Беҙҙең проекттар

11.06.2016

Халҡыбыҙ ҡоштарға исемде төрлөсә биргән. Төҫөнә, тауышына, булмышына, осоуона, йөрөшөнә лә иғтибар иткән. Ауылдан ситтә, йә яланда йәшәүендә күҙ уңында тотҡан. Тапшырыуҙа ҡоштар тураһында тыңларбыҙ. Атаҡлы ғалимбыҙ, профессор Эрнст Файхрахман улы ҡатнаша.

11.06.2016

Һабан нимә ул?

11.06.2016

Ҡапкаларҙың да үҙ яҙмышы була. Ҡайылары  күп тә тормай йығыла, емерәләр, яндыралар, бәғзеләрен йылдар буйы төҙөйҙәр... Ике яҡты тоташтырыусы күпер кеүек тә ул. Күренгәне лә, күренмәгәне дә бар. Күренгәне- матди тормош, күренмәгәне- рухи. Икеһе лә кәрәк һәм мөһим. Ғөмүмән, нимә ул ҡапҡа? Ошо һорауға яуапты бергәләп эҙләйек.

10.06.2016

Башҡортостан башҡорт телендә региональ диктант яҙа.

20.04.2016

Аттарҙың төҫө , ҡашҡалары хаҡында тыңлағыҙ. Һүрәттә: ҡул эшем дә аттарҙың ҡашҡаһына бәйле.

20.04.2016

Һөйөү, мөхәббәт, наҙ, кеүек нескә тойғоларға, иркәлекте аңлатҡан һүҙҙәребеҙ ҙә, ер-һыу атамаларыбыҙ ҙа бихисап. Әлеге тапшырыуҙа ,,наҙ,, тигән Һүҙгә бер аҙ асыҡлыҡ индереп, шулай аталған йылға исеме хаҡында Һөйләрбеҙ.

01.04.2016

1 апрель- Көлкө көнө тип һәр кем мәрәкәләшергә тырыша. Кемдер был көн тураһында онотоп ебәрә.Көлкө һәм йор һүҙҙәр хаҡында һөйләшәйек.

18.03.2016

ХХ быуат башына ҡәҙәр Башҡортостанда документтарҙы йыйыу, уларҙы һаҡлауҙы ойоштору менән Ырымбур һәм Өфө губерна ғилми архив комиссиялары, Өфө губерна музейы, земство һәм статистика органдары, Өфө епархияһы, Ырымбур Дини Мосолман йыйылышы шөғөлләнгән.Тапшырыуҙа һүҙ шул хаҡта бара. Шулай уҡ ,, архив,, тигән һүҙ мәғәнәһе тураһында ла мәғлүмәт бар.

04.03.2016

Шишмә районы Йәшекәйгә бынан бер быуат элек Һарайлы-Моталиптан 11 ғаилә күсеп килеп нигеҙләй. Меңле ырыуы еренә заманында Әбей батша ла ҡыҙыҡҡан. Уның турала әлеге Йәшекәй ерҙәренә бәйле хәтирәләр ҙә бар. Тапшырыуҙа һүҙ ауылға Йәшекәй тигән исем биреүҙәре һәм уның ер- һыу атамалары тураһында бара.Ошо ауыл тураһында йәнә лә тапшырыуҙар яҙыласаҡ, өҫтәлмәләр планлаштырыла.

20.02.2016

      "Рухиәт" тапшыруының сираттағы сығарышылы "Салауат Юлаев" фильмының 75 йыллығына бәйле "кино" тигән һүҙ хаҡында яҙылды. Эштән бер аҙ туғарылған мәлдә кемдер кинотеатрҙарға барып, бәғзеләр телевизор ҡаршында үҙе яратҡан киноһын ҡарай. Совет заманында төшөрөлгәндәрен яратам тиһә лә, ғәжәп түгел. Әхләҡте, хеҙмәтте, илһөйәрлекте күтәрмәләгән киноларҙың тәбиәүи яҡтары һанһыҙ. Шундайҙарҙың береһе ,,Салауат Юлаев,, киноһы төшөрөлөп, тәүге тапҡыр халыҡҡа күрһәтелеүенә 75 йыл тулыуға арнап "кино" тигән һүҙ мәғәнәһенә иғтибар итәйек. Милли архивта һаҡланған Башҡортостан киноһына бәйле документтарҙан миҫалдар еткерелә. Шулай уҡ Башҡоростандағы кино сәнғәте хаҡында ла ҡыҫҡаса мәғлүмәттәр бар. Һүрәттә: Арслан Мөбәрәков 1940 йылда төшөрөлгән ,,Салават Юлаев кинофильмында батыр ролендә.

08.02.2016

"Рухиәт" тапшырыуының сираттағы сығарылышы ,,студент,, тигән һүҙҙең мәғәнәһе, тәржемәһе хаҡында яҙылды. Шул турала Башҡорт дәүләт университетының ғәрәп теле уҡытыусыһы, шәрҡиәтсе Илгиз Ғафаров һәм башҡалабыҙҙың З. Биишева исемендәге 140 -сы башҡорт гимназияһының инглиз теле уҡытыусыһы Венера Әхмәтоваларҙың сығышында ишетерһегеҙ. Һүрәттә: шәрҡиәтсе Илгиз Зөфәр улы Ғафаров

27.01.2016

Ырымбур башҡорттары -“Урал батыр” эпосында телгә алын¬ған Яйыҡ йылғаһы буйында ҡасандыр көн иткән ата-бабаларыбыҙҙың вариҫтары. Улар төйәкләгән тарихи Туҡ - Соран буйыныҡылар ҡыпсаҡ, табын, мең, үҫәргән һәм башҡа башҡорт ырыу¬ҙары вәкилдәре. Тапшырыуҙа шул йылға буйҙарында төйәкләнгән Александровка районы башҡорттары биргән ауыл исемдәре тураһында ишеткән- күргәндәребеҙҙе һөйләргә булдыҡ.. Сөнки, өлкә башҡорттары көнө лә Туҡ буйында Ҡайыпҡол ауылы яланында үтте. Шулай уҡ Башҡортостандағы, бигерәк тә Дим, Эзәк буйындағы ер- һыу атамалары менән уртаҡ исемдәр, бигерәк тә гидронимдар, йәғни һыу сығанаҡтарына бәйлеләре лә етәрлек.

27.01.2016

Утар- ауылдан күсеп ултырған бер- нисә йорт Һәм шулар биләгән ер, алыҫҡараҡ сығарып Һалынған йорт, ҡаралдылы бәләкәй хужалыҡ берәмеге. Һүҙлектәрҙә - рус, фарсыларҙан килгән ,,хутор,, тигән Һүҙ тип яҙылҺа ла, беҙҙең өсөн яңғырашы менән бабаларыбыҙҙың ,,ут,, Һәм ,,ар,, Һүҙенән торған кеүек. Ошо ике Һүҙҙе ҡушып әйтеү менән хутор, йәғни утарҙың мәғәнәҺе бик үк үҙгәрмәй ҙә, боҙолмай ҙа. Бабалырыбыҙҙың үләнде ,,ут,, тип әйтеүҙәре Һәр кемгә мәғлүм. "Ар"- рус Һәм фарсыларҙың Һүҙе- үлсәү берәмеге. Йөҙ квадрат метрға тигеҙ булған ер үлсәү берәмеге, гектарҙың йөҙҙән бер өлөшө. Мәҫәлән, аршин. Усаҡлы, мул үләнле, үлсәп алынған ерҙе икенсе төрлө әйткәндә- утар. Тапшырыуҙа ошо һүҙгә тәрәнерәк мәғәнә бирелә.

27.01.2016

    Елдәй елгән ваҡыт дилбегәһе ҡош ҡанат ҡаҡҡандай үтеп, Яңы йыл етеп килә. Егелгән саналарҙа ат сабыштары уҙғарыу, буран уйнау, ишелеп ҡар яуған мәлдәр, бейек ҡар өйөмдәре, ҡалын-ҡалын көрт тип һөйләү, хәҙер мәле менән ҡыш миҙгеленә тура килмәгән кеүек. Хәйер, әле Яңы йыл етеп кенә килә, ә ҡыш бауыры-оҙон. Ҡыш ҡышлығын иҫбатлар ҙа әле. Ҡыш аҡлығы менән һәр кемдең күңеленә лә аҡлыҡ яғылһын, тип сәләмләп быйыл тапшырыуҙа ишетелгән йыл йомғаҡтарының мөһимдәрен барларға йыйынабыҙ.

22.01.2016

Нимә ул Музей тигәндә, ябай ғына итеп тарихи ҡомартҡыларҙы, сәнғәт әҫәрҙәрен, ғилми коллекцияларҙы һәм башҡа нәмәләрҙе йыйып һаҡлай һәм күргәҙмәгә ҡуя торған ойошма тип кенә әйтәйек. Үткәндәрҙе, тарихыбыҙҙы сағылдырған ҡулъяҙмаларҙы документтарҙы музейҙарҙан да табырға мөмкин. Музейҙарҙың иң күбеһе Көнбайышта – Париж, Лондонда, үҙебеҙҙә Санкт-Петербург, Ырымбур, Екатеринбург кеүек ҙур ҡалаларҙа эшләй. Өфөлә Милли республикабыҙҙың һәр бүлегендә йыйылған экспонатар тураһында ғилми эш яҙмалы. Музейҙа һаҡланған милли биҙәктәр хаҡында ла күп яңылыҡ табырға мөмкин.

03.06.2015

Тотош илдә һәм республикала иғлан ителгән Әҙәбиәт йылы төбәктәрҙә онотолмаҫ сағыу ваҡиғалар менән дауам итә. Телебеҙ яҙмышы, кисәгеһен өйрәнеүселәр, бөгөнһөн үҫтереүселәр, киләсәккә юл ярыусыларҙың эше мөһим саралар, фәнни-ғәмәли конференциялар аша билдәләнә. Фән донъяһы булған изге йорттарҙың береһе – Башҡорт дәүләт университеты. Унда эшләп килгән башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты илебеҙгә бихисап фән һәм ғилем әһелдәрен, киң мәғлүмәт сараларында эшләүселәрҙе үҫтерҙе.

06.05.2015

"Еңеү" тигәндә, беҙҙең халыҡ тәү сиратта Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙе уйлай. 

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 12..14°C
иртән 13..15°C
көндөҙ 22..24°C
кис 19..21°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.