Беҙҙең проекттар

30.08.2016

       Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре, медиц.ф.докторы, проф. Рафиҡ Ниғмәтуллин билдәләүенсә, «Э.Р.Мулдашев медицинала «Аллоплант» тигән яңы йүнәлеште уйлап табып, кеше тәнендәге туҡымаларҙы үҫтерә, донъяла беренсе булып күҙҙе трансплантациялай, 120 төрлө яңы операция ысулын ғилми-ғәмәли әйләнешкә индерә, 500 хеҙмәт авторы, үҙе төрлө ҡитғаларҙағы 51 илдә  йылына 600 - 800 самаһы ҡатмарлы операциял эшләп, лекциялар менән сығыш яһап өлгөрә...

30.08.2016

С.Юлаев ис.дәүләт премияһы лауреаты Б.Рафиҡовтың «Ғәрәп» повесы - фәһемле, юғары художестволы әҫәр. Уның исеме күнегелгән мәғәнәлә түгел. Шулай уҡ ғәрәптәр ҙә беҙҙең менән ураған һайын ҡатышып йәшәгән күрше ил, халыҡ түгел. Булат ағай Рафиҡов эпиграфты ла кинәйәле итеп: «Тамағы туҡ, өҫтө бөтөндәргә» ҡуйған. Ошо эпиграф менән әҫәр исеменә мажаралы йөкмәтке тап килә һәм һәр кем күңелен арбай. 

30.06.2016

          Замандың көнүҙәк социаль мәсьәләләрен оҫта яҡтыртҡан яҙыусы Әмир Әминевтың ижад һандығы һәлмәк. Унда  «Ҡайын япрағы», «Йәшлек моңдары», «Сөңгөл», «Ҡапҡа», «Ҡытайгород» китаптары, Александр Платонов, Валентин Распутин, Василий Белов һәм рус телендә ижад иткән  Талха Ғиниәтуллин, Камил Йыһаншин әҫәрҙәренең тәржемәләре бар. Ижади эшмәкәрлеге «Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә, Рәсәйҙең Ҙур әҙәби преми...

21.06.2016

                Яҙыусы, Рәшит Әхтәри исемендәге премия лауреаты Тәскирә Даянованың   «Һуңғы шырпы» китабына ике повесы һәм бер нисә хикәйәһе ингән. Уларҙы уҡығанда әҙибәнең оҫта рәссам ,  кеше күңеленең бөтә нескәлектәрен асыусы психолог  булыуына төшөнәһең...

14.06.2016

            Яҙыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева Йылайыр районында йәшәй.  Әҙибә менән сираттағы бер осрашыуҙан һуң яҡташы: " Ғаиләһендә биш балаға ғүмер бүләк итеүсе әсәй, һөйгән йәренә ҡәҙерле  ҡатын, ҡәйнәһенә егәрле килен, туғандары өсөн өҙөлөп торған һөйөклө зат, уҡыусылары йөрәгенә изгелек сәсеүсе уҡытыусы,  ижад ҡомарын сайпылтмай гәлсәр күңелендә һаҡлаусы яҙыусы ул – Зөлфирә Йәғәфәр ҡыҙы", - тип яҙғайны......

07.06.2016

        Ғалим һәм яҙыусы Әлфис Суфиян улы Ғаязовтың тиҫтәләгән ғилми хеҙмәттәренән тыш бер нисә нәфис  китабы  ла бар.  Ул башҡорт, татар, рус телдәрендә берҙәй ижад итә.  «Йәйғор буйлап барам» тигән шиғри йыйынтығы  З.Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә донъя күрҙе. Ул тәрән лирика менән һуғарылған.  Авторҙың  ижади фантазияһы таң ҡалдыра, шиғырҙары йөрәктең иң нескә ҡылдарын сиртә.  Лирик геройы аҡлыҡ-сафлыҡҡа ынтыла:

...

06.06.2016

      Кеше ғүмере йылдар менән түгел, ҡылған эштәр менән һанала, тиҙәр. Ғалим, яҙыусы, журналист Берйән Байымов яҡты донъяла 56 йыл ғына йәшәп ҡалды, әммә шул дәүер эсендә рухи донъябыҙҙы байытыр байтаҡ изге эштәр эшләп өлгөрҙө. Берйән Сафа улы балалар әҙәбиәтен үҙ итте. Кескәйҙәр психологияһын тәрән тойоп яҙған  «Урман бүләге» тигән шиғырҙар йыйынтығы, «Мажаралы төн» китабына ингән  хикәйәләре ошо хаҡта һөйләй.

       Өлкәндәр өсөн шиғ...

24.05.2016

             Китаптағы поэмалар, шиғырҙар ихласлығы менән күңелде арбай. Һөйөү ҙә, һыҙланыу ҙа, тетрәнеүҙәр ҙә елегеңә үтерлек итеп һүрәтләнә. Китапҡа «Тирмә», «Ҡыҙ хәтере» тигән ике поэма һәм алты төркөмгә тупланған шиғырҙар шәлкеме ингән. «Башҡортто аңлайым, тиһәң…» бүлеге – иң ҙуры. Унда илһөйәрлек, телһөйәрлек мәсьәләләре  алғы планға сыға, мәҫәлән:

                Тел онотҡан – телен йотҡан

         ...

17.05.2016

        Бөгөн һүҙем танылған яҙыусы Т.Ғарипованың юмористик әҫәре хаҡында. Ул «Ярҙағы усаҡтар» тип атала.

        Һуғыштан һуңғы йылдар. Бар нәмәгә ҡытлыҡ. Күрше ауылдағы ҡатын Ҡотлас алып-һатыу менән шөғөлләнә. Үҙенең ҡулы шуҡ.  Әҫәрҙәге хәл-ваҡиғалар етенсене тамамлаған ҡыҙсыҡ исеменән һөйләнә. Иртәнге хәйерле сәғәт тауыҡ кетәгендәге әтәстәрҙе тотоуҙан башланды, ти ул.– Тотолған бер әтәс ҡаҙанға түгел, тоҡҡа төшә барҙы.Тауыштарын аңла...

10.05.2016

            Бөйөк Еңеү хаҡында Азамат Тажетдиновтың «Күңелдәрҙә яра төҙәлмәгән»  китабы фәһемле. Унда асырғаныс та, мәңге ғорурланырлыҡ та мәғлүмәттәр бирелә. Автор Баймаҡ районының өс  ауылы – Сәитбаттал, Байым, II Этҡол миҫалында һуғыш һалған һағышты оҫта яҡтырта. Ул башта уҡ китапты  нәшер итергә ярҙам иткән балаларына рәхмәтен белдерә. Китапта 300-ләп яҙмы...

27.04.2016

         Шағир, Ш.Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты Рәйес Түләк ижады халҡыбыҙға яҡшы таныш.  Ваҡыт үткән һайын уның шиғри әҫәрҙәре  тоноғаймай,  киреһенсә, нығыраҡ балҡый. Холоҡ-фиғеле менән баҫалҡы, тыныс күренһә лә ижады менән  ҡалыптарҙы онтар айбарлы шағир, журналист булды ул. Уның асыш-табыш булырҙай шиғри өлгөләре  4 китабында сағыла. 

 Урыҫ рухы бында, урыҫ еҫе,

Русса бейей, русса йырлайҙар.

Беҙ...

27.04.2016

            Яҙыусы, С.Юлаев ис. дәүләт премияһы лауреаты Р.Солтангәрәев   хикәйә оҫтаһы булып хәтерҙә ҡалды.   «Уны Абдрахманов тиҙәр», «Татар һәм башҡорт» кеүек әҫәрҙәрендә ул айырым бер герой йөҙөндә тотош  халыҡ, милләт  үҙенсәлектәрен  оҫта дөйөмләштергән әҙип ине.

          Р.Солтангәревтың «Оло юлдың туҙаны»  хикәйәһен  «мөхәббәт тураһында моңһоу сәсмә поэма» тип нарыҡларға ла мөмкин, сөнки ул ғүмерлек күңел йылыһ...

12.04.2016

        Танылған журналист, «Йәшлек» гәзитенең Көнъяҡ Урал райондары буйынса үҙ хәбәрсеһе Юлай Мәҡсүтовты үҙ мәлендә күптәр күреп белгәндер. Ул : «Ғүмер ҡәләм менән бер – уны матур осларға кәрәк. Был, бигерәк тә беҙгә , журналист халҡына нығыраҡ ҡағыла, сөнки мәҡәләләребеҙҙә башҡаларҙы нисек йәшәргә, үҙ яҙмышыбыҙҙы үҙебеҙ яҙырға  өйрәтәбеҙ. Ә яҡшы яҙылған яҙмыш иң мауыҡтырғыс романдарыңдан да фәһемлерәк, күңелгә яҡыныраҡ була йыш ҡына», – тип...

06.04.2016

           Иллене ҡыуып барған ир, Зөбәйер, ат урлаған ҡараҡ кеүек, үҙ өйөнә үҙе инә алмай йөрөй. Ҡараңғы төшкәнен көтөп, йортона тағы килә. Ҡапҡа биген асыуы була, Аҡтырнағы битенә һарыла. Әйтерһең, эте түгел, Сәғиләһе ҡосағына алып,  битенән үбә уның…

01.03.2016

           "Йомранға сығыу" бүлегенән

  ... Далалағы үләндәр эҫе ҡояш нурында ҡурылып бөрөшкән – ҡағылыу менән ыуала.. Томра… Хәҙисә әбейҙең хәле бөттө. 40-ҡа етеп барған аҡылға еңел ҡыҙы ашарға таптырып олой. Исмаһам, гүр эйәһе лә булып ҡуймай, тип уйлай әбей эстән генә.Үҙе үлеп китһә, барыбер астан тилмереп йән бирәсәк бит. Былай ҡараулы көйөнсә йыйыштырып ҡуйыр ине. Шул саҡ әбейҙең ҡолағына йомран һыҙғырған тауыш ише...

16.02.2016

 44 - те тултыра  Хәйҙәр. Еп өҙөрлөк тә хәле ҡалмаған ирҙе дауаханаға һалып, йөрәгенә клапан ҡуйып, операция эшләп ҡайтаралар. Олоғайған әсәһе менән ҡатыны әйткәнсә, яңы йөрәк менән ҡайта ул. Ҡайтҡас, ауылдаштарын тәүбәгә килтерер аҙымдар яһай...

09.02.2016

         Рәйсә Рәхимйәнова - өс шиғри йыйынтыҡ авторы. 85 - те уҙған ил инәһе Тәтешле районында йәшәй. Ул күргән-кисергәндәрен елеккә үтерлек итеп тасуирлай белә. Шиғырҙары күңелгә рух ныҡлығы өҫтәй, өмөт-яҡтылыҡ бирә.

              Үҙем өсөн шиғыр яҙам -                          

              Мин "профессиональ" түгел.

              Уй-хистәр шиғырға күскәс,

              Йәшәреп китә күңел.

               ...

02.02.2016

           Роберт Байымов – халҡыбыҙ тарихында яҡты эҙ ҡалдырған ҙур ғалим-яҙыусы. Беҙгә уның 40- тан ашыу ғилми һәм нәфис китабы, күптәргә фән күгенә осорға ҡанат ҡуйыуы билдәле. Художестволы әҙәбиәт майҙанында ул – арҙаҡлы ғалим, сәйәсмән, тарихсы, тюрколог, шәрҡиәтсе Әхмәтзәки Вәлидиҙең исемен мәңгеләштереүсе яҙыусы-новатор. Шуға ла уға «Сыбар шоңҡар» романы өсөн 1997 йылда С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде. 2017 йылда Роберт Нурмө...

29.01.2016

         «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпаниеһында әйҙәүсе белгес, режиссер Франгизә Илбәкова шиғриәттә лә ихлас эшләй.

Тура ҡарап алға барам,

Йылмайып һәм көлөп бағам.

Барыһын тыныс ҡаршы алам,

Һәр саҡ үҙем булып ҡалам.

          Ҡатын-ҡыҙ күңеленең лабиринттарын,  нескә, һиҙгер, сабыр булмышын, тормоштоң аҡ-ҡара яҡтарын тос дөйөмләштереүгә өлгәшкән ул.

         Франгизә Илбәкованың шиғырҙарына Риш...

29.01.2016

          Яҙыусы, С.Юлаев ис.дәүләт премияһы лауреаты Р.Камалдың «Мединститут» эше» романында интеллигенция яҙмышы, конкрет бер осорҙоң рухи-әхләҡи, социаль-сәйәси панорамаһы сағыла.  Тарих төпкөлөнә ҡараш ташлап , автор әҫәр башында уҡ уҡыусыға шуны еткерә: «Хакимдар иң элек шәхес ауыҙын ҡаплай, уны юлдан алып ташлай. Коперник, Джордано Бруно, Сахаров… Улар  беҙҙең ыңғайға баҫмай! Уларҙың ауыҙын томаларға, күҙен соҡорға, һаман да тынмаһа,...

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 10..12°C
иртән 9..11°C
көндөҙ 11..13°C
кис 11..13°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.