Бөтә тапшырыуҙар

16.06.2023

Киләчәккә никадәр генә омтылсаң да, узган гомердән аерылып булмый.Аның хәтирәләре, күңелгә якын кешеләре һаман,һаман күңелдә. Без дә еракта калган елларга сәяхәт кылып, йөрәк түрендә булган хәтирәләрне яңартабыз.Ниндидер сәбәпләр белән югалып, адашып калган кан - кардәш, дус- иптәшләрне бергәләп эзлибез "Югалту- табышларым" тапшыруында.

30.12.2017

2016 йыл аҙағына яҡынлашҡанда, "Беҙҙең тыңлаусылар Республикала булған ниндәй ваҡиғаларҙы иҫләй икән?" - тигән һорауға яуап эҙләйбеҙ.

29.12.2017

"Иртәнсәккәй тороп" тапшырыуы "Өмөт ҡанаттарын ҡағып" тип аталған эфир марафонын башлай.

28.12.2017

2016 йыл төрлө ваҡиғаларға бай булды. Уларҙың иң уңышлыһы, ҡыуаныслылары тураһында  тыңлаусыларыбыҙ  самауыр янында бәйән итә.

Кинйә Күскилдин
21.06.2017

      Рәсүл Сәғитов:

      - Бөгөн туризм тураһында һөйләшәйек. Сөнки, беренсенән, мәле шул, икенсенән, тармаҡ илдә, Рәсәйҙең үҙендә, барыбер ҙә алға киткән тип булмай, тимәк, мәсьәлә шул иҫәптән киң мәғлүмәт сараларына ла сығарылырға тейеш.

      Ғөмүмән, йәмғиәттә әллә ҡайҙарға сығып китергә ынтылыу менән бер рәттә үҙ Ватаныңдың да уларҙан кәм түгеллеген, бәғзе яҡлап хатта артыҡлығын белеү дәрәжәһен күтәрә барырға кәрәктер. Юғи...

21.06.2017

Бөгөн беҙ радиотыңлаусыларыбыҙ менән бергә ынйы эҙләнек. Эште еңеләйтер өсөн студияға ҡунаҡ саҡырҙыҡ. Бөрйән егете, БДОБТ солисы Айгиз Ғиззәтуллин менән осрашыуҙы тыңлаусыларыбыҙ ниңә яңы йондоҙ асыуға тиңләне?  Ниндәй ынйы? Уны ҡайҙан эҙләргә? Яуаптар - яҙмала.

20.06.2017

Өфөнөң Дим биҫтәһендә йәшәүсе 3 йәшлек Әминә Шәрипова “Иләү” тыңларға, “Сәңгелдәк” ҡарарға ярата. “Сыбар тауыҡ” тигән рус халыҡ әкиәте менән Киров районы буйынса уҙғарылған “Һаумы, һаумы, әкиәт!” бәйгеһендә ҡатнашып, 2- се урын алған. Әсәһе менән китап уҡыу бәләкәй ҡыҙҙың иң яратҡан шөғөлө. Шулай уҡ аш-һыу бүлмәһендә ул әсәһенең ярҙамсыһы.

Әминә, һөнәрҙәрен күрһәтергә теләп, бөгөн әсәһе менән “Тамыр”ға килгән. Тыңлайыҡ уны.

     ...

20.06.2017

Күк йөҙө, ер, яҡты донъя,

Беҙҙең көйлө өй бит ул.

Ғүмер үҙе – серле, моңло,

Тыңлап туймаҫ көй бит ул.. – тип ҡайтауаздай йәшлек йылдарына алып китер, йәки берәй үтә лә иҫтәлекле ваҡиға менән бәйләр йыр-көйҙәрҙе хәтерләп, фондыбыҙҙан табылғандарын тыңлап, төшкө мәлде бергәләп матур хис-тойғоларҙа үткәрҙек.

19.06.2017

Егетте әлегә Балинан алып ҡайтмағандар. Уның хәле уртаса. Әммә аҡса меңәрләп китә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ,күптән түгел, Башҡортостандан баллы айҙарын үткәрергә тип Балиға юл тотҡан кейәү менән кәләш ҙур аварияға осраны. Интернетта комментарийҙар киң төҫ алды. Уларҙың береһе-утрауға барырға аҡса тапҡандар, ә страховка өсөн йәлләгәндәр булды. Күпме тора страховка һәм сит илдә ял итеү һәр саҡ хәүефлеме? Бөгөнгө эксперттар:туристик агентлыҡ етәксеһе Ә...

19.06.2017

Халыҡ медицинаһы нимә була ул, тип аптырай балалар. Ул дарыу үләндәре, хайуандарҙан алған дарыуҙар, минералдар менән дауалау, ыуыу, йылытыу, шифалы батҡаҡ, тирләтеү, бил тапатыу һәм башҡа ысыулдар менән дауалау була.

Беҙ бөгөн сөйәл үләне хаҡында һөйләшәбеҙ, бәләкәс дуҫтарым.

18.06.2017

Донъя йәнә Башҡортостанды һайлай. Республикабыҙҙа мәҙәни марафон дауам итә. Тиҫтәнән ашыу дәүләт вәкилдәрен берләштергән “Берҙәмлек” халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале эстафетаны тағы ла бер сағыу һәм мәртәбәле сара “Евразия йөрәге” халыҡ-ара сәнғәт фестиваленә тапшырҙы. Өфөлә ил төбәктәрендәге тәүге интерактив музей-парк асылды; халыҡ дәүләт башлығы менән аралашты; медицина хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын билдәләй. Ҡыҫҡаһы, ҡыҙыҡлы һәм иғ...

17.06.2017

Рәссам Сәлимә Усманованың эштәрен зәңгәр экрандарҙан йыш күрергә мөмкин. Ул биҙәгән тапшырыуҙар көн дә “Тамыр”  балалар телерадиоканалында күрһәтелә. “Борсаҡ”, “Тау-тау хәбәр”, “Бауырһаҡ”, “Шәп арба”,  “ӘЮЯ ҡаласығы” – был тапшырыуҙарҙы биҙәү эшендә ул ҙур ихласлыҡ менән ҡатнашҡан. Йәш замандашыбыҙ халҡыбыҙҙың этнографияһы менән дә ҡыҙыҡһына. Уның эҙләнеү өлкәһе - милли кейемдәр.

16.06.2017

Рамаҙанда әҙәм балалары гонаһлы эштәренән һәм боҙоҡлоҡтан тыйыла, күңелдәрен сафлай, шул сәбәпле улар өсөн Йәһәннәм ҡапҡалары ябыла, Йәннәт ҡапҡалары асыла.Шайтандар һәм ҡәнәғәтләнеү белмәҫ нәфсе ихлас мосолмандырҙың тәҡүәлек сиптәренә бығаулап ҡуйыла.

16.06.2017

Һандыҡтарҙа һаҡланған ҡәҙерле ҡомартҡылар, улар менән бәйле тарихтар. 

16.06.2017

Самбо -  үҙ-үҙеңде ҡоралһыҙ һаҡлау тигәнде аңлата. Спорттың был төрө беҙҙең илдә 1938 йылдың 16 ноябрендә барлыҡҡа килгән. Самбо бик популяр көрәш төрө булып һанала. Унда алышыу алымдары йылдар үтеү менән арта ғына бара. Шулай уҡ үҙеңде ҡоралһыҙ һаҡлауҙан тыш, ул спортсыла яҡшы сифаттар үҫтереүгә лә булышлыҡ итә.  Самбо башҡорттарҙың көрәш, грузиндарҙың - чидаоба, бүрәттәрҙең -бухэ-барилдаан, молдавандарҙың трынта һәм башҡа халыҡтарҙың милли к...

Рәсих Хәмитов, Ғарифулла Япаров
15.06.2017

Рәсүл Сәғитов:

   - Бөгөнгө тапшырыуҙы Рәсәй президенты Владимир Путин менән  әле генә тамамланған тура элемтә нигеҙендә ойошторҙоҡ. Студияға политолог Ғарифулла Япаров менән Башҡортостан йәмәғәт палатаһы ағзаһы Рәсих Хәмитовты саҡырҙыҡ.

15.06.2017

Хәҙерге тормошто сәғәтһеҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Ә ҡасандыр кешеләр сәғәтһеҙ йәшәгән, ваҡытты тере сәғәттәргә ҡарап белгән.

Әтәс  таң атҡанды белдереүсе тере сәғәт. Шулай уҡ яҙын һәм йәйен башҡа ҡоштарға ҡарап та ваҡытты белгәндәр. Мәҫәлән, һандуғас, һабан турғайы, ҡыҙылтүш турғай. Уларҙың һәр ҡайһының һайрау ваҡыты бар. Һандуғас һайрай икән, тимәк төн әле, ул иң беренсе һайрай башлай. Унан килә һабантурғай. Ә ҡыҙылтүш иртәнг...

15.06.2017

Туймазы районы Башҡортостандың көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Ул Шаран, Бүздәк, Бәләбәй, Йәрмәкәй райондары, Татарстан республикаһы менән сиктәш. 1930 йылдың 20 авгусында ойошторола. Майҙаны – 2 мең квадрат километрҙан ашыу. Административ үҙәге – Туймазы ҡалаһы. Өфөнән көнбайышҡа табан 170 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

14.06.2017

 "Урал батыр вариҫтары" ярыштары республикабыҙҙың барлыҡ башҡорт гимназиялары һәм лицейҙарын берләштерҙе. Унда бөтәһе 800-гә яҡын уҡыусы ҡатнашты. Спартакиаданы ойоштороусылар һәм унда ҡатнашыусылар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Марат Ғилманов, спартакиадала көрәш турнирының абсолют батыры исемен алған егет, Р.Ғарипов ис. 1-се гимназия-интернаты уҡыусыһы Иҙел Дәүләтбирҙин һәм Ҡ.Дәүләтҡилдиев ис. республика һынлы сән...

14.06.2017

Блог. Инглиз теленән был һүҙҙе интернет көндәлек тип тәржемә итергә мөмкин. Бөгөн барыһы ла интернеттың әүҙем ҡулланыусылары. Төрлө темаларға яҙышҡан кешеләрҙе, үҙҙәренең махсус сайтын, йәки социаль селтәрҙәге битен матур итеп биҙәп, фоторәсемдәр, видеояҙмалар менән байытҡандарҙың ижадын күҙәтеп барыуы ҡыҙыҡ. Бөгөн ысынлап та,  интернетта блог алып барыуҙы ижад менән сағыштырыраға мөмкиндер. Кемдер уны үҙенең айырым эше тип тә һанай. Блог ярҙа...

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 15..17°C
иртән 14..16°C
көндөҙ 19..21°C
кис 17..19°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.