Беҙҙең проекттар

17.05.2018

16 майҙа "Башҡортостан" дәүләт концерт залында "Бирешмә" төркөмө изгелек һәм дуҫлыҡ байрамы уҙғарҙы. Төркөмдөң концертынан йыйылған аҡса Ғафури районында йәшәүсе Руслан Шәрәфетдиновтың һаулығын нығытыуға ярҙам буласаҡ. (16 май эфирынан яҙма)

03.05.2018

Ҡурай - тынлы музыка ҡоралы. Ғәҙәттә, үләндән ҡырҡып алып, тишектәр уйып эшләйҙәр. Төрҙәренә килгәндә улар бик күп төрлө. Ҡурай хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәрҙе бөгөнгө тапшырыуҙан ишетерһегеҙ, дуҫтар. "Күпер"ҙең  ҡунаҡтары - Юнир Һағынбаев һәм уның өйрәнсектәре - йәш ҡурайсылар Илмир Баязитов, Әғләм Юлгилдин. (25 апрель эфирынан яҙма.)

19.04.2018

Дуҫтар, беҙ һеҙҙе тылсымлы ла, серле лә әкиәт иленә саҡырабыҙ. Бөгөн беҙҙең студияла ҡунаҡта халыҡ ижадына ғашиҡ, бигерәк тә әкиәттәр яратыусы ҡыҙҙар, малайҙар һәм уларҙың ата-әсәһе. Улар әкиәттәрҙе уҡып, тыңлап ҡына ҡалмай, үҙҙәре лә шул тылсымлы әкиәт илендә йәшәй, әкиәт геройҙары булып донъяға баға, улар исеменән беҙҙе яҡшылыҡҡа өндәй, изгелектең яуызлыҡты еңеүен иҫбатлай. Борон-борон заманда түгел, беҙҙең көндәрҙә... Улар донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡорт телендә һөйләүселәрҙең "Һаумы, һаумы, әкиәт!" конкурсының район этабы еңеүселәре 95-се балалар баҡсаһынан 5 йәшлек Арыҫлан Ҡырымсурин, 40-сы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе 6 йәшлек Искәндәр Йосопов. Шулай уҡ Искәндәрҙең әсәһе Альбина Ришат ҡыҙы һәм Арыҫландың атаһы Вәғиз Баязит улы ла беҙҙең студияла. (18 апрель тура эфирынан яҙма.)

...
13.04.2018

Бөгөн беҙҙең студияла "Тамыр" каналы ойошторған "Сулпылар" - 2004 Республика телевизион йыр-моң конкурсы, республика,  Рәсәй, халыҡ-ара кимәлендә үткән бәйгеләр еңеүсеһе популяр йәш йырсы Илнур Рамазанов.

13.04.2018

"Шаяниум" шаяндар һәм отҡорҙар ҡала конкурсы 16-сы тапҡыр гөрләп үтеп китте. Быйылғы бәйгелә күп командалар ҡатнашты. Шаяндар һәм отҡорҙар конкурсында Гран-при яулаусылар бөгөн беҙҙең студияла. Республика инженер лицей-интернатының "Башҡорттар.РУ" командаһы егеттәре улар.

29.03.2018

Мәктәптә уҡыу - бала саҡтың иң сағыу мәле. Иң мөһиме - ҡуйылған билдәләр ҙә, уҡытыу ысулдарының төрлөлөгө лә түгел. Иң мөһиме - хәүефһеҙлек. Бөгөнгө алып барасаҡ әңгәмәбеҙ каникулдар осоронда хәүефһеҙлек хаҡында. Студия ҡунаҡтары Ирхан һәм Мораҙым атлы шәп егеттәрҙе тәрбиәләүсе Әлфиә һәм Вадим Хәбировтарҙың татыу ғаиләһе.

23.03.2018

Һәр быуын үҙенән аҡыллыраҡ, тәрбиәлерәк, зиһенлерәк алмаш ҡалдыра алһа ғына, кешелек донъяһында үҫеш була.Кеше ғүмерен  тәрбиәле балалары, изге эше, уның хаҡындағы яҡты иҫтәлектәр дауам итә, тиҙәр. Ә беҙ һәр көн зәңгәр экрандарҙан ҡараған, радионан тыңлаған, сәхнәләрҙән күреп шатланған йондоҙҙарҙың ғаилә ҡорорға, үҙҙәренән һуң лайыҡлы алмаш ҡалдырырға ваҡыты, ә иң мөһиме - теләге бармы икән? Ошо турала серләшергә беҙ бөгөн Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры актеры "Бабич" фильмында төп ролде башҡарыусы һәләтле актер Илгиз Таһировты саҡырҙыҡ. Ул беҙгә яратҡан ҡатыны Әлфиә Ғайса ҡыҙы, улдары Алмаз һәм Азамат менән килде.

12.03.2018

Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр тиҙәр. Ә нимә һуң ул матурлыҡ? Матур булып һаналыр өсөн тышҡы матурлыҡ етәме, әллә эске донъяң да матур булырға тейешме? Бөгөн һүҙебеҙ матурлыҡ тураһында һәм беҙҙең студия ҡунаҡтары - "Һылыуҡай-2018" республика гүзәллек бәйгеһенең ойоштороу комитеты ағзалары: продюсер Асия Шахмина, режиссер Гөлсәсәк Игебаева, жюри ағзаһы Рөстәм Абдразаҡов һәм бәйгеселәрҙең береһе Әлфинә Кашапова.

22.02.2018

Дуҫтар, "Ҡош юлы.Балалар"  башҡорт бард йырының яңы телевизион конкурсы старт алды. Бөгөн беҙҙең студияла Ш.Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты, "Ҡош юлы" фестивале лауреаты, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актеры, "Ҡош юлы.Балалар" конкурсы остазы Артур Кәбиров, конкурсант Алтынай Вәлитова һәм проекттың режиссеры Ләйсән Мәзитова.

15.02.2018

Баланы 4-6 йәштә китап уҡыуға йәлеп итә торған ваҡыт. Fалимдар фекеренсә, тап ошо йәш китап донъяһы менән таныштырыу өсөн уңайлы икән. 6-7 йәштән һуң балаларҙы уҡырға өйрәтеүе ауырға төшә, тиҙәр.Компьютер заманында балалар уҡырға ауыр өйрәнә, китап уҡымай, тип зарланырға яратабыҙ. Ә ысынында,беҙҙең тапшырыуҙарҙа ҡатнашыусы ҡыҙҙар-егеттәр был фекерҙәрҙе инҡар итә килә. Китапханаларға йөрөүсе, төрлө әҙәби конкурстарҙа ҡатнашыусылар артҡандан-арта бара. Бөгөн беҙҙең студияға килеүселәр ҙә китап һөйөүселәр.Бөгөнгө ҡунаҡтар -  Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли  китапхананың башҡорт әҙәбиәте һәм туған яҡты өйрәнеү бүлеге етәксеһе  Айгөл Сәлимйән ҡыҙы Буранғолова, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт гимназия-интернатының иң күп китап уҡыусыларырының береһе Алина Ғүмәрова һәм "Күпер" тапшырыуының йәш хәбәрсеһе Лидиә...

08.02.2018

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусылары һәр яҡлап та һәләтле һәм төрлө олимпиада-ярыштарҙа үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан күрһәтә килә. Тап ошо уҡыу йортон тамамлаусылар оло тормошта ла юғалып ҡалмай. Улар белемле лә, һәләтле лә, әүҙем дә. Бөгөн беҙҙең студияла  гимназияның "Таңсулпан" драма түңәрәге етәксеһе Рима Фәиз ҡыҙы Нәбиева һәм түңәрәктә шөғөлләнеүсе ҡыҙҙар Алина Ғүмәрова менән Лидиә Динәхмәтова. (7 февраль тура эфирынан яҙма.)

01.02.2018

Йәштәребеҙ араһында юғары белемгә эйә булырға теләүселәр йылдан-йыл арта бара. Берәүҙәр Башҡортостан уҡыу йорттарын һайлаһа, икенселәр Рәсәйҙең башҡа ҡалаларына, хатта сит илгә барып уҡырға батырсылыҡ итә. Башҡортостандан ситтә уҡыусы студенттарҙың күбеһе әлеге мәлдә ҡышҡы ялда, тыуған төйәгендә ял итә. Форсаттан файҙаланып беҙ улар менән осрашып, аралашып ҡалыу ниәте менән тура эфир студияһына саҡырҙыҡ. Улар М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү  дәүләт университетының геология факультеты студенты Гүзәл Әлибаева һәм Санкт-Петербург политехник университеты магистратураһында белем эстәүсе Мәрйәм Вилданова.

25.01.2018

Чехия мәктәптәрендә "бер"ле алыу һәр уҡыусының теләге. Ә "биш"ле билдәһе иң насар өлгәшкәндәргә генә ҡуйыла икән. Финляндияла иһә, әгәр уҡыусы таҡтаға саҡырыуҙарын теләмәһә, унан һорамайҙар. Был илдә материалды белмәгән уҡыусынан уҡытыусы һорай ҡалһа, уны кәмһетә тип иҫәпләнә.  Норвегияла 8-се класҡа тиклем уҡыусыларға бөтөнләй билдә ҡуймайҙар. Ә беҙҙең студия ҡунаҡтары мәктәптә билдә ҡуйыуға нисек ҡарай? Уҡыу алдынғыһы Әғзәм Ниғмәтуллинды, уның әсәһе Айгөл Әхмәтшакир ҡыҙын һәм Лидиә Динмөхәммәтованы тыңлайыҡ. 

18.01.2018

Каникулдар бөтөп, 3-сө уҡыу сиреге башланып та өлгөрмәне, республиканың иң әүҙем, иң тырыш, иң егәрле уҡыусылары баш ҡалабыҙ Өфөгә килеп, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала ҡатнашырға ла өлгөрҙө. Быйылғы олимпиадала Башҡортостандан, күрше Курган, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән бөтәһе 251 уҡыусы ҡатнашты. Беҙ һеҙҙе олимпиаданың еңеүселәре менән осрашыуға саҡырабыҙ. Шулай итеп, бөгөн беҙҙең студияла башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада еңеүсеһе Өфөнөң Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы уҡыусыһы Рәзилә Ғиләжетдинова һәм уның уҡытыусыһы Миңдениса Әхәт ҡыҙы Ғәзизуллина.

15.01.2018

Йондоҙло шәхестәр ғаиләлә ниндәй, уларҙың бала бағыуҙары, ябай кешеләрҙе борсоған хәл-ваҡиғаларҙы улар нисек кисереүе, барыһы ла ябай тамашасыға ҡыҙыҡ. Беҙ йондоҙло ғаиләләр менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Улар Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт Дәүләт филармонияһының нәфис һүҙ оҫтаһы, актриса Элмира Юлдашева һәм уның балалары Нуриҙә, Динислам, Нурислам Ишембәтовтар.

28.12.2017

Бөгөнгө "Күпер" 2017 йылдың һуңғы сығарылышы һәм беҙ студияға өс быуын вәкилен йыйҙыҡ: "Сәңгелдәк", "Иләү" тапшырыуҙарының алып барыусыһы  5 йәшлек Йәмилә Хисаметдинованың өләсәһе, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы, мәғариф ветераны Зәһүрә Дәүләтша ҡыҙы Байтурина, матур, тырыш, өлгөр Әдилә, Йәнгүзәл һәм Гөлназ Әминевалар килде.

22.12.2017

Бөгөн һүҙебеҙ үҫмерҙәр өсөн төшөрөлгән беренсе башҡорт сериалы "Бирешмә" тураһында барасаҡ. Һәм беҙҙең студияла ошо сериалды төшөрөүселәр һәм ролдәрҙе башҡарыусылар. Улар: сериалдың сценарий авторы Гөлназ Ҡолһарина, режиссеры Гөлсәсәк Игебаева һәм ауыл егет ролен башҡарыусы Нәғим Шәрипов.

14.12.2017

Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының мәғәриф отличнигы, мәғәриф ветераны Зәһүрә Дәүләтша ҡыҙы Байтурина ейәнсәре  "Сәңгелдәк", "Иләү" тапшырыуҙарының алып барыусыһы Йәмилә Хисаметдинова һәм ҡыҙы Башҡорт Дәүләт Университетының математика факультеты доценты Гөлназ Хисаметдинова менән.

06.12.2017

"Тамыр" каналы ойошторған "Сулпылар" республика телевизион конкурсына быйыл 25 йыл. Бына инде сирек быуат республикабыҙҙың иң һәләтле, иң дәртле йәштәре был бәйгелә үҙ көсөн һынай. Быйылғы "Сулпылар-2017"лә республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан 200-гә яҡын һәләтле ҡыҙҙар-малайҙар бәйге тотто. Ә финалға инде шуларҙың 12-һе генә килеп етте. Һәм бөгөн уларҙың барыһы ла "Өфө уттары" күңел асыу комплексында  "Сулпылар йондоҙҙары бейетә" дискотекаһында сығыш яһай.

30.11.2017

Бөгөн студия ҡунаҡтары кемдәр икән тип баш ватаһығыҙмы? Әлбиттә, йәштәр! Беҙ һеҙҙе дәртле, уңған, тырыш, һәләтле йәштәребеҙ менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Тап шундай шәп йәштәр ойоштора ла инде 1-3 декабрҙә Башҡортостаныбыҙҙың баш ҡалаһында үтәсәк "Өфө-форум" йәштәр мәғәриф форумын.

Һәм бөгөн беҙҙең студияла ошо матур, ҙур әһәмиәткә эйә сараны ойошторусы, унда ҡатнашыусы йәштәр үҙҙәре. Улар: Рүзилә Юлыҡова, Байрас Азаматов һәм Илүзә Мөхәмәтйәнова.

 

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

көндөҙ 13..15°C
кис 12..14°C
төндә 8..10°C
иртән 10..12°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.