Беҙҙең проекттар

16.06.2016

Ир-егеттәрҙең йөрәгенә юл ашҡаҙан аша үтә, тиҙәр. Ә ҡатын-ҡыҙҙың йөрәгенә юлды ҡайҙан табырға... 

14.06.2016

Сәләм хат, уҡы шат, уҡымаһаң утҡа яҡ, тигән боронғолар. "Юлдаш" радиоһының хаттар бүлегенә был һүҙҙәр бөтөнләй ҡағылмай. Һәр ҡотлау хаты ваҡытында уҡыла һәм тәғәйенләнгән кешегә тура эфирҙа оҙатыла. Уларҙы тыңлаусыларҙан ҡабул итеүсе ҡыҙҙарҙың береһе, хеҙмәттәшәбеҙ Ленария Ямалетдинова.

10.06.2016

Донъяла иң күп ҡаралған һәм уйналған уйын ул - футбол. Уның тыуған йылы булып 1863 йыл һанала. Элек-электән Мысыр, Германия, Ҡытайҙа футболға оҡшаш уйындар булған. Әммә инглиздәр генә футболды донъяға таратҡан. 

Бөгөн Францияла Европа илдәре йыйылма командалары өсөн 15-се чемпионат старт ала...

09.06.2016

Үткән аҙнала Марсель Ҡотоев Ҡаҙағстанда «Яйыҡ тауышы» Халыҡ-ара фестивалендә 3 урын алып ҡайтты, ә бөгөн "Юлдаш"та ҡунаҡта...

"Юлдаш"та ҡунаҡта" - даими эксперт Хәлим Ғайса улы Әйүпов.
07.06.2016

"Юлдаш"та ҡунаҡта" - даими эксперт Хәлим Ғайса улы Әйүпов.

 

02.06.2016

Октябрьский ҡалаһында 3-4 июндә үтәсәк Ҡурай байрамы хаҡында мәшһүр ҡурайсы, жюри рәйесе Мөхәммәт Усман улы Түләбаев менән һөйләштек.

31.05.2016

Бөгөн бөтә донъя тәмәкеһеҙ бер көн акцияһы үтә. 1988 йылдан Бөтә Донъя Һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тарафынан иғлан ителә. Маҡсаты, 21 быуатҡа был ағыуһыҙ инергә. Әммә 21 етте, ә афәт ҡалды.
Йыл һайын тәмәкенән 6 миллион кеше үлә. 600 меңе тартмайынса ла ағыуланып вафат була. 2030 йылға был һан 8 миллион кешегә етәсәк, тип фаразлана. Рәсәйҙә йылына 300 мең кеше һәләк була.
Был насар ғәҙәткә ҡаршы көрәштә хаҡ арттырыуҙан ары китә алмайҙар...

30.05.2016

Һабантуй — боронғо байрам. Йолалары ла күптән һаҡланып килә. Шул уҡ милли көрәш, бағанаға үрмәләү, тоҡ менән һуғыш, ат сабышы һәм башҡа спорт уйындары. Сәсәндәр, ҡурайсылар, йырсылар, бейеүселәр ярышы. Тирмәләр конкурсы.

27.05.2016

1966 йылда «Совет Башҡортостаны» газетаһы республикалағы оҙаҡ йәшәүселәр хаҡ-да мәғл...

26.05.2016

Мәҫәлән, "Рабыня Изаура»ны хәтерләйhегеҙҙер. Ул заманда ауыл халҡы йорт хайуандарына Родригес, Элен, Ирис, Данила, Элизабет тигән ҡушаматтар ҙа тағып бөткәйне. Һәм кисен көтөү ҡайтҡанда шулайыраҡ  hөйләшеүҙәр ишетергә мөмкин ине:
– Родригес бөгөн ҡайтманы, Элизабет янына ҡасҡан. – Ә минең Мария ике аҙна ҡойроҡ сәнсеп йөрөй... 

25.05.2016

25 май беҙҙең өсөн һәр ваҡыт һуңғы ҡыңғырау байрамы булып ҡала. Һәм ул байрам нисек үтә ине. Линейкала баҫып торҙоң да, уҡытыусыға сәскә бирҙең дә, ашханаға инеп байрам ашын ашаның да шуның менән вәссәләм.

Ә хәҙер сығарылыш кисәһе тиһәләр ата- әсә ултыра төшә. Сөнки былтыр ғына Республика мәктәптәренең яртыһынан күбе биш мең һум ...

"Юлдаш"та ҡунаҡта" - Гүзәлиә Әлимғужина һәм Айзилә Мусина
24.05.2016

Таулы-Алтай ҡалаһында Халыҡ-ара төрки телдәр һәм әҙәбиәттәр Олимпиадаһы үтте. 8 команда араһынан Башҡорт дәүләт университеты студенттары 1 урын яуланы. Ете ҡыҙҙың икәүһе - Гүзәлиә Әлимғужина һәм Айзилә Мусина беҙҙә ҡунаҡта.

"Юлдаш"та ҡунаҡта" - "Әсә йөрәге" төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Гөлшат Ибраһимова
20.05.2016

Программала "Әсә йөрәге" төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Гөлшат Ибраһимова ҡатнашты.

18.05.2016

Хеҙмәттәштәр менән бергә ҡайһы сараларҙа ҡатнашаһығыҙ?

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

кис 3..5°C
төндә 2..4°C
иртән 0..2°C
көндөҙ 5..7°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.