Беҙҙең проекттар

14.09.2016

Нефтекама ҡалаһынан студент егет бер нисә минутҡа көтмәгәндә миллионерға әүерелә. Ул 2 мең 200 һумды алыу өсөн банкка килә. Кассалағы ҡыҙ студентҡа мең тапҡыр ҙурыраҡ сумма - 2 миллион 200 мең һум тоттора. Һеҙ был осраҡта нимә эшләр инегеҙ...

13.09.2016

Юлдаштың тоғро дуҫы - Хәлим Ғайса улы Әйүпов менән юл ҡағиҙәләренә бәйле үҙгәрештәр тураһында әңгәмә.

08.09.2016

"Йәшлек" газетаһы хәбәрсеһе, коллекционер Айбулат Ишназаров менән йәнле әңгәмә.

06.09.2016

"Юлдаш"та ҡунаҡта - философия фәндәре докторы, профессор Самат Абдрахман улы Мөхәмәтйәнов. 

01.09.2016

Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта Өфө Башҡорт дәүләт аграр университеты доценты - Салауат Вәһим улы Аҡсурин.

01.07.2016

Бөгөн Ҡәҙер кисе. Был кис башҡа мең кискә торошло, ти изге китап. Йәғни был кистә теләк теләү, доға ҡылыу сауабы мең айҙыҡынан да күберәк. Шуға бөгөн төндә йоҡламайҙар егеттәр мәсеттә, ҡыҙҙар өйҙә ғибәҙәт ҡыла.

Ә ни өсөн, тип һораусылар булһа , бөгөн төндә күк ҡабағы асылып Ер йөҙөнә фәрештәләр төшөр, Алланың сәләмен еткерер һәм кешенең бер йыллыҡ яҙмышы билдәләнер.

 

29.06.2016

Ер еләккәйҙәре беште инде, 
Өҙөлөп тә төшмәҫ, тимәгеҙ…

Уны йыйып күпләп һатһам,        

 Байып та ғына китмәҫ тимәгеҙ...

28.06.2016

Ғөмүмән ҡушаматтар, кешенең холҡона, эшенә, ҡылыҡтарына, ҡиәфәтенә ҡарап ҡушыла. Нәҫелдәре менән ҡушамат тағып йөрөүселәр ҙә бар. Тик ниңәлер һуңғы йылдарҙа йәштәр бер-береһенә ҡушамат тағып бармайҙар. Таҡһалар ҙа, Гуля, Мара, Лилянан ары китә алмайҙар...

24.06.2016

Имтихандар, сығарылыш кисәләре осоронда интернетта ошондай шаяртыуҙар йыш осрай. "Уҡы, ЕГЭны тапшыр, юғары уҡыу йортона ин, унан һуң һине икегә уҡыған класташың эшкә аласаҡ"...

"Юлдаш"та ҡунаҡта" - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Әмир Ишемғолов
23.06.2016

"Юлдаш"та ҡунаҡта" - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Әмир Ишемғолов.

21.06.2016

Ятып ҡалғансы һатып ҡал...  Өфөлә "Аркада" сауҙа комплексында "Бет баҙары" йәғни кешенең үҙенә кәрәкмәгән әйберҙәрен һатыу мөмкинлеге биргән баҙар асылған.

 

20.06.2016

Рәсәй халҡының бәхет кимәле, яҡынса ике ярым тапҡырға артҡан. 61 процент кешелек үҙен бәхетле тип һанай.

Ә донъялағы иң бәхетлеләргә килгәндә, улар Фиджи утрауында, Колумбия һәм Сәғүд Ғәрәбстаны, шулай уҡ Әзербайжанда йәшәй...

 

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә -1..1°C
иртән -1..-3°C
көндөҙ 4..6°C
кис 1..3°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.