Бөтә тапшырыуҙар

16.06.2023

Киләчәккә никадәр генә омтылсаң да, узган гомердән аерылып булмый.Аның хәтирәләре, күңелгә якын кешеләре һаман,һаман күңелдә. Без дә еракта калган елларга сәяхәт кылып, йөрәк түрендә булган хәтирәләрне яңартабыз.Ниндидер сәбәпләр белән югалып, адашып калган кан - кардәш, дус- иптәшләрне бергәләп эзлибез "Югалту- табышларым" тапшыруында.

02.11.2018

Боронғо төбәк меңле ырыуы еренең бер тарафы Благовар районы. Ҡәнзәфәр бей вариҫтары төйәкләгән Һарайҫа ауылы тарихи. Эргәһендәге ҡайһы бер  ауылдарҙың сығышы хаҡында байтаҡ мәғлүмәт тупланған.

22.02.2018

Ағиҙел Өфөнән төньяҡ-көнбайышҡа табан 250 км алыҫлыҡта, Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан. Республикабыҙҙағы иң йәш ҡалаларҙың береһе. Ул эшселәр ҡасабаһы булараҡ 1980 йылда төҙөлә башлай. 1991 йылда Ағиҙелгә ҡала статусы бирелә. Майҙаны — 53 кв. км. Ағиҙелдә 20 меңгә яҡын кеше йәшәй. Бында 17 милләт вәкиле дуҫ-татыу ғүмер итә. Башҡорт, татар, рус халҡы күпселекте тәшкил итә. Ағиҙелдәр араһында мари, удмурт, мордва, латыш, йәһүд, грузин, осетин һәм башҡа халыҡтар бар.

22.02.2018

Рәсәйҙә йылдың иң ҙур иҡтисади ваҡиғаларының береһе- Сочи форумы үтте. Унда Башҡортостандан Республика башлығы Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге делегация ҡатнашты. 11 килешеүгә ҡул ҡуйылды. Һөҙөмтәлә республика иҡтисадына 70 миллард һумға яҡын йәлеп ителәсәк.

22.02.2018

Дуҫтар, "Ҡош юлы.Балалар"  башҡорт бард йырының яңы телевизион конкурсы старт алды. Бөгөн беҙҙең студияла Ш.Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты, "Ҡош юлы" фестивале лауреаты, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актеры, "Ҡош юлы.Балалар" конкурсы остазы Артур Кәбиров, конкурсант Алтынай Вәлитова һәм проекттың режиссеры Ләйсән Мәзитова.

21.02.2018

Мәргән уҡсы ғәсҡәргә тиң тигән борон ата-бабаларыбыҙ. Башҡорт уҡсыларының даны беҙгә тарихтан яҡшы билдәле. Заманында "төньяҡ амурҙары" тигән исем ҡаҙанған яугирҙарҙың вариҫтары бөгөн традицион уҡтан атыуҙы тергеҙеү һәм популярлаштырыу буйынса байтаҡ эштәр алып бара. Республикала "Мәргән уҡсы" хәрәкәтен ойоштороусы, Республика халыҡ ижады үҙәгенең традицион, халыҡ уйындары буйынса әйҙәүсе белгесе Юлай Ғәлиуллин менән ошо хаҡта һөйләшәбеҙ.

21.02.2018

«Минең атай фронтовик ине. Ғазаптар-михнәттәр аша яуланған Еңеү хаҡын беҙ, 9 балаһы, 23 февраль йә 9 май кеүек байрамдарҙа ғына түгел, һәр ваҡыт хәтерҙә тотабыҙ,  ти ул.  Ошо инаныуҙарыбыҙ  хәҙер  ир ҡорона ингән игеҙәк улдарыбыҙ – Иштуған менән Айтуғанға, кесе улыбыҙ Артурға ла  күсте, уларҙың балаларына  ла изге хәтер һеңер»,– тип йәшәй Әлфиә  һәм Таһир Ишбаевтар.  

 

20.02.2018

Донъяла ул бары берәү генә,
Башҡортостан кеүек берҙән-бер, 
Үҙ тауышы итеп йәшәү өргән 
Тамыр ебәргәндән тыуған ер. 

Милләтебеҙ ниндәй, ҡурай шундай: 
Тик тәбиғәт – барса булмышта, 
Ябай ғына, ә тылсымы сикһеҙ, 
Эскерһеҙ көй булып тулышһа. 

Нурислам Ҡалмантаев, Рөстәм Баянов
19.02.2018

      Рәсүл Сәғитов:

      – 23 февраль алдындабыҙ һәм, Ватанды һаҡлаусылар көнө яҡынлашҡан һайын, уға бәйле саралар ҙа, йылдағыса, ишәйә. Күпселеге – рәсми, оҙаҡ ваҡыт ҡабатлана килә, әммә бынан да фәҡәт ыңғайлыҡ күреү кәрәк, сөнки, күңелдә гел йөрөһә лә, тышҡа әллә ни сығарылып бармағандар – яуҙар ветерандарына, тыныс тормошта ла хәрби бурыс үтәгәндәргә рәхмәт һүҙҙәре, дан йырҙары майҙандарҙа белдерелә бит. Белдерелһен дә – илһөйәрлек, дәүләттең, халҡыбыҙҙың үткәне менән ғорурланып, бөгөнгөһөн хәстәрләү, һөҙөмтәлә киләсәккә лә ныҡлы еп һуҙыу, шул иҫәптән ошолай ҙа һеңдерелә.

      Ҡушымта булараҡ, ә бәғзе осраҡтарҙа – айырым алып та, бының заманса, креатив, үҙебеҙсә әйткәндә – ижади ысулдары ла ҡулланылһа – бигерәк һәйбәт. Ошоға миҫал – 22 февралдә Өфөлә, Еңеү паркында, уҙыр Хәтер көнө...

18.02.2018

   “Йылдар буйы моңдар тулып,сыңлап торған күңелле” Сафуан Әлибаевтың  шиғриәте яҡты моңо, тормошто бар  матурлығында  сағылдырыуы менән  арбай. Шиғырҙары композиторҙар тарафынан  көйгә  һалынып,  яратҡан йыр сифатында ла танылыу яуланы.  Сафуан Әлибаевтың шиғри шәлкеме автор уҡыуында  2008  йылда яҙылған.

18.02.2018

Ниһайәт, ҡытайҙар ҙа яңы йылды ҡаршыланы, көнсығыш календары буйынса, ысын мәғәнәһендә, Эт йылы башланды. Беҙҙә февраль айы ҡарға һараныраҡ булһа ла, ижтимағи-сәйәси өлкәлә ваҡиғалар етерлек. Республикала министрлыҡ-ведомстволар йылға йомғаҡ яһай, төрлө форумдар үтеп тора. Беҙ ҙә уҙып барған аҙналағы мөһим һәм ҡыҙыҡлы ваҡиғаларға айырым туҡталып, уларға баһа бирергә тырышайыҡ. Шулай итеп ...

  • Төбәктәргә инвестициялар – киләсәккә инвестициялар. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге делегация Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумында ҡатнашты. Унда бер нисә мөһим килешеүгә ҡул ҡуйылды.
  • Иҡтисад үҫеше – сәнәғәттә. Тармаҡҡа күберәк инвестициялар йәлеп итергә һәм экспортты арттырырға. Стәрлетамаҡта сәнәғәтте үҫтереү мөмкинлектәре өйрәнелде.
  • Һаман һыҙлай Афған яраһы – ҡайҙ...
17.02.2018

Бүздәк районы Аҡтау ауылы- Муллаян Халиҡовтың тыуған яғы. Быға тиклем дә Халиҡовтар нәҫеле хакимиәт вәкилдәре менән шәхестең эшмәкәрлеген данлаған. Район үҙәгендә һәм Аҡтауҙа шәжәрә байрамдары уҙғарылған. Был юлы бүздәктәр ,,100 йыллыҡҡа- 100 шәхес ,, проектына әүҙем ҡушылды.

16.02.2018

Олоғайған яҡындарыбыҙҙы хәстәрләү төп бурыстарыбыҙҙың береһе. Шулай ҙа ҡараусыһыҙ ҡалған инәйҙәргә һәм олатайҙарға нимә эшләргә: ҡарттар йортона барырғамы, әллә ғаиләгәме? Бөгөн "Асыҡ студия"ла ошо турала фекер алышабыҙ. Тапшырыуҙа республиканың халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге белгестәре Айгөл Ғилметдинова, Гөлшат Хөснөтдинова, психолог Әлмирә Исхакова һәм Сибай ҡалаһының “Азатлыҡ” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге етәксеһе Илһам Әбделғужин ҡатнаша. Авторы - Зөһрә Арсаева. 

 

16.02.2018

Көньяҡ Кореяла олимпиада гөрләй. Төрлө бәхәстәр тыуҙырған, яндырған да, көйҙәргән дә, һөйөндөргән дә уйындарҙы ситтән күҙәтәбеҙ. Сәмле ярыштар Көньяҡ Азияла ғына түгел Башҡортостанда ла үтә. Беҙ уларҙы үҙебеҙсә, шаяртып “ауылпиада” тип атайбыҙ. Ҡышҡы уйындарҙа кемдәр ҡатнаша? Сәмле ярыштарҙа кемдәр еңә? Спорт менән дуҫ халыҡ ҡайҙа йәшәй?

16.02.2018

Тапшырыуыбыҙҙың һәр сығарылышында ата-әсәйҙәргә балалары өсөн хәрәкәт итеүгә ҡоролған түңәрәк-секцияларға өҫтөнлөк бирһен ине, тип өндәшәбеҙ. Сөнки хәрәкттә - бәрәкәт, ти халыҡ. Беҙҙең бөгөнгө геройыбыҙ дзюдо секцияһына йөрөй. Кинйәбулатов Сәйетғәле 5-се класс уҡыусыһы. Әйҙәгеҙ, тыңлайыҡ егетте.

Илдар Яҡупов, Рәйес Аҡбаев, Рифҡәт Ғирфанов
15.02.2018

      Рәсүл Сәғитов:

      – 15 февраль бөгөн һәм ул илдең яңы тарихында, ижтимағи-сәйәси йәһәттән, тәү нәүбәттә Афғанстан яуына бәйле. 1989 йылдың тап ошо көнөндә совет ғәскәрҙәренең һуңғы колоннаһы был илдән сыҡҡаны айҡанлы интернационалист яугирҙар көнө тип билдәләнеп килде, ә  2011 йылдан – Ватандан ситтә хеҙмәт бурысын үтәгән рәсәйлеләрҙе хәтерләү көнө.

      Ошо турала әңгәмәне башларҙан алда, мәсьәлә яҡшыраҡ аңлашылһын, бигерәк тә йәш быуындың күҙ алдында асығыраҡ баҫһын өсөн, инеш һүҙ әйтәйек.

      Һуғыш ун йыл – 1979-ҙан 1989-ға тиклем арауыҡ эсендә барҙы, тип ҡаралып йөрөлә, ләкин башы, башҡа күп хәрби низағтарҙыҡы кеүек үк, хәйер, хәрби генә лә түгел, әлбиттә – алғараҡҡа һуҙыла – 1973 йыл, монархияның ҡолатылыуы, атала. Яңы тәртип көсөндә биш йыл ғына булып өл...

15.02.2018

Сибай – республикала иң төҙөк һәм матур ҡалаларҙың береһе. Уны күптәр Урал аръяғының ысын баш ҡалаһы тип тә йөрөтә. Заманында ҡала баҡыр-цинк мәғдән ятҡылығын үҙләштереү маҡсатында төҙөлһә, бөгөн ул Көньяҡ Уралдың сәнәғәт, мәҙәниәт, сәнғәт, әҙәбиәт, мәғариф үҙәгенә әйләнде. Сибай ҡалаһының тарихы, матур урындары һәм әлбиттә шәп халҡы менән танышабыҙ.

15.02.2018

Ҡул өшөһә, усты бер-береһенә ышҡыйҙар. Бармаҡтарға массаж эшләһәң дә, ҡул йылынып китә. Мейес  йә батарейка янында ла тоторға була, тик  уларға ҡулды тейҙерергә ярамай. Сөнки өшөгән тире бер нәмә лә тоймай, шуға күрә мейестең эҫеһен һиҙмәйсә, бешеп ҡуйыуың бар. Шулай уҡ, ҡул өшөһә, йылы һыу ағып торған кран аҫтында тоторға кәрәк.

Аяҡ өшөгәндә йылы һыуҙан ванналар бик яҡшы. Һыуға гәрсис тә ҡушып ебәрһәң, аяҡтарҙы ҡыҙҙып ебәрә.

Һыуыҡта кеше үҙендәге йылыны һаҡларға тейеш. Ә йылыны нисек һаҡлайҙар, беләһегеҙме, бәләкәстәр?

Беренсенән, һауа торошона, температураһына ҡарап, ярашлы итеп кейенергә кәрәк.

Ҡышҡы кейем йәбешеп тормайса, саҡ ҡына бушыраҡ булһа, йылыраҡ була. Аяҡ кейеме лә әҙерәк кенә ҙурыраҡ булырға тейеш. Сөнки кейем араһындағы һауа йылыны һаҡлай.

Ө...

15.02.2018

  Фотограф - ул фотоаппарат ярҙамында фото төшөрөүсе кеше. Улар күҙәтеүсән, иғтибарлы, ижади кешеләр. Фотографтар үҙҙәренең эшмәкәрлеге буйынса бер нисә төргә бүленә. Беренсеһе - фотожурналистар. Улар гәзит-журналдар өсөн фото төшөрә. Икенсеһе - папарациялар. Төрлө йондоҙҙарҙы, билдәле шәхестәрҙе уларҙың рөхсәтенән тыш фотоға төшөрөүсе фотографтарҙы папарация тип йөрөтәләр. Өсөнсөһө - фоторәссамдар. Улар төшөргән фотолар - сәнғәт әҫәре. Тағы ла туйҙар төшөрә торған фотографтар була. Ә фешн-фотографтар мода өлкәһендә эшләй. Стрит-фотографтар - урам күренештәрен, таныш булмаған кешеләрҙе һынландыра.

  Бөгөн беҙгә үҙ һөнәре хаҡында фотограф Илнур Хужахмәтов һөйләй.

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

көндөҙ -12..-14°C
кис -14..-16°C
төндә -19..-21°C
иртән -24..-26°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.