Беҙҙең проекттар

04.06.2014

Баллап-майлап сәй эскәндә һүрәт төшөрөп буламы? Бөгөн "Самауыр янында" төшкө программаны әҙерләүселәр ошоно асыҡламаҡсы. Бының өсөн студияға мольберт менән төҫлө буяуҙар индерелеп тә ҡуйылған. Маҡсаттары – халыҡ фекеренә таянып, Башҡортостандың визит карточкаһын төшөрөп ҡарау. Башҡортостан бренды тип күп һөйләнелә, ә ябай халыҡ уны нимәлә күрә? 

03.06.2014

Ғүмеребеҙҙең ғәмһеҙ һәм хафаһыҙ осоро күпселектә бала саҡҡа тура килһә лә, тормошта төрлө хәлдәр була. Көтөлмәгән бәлә алдында баҙап ҡалмаған, рухын  ауыр сир ҡаҡшата алмаған кешеләр бар арабыҙҙа. Айырыуса  балалыҡ йәшенән сыҡмаған замандаштарыбыҙ араһында ошондайҙарҙың булыуы һоҡланыу тойғоһо уята. 

30.05.2014

Ығы-зығылы, тынғыһыҙ тормош, ҡәнәғәтһеҙлек ауырыуҙарға дусар итә. Юғары тиҙлектә йәшәүселәр тыныс йәшәй ҙә алмай.  Шул уҡ ваҡытта күңел торошона ваҡытында иғтибар бүлеү ҙә кәрәк. Тапшырыу эске донъябыҙҙы бар иткән, тормошобоҙҙо йәмләгән төшөнсәләр хаҡында. 

28.05.2014

Ваҡыт буйлап сәйәхәт итеү мөмкинлеге булһа, ҡайһы заманға барырға, кемдәр менән осрашырға теләр инегеҙ? 

22.05.2014

Сит ил машиналары менән Рәсәйҙә эшләнгәндәре араһында төп айырма нимәлә? Руль артында йөрөүселәр юлда ниндәй йырҙар тыңларға ярата? Үҙ автомобилендә иң алыҫ юлға йөрөгән тыңлаусы кем?

19.05.2014

Һөнәр  һайлағанда яҙмышыбыҙҙы ла һайлайбыҙ.  Был осорҙа яңылышмаҫ өсөн төрлө һөнәрҙәр тураһында күберәк белергә кәрәк.

16.05.2014

Дәүләттең нигеҙе - ныҡлы, татыу ғаиләләрҙә. Киләсәге шул ғаиләләрҙә ҡанат нығытҡан балаларға бәйле. Бөгөн - Халыҡ-ара ғаилә көнө.  Ул Берләшкән милләттәр ойошмаһы ҡарары менән 1993 йылдан билдәләнә.

15.05.2014

Хәрәкәтсән уйындар уйнап үҫкән баланың мускулдары көслө, һөйәктәре ныҡ була, тиҙерәк үҫә, тиҙәр. Асыҡ һауалағы уйындарҙың файҙаһы иһә икеләтә ҙур. Саф һауа үҙе үк дауа, шифа. 

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

көндөҙ 0..2°C
кис -1..-3°C
төндә -4..-6°C
иртән -4..-6°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.