Беҙҙең проекттар

23.06.2017

    Халыҡты өмөтһөҙлөктән аралаған, сабыр булырға өйрәткән, тыуым-үлемгә бәйле эштәрҙе атҡарған, күңел паклығына, изге ғәмәлдәргә әйҙәгән Иман йорттарын кемдәр төҙөй, кемдәр төҙөлөшкә бәйле мәшәҡәттәрен, матди сығымдарын үҙ өҫтөнә алған, намаҙға йөрөүселәр бармы, имам-хатибтар нисек эшләй, ғөмүмән, яңы мәсет ауыл күркенә әйләндеме? Самауыр янында ошо хаҡта һөйләштек.

 

21.06.2017

Бөгөн беҙ радиотыңлаусыларыбыҙ менән бергә ынйы эҙләнек. Эште еңеләйтер өсөн студияға ҡунаҡ саҡырҙыҡ. Бөрйән егете, БДОБТ солисы Айгиз Ғиззәтуллин менән осрашыуҙы тыңлаусыларыбыҙ ниңә яңы йондоҙ асыуға тиңләне?  Ниндәй ынйы? Уны ҡайҙан эҙләргә? Яуаптар - яҙмала.

20.06.2017

Күк йөҙө, ер, яҡты донъя,

Беҙҙең көйлө өй бит ул.

Ғүмер үҙе – серле, моңло,

Тыңлап туймаҫ көй бит ул.. – тип ҡайтауаздай йәшлек йылдарына алып китер, йәки берәй үтә лә иҫтәлекле ваҡиға менән бәйләр йыр-көйҙәрҙе хәтерләп, фондыбыҙҙан табылғандарын тыңлап, төшкө мәлде бергәләп матур хис-тойғоларҙа үткәрҙек.

16.06.2017

Һандыҡтарҙа һаҡланған ҡәҙерле ҡомартҡылар, улар менән бәйле тарихтар. 

15.06.2017

Туймазы районы Башҡортостандың көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Ул Шаран, Бүздәк, Бәләбәй, Йәрмәкәй райондары, Татарстан республикаһы менән сиктәш. 1930 йылдың 20 авгусында ойошторола. Майҙаны – 2 мең квадрат километрҙан ашыу. Административ үҙәге – Туймазы ҡалаһы. Өфөнән көнбайышҡа табан 170 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

14.06.2017

Блог. Инглиз теленән был һүҙҙе интернет көндәлек тип тәржемә итергә мөмкин. Бөгөн барыһы ла интернеттың әүҙем ҡулланыусылары. Төрлө темаларға яҙышҡан кешеләрҙе, үҙҙәренең махсус сайтын, йәки социаль селтәрҙәге битен матур итеп биҙәп, фоторәсемдәр, видеояҙмалар менән байытҡандарҙың ижадын күҙәтеп барыуы ҡыҙыҡ. Бөгөн ысынлап та,  интернетта блог алып барыуҙы ижад менән сағыштырыраға мөмкиндер. Кемдер уны үҙенең айырым эше тип тә һанай. Блог ярҙа...

13.06.2017

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда милли сәнғәтте яңы кимәлгә күтәргән коллективтарҙың артыуын күҙәтәбеҙ. Арғымаҡ, Йатаған, Елмерҙәк, Сал Урал, Саптар, Тархан – был этнотөркөмдәрҙең үҙ йөҙө, үҙ моңо, үҙ тамашасыһы бар. Төркөмдәрҙең һәр береһе ҡабатланмаҫ, әммә йәштәрҙе берләштергән маҡсаттар уртаҡ. Төрлө коллективтарға берләшкән һәләтле ҡыҙҙар һәм егеттәр башҡорт халҡының мәҙәниәтен, тарихын танытырға ынтыла. Уңышлы эшләп килгән этнопроекттарҙың бе...

09.06.2017

          Программаның ҡунағы - "Киске Өфө" газетаһының баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева. 

  "Самауыр янында" тапшырыуында Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев тыңлаусыларыбыҙҙы "Киске Өфө" гәзитенә яҙылырға саҡырҙы. Эстафетаны Сәғиҙулла Байегеткә, Рәсүл Ҡарабулатовҡа һәм Фәнис Рәхмәтовҡа тапшырҙы. Улар эстафетаны ҡабул итер...

08.06.2017

Белорет - республикабыҙҙағы иң ҙур район. Башҡа  төбәктәрҙән ул тәбиғәте, тау, йылғалары, ҡаҙылма байлыҡтары менән айырылып тора. Күп мул һыулы йылғалар ошо тарафтарҙан баш ала: Ағиҙел, Инйәр, Йүрүҙән, Нөгөш һ.б. Көньяҡ Уралдағы иң бейек тауҙар - Ямантау, Нәре, Ирәмәл, Машаҡ, Ҡыраҡа, Рәз, Кирәл дә ошо районда.Көньяҡ-Урал Дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы Рәсәйҙәге  иң ҙур биш ҡурсаулыҡ исемлегендә. Ямантау, Ирәмәл, Ар ташы, Ҡоткор тамағы, Ҡыҙылъяр мәм...

07.06.2017

Ҡымыҙ барҙа ҡыҙыҡ ҡына түгел, һаулыҡ та бар, ти халыҡ. Ҡымыҙҙың шифалы эсемлек икәнлеген һәр кем тиерлек белә. Әммә ул организм өсөн ни ҡәҙәр файҙалы һуң? Фекер алашыуҙа ҡымыҙ шифаһын үҙендә татығандар, ҡымыҙ бешеү оҫталары ҡатнаша. 

06.06.2017

Оҙаҡламай Өфө "Берҙәмлек" мәркәзе буласаҡ. Һәм “Евразия йөрәге” баш ҡалабыҙҙа тибәсәк.

Башҡортостан ҙур концерт майҙанына әйләнә. Республика Башлығы грантына уҙғарылған халыҡ-ара фестивалдәрҙә ниндәй проекттар урын алыр? Бөгөн ошо турала.

Ҡунаҡтарыбыҙ:

Республика халыҡ ижады үҙәгенең бүлек етәксеһе Эльвира Әхмәтйәнова һәм Мәҙәниәт министрлығының концерт программалары дирекцияһы белгесе Айһылыу...

05.06.2017

Борон беҙҙең халыҡта бала тыуғас уны апаһына йәки ағаһына йөҙөнән элек аяғын күрһәткәндәр. Шулай иткәндә, балалар үҙ-ара татыу була тигәнгә ышанған ата-бабаларыбыҙ. Бала тыуғас та, уны ен-шайтан алыштырыуҙан да ныҡ һаҡлағандар. Сабыйҙың яңғыҙын ҡалдырырға тырышмағандар. Шайтан күлдәге кейҙергәндәр. Ҡулына ҡыҙыл сепрәк бәйләп, маңлайына ҡором һөрткәндәр. Былары иһә ҡара көстәрҙән генә түгел, күҙ тейеүҙән дә һаҡлаған, йәнәһе.  Был ырымдарға әле...

02.06.2017

Ер-һыу атамаларын халыҡтың тарихын, тормош-көнкүрешен, мәҙәниәтен сағылдырған тылсымлы бер көҙгө менән сағыштыралар. Ер-һыу исемдәрендә тотош тарих, халҡыбыҙҙың үткәне һаҡлана.

01.06.2017

Шаран районы – Башҡортостандың көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Майҙаны 1384 квадрат километр. Шаран районында 22 меңдән ашыу кеше йәшәй. Бында башҡорт, татар, урыҫ, мари, сыуаш һәм башҡа милләт вәкилдәре берҙәм һәм татыу ғүмер итә.  

30.05.2017

Табиптар көндөң нисек кенә булыуына ҡарамаҫтан, күберәк саф һауала йөрөргә, спорт менән шөғөлләнергә кәңәш итә. Спорт йылдың һәр бер миҙгелендә файҙалы. Студиябыҙ ҡунаҡтары ла тап шулай ти. Башҡортостанда грэпплинг федерацияһына нигеҙ һалыусы, "Тархан" командаһы етәксеһе, тренеры Динар Аҡмырҙин һәм спортсы ИлдарТаймаҫов менән спорт, уның физик һәм рухи үҫешкә файҙаһы тураһында һөйләшәбеҙ. 

29.05.2017

Кешегә ғүмер итеү өсөн, һыу-һауа, ут-ерҙән ҡала, иң кәрәкле шарттарҙың бе­реһе – моң тип әйтәләр. Йыр-моң кешене илһамландыра, күңелгә ҡа­нат ҡуя, дәрт уята. Ул тәбиғәттең иң ғәжәйеп мөғжизәләренең береһе һәм беҙ күҙ алдына ла килтермәгән көскә эйә. Шуға ла йырҙан айырылмаған, күңелендәгеһен йыр аша еткергән замандаштарыбыҙ бихисап. Әммә уларҙың күптәре тормошон ҙур сәхнә менән бәйләргә ашыҡмай, бары үҙе өсөн генә йырлай.  Халыҡ таланттарының...

26.05.2017

Беҙҙә ҡунаҡта Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары - Әлиә Әбдрәшитова, Гүзәлиә Миңлебаева, Гөлнур Зөлмөхәмәтова һәм Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы, йырсы Илнур Лоҡманов. Уларҙы "Ҡорос" халыҡ театры берләштерә. 

25.05.2017

Һәр ауылдың – бәләкәйме ул, ҙурмы – төрлө мәсьәләләре, эреле-ваҡлы мәшәҡәттәре бар. Совет осоронда улар менән шөғөлләнеүселәр күп ине. Мәҫәлән, колхоз башлығы, ауыл Советы рәйесе, партия, профсоюз һәм комсомол, башҡа күп төрлө ойошмаларҙың ағзалары һәм етәкселәре, милицияның участка инспекторы, мәктәп директоры... Ҡыҫҡаһы, һәр кем ниндәйҙер мәсьәлә өсөн яуаплы булды. Бөгөн уларҙың береһе лә юҡ тиерлек. Был шарттарҙа яуаплылыҡтың ҙур өлөшө ауыл...

24.05.2017

"Шиғыр юлы – ҡоро аҡыл түгел. Шиғыр юлы – йөрәк арҡылы", - тип яҙған Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми. Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә, тиҙәр халҡыбыҙҙа. Беҙҙең халҡыбыҙ шиғри һүҙгә бер ваҡытта ла битараф булмаған. “Йөрәк һүҙе” телевизион проекты шиғри һүҙҙен бәҫен аңлаусыларҙы, шиғриәт һөйөүселәрҙе берләштерә. “Ҡурай” телеканалында эфирға сыҡҡан үҙенсәлекле тапшырыу тураһында һөйләшеү өсөн "Самауыр янына" проект авторы, Башҡортостандың ат...

23.05.2017

Уҡыу йылы аҙағына яҡынлаша. Оҙаҡламай мәктәп уҡыусылары каникулдарға таралашасаҡ. Ошо мәлде балалар ҙа, уларҙың ата-әсәләре лә түҙемһеҙләнеп көтә. Йәшерен-батырын түгел, беҙ, өлкәндәр, балалар менән үҙебеҙ ҙә уҡыуға йөрөгәндәй. Уларҙың уңышы – беҙҙең уңыш, хәстәрҙәре – беҙҙең борсолоуҙар... Берҙәм дәүләт имтиханы – борсолоуға сәбәп биргән ваҡиғаларҙың береһе. Башҡалар йәйге ял көткән арала сығарылыш класс уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәлере ошо...

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

көндөҙ 19..21°C
кис 17..19°C
төндә 11..13°C
иртән 13..15°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.