Беҙҙең проекттар

16.06.2017

Самбо -  үҙ-үҙеңде ҡоралһыҙ һаҡлау тигәнде аңлата. Спорттың был төрө беҙҙең илдә 1938 йылдың 16 ноябрендә барлыҡҡа килгән. Самбо бик популяр көрәш төрө булып һанала. Унда алышыу алымдары йылдар үтеү менән арта ғына бара. Шулай уҡ үҙеңде ҡоралһыҙ һаҡлауҙан тыш, ул спортсыла яҡшы сифаттар үҫтереүгә лә булышлыҡ итә.  Самбо башҡорттарҙың көрәш, грузиндарҙың - чидаоба, бүрәттәрҙең -бухэ-барилдаан, молдавандарҙың трынта һәм башҡа халыҡтарҙың милли к...

09.06.2017

Оригами - япон һүҙе, бөкләнгән ҡағыҙ тип тәржемә ителә. Оригами техникаһын ҡулланып, ҡағыҙ һындар эшләү ысын сәнғәт төрөнә әйләнеп китә. Ул тәүҙә Ҡытайҙа башланғыс ала. Оригами кешенең аң кимәлен үҫтереүгә булышлыҡ итә. Әгәр баланың үҫеше тотҡарлана икән, тап ошо ябай шөғөл менән ауырыуҙы еңеп була икән. "Кластан тыш" тапшырыуының бөгөнгө геройы ла ошо фекерҙә. Дилара Таһированы тыңлайыҡ.

12.05.2017

Йыр тормошҡа мөнәсәбәтте көйләй. Әгәр дөрөҫ итеп йырлаһаң, тауыш аппараты эшмәкәрлеге яҡшыра, тауыш ярылары нығына һәм тауыш тембры матурая. Йырлау ишетеү һәләтенә лә ыңғай тәъҫир итә икән. Бер һүҙ менән әйткәндә, йырлап йәшәргә кәрәк. Тапшырыуҙың бөгөнгө геройы Айгүзәл Исхакова ла тап шул фекерҙә. Тыңлайыҡ уны.

28.04.2017

Ҡасандыр бар ғәләмде шаҡ ҡатырған роботтар менән хәҙер бер кемде лә аптыратып булмай. Көнкүрештә лә, төрлө завод-фабрикаларҙа ла роботтар оло ярҙамсы. Киләсәктә тағы ла хәтәрерәк роботтар уйлап табыр әле ғалимдар. Мансур Ғәлләмов менән танышайыҡ. Ул да роботтар яһау менән шөғөлләнә.

24.04.2017

Балалар һау-сәләмәт булып үҫһен өсөн, иртән еңелсә физик күнекмәләр эшләтеү мотлаҡ. Шулай уҡ аҙнаһына ике-өс тапҡыр спорт секцияһына йөрөтһәгеҙ, ул һәм ҡыҙҙарығыҙ сәләмәт булып үҫәсәк. Түңәрәк һайлағанда шуны иҫтә тоторға кәрәк: ул баланың күңеленә хуш килергә тейеш. Бөгөнгө геройыбыҙ спорттың теннис төрөн һайлаған. Арыҫлан Хәмитов - Дим биҫтәһендә урынлашҡан 102-се башҡорт гимназияһының 5-се класында уҡый. Ул өҫтәл теннисы менән тәүге йыл шөғ...

14.04.2017

Ҡасандыр бар ғәләмде шаҡ ҡатырған роботтар менән хәҙер бер кемде лә аптыратып булмай. Көнкүрештә лә, төрлө завод-фабрикаларҙа ла роботтар оло ярҙамсы. Киләсәктә тағы ла хәтәрерәк роботтар уйлап табыр әле ғалимдар. Мансур Ғәлләмов менән танышайыҡ. Ул да роботтар яһау менән шөғөлләнә.

07.04.2017

Бейеү сәнғәте төрлө көндәлек эш барышы һәм эргә-тирәләге донъянан алған кисерештәр һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Тәүтормош кешеләре үҙ тормошоноң һәр миҙгелен бейеү аша сағылдырған: үлем, һуғыш, яңы башлыҡ һайлау, ауырыуҙың һауығыуын һәм башҡа тороштарын тап бейеү аша сағылдырған. Шулай уҡ ҡояш, ямғыр һорау ҙа бейеү аша башҡарылған. Ваҡыт үтеү менән бейеү художестволы элементтар менән тулылана барған, һәр халыҡтың үҙенә генә хас сифаттары ла ө...

31.03.2017

Думбыра - сәсәндәрҙең музыка ҡоралы тип иҫәпләнә. Ҡобайыр башҡарғанда йә йырлағанда ул әҫәргә йәм өҫтәй. Уйнағанда бар ҡылдарҙы ла бергә сиртәләр. Был музыка ҡоралы менән айырым да, ансамбль менән дә сығыш яһарға мөмкин. Оркестр өсөн сопрано, альт, бас төрҙәре лә бар.

Думбыра, ғәҙәттә, 800 мм. оҙондоғонда ағастан соҡоп эшләнә. Хәҙерге заман оҫталары бер-береһенә йәбештерелгән ағасты ҡулланырға тырыша.

Гөлгөнә Баһаутдинова 128-се...

24.03.2017

Балағыҙ китап уҡырға яратамы? Ә спектаклдәр ҡарарға? Көҙгө алдында берәй актерҙы һынландырып, ҡыланып баҫып торамы? Шулай икән, улығыҙҙы йә ҡыҙығыҙҙы етәкләгеҙ ҙә әҙәбиәт йә драм түңәрәктәренә юл тотоғоҙ. Беҙҙең тапшырыуҙың сираттағы геройы ла төрлө түңәрәктәргә йөрөп ҡараған. Әммә әҙәбиәт һәм драма түңәрәктәре минең өсөн иң шәбе, ти ул. Танышайыҡ - Айбулат Ғәйнуллин, Белорет ҡалаһының лицей-интернатында белем ала, әҙәбиәт һәм драма түңәрәгенд...

17.03.2017

Баян - телле төймә пневматик уйын ҡоралы. Уң яҡ клавиатураһында хроматик тауыш теҙмәһе булһа, ә һул яҡтан бас рәте урынлашҡан.Баянға исемде боронғо Баян атлы рус йыраусыһына арнап биргәндәр. Ике ҡул менән баҫып уйнау, күректе һуҙып тартыу апаруҡ ҡына көс талап итә. Шуға ла башлап уйнаусыларға аяҡ өҫтө түгел, ултырып уйнау тәҡдим ителә. Сираттағы геройыбыҙ үҙенең баян уйнау серҙәре менән бүлешә.Илеш егете Айбулат Ғиләжетдиновты бергәләп тыңлайы...

17.02.2017

"Аҡ ҡауырһын" әҙәби түңәрәге Р.Ғарипов ис.Башҡорт республика мәктәп-интернаты асылғандан бирле эшләй. Был түңәрәктә уҡыусылар үҙҙәренең ижадҡа һәләттәрен аса һәм тәүге аҙымдарын яһай. Бөгөнгө геройыбыҙ Лидиә Динмөхәмәтова "Аҡ ҡауырһын" әҙәби түңәрәге ағзаһы, төрлө балалар баҫмаларына мәҡәләләр яҙа. "Аманат" журналының йәш хәбәрсеһе. Яңыраҡ гимназияла асылған "Ғарипов-ТВ" каналының  эшен гөрләтеп алып барыусыларҙың береһе лә ул. 

03.02.2017

Беҙҙең бөгөнгө геройыбыҙ Айсель Атауллина сигеү оҫтаһы. "Глобус" үҫмерҙәр үҙәгендә шөғөлләнә.  Ул бер күргәҙмәлә сигелгән матур-матур әйберҙәр күреп, был һөнәр менән ҡыҙыҡһына башлай. Күп тә үтмәй, әсәһе менән кәңәшләшеп, ҡыҙыҡай үҙе лә сигеү түңәрәгендә шөғөлләнә  башлай. 

27.01.2017

Фортепианоны Америкала 1800 йылда Джон Хоккинс уйлап таба. Ә тәүге тапҡыр был музыка ҡоралын 1698 йылда Италияла Бортоломео Кристофори эшләй.

Фортепианоның эсендә 12 мең деталь бар. Шуларҙың 10 меңе уйнағанда хәрәкәткә килә. Шуға ла был инструментты көйләү бик ауырға төшә. Унда уйнау ҙа еңел түгел. Әммә был музыка ҡоралының моңо барыһын да арбай, һоҡландыра, ти бөгөнгө геройыбыҙ Нәркәс Баймырҙина. 

20.01.2017

"Тамыр" каналының ижади оҫтаханаһы 2016 йылыдың көҙөндә асылды. 5 йәштән 15 йәшкәсә рәсем төшөрөргә яратҡан балаларҙы үҙ янына йыйҙы оҫтахана. Бында ҡәләм, ҡылҡәләм менән һүрәт төшөрөү, телмәр, ижади фекерләүҙе үҫтереү, күргәҙмәләрҙә ҡатнашыу, арҙаҡлы ижалсылар менән осрашыу, телевизион тапшырыуҙарҙа төшөү ҡаралған. Беҙ  бөгөнгө тапшырыуға ижади оҫтаханала шөғөлләнеүсе 9 йәшлек Миләүшә Харрасованы саҡырҙыҡ. Төрлө түңәрәктәргә йөрөп ҡараған ҡыҙ...

13.01.2017

Сноуборд - инглиз һүҙе, ҡар таҡтаһы тип тәржемә ителә. Сноуборд таҡтаһына баҫып шәп тиҙлектә тауҙан шыуыу ҡышҡы спорт ярыштары араһында киң таралған. Тәүҙәрәк ул йәштәр, үҫмерҙәр шөғөлө була. 1972 йылда, тиҙлек яратыусылар артҡанға күрә, сноубордты күберәк етештерә башлайҙар. Ә 1979 йылда был спорт төрө буйынса тәүге тапҡыр ярыш уҙғарыла. 1998 йылдан сноубординг Наганолағы ҡышҡы олимпия уйындарына индерелә. Бөгөнгө геройыбыҙ олимпия уйындарынд...

13.01.2017

Йыл аҙағында яңы үрҙәргә хыял ҡорорға саҡыра, егеттәрҙе һәм ҡыҙҙарҙы Яңы йыл менән ҡотлай "Кластан тыш" тапшырыуы.(2016 йылдың 30 декабре сығарылышы.)

23.12.2016

Йыр тормошҡа мөнәсәбәтте көйләй. Әгәр дөрөҫ итеп йырлаһаң, тауыш аппараты эшмәкәрлеге яҡшыра, тауыш ярылары нығына һәм тауыш тембры матурая. Йырлау ишетеү һәләтенә лә ыңғай тәъҫир итә икән. Бер һүҙ менән әйткәндә, йырлап йәшәргә кәрәк. Тапшырыуҙың бөгөнгө геройы Айгүзәл Исхакова ла тап шул фекерҙә. Тыңлайыҡ уны.

16.12.2016

Бөгөн беҙгә думбыра уйнау серҙәре хаҡында Гөлгөнә Баһаутдинова һөйләй.

02.12.2016

Ритмика - ул ритм системаһын өйрәнеү. Телмәр, музыка һәм физик күнегеүҙәр тупланмаһы тип тә әйтелә. Балаларҙы ритмика менән 2 йәштән алып таныштыра башларға мөмкин. Бөгөн беҙ ритмика түңәрәгендә шөғөлләнеүсе Ләйлә Юлғотлина тыңлайбыҙ.

18.11.2016

Баян ул төймә телле пневматик музыка ҡоралы. Уң яҡ клавиатураһында хроматик тауыш теҙмәһе булһа, ә һул яҡтан бас рәте урынлашҡан. Был музыка ҡоралына исемде боронғо рус Баян тигән йырыусыға арнап биргәндәр. Беҙ бөгөн ҡурайҙа һәм баянда уйнарға өйрәнеүсе Илеш районы егете Айбулат Ғиләжетдиновты тыңлайбыҙ.

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

көндөҙ 19..21°C
кис 17..19°C
төндә 11..13°C
иртән 13..15°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.