Беҙҙең проекттар

07.03.2017

Яҙ байрамы алдынан әсәйҙәребеҙ, улар биргән аҡыл, һабаҡ тураһында һөйләшәбеҙ.

06.03.2017

Заман арбаһы алға тәгәрәгән һайын кешелек үҙенең боронғоһона йышыраҡ ҡайырылып ҡарарға, ҡулдан килерҙәй шөғөлдәрҙе тергеҙергә тырыша. Алдынғы технологиялар ҡулланып яһалған синтетик әйберҙән күптәр баш тарта. Боронғо сигеү ысулдарын тергеҙеүселәр, ошо шөғөлдө яратыусылар самауырлы табындың сираттағы ҡунаҡтары. 

03.03.2017

Ҡар-буранлы ҡыштан һуң беҙҙе ниндәй яҙ көтә. Халыҡ һынамыштары һәм күҙәтеүҙәргә ҡарап тыңлаусылар үҙ фараздарын һәм кәңәштәрен еткерә. 

02.03.2017

Ауыл хужалығы, ҡошсолоҡ тармағы, республикала беренселәрҙән булып бөтә ауылдары ла зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырылып бөтөүе, һәләтле шәхестәре менән данлы Благовар районының бөгөнгө уңыштары, халыҡты борсоған мәсьәләләр тураһында һүҙ алдыҡ. 

01.03.2017

Билдәле композитор Салауат Низаметдиновтың тыуыуына 60 йыл тулыу уңайынан, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры ижадсының М.Кәрим пьесаһына нигеҙләнеп яҙған "Ай тотолған төндә" операһын тәҡдим итә. Салауат Низаметдинов шәхесе, милли классик әҫәрҙәр, тамашасы зауығы һәм шәхси ижады тураһында Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Йәмил Әбделмәнов менән әңгәмә.

28.02.2017

Магазин кәштәләре ризыҡтарҙың төрлөһө менән тулы. Үҙебеҙҙә етештерелгәне иһә иң сифатлыһы. Ошо фекерҙе тыңлаусылар хуплаймы? 

Радиоһөйләшеү ошо һорауға ыңғай яуап алды. Башҡортостанда етештерелгәне иң сифатлыһы. Етештереү күләмдәре артыуын, төпкөл магазиндарға сифатлы аҙыҡ-түлек барып етеүен  теләне. 

27.02.2017

Радиотыңлаусыларыбыҙҙың береһе әсәһенең саманан тыш һаҡсыл булыуын, магазинда әйберҙәр тулып ятҡанда ямап ойоҡ кейеүен, аҡсаһын ашауынан да ҡыҙғаныуын аңлап етмәүен белдереп хат яҙа.

Кешене боҙоп яһап буламы, әллә уны нисек бар шулай ҡабул итергәме. Был һөйләшеүҙә тап ошо уңайҙан  радиотыңлаусыларҙың үҙенсәлекле фекерҙәре яңғырай.

22.02.2017

Ата-әсә өсөн иң оло бәхет балалар уңышы, уларҙың тормошта үҙ урындарын табып, кешелекле, кеселекле булыуҙары. Хеҙмәттәре, хөрмәттәре оло ғорурлыҡ хисе уятҡан уландары тураһында бәхетле әсәйҙәр һүҙ алды. 

21.02.2017

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле автор-композитор үҙ тамашасыларына өр-яңы йырҙарҙан төҙөлгән концерт программаһын тәҡдим итә. "Араларҙа көрсөк булмаһын" тип исемләнгән тамашала кемдәр ҡатнаша, "Юлдаш" каналының танылған алып барыусыһы хаҡлы ялын ниндәй мәшәҡәттәр менән үткәрә, ни өсөн райондар буйлап гастролдәргә йөрөмәй? Радиотыңлаусыларҙың ошо һәм башҡа һорауҙарына Нурия Абдуллинанан ихлас яуаптар.

17.02.2017

17 февраль- календарҙа Изгелек ҡылыу көнө тип билдәләнгән. Йәмғиәтебеҙҙә ярҙамсыл йәндәр бихисап.  "Юлдаш" радиоһы тап изгелексән кешеләр тураһында һүҙ алды. 

16.02.2017

М.Ғафури исемендәге БДАДТ тамашасылар иғтибарына И.Йомағоловтың "Нәркәс" драмаһын яңыртылған вариантта тәҡдим итә. 2001 йылда режиссер И.Ғиләжев тарафынан сәхнәләштерелгән һәм 15 йыл дауамында репертуарҙан төшмәгән спектакль ни өсөн яңыртыла? Ролдәрҙе кемдәр башҡара? Ошо һәм башҡа һорауҙарға студия ҡунаҡтары: Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Х.Үтәшев һәм йәш режиссер И.Ҡаҙаҡбаев яуап бирә.

15.02.2017

Республика халыҡ ижады үҙәге 35 йәшкә тиклемге ҡурайсылар араһында Республика конкурсы ойоштора. Ул арабыҙҙан иртә киткән йәш, һәләтле ҡурайсы Рөстәм Шәрипов иҫтәлегенә ойошторола һәм йәштәргә ҙур сәхнәгә сығыу өсөн яңы мөмкинлектәр аса.

Тапшырыуҙа Рөстәм Шәриповтың дуҫтары, ижадташтары: Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марсель Сәйетов һәм Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты Фәиз Шәрипов ҡатнаша. 

13.02.2017

Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһенең "Ашҡаҙар" башҡорт эстрадаһы һәм фольклор төркөмө үҙ тамашасыларына өр-яңы проект тәҡдим итә. Ошо уңайҙан "Юлдаш" каналында Стәрлетамаҡ артистары менән осрашыу үтте. Йәш, һәләтле йырсылар Гүзәлиә Татлыбаева һәм Илдар Әбдрәшитов менән әңгәмә тыңлағыҙ.

10.02.2017

Һәр йыл февраль айында башҡорт йәмәғәтселеге Башҡортостандың халыҡ шағиры, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәми Ғариповты иҫкә ала. 22 йәшендә тәүге китабы донъя күреүе, үлемһеҙ "Тыуған тел" шиғырын 25 йәшендә, халҡыбыҙҙың ҡанлы тарихын сағылдырған "Табыныу" поэмаһын 32 йәшендә ижад итеүе, ысынлап та, бөйөклөк күрһәткесе.  Рәми Ғарипов ҡыҫымдар шарттарында яҙыша, уның ижады үҙе үлгәндән һуң бәхетле яҙмыш кисерә. Шағырҙың арабыҙҙан...

09.02.2017

Әбйәлил республикабыҙҙың иң күркәм, иң төҙөк, иң үҙенсәлекле райондарының береһе. "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар" байрамы тап Әбйәлилдә башлана. "Айыҡ ауыл" төшөнсәһе тап Әбйәлилдә барлыҡҡа килә. Һәр йыл февралдең беренсе шәмбеһендә тотош районда класташтар осрашыуҙаары үтә. Быныһы ла бары Әбйәлилгә генә хас байрам. Быларҙың барыһы тураһында "Башҡортостан райондары. Әбйәлил" сығарылышында.

06.02.2017

Табиптар ҡышын күберәк урамда йөрөргә, спорт менән шөғөлләнергә кәңәш итә. “Ҡышҡы спорт тәнде сыныҡтыра, кәйефте күтәрә, депрессиянан ҡото­лорға ярҙам итә”, - ти улар. Ҡышҡы һауа үҙе тәнгә шифа. Хөрмәтле дуҫтар, һеҙ йәшәгән төбәктә сана, саңғыла шыуыу өсөн урындар, һырғалаҡтар бармы?  Ҡайҙа сана шыуаһығыҙ? Быйыл мул яуған ҡарҙан тау өйҙөгөҙмө, һындар әүәләнегеҙме? Ҡыҫҡаһы, һеҙҙең урамда нисек ял итәләр? Тыңлаусыларыбыҙға ошондай һорауҙар менән...

03.02.2017

Йырсы Резеда Әминеваға матур-матур сәхнә костюмдарын кем тегә, ул автомобиль йөрөтәме, социаль селтәрҙәрҙә сәхифәһе бармы? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуаптар йырсы менән әңгәмәлә яңғырай.

02.02.2017

Тәтешле-республикабыҙҙың иң төньяғында урынлашҡан алдынғы райондарҙың береһе. Эштә уңған, йыр-моңға бай халыҡ йәшәй был төбәктә. Тәтешленең күркәмлеге, булдыҡлы кешеләре тураһында сығыштары, яҙмыштары менән ошо районға бәйле радиотыңлаусылар һүҙ ала.

01.02.2017

Йәшлек хатаһы менән яңғыҙына бала табырға тура килгән ҡатындың хаты буйынса фекер алышыу. Күп ваҡыт үткәс ул йәшлек мөхәббәте менән ҡабаттан ҡауышып, ғаилә ҡоралар. Тағы ла бер сабыйға ғүмер бүләк итәләр. Халыҡта "Дүрт аяҡлы мал да абына" тигән һүҙҙәр бар. Нисек кенә ҡыйын булһа ла сабыйҙарынан баш тартмағыҙ, ти ул. Радиотыңлаусылар фекере, ошоға оҡшаш яҙмыш миҫалдары тапшырыуҙың ошо сығарылышында.

31.01.2017

Беҙҙең йәмғиәттә психологка мөрәжәғәт итеү мәҙәниәте ҡасан да булһа нығынырмы?

" Үҙ проблемаларың менән япа-яңғыҙ ҡалыу мәсьәләләрҙе ҡатмарлаштыра ғына. Ваҡытында компетентлы белгестәргә мөрәжәғәт итеү иһә бик күп ғаиләләрҙе тарҡалыуҙан, бик күптәрҙе суицидтан, ҡатмарлы сирҙәрҙән йолоп ҡалыр ине", ти психолог Алмира Исхакова.

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

кис 18..20°C
төндә 14..16°C
иртән 16..18°C
көндөҙ 23..25°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.