Беҙҙең проекттар

12.12.2016

Бөгөн байрам - Рәсәй конституцияһы көнө. Әммә конституция дәүләттә генә түгел, хатта ғаиләләрҙә лә бар. Күп кенә ғаиләләрҙә үҙ-ара килешеүҙәр бар. Өй ҡануниәте тиһәң дә була. Һуңғы ашаған  һауыт-һаба йыуырға тейеш, ҡустылар ағайҙарҙың кейемен туҙҙырып бөтөргә тейеш, телевизорҙы ҡарау ваҡыты сәғәтләп бүленгән. Бурыстар ҙа бүлешелгән: магазинға кем йөрөй, иҙәнде кем йыуа һәм башҡаһы. Ә һеҙҙең ғаиләгеҙҙең конституцияһына ниндәй ҡанундар ингән?...

05.12.2016

Яҡут республикаһында кинологтар клон эттәр менән эшләйәсәк. Том, Марк һәм Джек исемле көсөктәр Кореяның иң шәп хеҙмәт овчаркаһынан яһалған. Һеҙ яһалма йән эйәләрен булдырыуға нисек ҡарайһығыҙ.

30.11.2016

Ноябрҙең һуңғы көнө. Мосолман календаре буйынса яңы ай башы. Һандарҙа сихри көс эҙләргә яратыусылар өсөн яҡшы көн. Пифагор әйткән: "Донъя менән һандар идара итә".  Һеҙҙең тормошоғоҙҙо үҙгәрткән, уңыш килтергән һандар бармы? 

29.11.2016

Республиканың йөҙ йыллығына күп кенә саралар ҡаралған. Улар араһында Башҡортостан Юлдаш телевидениеһы үткәргән "Республиканың 100 шәхесе" проекты. Беҙ үҙебеҙ ҙә Руспебликала яҡты эҙ ҡалдырған шәхестәрҙе барларға булдыҡ.

25.11.2016

Баймаҡ районы Темәстә "Таҡмаҡ әйтеш - 2016" Республика конкурсы үтә. Халыҡ ижадының аҫыл ынйыларын һаҡлап ҡалыу һәм йәштәргә еткереү - төп бурысыбыҙ, тип әйтә уның ойоштороусылары. Бәйге Баймаҡ ерендә өсөнсө тапҡыр ойошторола. Беҙ ҙә бындай саранан ситтә ҡалмаҫҡа тырышабыҙ. Үҙебеҙҙең юлдаштар араһында таҡмаҡ әйтеүселәр күп икәнен белеп, әйтеш үткәрәбеҙ.

17.11.2016

Халыҡ-ара студенттар көнө яңы закон тураһында фекер белешеү. Уға ярашлы, быйылдан башлап яңы һөнәри стандарттар индерелде.Үҙ профессияһы буйынса эшләмәгәндәргә һеҙҙә ниндәй ҡараш?

16.11.2016

Тормош һынауҙарынан һынмаған кешеләр була. Ундай кешеләрҙең тарихтары, ысынлап та, ауыр хәлгә ҡалған кешеләргә көс бирерлек. "Үҙ үҙеңде йәлләү - иң күңелһеҙ һәм файҙаһыҙ эш".

14.11.2016

Интернетта ир-егеттәр кәңәш бирә. Әгәр һеҙҙең етәксегеҙ ҡатын-ҡыҙ булһа, зарланырға ашыҡмағыҙ. Беренсенән, ул туғыҙ айға эшкә йөрөмәүе ихтимал, икенсенән унан һәр ваҡытта ирҙәр бүлмәһендә йәшенергә була.Замана күптән ир менән ҡатынды тиңләне. Ҡатын-ҡыҙ яҡшы етәксе була аламы?

11.11.2016

"Иҙәнде сәс менән һеперһәң дә, алама ҡәйнәгә ярамаҫһың," - ти халыҡ мәҡәле. Һәр кеше менән килешеп уртаҡ тел табырға була, тиҙәр кешеләр. Ҡәйнә йәш ғәйләнең тормошона ҡағылырға тейешме?

10.11.2016

Рәсәй мәктәптәрендә оҙайтылған көн төркөмдәрен түләүле рәүешкә күсереү әүҙем бара. Ҡануниәттә шундай шарттар булдырылған, бындай ҡарарҙы мәктәп етәкселеге үҙ-аллы ҡабул итә. Рәсәйҙә 1 миллион 700 мең бала бындай төркөмдәргә йөрөй. Түләүле һәм бушлай тәҡдим ителгән дәүләт хеҙмәттәре темаһына һөйләшәбеҙ.

09.11.2016

Әбйәлилдәр ҡарға, ә Күгәрсендәр хатта ямғырға ла ҡыуанды. Ҡыштың тәүге һынауын башҡа төбәктәрҙә нисек үттеләр? Юлдаштарыбыҙ сатлама һыуыҡтарға, ыжғыр бурандарға, боҙлауыҡҡа әҙерме?

08.11.2016

8-се ноябрь - Халыҡ-ара КВН көнө.Әммә сәхнәлә генә тапҡыр һәм шаян булыуы еңел. Тормошта репетицияһыҙ, сценарийһыҙ шаяртҡан кешеләр һирәгерәк осрай."Әйтһә, йыҡҡансы әйтә" тиҙәр ундайҙарҙы. Һәр ауылда шундай кеше бар. "Ауыл Петросяны" тип тә йөрөтәләр...

07.11.2016

Рәсәй психологтары күңел сәләмәтлегенә зыян килтергән мультфильмдар исемлеген төҙөгән. Өсөнсө һәм икенсе урындарҙа сит ил таҫмалары булһа, тәүге урынға беҙҙең "Маша һәм айыу" эләкте. Беҙ сит ил йәнһүрәттәрен артыҡ ҡанһыҙ булыуы өсөн әрләргә күнеккәнбеҙ, ә үҙебеҙ йыраҡ киттекме?

02.11.2016

Яңы закон проектына ярашлы, 3 һәм унан күберәк балаһы булған ғаиләнең милкендә төҙөү өсөн яраҡлы ер участкаһы бар икән, бушлай ер биләмәһе уға тәтемәй.Радиотыңлаусылар резонанс тыуҙырған башланғысҡа нисек ҡарай?

01.11.2016

Ауыл кешеләре күптән үҙ көндәрен үҙҙәре күрә. Кесе эшҡыуарлыҡ асып, эш урындарын да булдыралар, аҡса ла эшләйҙәр.Малсылыҡ, икмәк бешереү, кейем тегеү һәм башҡа кәсептәр киң тарала. Уңған тырышып эшләр, ялҡау бармағыш тешләр, тиҙәр. Шартлы сумма - бер миллион булһын. Был аҡса ҡулға килеп эләкһә, уны ниндәй эшкә нигеҙ итеп һалыр инегеҙ?

31.10.2016

Фекер белешеү күрһәтеүенсә, Рәсәй граждандарының 10 проценты Хэллоуинды билдәләй. Тауыш биргәндәрҙең 8 проценты сит ил байрамдарын бөтөнләй тыйырға теләй. Сит ил байрамдары кәрәкме?

28.10.2016

Былтырҙан алып республика хөкүмәтендә мәрхәмәтлек ойошмаларын даими тикшереүсе төркөм эшләй, ә "Асыҡ республика" порталында ышаныслы ойошмалар реестры һәм ярҙамға ысынлап та мохтаж булған кешеләр исемлеге эленгән. Шулай ҙа, кешеләрҙең изгелегендә аҡса эшләүселәр мәсъәләһе ҡала. Нисек мәрхәмәтлекте енәйәттән айырырға?

26.10.2016

Быйыл хәрби хеҙмәттән ҡасыусылар һаны 30 процентҡа кәмегән. Ғөмүмән, һуңғы бер нисә йылда һалдат булыуҙың бәҫе арта ғына. Ирекле теләкме ул, мәжбүри бурысмы? Беҙҙең маҡсат - һеҙҙең ҡарашты белеү.

20.10.2016

Халыҡ күпләп интернет-магазиндар менән ҡуллана башлай. "Рәсәй Почтаһы" интернетта сауҙа майҙансығын асты. Бындай магазиндар ысынбарлыҡтағы сауҙа үҙәктәренән уңайлыраҡмы икән?

19.10.2016

Америка үҙе беҙгә Терминатор булып килеп инде. Океан аръяғындағы ил һеҙҙең йортоғоҙға ниндәй тауыш менән, ниндәй ҡиәфәттә килде?

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

кис 3..5°C
төндә 2..4°C
иртән 0..2°C
көндөҙ 5..7°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.