Беҙҙең проекттар

22.09.2017

"Автомобилһеҙ бер көн" акцияһына ҡушылыусылар менән велосипедта йөрөү, уның файҙаһы тураһында һөйләшәбеҙ. 

21.09.2017

Өфө районы Башҡортостандың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Благовещен, Шишмә, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко райондары менән сиктәш. 1930 йылдың 20 мартында ойошторола. 

21.09.2017

Өфө районы Башҡортостандың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Благовещен, Шишмә, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко райондары менән сиктәш. 1930 йылдың 20 мартында ойошторола. 

20.09.2017

Танылған прозаик, драматург, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипова беҙҙә ҡунаҡта.

19.09.2017

Башҡортостанда ике меңгә яҡын китапхана эшләй: уларҙың 1600-ҙән ашыуы – райондарҙа, ә 120-нән күберәге ҡала­лар­ҙа урынлашҡан. Респуб­ли­кабыҙ Рәсәй кимәлендә китапхана, дөйөм фонд күләме һәм ҡулланыусылар һаны буйынса беренсе урында тора.  Китапхананың төп бурысы – халыҡ өсөн мәғлүмәткә, белемгә юл асыу, әммә бөгөн китапханалар б белем һәм төрлө йүнәлештәге мәғлүмәт биреү үҙәге генә түгел, ә тәрбиә һәм халыҡтың ялын ойоштороусы ла булып тора. Ауыл өсөн иһә китапханаларҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Ауыл ерендә улар халыҡты туплай, кешеләрҙең мәҙәни талаптарын ҡәнәғәтләндереү өсөн үҙәк тә булып тора.

15.09.2017

Кешенең исем–шәрифе – хәрефтәрҙең ҡабатланмаҫ йыйылмаһы. Был комбинациялар бик һирәк осрай. Осрап, аҙашың табылыуы иһә үҙенсәлекле бер ваҡиғаға әйләнеүе мөмкин. Шулар тураһында һөйләшәбеҙ.

14.09.2017

Учалы районы Башҡортостандың көнсығышында урынлашҡан. Ул Силәбе өлкәһе, Белорет һәм Әбйәлил райондары менән сиктәш. Район биләмәләре Уралтауҙың көнсығыш һырты буйлап 140 саҡрымға һуҙылып ята. Азия менән Европа осрашҡан ерҙә урынлашыуы менән дә үҙенсәлекле.

13.09.2017

Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы 1995 йылдан башлап тапшырыла. Ул әҙиптең 100 йыллыҡ юбилейы һәм уның исемен мәңгеләштереү маҡсатында булдырыла. Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә эшләүселәргә бирелә. Быйыл был наградаға 11 кеше һәм дүрт ижади коллектив дәғүә итә. Улар араһында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры актеры Фәнис Рәхмәтов, театрҙың режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев менән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Артур Ҡәйепҡолов та бар.

08.08.2017

Бесәйе булғандарға яңғыҙлыҡ янамай тигән яҙыусы Даниэль Дефо. “Саҡ ҡына талсығып киттегеҙме – янығыҙға шунда уҡ бесәй килеп етәсәк. Үҙенең йомшаҡ тәпәйҙәре һәм яғымлы мырылдауы менән ул һеҙҙең өсөн медитация сеансы үткәрәсәк”. Был һүҙҙәрҙе иһә икенсе бер билдәле әҙип Мартин әйткән. Халыҡ-ара кимәлдә билдәләнгән Бесәйҙәр көнөндә иғтибарҙы мыраубайҙарға йүнәлтттек.

07.08.2017

Бәлә ағас башынан түгел, әҙәм башынан йөрөй, тиҙәр. Тап бәлә-ҡаза килгәндә кемдең кемлеге лә күренә.  Изгелек, мәрхәмәтлек төшөнсәләре онотолоп барған заманда йәшәйбеҙ тиһәк тә,  арабыҙҙа бүтәндәрҙең бәләһен үҙенекеләй күреп ҡабул иткән, уға битараф булмаған кешеләр ҙә күп әле. “Самауыр янында” тап шундайҙар тураһында һөйләшәбеҙ.

03.08.2017

Бишбүләк районы Башҡортостандың көньяҡ-көнбайышда урынлашҡан, Ырымбур өлкәһе  менән сиктәш. Өфөнән — 230 км, Приют тимер юл станцияһынанан 40 км алыҫлыҡта ята. 1930 ойошторолған. Майҙаны 2134 км². 

01.08.2017

Бөгөнгө техник мөмкинлектәр "ижад ит, рәхим ит" тип торғандай. Мәҫәлән, ҡасандыр үтә ҡатмарлы фотоға төшөрөү процестары ябайлашҡан. Шуға ла фоторәсем менән мауыҡҡандар рәте йылдан–йыл тулылана ғына. "Самауыр янында" ҡунаҡта йәш фоторәссамдар Азат Мөхәмәтйәнов  менән Айрат Камалетдинов.

31.07.2017

Бесән әҙерләү, ошо ауыр, мәшәҡәтле, әммә шул уҡ ваҡытта йәмле лә осор менән бәйле иҫтәлектәр, төрлө ваҡиғалар тураһында һөйләшәбеҙ. 

28.07.2017

Телевизор быуаты үтте тигән фекер менән килешәһегеҙме? Телевизор ҡарайһығыҙмы? Ниндәй каналдар күңелегеҙгә ятышлы? Төшкө табын ҡунаҡтарына ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

27.07.2017

Стәрлебаш районы Башҡортостандың көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан. Миәкә, Федоровка, Стәрлетамаҡ, Мәләүез райондары, Ырымбур өлкәһе менән сиктәш. 1930 йылда Ҡарағош районы булараҡ барлыҡҡа килә.

26.07.2017

Ҡаласыҡ III-IV быуаттарҙа барлыҡҡа килгән. Исеме башҡаса аталған. Боронғо картала был ерҙә ,,Башкирди,, тигән ҡала булыуы теркәлгән. Бәлки ул бер нисә ҡаланы берләштергәндер. Хәҙерге Салауат Юлаев, Дуҫлыҡ Монументы урынында, Сочинский урамдарында айырым ҡаласыҡтар булған. Ағиҙел йылғаһы буйлап, Каманан Волгаға, унан Каспийға барып төшөп, һыу юлы буйынса сауҙа эше алып барылған.​Өфө-2 ҡаласығында ҡаҙыу эштәре 2006-сы йылдан алып барыла. Үҙе 1953 йылда асыла. Табыштарға килгәндә, Кавказ яғынан күпләп көршәктәр ҡайтарылыуы, биҙәнеү әйберҙәренең Мысыр, Һиндостандан килтерелеүе мәғлүм. Сауҙа эшенең ныҡ үҫеш алған булыуына был үҙе үк ишара булып тора. Һәр бер ҡатламдан анализға ер алып, ниндәй үҫемлектәр үҫеүе асыҡлана. Төҙөлөш материалдарына килгәндә имән, ҡайын ағастары күпләп ҡулланылыуы асыҡланды...

25.07.2017

Төшкө табын ҡунаҡтары менән ҡатын-ҡыҙ яҙмыштары тураһында һөйләшәбеҙ.

24.07.2017

Ҡояш нуры менән бергә,
Өй эсенә шатлыҡ тулған.
Яулыҡ бирәм һөйөнсөгә -
Бөгөн ейәнсәрем тыуған!
Теләп алған сабый ҡайтты,
Бишек көтә уны түрҙә.
Артабан да буш тормаһын
Бәпес элгән ошо урҙа.
 

21.07.2017

Тәм-том яратмаған кеше бик һирәктер ул. Берәүҙәргә бәлеш оҡшай, икенселәрҙең бауырһаҡ, сәк-сәк тип иҫе китә. Өсөнсөләр тортты килолап ашарға әҙер. Ә кемгәлер шул тәмлекәстәрҙе бешереү оҡшай. Шундай уңғандар беҙҙең тыңлаусыларыбыҙ араһында күпме икән? Тапшырыуҙа шуны асыҡларға тырыштыҡ..

20.07.2017

Салауат районы Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан.  Ул Силәбе өлкәһе менән сиктәш. Район 1935 йылда Үрге Ҡыйғынан бүленеп сығып, үҙ аллы Малаяҙ районы булып ойоша. Ә 1941 йылда башҡорт халҡының  милли геройы Салауат Юлаев исемен мәңгеләштереү маҡсаты менән район Салауат исеменә үҙгәртелә. Йәмле Йүрүҙән, Әй йылғалары, данлы Янғантау, Ҡорғаҙаҡ шишмәһе, халҡыбыҙҙың бөйөк улы, шағир һәм батырҙың тыуған яғына радиотыңлаусыларыбыҙ менән бергә сәфәргә сыҡтыҡ.

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

көндөҙ 0..2°C
кис -1..-3°C
төндә -4..-6°C
иртән -4..-6°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.