Беҙҙең проекттар

13.03.2017

Миләүшә Ҡаһарманованың «Күңелем йылы теләй» тип аталған шау хикәйәләрҙән торған китабы донъя күрҙе.  Шундағы тәүге әҫәрҙең тәүге һөйләмдәрен уҡыйым: «Ирем китте. Ташлап. Бөтөнләйгә».

           Был хәл тормошта ныҡ таралған, тапалған  күренеш һымаҡ. Әммә шундуҡ тамаҡҡа төйөр килеп тығыла. «Ни өсөн?», «Кем ғәйепле?», «Балалары бар микән?», «Ире ҡайтырмы?» тигән 40 һорау зиһенде биләп ала. Уҡымаҫ ерҙән уҡый башлайһың...

03.02.2017

Алла Пугачеваның әсәһе Зинаида Одегова педагогия техникумын тамамлай. Шул йылда Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Ҡыҙ һауа ғәскәрендә һуғыша, ялға туҡтаған араларҙа йыры менән һалдаттарға йән өрә. Атаһы  Борис Пугачев разведчик була. Яуҙан һыңар күҙ менән ҡайта. Уның, цирк артисы буласаҡмын, тигән йәшлек хыялы емерелә...

03.02.2017

1997 йылда Роберт Байымовҡа ҡәләмдәше Булат Рафиҡов яҙған дуҫтарса шарж:

 

Ҡошоң һинең – сыбар шоңҡар,

Шуға эшең отомло, тим.

Илеңдә һин ир-уҙаман,

Әхмәтзәки тоҡомло, тим.

Һәр әҫәрең, һәр китабың

Шундайын да уҡымлы, тим.

20.12.2016

Ғәҙәттә, ҡәләм тибрәтеүсе йәштәрҙә  ритм-рифма аҡһай. Ә Шәүрәнең шиғырҙары төҙөк, йырлап тора. Поэтика мәсьәләһен нескә тойоуына, күрәһең,  бала сағынан музыка мәктәбенә йөрөүе лә ярҙам иткәндер. “Тәүге шиғырымды IV синыфта уҡығанда яҙҙым, Р.Өмөтбаев ис. мәктәп-лицейындғы беренсе уҡытыусым Миңсрур Йәһүҙә ҡыҙы Байбулова балаларҙа ижади һәләтте үҫтереү өсөн күп көс һалды”, – ти ул:

Тәүге уҡытыусым! Был исемде

Һалып ҡуйҙым йөрәк түр...

09.12.2016

М.Садиҡова тормош-көнкүреш темаһына күп яҙа.  «Һауалағы торна» пьесаһында ҡулдағы сыпсыҡты ысҡындырып, ҡыҙын яңғыҙ-ишһеҙ ҡалдырған ата-әсәләр дөйөмләштерелһә,       «Ҡоҙалар» әҫәрендә «ғашиҡтарға яусы кәрәкмәгәнен белмәүсе, йәштәр араһына артыҡ ҡыҫылыусы өлкәндәр» сағыу яҡтыртыла. Һәр нәмәлә – сама, алтын урталыҡты тота белеү кәрәк, тимәксе автор. Олуғ әҙибә  Мөкәрәмә Садиҡованың хикәйә-повестары,  пьесалары, ҡасан яҙылыуына ҡарамаҫтан...

25.11.2016

«Уҡытыусы Баянһылыу мәктәптән йүгереп ҡайта. Аҡылы зәғифләнгән әсәһенең бар хәжәте  түшәгендә. Етмәһә, биш йәшлек улы ла ҡаты сиргә юлығып, көнө бөтөүгә табан бара. Баянһылыу бала менән әсәһен алмашлап сайындыра, йылы һүҙ йәлләмәй әпәүләй. Өйөн елләтеп,  әҙәм ҡарарлыҡ хәлгә еткергәс, ире ҡайтыуға ризыҡ әҙерләй. Ә тышта малы баҡыра, ҡош-ҡорт сырҡылдаша. Эштән ҡайтҡас атып бәргән сумкаһында дәрес пландары, тикшерелмәгән дәфтәрҙәр…»

15.11.2016

Талантлы шағир, Ш.Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты Рәйес Түләк халыҡ күңелендә. Ул 1959 йылдың  14 октябрендә Баймаҡ районы Буранбай ауылында тыуған. Иҫән булһа, уға  57 йәш тулған булыр ине. Шағирҙың  яҡты иҫтәлегенә арналған төрлө әҙәби- ижади саралар, хәтер һәм ҡәҙер кисәләре үтеп тора.

 

15.11.2016

Зөһрә Сафина(Рәхмәтуллина) Ҡыйғы районының Йосоп ауылында тыуып үҫкән. Мәктәп йылдарында уҡ  Марат Баһауетдинов ис. район премияһына лайыҡ була ул. Әҙәбиәткә, туған теленә һөйөү ҡыҙҙы  Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына алып килә. Тырыш ҡыҙ уҡыуҙа һынатмай: ике тапҡыр – М.Кәрим исемендәге стипендиат, бер йыл Рәсәй Федерацияһының Президент стипендияһына лайыҡ була. Уҡыу менән бер рәттән «Шоңҡар» әҙә...

13.10.2016

Бөгөнгө сығарылышта   яҙыусы-драматург,  Сибай  төбәк яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе, Рамазан Өмөтбаев ис.премия лауреаты Әминә Яхина менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ. 

19.09.2016

Филология фәндәре докторы, БДУ профессоры Гөлфирә Гәрәева: «Башҡорт прозаиктары» китабында  хәҙерге нәфис әҙәбиәтебеҙҙең сағыу вәкилдәренән Т.Ғиниәтуллин, Н.Мусин, Т.Ғарипова, Р.Камал һ.б ижадын тәрән анализлай.  “Шулар араһында Ф.Аҡбулатова – иң йәше. Әммә ижады быуынға ултырған, тормошҡа ҡарашы осҡорланған сағы, йәшәйеште фәлсәфәүи күҙлектән тороп байҡау, баһалау юғарылығына күтәрелгән мәле”– тип би...

30.08.2016

       Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре, медиц.ф.докторы, проф. Рафиҡ Ниғмәтуллин билдәләүенсә, «Э.Р.Мулдашев медицинала «Аллоплант» тигән яңы йүнәлеште уйлап табып, кеше тәнендәге туҡымаларҙы үҫтерә, донъяла беренсе булып күҙҙе трансплантациялай, 120 төрлө яңы операция ысулын ғилми-ғәмәли әйләнешкә индерә, 500 хеҙмәт авторы, үҙе төрлө ҡитғаларҙағы 51 илдә  йылына 600 - 800 самаһы ҡатмарлы операциял эшләп, лекциялар менән сығыш яһап өлгөрә...

30.08.2016

С.Юлаев ис.дәүләт премияһы лауреаты Б.Рафиҡовтың «Ғәрәп» повесы - фәһемле, юғары художестволы әҫәр. Уның исеме күнегелгән мәғәнәлә түгел. Шулай уҡ ғәрәптәр ҙә беҙҙең менән ураған һайын ҡатышып йәшәгән күрше ил, халыҡ түгел. Булат ағай Рафиҡов эпиграфты ла кинәйәле итеп: «Тамағы туҡ, өҫтө бөтөндәргә» ҡуйған. Ошо эпиграф менән әҫәр исеменә мажаралы йөкмәтке тап килә һәм һәр кем күңелен арбай. 

30.06.2016

          Замандың көнүҙәк социаль мәсьәләләрен оҫта яҡтыртҡан яҙыусы Әмир Әминевтың ижад һандығы һәлмәк. Унда  «Ҡайын япрағы», «Йәшлек моңдары», «Сөңгөл», «Ҡапҡа», «Ҡытайгород» китаптары, Александр Платонов, Валентин Распутин, Василий Белов һәм рус телендә ижад иткән  Талха Ғиниәтуллин, Камил Йыһаншин әҫәрҙәренең тәржемәләре бар. Ижади эшмәкәрлеге «Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә, Рәсәйҙең Ҙур әҙәби преми...

21.06.2016

                Яҙыусы, Рәшит Әхтәри исемендәге премия лауреаты Тәскирә Даянованың   «Һуңғы шырпы» китабына ике повесы һәм бер нисә хикәйәһе ингән. Уларҙы уҡығанда әҙибәнең оҫта рәссам ,  кеше күңеленең бөтә нескәлектәрен асыусы психолог  булыуына төшөнәһең...

14.06.2016

            Яҙыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева Йылайыр районында йәшәй.  Әҙибә менән сираттағы бер осрашыуҙан һуң яҡташы: " Ғаиләһендә биш балаға ғүмер бүләк итеүсе әсәй, һөйгән йәренә ҡәҙерле  ҡатын, ҡәйнәһенә егәрле килен, туғандары өсөн өҙөлөп торған һөйөклө зат, уҡыусылары йөрәгенә изгелек сәсеүсе уҡытыусы,  ижад ҡомарын сайпылтмай гәлсәр күңелендә һаҡлаусы яҙыусы ул – Зөлфирә Йәғәфәр ҡыҙы", - тип яҙғайны......

07.06.2016

        Ғалим һәм яҙыусы Әлфис Суфиян улы Ғаязовтың тиҫтәләгән ғилми хеҙмәттәренән тыш бер нисә нәфис  китабы  ла бар.  Ул башҡорт, татар, рус телдәрендә берҙәй ижад итә.  «Йәйғор буйлап барам» тигән шиғри йыйынтығы  З.Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә донъя күрҙе. Ул тәрән лирика менән һуғарылған.  Авторҙың  ижади фантазияһы таң ҡалдыра, шиғырҙары йөрәктең иң нескә ҡылдарын сиртә.  Лирик геройы аҡлыҡ-сафлыҡҡа ынтыла:

...

06.06.2016

      Кеше ғүмере йылдар менән түгел, ҡылған эштәр менән һанала, тиҙәр. Ғалим, яҙыусы, журналист Берйән Байымов яҡты донъяла 56 йыл ғына йәшәп ҡалды, әммә шул дәүер эсендә рухи донъябыҙҙы байытыр байтаҡ изге эштәр эшләп өлгөрҙө. Берйән Сафа улы балалар әҙәбиәтен үҙ итте. Кескәйҙәр психологияһын тәрән тойоп яҙған  «Урман бүләге» тигән шиғырҙар йыйынтығы, «Мажаралы төн» китабына ингән  хикәйәләре ошо хаҡта һөйләй.

       Өлкәндәр өсөн шиғ...

24.05.2016

             Китаптағы поэмалар, шиғырҙар ихласлығы менән күңелде арбай. Һөйөү ҙә, һыҙланыу ҙа, тетрәнеүҙәр ҙә елегеңә үтерлек итеп һүрәтләнә. Китапҡа «Тирмә», «Ҡыҙ хәтере» тигән ике поэма һәм алты төркөмгә тупланған шиғырҙар шәлкеме ингән. «Башҡортто аңлайым, тиһәң…» бүлеге – иң ҙуры. Унда илһөйәрлек, телһөйәрлек мәсьәләләре  алғы планға сыға, мәҫәлән:

                Тел онотҡан – телен йотҡан

         ...

17.05.2016

        Бөгөн һүҙем танылған яҙыусы Т.Ғарипованың юмористик әҫәре хаҡында. Ул «Ярҙағы усаҡтар» тип атала.

        Һуғыштан һуңғы йылдар. Бар нәмәгә ҡытлыҡ. Күрше ауылдағы ҡатын Ҡотлас алып-һатыу менән шөғөлләнә. Үҙенең ҡулы шуҡ.  Әҫәрҙәге хәл-ваҡиғалар етенсене тамамлаған ҡыҙсыҡ исеменән һөйләнә. Иртәнге хәйерле сәғәт тауыҡ кетәгендәге әтәстәрҙе тотоуҙан башланды, ти ул.– Тотолған бер әтәс ҡаҙанға түгел, тоҡҡа төшә барҙы.Тауыштарын аңла...

10.05.2016

            Бөйөк Еңеү хаҡында Азамат Тажетдиновтың «Күңелдәрҙә яра төҙәлмәгән»  китабы фәһемле. Унда асырғаныс та, мәңге ғорурланырлыҡ та мәғлүмәттәр бирелә. Автор Баймаҡ районының өс  ауылы – Сәитбаттал, Байым, II Этҡол миҫалында һуғыш һалған һағышты оҫта яҡтырта. Ул башта уҡ китапты  нәшер итергә ярҙам иткән балаларына рәхмәтен белдерә. Китапта 300-ләп яҙмы...

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә -3..-5°C
иртән -5..-7°C
көндөҙ 1..3°C
кис -1..1°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.