Беҙҙең проекттар

30.01.2017

Мутлашыусылар бәйләнешкә күсте. Кешенең бите аша инәләр ҙә, дуҫтарынан аҡса һорайҙар. Барыбыҙға ла бындай хаттар килгәне бар. Әлбиттә, йыш осраҡта шылтыратып һорашҡандан һуң, ялған эш асыҡлана. Шулай ҙа, ҡармаҡҡа эләккәндәр бар. Ә һеҙ бындай осраҡта нимә эшләйһегеҙ, юлдаштар?

27.01.2017

Тыңлаусыларыбыҙҙың йән әсенеүҙәрен иҫәпкә алып, бөгөнгө һөйләшеүҙе тап тығындарға бағышларға булдыҡ. Эс бошороп ултырмаҫ өсөн, машинала нимә эшләргә була? Нисек үҙ-үҙеңдең күңелеңде күрергә?

26.01.2017

Дәүләт думаһында кисә ғаиләлә ҡул күтәреүҙе декриминализация тураһында закон проектын икенсе уҡыуҙа ҡаранылар. Ул ҡабул ителде. Йәғни, көнкүрештә булған һуғыш-талаштар енәйәт кодексынан алынып, административ юҫыҡҡа күсерелә.  Хөрмәтле радиотыңлаусылар, ғаиләлә ҡул күтәргәндәргә һеҙҙең ҡарашығыҙ ниндәй?

25.01.2017

Бөгөн Юлдаштар араһында Ильичтың "Уҡырға, уҡырға һәм уҡырға" тигән һүҙҙәренә тоғроларҙы барлайбыҙ, йәғни иң оҙаҡ студент булған кешеләрҙе эҙләйбеҙ. Һеҙ нисә йыл студент булдығыҙ? Сал сәстәренә тиклем студент билетынан айырылмаған таныштарығыҙ бармы?

24.01.2017

Нимә һуң сынығыу? Физиотерапияның бер алымы. Тәбиғәт факторҙарын файҙаланып организмды нығытыу.

Ә һеҙ сынығаһығыҙмы?

23.01.2017

Бөгөн үҙенсәлекле байрам, халыҡ-ара ҡулдан яҙыу көнө. Ғалимдар әйтеүенсә ҡағыҙға яҙыу кешенең телмәрен үҫтерә, мейе эшмәкәрлеген тиҙләтә, хәтерен яҡшырта. Күптәр инде ҡулға күптән ҡәләм-ҡағыҙ алғандары юҡ. Ә һеҙ үҙегеҙ ҡулдан яҙған хат кемгә булды?

20.01.2017

Ҡалала йәшәүсенең тығында үткәргән ваҡытын иҫәпләгәндәр. Йылына ике тәүлек тирәһе килеп сыға. Иң ауыры, әлбиттә тығында торған ашығыс ярҙам машинаһын күреү. Медиктарҙы юлда үткәрмәгән кешеләр ҡасан аҡылға килә икән? Медиктар, ут һүндереүселәр һәм башҡа ашығыс ярҙам экипаждары башҡа машиналарға төкөргә хоҡуҡлымы?

18.01.2017

Иртән уянған кешенең кәйефе булмай, айыуҙар ҙа беҙгә оҡшаған. Аңра айыуҙар мәле башланды. Башҡортостан йәнлектәргә, айырыуса йыртҡыстарға бай төбәк. Айыу, бүре, һеләүһен. Ә һеҙҙең ҡырағай йыртҡыстар менән осрашҡанығыҙ булдымы?

17.01.2017

Cовет ваҡытында эшләнгән уйынсыҡтар ҡайһы бер ғаиләләрҙә һаман да һаҡлана. Беҙ ҡартайып бөттөк, ә уйынсыҡтарыбыҙ шул көйө. Юлдаштарыбыҙҙың да бала сағы әкиәтле генә түгел, уйынсыҡлы булғандыр. Бала-саҡ уйынсыҡтарығыҙҙы һаҡлайһығыҙмы?

13.01.2017

Һуңғы йылдарҙа халыҡ интернет-петициялар менән ныҡлап мауыға башланы. Донъя селтәрендә ошо көндәрҙә йәнә бер мөрәжәғәт барлыҡҡа килде. Ул Яңы йыл төнөндәге телеэфирға ҡағыла. Халыҡ йыл һайын ҡабатланып килгән тамашаларҙан ялҡыуын белдерә. Ә һеҙҙең фекерегеҙ ниндәй?

12.01.2017

Ҡайһы бер сығанаҡтар әйтеүенсә, тәмәке ҡабының  хаҡы быйыл 200 һумдан артасаҡ. 2014-се йылдан һуң туған граждандарға тәмәке һатыуҙы тыйырға теләйҙәр. Был ғәҙәтте ташлар өсөн, тәмәке ҡабына хаҡ нисә һумға етергә тейеш?

11.01.2017

Бөгөн Рәсәйҙә ҡурсаулыҡтар һәм милли парктар көнө. Байрам көндәрендә инспекторҙар законһыҙ һунарҙың 8 осрағын теркәгән. Иң аяуһыҙ браконьерҙар байрам көндәрендә Баймаҡта дүрт боланды атҡан. Юлдаштарҙың фекерен белешәйек. Браконьерға ни яза?

09.01.2017

Ике дуҫ һөйләшә. "Һиңә Яңы йылға нимә бүләк иттеләр?" "Тараҡан бото..." "Ярай, файҙаһы тейер, иң мөһиме урынды күп алмай". Бүләкте тапшырыу ҙа, һайлау ҙа - тәбиғәттән бирелә торған һәләт. Юлдаштар менән бергә "Иң файҙаһыҙ бүләктәр" исемлеген төҙөргә булдыҡ

28.12.2016

Беҙҙең илдә 2016-сы йыл кино байрағы аҫтында үтте. Яңы йылда күрһәтелгән фильмдарҙың ыңғай һәм кире яҡтары тураһында һөйләшәбеҙ. Был таҫмаларҙың етешһеҙлектәре бармы?

27.12.2016

Яңы йыл - хәүефле осор. Янғын, ағыуланыу, имгәнеү - бындай хәлдәр байрам көндәрендә йышая. Был афәттәрҙән беҙҙе һаҡлаусыларҙың бөгөн һөнәри байрамдары. Рәсәйҙә ҡотҡарыусылар көнө билдәләнә. Батырҙар беҙҙең арала ла күп.

20.12.2016

Эт-бесәйҙәргә һалым индерелеүе мөмкин. Республика депутаттары ошондай башланғыс менән Думаға мөрәжәғәт итергә йыйына. Ҡала һәм ауыл халҡы был һорауға нисек ҡарай?

16.12.2016

Мәктәп йылдарында практикаға йәш уҡытыусылар килһә, ҡыуана торған инек. Сөнки улар менән уртаҡ тел табыуы еңелерәк. Ә ҡайһы берәүҙәр саманан артыҡ ҡыуана. Сөнки саманан артыҡ уртаҡ тел таба. Күптәрҙең тәүге мөхәббәте тап өлкән класстарҙа ярала. Һәм был саф тойғоноң объекты йыш ҡына йәш уҡытыусы була. Һеҙ уҡытыусыға ғашиҡ булғанығыҙ бармы?

16.12.2016

Ҡыш бабай булыуҙың нескәлеге? Уның хеҙмәте күпме тора? Балаларҙы нисек тылсымға ышандырырға һәм ниндәй йәштән улар ышанмай башлай? Ошо һәм башҡа һорауҙарға ҡоролған әңгәмә.

14.12.2016

Халҡыбыҙ өсөн үлмәҫ васыят ҡалдырған Аҡмулланы йыш иҫләйҙәр, айырыуса бөгөн. Бөйөк шағир-мәғрифәтсебеҙ тап 14 декабрҙә тыуған. "Бер тигәс тә ни яман..." тигән ҡобайыр барыбыҙға ла таныш. Билдәле юлдарҙы дауам итергә тәҡдим итәбеҙ.

13.12.2016

Арыҫлан ҡартайһа, сысҡан аулар, тиҙәр. Оло йәштә бил бөгөргә мәжбүрҙәр кешеләр күҙ алдына баҫа. Әммә таяҡтың икенсе яғында - эш таба алмай йонсоған йәштәр бар. Пенсионерҙар эшләргә тейешме ?

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 3..5°C
иртән 2..4°C
көндөҙ 4..6°C
кис 3..5°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.