Бөтә тапшырыуҙар

16.06.2023

Киләчәккә никадәр генә омтылсаң да, узган гомердән аерылып булмый.Аның хәтирәләре, күңелгә якын кешеләре һаман,һаман күңелдә. Без дә еракта калган елларга сәяхәт кылып, йөрәк түрендә булган хәтирәләрне яңартабыз.Ниндидер сәбәпләр белән югалып, адашып калган кан - кардәш, дус- иптәшләрне бергәләп эзлибез "Югалту- табышларым" тапшыруында.

02.11.2018

Боронғо төбәк меңле ырыуы еренең бер тарафы Благовар районы. Ҡәнзәфәр бей вариҫтары төйәкләгән Һарайҫа ауылы тарихи. Эргәһендәге ҡайһы бер  ауылдарҙың сығышы хаҡында байтаҡ мәғлүмәт тупланған.

26.04.2018

Ата-бабаларыбыҙҙың алмаштырғыһыҙ торлағы яңырыу осоро кисерә. Кейеҙ йорт - тирмәләр көнитмешебеҙгә әйләнеп ҡайта. Ошо эште башҡарыусылар, йәғни, тирмә ҡороусылар ҙа арта, оҫтара бара. Заказдарға килгәндә, беҙ уйлағанса, һабантуй уҙғарғанда Башҡортостандыҡылар ғына алмай уны. Ставрополье, Үҙәк Рәсәй, хатта сит илдәр кешеләре ҡыҙыҡһына тирмәләр менән.

26.04.2018

Официант - йәмғиәт туҡланыу өлкәһендә эшләүсе хеҙмәткәр.

Официант һүҙе латин теленән тәржемә итһәк, officium -  вазифа тигәнде аңлата.

Беҙ был һөнәр эйәләрен кафе-ресторандарҙа осратабыҙ. Улар беҙгә меню килтерә, һуңынан  һайлаған ризыҡтарҙы алып килә, ашап бөткәс, беҙҙең менән иҫәпләшә.   

Официанттар бер ҡасан да эшһеҙ ҡалмаясаҡ,тиҙәр, сөнки илдә ниндәй генә көрсөк булмаһын, йәмғиәт туҡланыу урындары булған, бар һәм буласаҡ.

Рәсәйҙә тәүге официанттар 19 быуатта барлыҡҡа килә. Был  беҙҙең илдә европа тибындағы ресторандар асылыу менән бәйле. Ә уға тиклем трактирҙарҙа "половой" тип йөрөтөлгән иҙән йыуыусылар официант эшен башҡарған.Был эштә, ғәҙәттә, крәҫтиәндәр эшләгән һәм һөнәргә 4 йыл дауамында өйрәткәндәр. Уларҙың эшенә һ...

26.04.2018

Яҙ етеү менән тирә–яҡты таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса өмәләр үткәрелә. Төрлө предприятие, ойошма хеҙмәткәрҙәре, студенттар, мәктәп уҡыусылары урамдарҙы, юлдарҙы, ихаталарҙы сүп-сарҙан таҙарта, тирә-яҡты төҙөкләндерегә үҙ өлөшөн индерә. Рәсми өмәләр, ғәҙәттә, шәмбегә тәғәйенләнә. Ә инде үҙе йәшәгән урынды кешеләр рәсми саҡырыу – әйҙәүҙе көтмәйенсә лә. яйы сығыу менән матурларға тотона.

Зөфәр Тимербулатов
25.04.2018

      Рәсүл Сәғитов:

      – Бөгөнгө һөйләшеүҙе «Берләшмә» форумының һыуынып өлгөрмәгән әле эҙҙәре буйлап үткәрәбеҙ.

      Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһы тарафынан ойошторолдо был һәм 24-25 апрелдә Башҡортостанда эшләне. Төп ултырыштары Өфөлә, Конгресс-холлда, барһа ла, быны асыҡлап әйтмәнек, сөнки ҡатнашыусылары республиканың, баш ҡаланың башҡа урындарында ла булды. Яҡшыраҡ аңлашылһын өсөн федераль кимәлдәге ошо палатаның илдә 1994 йылда барлыҡҡа килгәнен, «Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағында Йәмәғәт палатаһы» тип йөрөтөлгәнен,  өҫтәйек. Әлеге рәүеш һәм йөкмәткеләгеһе 2005 йылдан эшләй. 2012 йылғаса ике йылға бер һайлана ине, хәҙер – өс йылға бер. Былтыр июндә яңыһы формалашып бөттө, секретары – журналист Валерий Фадеев.

      Йәмәғәт палаталарының төбәктәрҙә лә, шул иҫәпт...

25.04.2018

Ҡыҙ күңеле гәлсәрҙер ул, 

Йәйғор төҫлө быяла. 

Гүзәллектең үҙе икән - 

Һаҡһыҙ тейһәң - ыуала. 

Ҡыҙ күңеле - йыл миҙгеле,

Миҙгелдәрҙә йәмлелек. 

Тыуһын ҡыҙҙар, үҫһен гөлдәр, 

Булһын тормош мәңгелек! 

25.04.2018

5 йәшлек Әҙилә Сафина “Тамыр” әҙерләгән “Иләү”, “Сәңгелдәк”, “”Әкиәт китабы”, “Борсаҡ” тапшырыуҙарын бик ярата. Уңған ҡыҙ ул: әсәһенә ҡустыһы Арыҫланды ҡараша, өй эштәрендә ярҙамлаша, матур-матур һүрәттәр төшөрә.

Ә бөгөн ул “Иләү”ҙә  ҡатнаша. Әйҙәгеҙ, Әҙилә һөйләгән шиғырҙарҙы, башҡарған йырҙарын, әкиәттәрен тыңлайыҡ.

24.04.2018

РӘФИС СИРУСИН 1993 йылда Баймаҡ районы Күгиҙел ауылында, йыр-моңға ғашиҡ Васил, Әнисә Сирусиндар ғаиләһендә баш бала булып донъяға килә. Йырға маһир малай алты йәшендә генә Баймаҡ ҡалаһында үткәрелгән конкурста ҡатнашып еңеү яулай. Мәктәп йылдарында үк республика, район кимәлендә үткәрелгән ярыштарҙа ҡатнашып призлы урындарға өлгәшә. "Ирәндек ынйылары" конкурсында Гран-приға лайыҡ була. "Сәнғәткә ынтылышты тәүге уҡытыусым, композитор Вилюр Шәкирйән улы Мәүлитов һалды. Тәүге еңеүҙәрем менән мин уға бурыслы", - ти Рәфис. Күгиҙел мәктәбен тамамлағандан һуң ул Сибай сәнғәт колледжының вокал бүлегенә уҡырға инә. Уҡыу дәүерендә төрлө йыр конкурстарында ҡатнаша. 2012 йылда уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлап, Өфө Дәүләт сәнғәт академияһының вокал бүлегенә, Сәғитова Фәрзәнә...

24.04.2018

Вак кекслар, эремчек чикләвекләре, кыяр окрошкасы, тәмле кабартмалар, үзенчәлекле вареникилар пешерергә өйрәттеләр бүген аш-су осталары.
 

24.04.2018

Доминикан республикаһында булған хәлдән һуң эксперттар менән сит илдәге ял, үҙебеҙҙәге туризм тураһында әңгәмә. 

Рөстәм Кәримов
23.04.2018

      Рәсүл Сәғитов:   

      – Тапшырыуҙы ошолай атауға нигеҙ ҙур: сүп-сар, ҡалдыҡ тип танауҙы сикәнеүле бормағанда, ә, бынамын тигән сеймал булараҡ, ихтирамлы ҡарағанда, заманыңдың алдынғы кешеһе булғанда, һыйлы йәшәргә лә бик мөмкин. Ошоно аңлау ҙа бар: сүп-сарҙы йыйыу, эшкәртеү буйынса тендер иғлан ителгәс, ҡатнашырға теләк белдергәндәр көтөлмәгәнсә ишле булып сыҡты. Бөгөн, бер нисә сәғәт элек кенә, Башҡортостан тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында, өс оператор менән ҡул ҡуйылған ошо килешеүҙәргә арналған тантана үтте. 

      Замандың зары ла был, сөнки йәмғиәт көнкүреш әйберҙәрен торған һайын күберәк ҡуллана бара, һөҙөмтәлә ҡалдығы ла арта һәм быны туҡтатыу ҙа бик ҡатмарлы – хәлле кешене, әҙерәк ал, сама бел, тип тыйып булмай, ә етештереүсе, киреһенсә, мөмкин тиклем мул...

23.04.2018

Китап – белем шишмәһе.

Китапһыҙ йорт – ҡошһоҙ урман.

Китапһыҙ өй – тәҙрәһеҙ бүлмә.

Укыған ил уңыр – уҡымаған ил туҙыр.

Яҡшы китап – иң ғәҙел дуҫ.

Китаптың белмәгәне юҡ.

Китап укыһаң – белемең артыр, укымаһаң белгәнең дә онотолор.

Яҡшы китап укыһаң, тағы бер дуҫың артыр.

23.04.2018

Башҡортостандың халыҡ артисы, республиканың алтын тауышы, башҡорт Левитаны, остазыбыҙ Әхәт Мотаһар улы Мортазин тураһында. 

 

Класташтары: 
- Беҙ башҡа класс балалары кеүек бер ҡасан да коридорҙа йөрөмәнек. Уҡытыусы булмаһа, йә тәнәфестә Әхәт концерт ойоштора, йә "Хәйерле көн, класташтар" тип диктор булып һөйләй, ул бейей, ул кәмит ҡуя. 
- Ауылда, отпускыhында иртә таңдан рюкзагын элеп әле бәшмәккә, әле үлән йыйырға сығып китә...
- Әле аят уҡытырға йыйындыҡ. Үткән йыл утап, гөлдәй итеп киткән баҡсаһына ҡарап илашабыҙ...

 

Бер туған апаһы Сәриә: "Балаларҙы ауылдан ебәреп тик яттыҡ. Бөтәһен дә ҡаранылар, уҡыттылар, үҙҙәрендә йәшәттеләр. Ҡайтһалар, Тәнзилә килен менән сумка-сумка күстәнәс менән ҡайттылар. Икеһе лә туған йәнле. 
Һуң...

22.04.2018

Аралашыу - яҡшы ғәҙәт. Башҡортостан башлығы халыҡтың һорауҙарына тура эфирҙа яуап бирҙе. Йорттар төҙөлә, дауаханалар һалына, юл-күперҙәр буласаҡ, урындағы түрәләр халыҡ өсөн эшләйәсәк, Шихандарға ҡағылыусы булмаясаҡ. Шундай яуаптар алды кешеләр.

Республикала алдашыусылар, тимәк, алданыусылар ҡалмаясаҡ. Алдағы 3 йылда. Һәр хәлдә унар йылдар буйы фатир көткәндәр шуға өмөтләнә ала.

Балтанан бутҡа, йәки үҫемлек майынан да сыр яһап була икән. Тик сыр ашайым тип ҡапҡанға эләккән сысҡан хәленә ҡалмаҫбыҙмы? Белгестәр сетерекле теманы күтәреп сыҡты.

Силсәүит - авторитет. Был аҙнала урындағы үҙидаралыҡтар үҙ байрамдарын билдәләне.

Башҡортса колумбайн. Йәки класташтар менән аңлашыуҙа Стәрлетамаҡ ысулы. Американың ҡара модаһы беҙгә килеп еттеме?

Республикала янғын хәү...

20.04.2018

"Яҡыныма тиҙ арала ҡан кәрәк!" Социаль селтәрҙәрҙәге яңылыҡтар таҫмаһында ошондай иғлан йыш осрай. Әммә ундағы саҡырыуҙы уҡыу менән һәр кем ҡан тапшырырға ашығып бармай. Ә һеҙ ҡан доноры булырға әҙерһегеҙме, дуҫтар? Ҡан тапшырғанығыҙ бармы? Ҡан тапшырыу – һәр сәләмәт кешенең бурысы тигән фекер менән килешәһегеҙме? Тыңлаусыларға ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек. 

20.04.2018

Мәрйәм Бураҡаева  Зәйнәб Биишеваның сер һандығы булған: «Иии, һылыуымды! Утты ут менән һүндермәйләр шул. Һыу кәрәк уға. Йәш булһаң да шуны беләһең. Һин аңлайһың минең холҡомдо», – тип ҡыуаныр булған оло әҙибә үҙенән 35 йәш кесе әхирәтенә ҡарап.  Мәрйәм Бураҡаева «Оло Эйек ҡыҙы» китабына 13 тос хәтирәне һыйҙырған... 

20.04.2018

Донъяға йәм биреүсе сәскәләр һабаҡта кипһә ине, тимәксе автор.

20.04.2018

Әҫәрҙә казак офицеры ҡулынан Фәтхи һалдатты азат итеү эпизоды ҡыҙыҡлы. Зәлхизәнең йыры ярҙам итә быға һәм хикәйәгә тағы ла нығыраҡ халыҡсан стиль бөркә. 

20.04.2018

Япондарҙа Икигай тигән термин бар. Беҙҙеңсә тәржемәләгәндә, “булмышыңа ҡайтыу” тип аңлатырға мөмкин. Өфөлә тыуып үҫкән, оҙаҡ йылдар журналистикала эшләгән Илшат Иманғолов та үҙ икигайын тапҡан. Ул хәҙер олатаһы нигеҙендә умартасылыҡ менән шөғөлләнә, Күпербашты йәшәртеү- йәшәтеү буйынса пландар ҡора. “Солтан бабай умарталығы” брендын кибеттәрҙә күрер көн булыр әле, ти Илшат Иманғолов.

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

көндөҙ 8..10°C
кис 7..9°C
төндә 4..6°C
иртән 5..7°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.