡа ҡалаларҙа ла теракттар көтөлә тигән имеш-мимеш сығарған да, интернет үҙ эшен эшләгән. Артыҡ ышаныусан кешеләр "спамды" мәж килеп таратты. Хатта терроризмға ҡаршы милли комитет та ҡыҫылырға, асыҡлыҡ индерергә мәжбүр булды.  "Спам", йәғни күпләп таратылған хаттарға ышанаһығыҙмы?

06.04.2017

Бала-саҡта беҙҙе "убыр әбейҙәр" һәм "бапаҡтар" менән ҡурҡыта торғайнылар, ә хәҙер "авитаминоз" тип ҡурҡыталар. Һуңғы яңылыҡтарҙан: ғалимдар әйтеүенсә,  авитаминоз - ул уйҙырма. Табиптар ҙа, әйткәндәй, "авитаминоз" тигән һүҙҙе яратмай.  Авитаминоз уйҙырмамы, юҡмы?

05.04.2017

Сит ил егетенә кейәгә сығыр өсөн ҡатын-ҡыҙҙар ниндәй ауырлыҡтарға ғына бармай. Улар хатта эшкә урынлашырға ла әҙер. Донъялар, үҙгәрә, сиктәр юйыла. Хәҙер халыҡ-ара статусына эйә булған ғаиләләр күп. Шундайҙарҙы бөгөнгө һөйләшеүгә саҡырабыҙ ҙа. Сит илдән килгән кейәү йә килен менән йәшәү нисегерәк була?

04.04.2017

Боҙ киҫәгендә йөҙөп барған балыҡсылар вертолет менән килгән ҡотҡарыусыларҙы ҡыуа икән. Балыҡты ҡурҡытып йөрөмәгеҙ, тип. Тиҙҙән боҙ китә. Беҙ ҡармаҡларға яратҡан тыңлаусыларыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу маҡсатында бөгөнгө эфирҙы алып барабыҙ.  Һеҙҙең менән балыҡта булған мажаралар, ҡыҙыҡлы һәм ғибрәтле хәлдәр тураһында һөйләгеҙ.

03.04.2017

Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар, беҙ илай беләбеҙ, һеҙ генә илата белмәйһегеҙ. Күҙ йәштәре лә бит төрлө була. Әммә "егеттәр иламай" тигәне бөтәһенә лә ҡағыла. Ҡыуаныстан да, ҡайғынан да беҙҙең иларға хоҡуғыбыҙ юҡ. Ир-егеттәр илаймы?

31.03.2017

Беҙҙең тыңлаусыларыбыҙҙы нисегерәк алдағандары бар? Ниндәй көн яҡынлашып килгәнен яҡшы беләбеҙ. Бер-беребеҙгә үҙенсәлекле алымдарҙы өләшәйек.

30.03.2017

Сит илдә ата-әсәләр балаларын "Диснейлендҡа" алып барһалар, беҙҙең ата-әсәләр беҙҙе өләсәйлендҡа алып бара торған ине. Каникулдың тап уртаһы, хәҙер балалар ҡайҙа икән? Йәғни, өләсәй-олатайҙарға барыу ҡалдымы? Ҡыҫҡаһы, "Өләсәйленд" тураһында ҡыҙыҡлы фекерҙәрегеҙҙе еткерегеҙ.

29.03.2017

Яҙғы саҡырылыш башланырға тора. Хәрби комиссарҙарҙың сәстәре салланыр, йәш егеттәрҙеке ҡойолор инде. Дәүләт думаның оборона комитеты саҡырылыу йәшен 30 йәшкә тиклем арттырырға теләй. Арттырырға кәрәкме, юҡмы? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, дуҫтар?

28.03.2017

Кисә театрҙа эшләгән барлыҡ кешеләр һөнәри барйамдарын билдәләне. Ә беҙ һеҙгә үҙегеҙҙе театр тәнҡитсеһе итеп хис итергә мөмкинлек бирәбеҙ. "Һеҙ ҡараған иң уңышлы һәм иң уңышһыҙ спектаклдәр"

24.03.2017

Әрмән халҡы вәкиле беҙҙең республикала таксила китеп барғанда "Йүрүҙән" йырын ишетеп ҡалған. Таксистан "Был әллә Ереван тураһындағы йырмы?" тип һораған. Таксист аптырамаған, "эйе" тигән. Әрмән ире туған яғы тураһында йыр тыңлағас, аҡсаһын күберәк түләп сыҡҡан. Ә беҙҙе сит яҡтарҙа беләләрме? Шәхестәребеҙҙе, бал һәм ҡымыҙ кеүек брендтарыбыҙҙы таныйҙармы? Әллә картаға төртөп күрһәтә лә алалармы?

22.03.2017

Улар сатраш таҡтанан айырылмай, тик ат менән бер ҡасан да йөрөмәйҙәр. Машинала ғына. Бөгөн - халыҡ-ара таксистар көнө. Таксиға бәйле мажаралар, һеҙҙең яҡтағы был хеҙмәттең сифаты тураһында һөйләгеҙ.

21.03.2017

Ағас ултыртыу ир башҡарырға тейеш булған  3 бурыстың иң еңеле булһа ла, ниңәлер иғтибарһыҙ ҡала. Сөнки уны етди эш тип һанамағандар күп. Бөгөн халыҡ-ара  урмандар көнө. Ағас ултыртаһығыҙмы, дуҫтар?

20.03.2017

Бөгөн төндә күргән төш 3 йылдан һуң ғына тормошҡа аша ти. Ә һеҙ, хөрмәтле дуҫтар, төрлө әйтем-һынамыштарҙы һынап тормошоғоҙҙо, көн торошон һынап ҡарағанығыҙ бармы?

17.03.2017

Бер аҡыл эйәһе шәкерттәренә лаҡап һөйләгән. Шәкерттәр көлгән. Аҡыл эйәһе көләмәсен ҡабат һөйләгән. Берәү ҙә көлмәгән. Шул саҡ остаз былай тигән: "Бер шаяртыуҙан ике тапҡыр көлмәгән кеүек, бер ауырлыҡҡа ҡабат-ҡабат зарланмағыҙ". Зарланырға йыйынмайбыҙ ҙа, ә бына көләмәстән баш тартмаҫ инек. Һеҙҙең ауылда, ҡалала, районда ниндәй ҡыҙыҡлы хәлдәр булды?

16.03.2017

"Ярты еңгә -ҡәйнештеке" ти мәҡәл. "Таңда атҡан ал гөлгөнәм, бергенәм, ҡоҙасам" - тип йырлағандар, бөгөнгө көндә еңгә-еҙнәйҙәргә, ҡоҙаларға күҙ атыусылар бармы икән?

15.03.2017

Бөгөн ҡулланыусылар хоҡуҡтарын һаҡлау көнө. Ә ниндәй хоҡуҡтар һуң ул? Бөтөн донъяла улар һигеҙ: хәүефһеҙ тауарҙар алырға, улар хаҡында тулы мәғлүмәт алырға, һайларға һәм үҙ фекеребеҙҙе белдеререгә хоҡуғыбыҙ бар. Хөрмәтле радиотыңлаусылар, ә һеҙ ҡулланыусы хоҡуҡтарығыҙҙы яҡлап еңгәнегеҙ бармы?

14.03.2017

Ҡатынығыҙ һеҙҙе "Венецияға барғым килә" тип аптырата икән, уны йылға эргәһендә урынлашҡан ауылға ебәрегеҙ. Бер-ике аҙнанан Венеция уға үҙе киләсәк. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы быйылғы ташҡындың кимәлен алдан фаразлаған. Һуңғы 20 йылда һыу бындай кимәлгә еткәне юҡ. Һеҙҙең яҡтарҙа булған иң ҙур ташҡын ҡасан булды, уны нисек үткәрҙегеҙ?

13.03.2017

Уҙған аҙна ҡатын-ҡыҙҙар байрамы менән генә түгел, титандар алышы менән иҫтә ҡалды. Һәм ул дауам итә. Һүҙебеҙ Радик Юлъяҡшин һәм Салауат Фәтхетдинов араһында тыуған низағ тураһында. Кемдәр хаҡлы? Сәхнә кемдәрҙең ҡулында?

10.03.2017

Бөгөн ваҡыттың ҡәҙерен белгән, тарих менән туранан-тура аралашҡан һәм ҡыҙыҡ итеп аталған кешеләр - архивариустар һөнәри байрамдарын билдәләй. Әйткәндәй, беҙҙең халҡыбыҙҙа архивтар күптән бар - ул үҙебеҙҙең шәжәрәләр. Ә юлдаштарыбыҙ шәжәрәһен нисәнсе быуынға тиклем белә икән?

09.03.2017

Бөгөн 9-сы март. Совет заманында был көн кисәге көнгә тиң булып билдәләнгән. Сөнки йыһанға юл ярыусы Юрий Гагарин тап 9-сы мартта тыуған. Ниндәй эштә генә булмаһын, тәүге кеше булыу - яуаплыҡ та, ихтирам да билдәһе. Ә беҙҙең юлдаштар араһында ниндәйҙер өлкәлә тәүгеләр бармы икән?

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

кис 21..23°C
төндә 16..18°C
иртән 15..17°C
көндөҙ 21..23°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.