Беҙҙең проекттар

23.10.2017

“Кешенең бәхете – өйө­нөң күркәм, яҡты бу­лыуында”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләй­һис-сәләм үҙенең бер хәҙи­сендә. Йорт төҙөү, бала­ларҙы иркен, уңайлы шарттарҙа тәр­биәләү – Ислам тәғлимәттә­ренең береһе. Матур, нурлы өйҙә һәр саҡ тыныслыҡ хөкөм һөрә. Ә әҙәм балаһына тап шул кәрәк тә - ул “ҡәлғә”һендә күңеленә рәхәтлек табып, рух, дәрт, көс туплап йәшәй. Матурлыҡ, уңайлы шарттар ғаилә­нең ныҡлығына ла тәьҫир итә. Быны яҡшы аңлағандар, үҙҙәре йәшәгән ерҙе матурлыҡта тоторға тырыша. Гүзәллеккә башҡаларҙы ла өндәй. Бик күп ерҙә үткәрелгән “Матур йорт”, “Күркәм ихата” кеүек ярыштар ҙа быға булышлыҡ итә. Республикала бындай конкурстарҙы үткәреү яҡшы йолаға әйләнгән.  

20.10.2017

Ниндәй генә эпитет, метафораларҙы белмәй донъя шиғриәте йылдың был миҙгеле тураһында. Күңелдәрҙә берсә моңһоу, берсә кинәнес тойғолары уяна. Көҙ - тәбиғәттең ғәжәп хозур мәле ул. Донъялар ниндәйҙер бер сағыу балҡыш менән балҡый ҙа, яҙға тиклем “һау булығыҙ” тигәндәй хушлашып, уйға ҡала. Көҙ уйландыра, һағышландыра торған миҙгел, ти берәүҙәр. Икенселәр, киреһенсә уны илһамландыра тип билдәләй.

19.10.2017

1948 йылдың яҙында боронғо Ырымбур трактында, нефтселәр ҡалаһы Ишембайҙан 15 саҡрым алыҫлыҡтағы Оло Аллағыуат ауылында геодезистар тәүге таяҡ ҡаҙай. Был урында эшселәр ҡасабаһына нигеҙ һалына. 1954 йылдың 12 июнендә Ишембай ҡала советына ҡараған был ҡасаба республика кимәлендәге ҡала тип иғлан ителә. Уға милли батырыбыҙ хөрмәтенә Салауат тигән исем бирелә. Батыр исемен йөрөткән ҡала менән унда йәшәүселәр таныштыра.

18.10.2017

“Тауҙарҙан да тауҙар ғына бейек” тигән Владимир Высоцкий. Борон-борондан кешеләр тауҙарға ҡарап һоҡланған һәм уларға табынған. Бейек һәм бөйөк тауҙар әле лә кешеләргә тынғы бирмәй. Унда ғалимдар һәм сәйәхәтселәр, ҡаяға үрмәләүселәр, альпинистар һәм тәбиғәтте яратыусылар юллана. "Самауыр янына" Башҡортостан тауҙарын артылған, уларҙың матурлығына һоҡланған кешеләрҙе йыйҙыҡ.

17.10.2017

Сәй...  Бынан бер нисә быуат элек Ҡытайҙа барлыҡҡа килгән был эсемлек ер йөҙөндә киң таралыу алған. Ул төрки халыҡтарҙың да көнкүрешенә үтеп инеп, аш-һыуҙарының айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әйләнгән.  Беҙҙең халыҡ та сәйҙе ифрат ярата.

16.10.2017

Ғәиләлә бала тыуған көн ата-әсә өсөн ҙур шатлыҡлы көн. Донъяға тағын бер кeшe килеү уңайынан барыһы ла бер-береһен ҡотлай, матур яңылыҡты туғандарға, дуҫтарға еткерергә ашыға.

13.10.2017

Яратҡан шөғөл булыуы кеше тормошон тағы ла йәнлерәк, ҡыҙыҡлыраҡ итә.  Беҙ теге йәки был мауығыуға бар буш ваҡытыбыҙҙы бүләбеҙ. Ошонан кинәнес алабыҙ. Тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына тойолған сигеү йәки бәйләм дә кешегә әйтеп бөтөргөһөҙ шатлыҡ килтерә.

12.10.2017

Башҡортостанда барлығы 21 ҡала бар. Кеше һаны буйынса иң ҙур ҡала - Өфө. Йәше буйынса ла иң олоһо Өфө иҫәпләнә, ә иң йәш ҡала исемен Межгорье йөрөтә. Биләгән майҙаны буйынса иң ҙуры әлеге лә баяғы – баш ҡалабыҙ, иң бәләкәйе – Яңауыл. Яңауыл ҡалаһы Башҡортостандың иң төньяғында урынлашҡан булһа, иң көньяғында Баймаҡ, иң көнсығышында Учалы, иң көнбайышында Октябрьский ҡалалары тора. Учалы, Сибай, Туймазы, Октябрьский, Межгорье ҡалаларының рәсми исеме башҡортса ла, урыҫса ла бер төрлө яҙыла һәм уҡыла. Ишембай Өфөнән көньяҡҡа табан 160 км алыҫлыҡта Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан. Башҡортостан ҡалалары менән танышыуҙы ошо ҡаланан башлайбыҙ.

10.10.2017

Республика көнө алдынан Башҡортостандың төрлө өлкәләге ҡаҙаныштары, уңыштары барлана. "Самауыр янында" беҙ иғтибарҙы спортҡа йүнәлтергә булдыҡ. Башҡортостан данын спорт аша ҡитғаларға, башҡа милләттәргә, халыҡтарға таратҡан сәмле, рухлы спортсыларыбыҙ, шөкөр, күп. Беҙ улар менән хаҡлы рәүештә ғорурлана алабыҙ. Беләгендә генә түгел, йөрәгендә лә көс йөрөткән спортсыларҙың береһе -грэпплинг буйынса Европа вице-чемпионы, Башҡортостанда грэпплинг федерацияһына нигеҙ һалыусы, "Тархан" клубы етәксеһе һәм тренеры Динар Аҡмырҙин менән әңгәмәләшәбеҙ.

09.10.2017

Ғәиләлә бала тыуған көн ата-әсә өсөн ҙур шатлыҡлы көн. Донъяға тағын бер кeшe килеү уңайынан барыһы ла бер-береһен ҡотлай, матур яңылыҡты туғандарға, дуҫтарға еткерергә ашыға.

06.10.2017

Йылмайыу фәнни күҙлектән етди өйрәнелә. Йыш көлгән кешеләр ҡан баҫымы күтәрелеүҙән һирәгерәк йонсой. Уларҙа инсульт, депрессия кеүек сирҙәр аҙ күҙәтелә тиҙәр. Көлкө терапхияһы дауалауҙа әүҙем ҡулланыла. Мәҫәлән, Швейцария клинкалараның береһендә аҙнаһына 3 тапҡыр клоунды саҡырталар. Система, уколдарға әҙерләнеп килгән пациенттарҙы ҡыҙыл танаулы шаян герой ҡаршы ала. Бындай шарттарҙа алға китеш процесы күпкә шәберәк бара икән. Көлөү – тулыһынса ауырыуҙы еңергә ярҙам итмәй, әммә ул кешеләрҙең тиҙерәк аяҡҡа баҫыуына булышлыҡ итә ти Швейцария табиптары. Йор һүҙе менән сирҙәрҙе, тормош ауырлыҡтарын онотторған кешеләр беҙҙең арала ла күп.

05.10.2017

5 октябрь – беҙгә байрамдарҙың матурын, сағыуын алып килә. Ер йөҙөндәге иң изге һөнәр эйәләре – уҡытыусылар бөгөн үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Барлығы 100-ҙән ашыу илдә был көн байрам тип иғлан итлгән. Уның маҡсаты – уҡытыусыларҙың йәмғиәттәге урынына, балаларға белем биреүҙәге, уларҙы тәрбиәләүҙәге роленә иғтибарҙы арттырыу. Байрам уңайынан уҡытыусыларҙы, мәғариф өлкәһе ветерандарын ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Уларға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, яуаплы эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.

04.10.2017

Ер йөҙөндә нисә кейек-йәнлек төрө бар? Был һорауға бер генә ғалим да теүәл генә яуап бирә алмай. Һандар ғәҙәттә, 7-10 миллион араһында булыусан. Әммә шулай тиелһә лә, әлегә асыҡланмаған, өйрәнелмәгән йән эйәләре бихисап. Беҙ иһә иғтибарҙы уларға түгел, беҙгә билдәлеләренә йүнәлттек. Тыңлаусыларыбыҙ ҡырағай хайуандар менән ҡасан, ниндәй шарттарҙа  осрашыуы тураһында бәйән итә.

03.10.2017

Йәшлек йырҙарын бергәләп иҫкә алабыҙ.

02.10.2017

Һаулыҡҡа тиң байлыҡ юҡлығын барыбыҙ ҙа яҡшы белә. Ә бына һаулыҡ ҡәҙерен генә түгел, табип ҡәҙерен дә беләбеҙме икән? Тыңлаусыларыбыҙға ошондай һорау менән мөрәжәғәт итеп, ҡасандыр үҙҙәрен ауыр сирҙән йолоп ҡалған, ярҙам иткән табиптарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә тәҡдим иттек.

28.09.2017

"Юлдаш йыры-2017" республика асыҡ конкурсында ҡатнашҡан Айнур Баязитов, Наилә Шәрипова һәм Хәлиҙә Ҡолшәрипова менән әңгәмә.

27.09.2017

"Байрам" халыҡ бейеүҙәре ансамбле 1997 йылда ойошторолған. Художество етәксеһе - Айрат Нәбиуллин. 

27.09.2017

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе вәкилдәре Гөлназ Иҙрисова һәм Гөлдәр Собханғолова менән сәйләйбеҙ, ижади миҙгел яңылыҡтары тураһында һөйләшәбеҙ.

26.09.2017

Төрлө ижади түңәрәктәргә балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә яратып йөрөй. "Яңы шөғөлгә өйрәнеүҙән алған хис - әйтеп аңлатҡыһыҙ" ти улар. 

25.09.2017

"Юлдаш"  радиоһы Башҡортостан радиоһы нигеҙендә 2000 йылдың 25 сентябрендә барлыҡҡа килә. Тапшырыуҙар тәүлек әйләнәһенә ҒM-йышлыҡтарҙа алып барыла. "Юлдаш" мәғлүмәт һәм йыр-моң каналын Башҡортостан республикаһында, күрше өлкәләрҙә, шулай уҡ Интернет селтәре аша бөтә донъяла тәүлек әйләнәһенә тыңларға мөмкин. Тапшырыуҙар башҡорт һәм татар телдәрендә ойошторола. 

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

көндөҙ 0..2°C
кис -1..-3°C
төндә -4..-6°C
иртән -4..-6°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.