Беҙҙең проекттар

01.12.2015

          Ер йөҙөндә әсәнең балаға булған мөхәббәте тураһында китаптар бихисап.  Ә шул мөхәббәт саманан артып китһә, әсә кешене алда ни көтәһе хаҡында китаптар уҡығанығыҙ бар микән? Мәҫәлән, яҙыусы-психолог Анатолий Некрасовтың «Материнская любовь» китабы... 

10.11.2015

     Күренекле шағир һәм прозаик Мәүлит Ямалетдиновтың был мәртәбәле китабына бер нисә йыйынтығын тәшкил иткән шиғырҙары, поэмалары, эпик әҫәрҙәре һәм тәржемәләре, шулай уҡ яңы шиғырҙары индерелгән:

 

                Ил болара.

                                Күбәйә мут.

                                                   Юға...

03.11.2015

      Был китабындағы уймаҡ хикәйәләрҙә Зиннур Ураҡсин   әсәләр образын ихлас яҡтырта. «Әсә кеше бик тә итәғәтле була икән шул, үҙ хәбәре менән эс-бауырға инеп бармай, һинең күҙеңдән-йөҙөңдән, хәрәкәтеңдән барыһын аңлап-тойоп тора. Ҡайһы ваҡыт минең тырнаҡ ҡараһындай ихласлығым етә ҡала. Ул асылып китә, мин тыңлайым. Тыңлаған һайын уйланам…» тип башлай автор «Әсәйемдең хикмәтле хәтирәләре» тигән шәлкемен. «Кеше менән кеше араһы - ер менән күк араһы», «Мыҫҡыл төбө - мөшкөл», «Баҫымсаҡҡа баҡа ла айғырлана» кеүек мәҡәл-әйтемдәрҙе,

 тыуған яҡ һөйләшен һаҡлаған  йырҙарҙы индереп хикмәтле фекерен  халыҡҡа еткерә. 

27.10.2015

        Һөйөү картинаһын бына нисек бирә Марсель Искәндәр: 40-ты уҙған «егетебеҙҙең» йәне йондоҙ булып балҡый, һөйгәне менән баҡса эскәмйәһендә төнө буйы ләззәтле хистәр кисереп, ҡосаҡлашып, гәпләшеп ултырыу уның һороғайып барған күңел донъяһын сағыуҙан да сағыу нурҙарға күмә. Күктең етенсе ҡатында оса Йәнтимер, тормош уға – бәхет баҡсаһы…»

         Китап уҡыусы түҙемһеҙлек менән артабан ни булырын көтә. Әммә автор уҡыусыны көтөлмәгән сюжет боролошо менән аптырауға ҡалдыра: әлегәсә хикәйәләнгән ваҡиғалар Йәнтимерҙең төшө генә икән дә баһа! Йоҡоһонан тертләп уянған Йәнтимер үҙе лә әле ни булғанын аңламай: өн булд...

20.10.2015

     Башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәренә бөгөн дә төрлө халыҡтарҙың ҡыҙыҡһыныуы көслө. Күптән түгел Ә.Әминев, С.Шәрипов, Ф.Аҡбулатова, Ә.Үтәбай, Т.Дәүләтбирҙина, Д.Шәрәфетдинов һ.б әҫәрҙәре Башҡортостан Яҙыусылар берлеге рәйесе  Н.Ғәйебаевтың «Евразияла йөрөгәндә» тигән баш һүҙе  менән ҡарасәй-балҡар телендә донъя күрҙе. 

17.10.2015

Рауил Бикбаев. "Ҡот килтерһен илгә Ҡоролтай"

13.10.2015

     «Хәтер мәле» тигән яңы шиғри йыйынтыҡҡа бөгөнгө шиғриәтебеҙҙә лирика оҫтаһы булараҡ танылыу алған Риф Әхмәҙиевтың  һуңғы йылдарҙа матбуғат биттәрендә донъя күргән һәм уҡыусылар яратып өлгөргән әҫәрҙәре индерелгән.  Поэтик ижад менән ғилми эшмәкәрлекте бергә тартҡан был авторҙың «Күк йөҙө», «Тәҙрәләр», «Сәскә моңо», «Һөйөү рухы» тигән йыйынтыҡтары бар. Ул китаптарҙың исеменән үк күренеүенсә, алғы планға тәбиғәт һәм мөхәббәт лирикаһы сыға ине.  Ә «Хәтер мәле» китабында философик һәм гражданлыҡ лирикаһы көсәйеү күҙәтелә. Әйтәйек,

                Була күҙҙәрҙең төрлөһө –

       ...

05.10.2015

     Наталия Правдина үҙенең «Ҡатын-ҡыҙ бәхете өсөн яңы энциклопедия»һында замана ҡатын-ҡыҙын тормошта нисек бәхетле, уңышлы, йәғни рухи һәм матди яҡтан бай булырға өйрәтә.

     Әгәр  һеҙҙе күңел донъяғыҙ, һаулыҡ, кәүҙә-фигурағыҙ, йә булмаһа ғаиләләге,  эштәге хәлдәр, аҡсаға ҡытлыҡ, яңғыҙлыҡ кеүек  проблемаларҙың берәүһе генә  борсоһа ла, ошо энциклопедияға күҙ йүгертегеҙ әле, хөрмәтле ханымдар. Ҡыҫҡа ғына һигеҙ бүлектә йәнегеҙ теләгән һорауға яуап табырһығыҙ. Әгәр һаулыҡ һәм матурлыҡ, нәзәкәтлелек етеңкерәмәй тип иҫәпләһәгеҙ, Н.Правдина һеҙҙе алиһә кимәленә етер сергә лә, йәшәү энергияһын нисек йәлеп итергә һәм һаҡларға ла өйрәтер.

 ...

29.09.2015

         Константин Душенконың «Мысли, афоризмы и шутки знаменитых мужчин» («Танылған ир-егеттәрҙең  афоризмдары... ») тигән китабында  һәр дәүерҙең, йәғни ер йөҙөндәге тәү кеше Адам-Әҙәмдән, беҙҙең эраға тиклемге Августиндан алып Путин, Обамаға тиклем ир-аттың сағыу һүҙҙәре тупланған. Аҙағынан улар адресына башҡа ҙур фигураларҙың ҡыҫҡа һәм тос фекерҙәре, цитаталар бирелгән. Билдәле актер, яҙыусы, сәйәсмән һ.б. нимә тураһында һөйләшәләр икән, тиһегеҙме? Дан, власть, юғары материя һәм, бөтә башҡа ир-ат кеүек, тормош, аҡса, кәйеф-сафа, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға хаҡында ла аҙ түгел. Яҙыусы Фазиль Искәндәр: «Власть- ул шундай урын, унан берәү ҙә үҙ теләге менән китмәүен» билдәләһә,  М...

22.09.2015

      М.Буранбаев Свердловск өлкәһендә йәшәй, отставкалағы подполковник. Тамырҙары -Баймаҡ яғынан. Ул яу батырҙары хаҡында ғына түгел, XX быуатта сит илдәрҙә абруй ҡаҙанғандар  хаҡында ла ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бирә. Беҙ   З.Вәлиди, А.Инанды яҡшы беләбеҙ. Ә бына Мөхәмәт Ҡорбанғәлиевты белеүселәр бар микән? 1924 йылда  ул Японияға күсә. Токиола мосолман йәмғиәте төҙөй. Типография асып, «Япон мөхбире» тигән журнал булдыра, унда «Ҡөрьән»де баҫа.  Дипломатик холоҡло Мөхәмәт Ҡорбанғәлиев Япония олигархтары менән генә түгел,  Корея, Манчьжурия вәкилдәре менән дә иҡтисади бәйләнештәр урынлаштыра. 1938 йылдың   12 майында Токиола тәүге «Исламия» мәсете эш башлай. Бер йылд...

15.09.2015

      «Хәтер – мәңгелек» китабында  Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналында 70 көн рәттән эфирға сыҡҡан иң тос яҙмалар тупланған. Төрлө быуын кешеләренең 1941-1945-се йылдарҙағы  һуғышҡа бәйле хәтирәләрен уҡығанда еңеү шатлығы ҡатыш әрнеү- һыҙланыуҙар йөрәкте өтә. Һуғыш тураһында яҙылмай ҡалған юлдар,  батырҙарҙы тарих хәтеренә һалып, «үлгән намыҫтарҙы ҡуҙғата». 

         Был эссе-иншалар йыйынтығы – һәр кемдең өҫтәл  китабы булырлыҡ. 

08.09.2015

      Филология фәндәре докторы, БДУ профессоры Г.Н.Гәрәеваның Германияла башҡорт прозаһы буйынса ғилми хеҙмәте донъя күрҙе. Был китабы менән ғалимә башҡорт әҙәбиәтенең данын Рәсәйгә генә түгел, бөтөн донъяға танытты, тип билдәләй коллегалары. Унда Н.Мусин, Т.Ғиниәтуллин, Ә.Хәкимов, Ш.Янбаев, Р.Байымов, Д.Бүләков, Т.Ғарипова, Ә.Әминев, Р.Камал, Г.Ғиззәтуллина һ.б. әҙиптәр ижады тәрән яҡтыртыла.

01.09.2015

     Күптән түгел  яҙыусы Фәрзәнә Аҡбулатованың «Янған аттар» исемле киң күләмле әҫәре донъя күрҙе.

Авторҙың һәм филология фәндәре докторы, БДУ профессоры Гөлфирә Гәрәеваның яңы әҫәр хаҡындағы фекерен тыңлағыҙ.

      Бер шағир һүҙҙәре менән әйткәндә, 

                          Миҙгелдәрҙең ялдарынан тоттом,

        ...

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 5..7°C
иртән 3..5°C
көндөҙ 7..9°C
кис 4..6°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.