Беҙҙең проекттар

07.03.2017

Рустар бындай ирҙәрҙе - ҡатынының үксәһе аҫтында, беҙҙең төбәктәрҙә - олтораҡ аҫтында, тиҙәр. Һүҙ ҡатынға тулыһынса буйһонған йыуаш егеттәр хаҡында. Үксә аҫтында булыуҙың ыңғай яҡтары бармы? Әллә ул тик кире генә күренешме?

06.03.2017

Был һүҙҙе ишеткәндә, күптәрҙең аяҡ быуындары бушай, йөрәк таш булып ҡата - теш табиптары. Бөгөн уларҙың һөнәри байрамдары. Әйткәндәй, белгестәр асыҡлауынса, теш табибынан ҡурҡыу аңһыҙ фобиялар төрөнә ҡарай. Ә һеҙҙә ниндәй аңһыҙ ҡурҡыуҙар, фобиялар бар?

03.03.2017

Шәжәрәләр төҙөү киң таралған булһа ла, нәҫел ҡушаматтары кеүек күренеш иғтибарһыҙ ҡала. Ә улар ҡайһы бер ваҡытта шәжәрәгә ҡарағанда ла, күберәк мәғлүмәт һаҡлай. Ә һеҙҙә нәҫел ҡушаматы бармы? Ара исемегеҙҙең тарихын беләһегеҙме?

02.03.2017

Юл өҙөклөгөнә бәйле әсе һүҙҙәр былай ҙа йыш ишетелә. Беҙ, киреһенсә, мәсъәләгә ыңғай ҡарамаҡсыбыҙ. Үҙ көсө менән трассаларҙы тәртиптә тотоусылар, ҡар тотҡононда ҡалған кешеләрҙе ҡотҡарыусылар, ауылдаштарына ярҙам итеүселәр. Буранлы, юлһыҙ миҙгел - кешелек сифаттарын күрһәтеү өсөн иң уңайлы ваҡыт.  "Үҙем йөрөйөм, үҙем көрәйем" принцибы менән йәшәгәндәр хаҡында һөйләгеҙ.

01.03.2017

Бөтә Донъя башҡорттары Ҡоролтайы бөгөнгө көндө башҡорт ғаиләһе көнө тип билдәләргә тәҡдим итә. Көнө лә уңайлы һайланған. Бөгөн шулай уҡ рәсми булмаған байрам - комплимент көнө билдәләнә. Һеҙ ғаиләлә бер-берегеҙгә нисек өндәшәһегеҙ? Башҡорт ғаиләһе көнөндә һәм Халыҡ-ара комплимент көнөндә бер-беребеҙгә хикмәтле, ҡыҙыҡлы мөрәжәғәт һүҙҙәрен өйрәтәйек.

28.02.2017

29 февраль көнө тыуғандар ер шарында 4 миллионға яҡын. Һәм улар өсөн немец ғалимы Хайнрих Хемме махсус ҡағиҙә лә уйлап сығарған. Әгәр кеше 29 февралдә төндә тыуһа, ул тыуған көнөн 28 февралдә билдәләй. Кисен тыуған булһа - 1 мартта. Көндөҙ тыуһа, йыл һайын алмашлап билдәләй. Һеҙҙең арала 29 февралдә тыуған кешеләр бармы?

27.02.2017

26 февраль - мыштырҙар көнө. Был байрамды Италияла уйлап сығарғандар. Беҙҙә бындай кешеләрҙе төрлөсә атайҙар - мыштыр, бызмыр, яйман тиҙәр. Уларҙың һөнәри байрамдары уңайынан беҙ уларҙың төп сифатын аҡларға булдыҡ. Яйлап эш итеү - насармы?

22.02.2017

Рәсәй армияһын башҡа илдәр менән сағыштырыу - күптәрҙең яратҡан эше. Мәҫәлән, "Нэйшнл Интерест" баҫмаһында Майкл Коффман исемле журналсит Рәсәйҙең хәрби көсөн баһалаған. Уның әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа беҙҙең ҡораллы көстәр ярайһы уғ көс туплаған һәм яңырған. Әммә оҙайлы хәрби бәрелешкә әҙер түгел, тигән ул. Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙең төп ҡоралы - ул диверсия һәм шпионаж, тип баһаланған. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, хөрмәтле радиотыңлаусылар, илебеҙҙең сиктәрен һаҡларлыҡ хәрби көсө бармы?

21.02.2017

Бөгөн Халыҡ-ара туған телдәр көнө билдәләнә. Туған телде белеү - шәп нәмә. Башҡа телдәрҙе лә белергә кәрәк. Күптәр бөгөн сит телдәрҙе икмәкле-тоҙло белеп кенә сит илдәргә бара. Тартай теленән таба, йәки телде белмәү арҡаһында килеп сыҡҡан мажаралар тураһында һөйләгеҙ.

17.02.2017

Бөгөн Рәсәйҙә студенттар отрядтары көнө билдәләнә. Өлкән йәштәгеләрҙә хәтирәләр уятҡан һүҙҙәр бар. "Студотряд" һүҙе - шуларҙың береһе. "Картуфлыҡҡа" тигән бойороҡто кемдер ҡурҡып, кемдер талпынып көттө. Ә кемгәлер йылы яҡтарҙа ҡарбуз, мамыҡ йыйыу бәхете тейгән. Бөгөн дә студенттарҙың хеҙмәт отрядтары бар. Әммә бөгөн беҙ һеҙгә хәтирәләргә сумырға тәҡдим итәбеҙ. Студотрядтар менән бәйле иҫтәлектәрҙе беҙгә юллағыҙ.

16.02.2017

Аномаль төбәктәр беҙҙә бар, әммә улар ен-пәрейҙәр менән бәйле түгел. Улар кешегә көс бирә. Һуңғы йылдарҙа бындай урындарға ҡыҙыҡһыныу арта ғына. "Уралдың көслө урындары" тигән махсус туристик маршруттар ҙа ойошторола. Ә һеҙ юғары көсө булған урындарға ышанаһығыҙмы?

15.02.2017

Барлыҡ республика хоккей менән йәшәй, кисә уҙған уйындың шауҡымы.Салауат Юлаев командаһы йәнә көйәрмәндәрҙе ҡайғыртты. Был осраҡта "Аҡ Барыҫтың" көйәрмәндәрен. Төркөм этабында Юлаевсыларҙың шәптән булмаған уйындың сәбәбен ниҙә күрәһегеҙ?

14.02.2017

Мөхәббәт, белеүебеҙсә, дыуамал тойғо. Йәшкә лә ҡарамай. Тап шундай мөхәббәт тураһында һөйләшәбеҙ бөгөн. Беҙҙең тыңлаусылар араһында иң ҙур йәш айырмаһы булған парҙы эҙләйбеҙ. "Мөхәббәт йәшкә ҡарамай" тигәндең тере миҫалы булған кешеләр бармы беҙҙең арала?

13.02.2017

Ата-әсәләр ошо  көндәрҙә мәктәп уҡыусыларына әйләнә алды. Өфөлә үҙенсәлекле һынау үтте. Унда Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырылды. Тик абитуриенттар ролендә ата-әсәләр булды. Ә беҙҙең радиотыңлаусылар Берҙәм Дәүләт имтиханын тапшыра алыр инеме икән?

10.02.2017

Ҡыуыш төҙөп, бөтә күршеләрҙе эскәмйәләре менән бергә саҡырып, ҡаҙан аҫып, шишмәгә төшөп ауылдамы? Әллә ресторан алып, музыканттар саҡырып, проспектар буйлап машиналарҙа үтеп ҡалаламы?Һайларға һеҙгә кәрәк булыр. Йәғни бөгөнгө һөйләшеүҙең темаһы - Ҡала туйымы, ауыл туйымы? 

08.02.2017

Бөгөн Рәсәй фәне көнө. Әммә беҙ фәндең заманса хәлен барларға тип эфирға сыҡманыҡ. Беҙҙең маҡсат - юлдаштар араһында Кулибиндарҙы табыу. Уйлап табыусылар бармы беҙҙең арала?

07.02.2017

Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡатын-ҡыҙҙарға тыйылған һөнәрҙәр исемлеген яңыртырға теләй. 17 йыл дауамында был исемлек булған икән. Был исемлек киңәйтеләсәк, тип хәбәр ителә. Әлегә унда тимер ҡойоу, төҙөлөш һәм тау сәнәғәтенең ҡайһы бер профессиялары ингән. Ә һеҙ ниндәй һөнәрҙә ҡатын-ҡыҙҙарҙы күрергә теләмәҫ инегеҙ?

02.02.2017

Үҙенсәлекле исемдәр йөрөткән кешеләр һуңғы көндәрҙә йыш осрай. Бындай исемдәр менән хәҙер һаҡ булырға кәрәк. Депутаттар ғаилә һәм граждандар кодексына үҙгәрештәр индерергә теләй. Уларға ярашлы, балаларға экзотик, йәки бөтөнләй мәғәнәһеҙ исемдәр ҡушыу тыйыласаҡ.Ә беҙҙең тыңлаусылар ниндәй исемдәрҙе тыйыр ине?

01.02.2017

Натуралата түләүҙең дә уңайлы яҡтары бар. Бөгөн ҡырағай ысул кеүек яңғыраһа ла, заманында шунан башҡа юл юҡ ине. Бөгөн дә ул бар. Мәҫәлән, ауылда. Силәбе фермерҙары "Балкондағы һыйыр" исемле башланғыс менән сыҡҡан. Ҡалала йәшәүсе ауылдан һыйыр һатып ала, ә алмашҡа уға һауылған һөттөң өлөшөн көн һайын еткерәләр. Ә һеҙ әйберләтә түләү алғанығыҙ булдымы?

31.01.2017

Бөгөн Ванганың тыуған көнө. Ә беҙҙең тыңлаусылар араһында eның кеүек кешеләр бармы? Төш юрау ысынмы? Юрағанығыҙ юш килгәне булдымы?

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә -1..1°C
иртән -1..-3°C
көндөҙ 4..6°C
кис 1..3°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.