Беҙҙең проекттар

30.01.2017

Башҡортостандың халыҡ артисы Фәдис Ғәниев үҙенең алтын юбилейын билдәләй. Ошо уңайҙан ойошторолған әңгәмәлә ул шәхси тормошо, ижад, ватансылыҡ тураһындағы һорауҙарға ихлас яуаптар ҡайтарҙы. Радио тыңлаусыларҙың ихлас теләктәре йырсының халыҡсанлығына йәнә бер дәлил. Буш ваҡытығыҙҙа әңгәмәне ҡабаттан тыңлай алаһығыҙ.

27.01.2017

Ленинград ҡалаһын блокаданан азат итеүгә быйыл 73 йыл тулды. Ленинград блокадаһы Рәсәй тарихында оҙаҡҡа һуҙылған һәм иң фажиғәле ваҡиғаларҙан һанала. Ул 2 миллиондан артыҡ кешенең ғүмерен өҙә. Бөйөк Ватан һуғышы тарихында тәрән эҙ ҡалдырған был ҡамалыш ваҡытында Ленинградта йәшәүселәргә лә, ҡаланы һаҡлаусы һуғышсыларға ла ауыр һынауҙар аша уҙырға тура килгән. Герой-ҡаланы азат итеүҙә ҡатнашҡан ҡаһармандар араһында беҙҙең яҡташтарыбыҙ ҙа күп. Б...

26.01.2017

Ҡалтасы Яңауыл, Борай, Дүртөйлө, Краснокама районары менән сиктәш. Ул 1930 йылдың 20 авгусында ойошторола, район составына Бөрө кантоны өйәҙҙәре инә. 1963 йылда бөтөрөлә, территорияһы Яңауыл районына ҡушыла. Бер йылдан яңынан ойошторола. Административ үҙәге – Ҡалтасы ауылы Өфөнән 202 киолометр алыҫлыҡта урынлашҡан. Бында башҡорт, урыҫ, мари, татар, удмурттар бер ғаилә кеүек татыу көн итә. Ҡалтасылар ауыл хужалығы һәм урмансылыҡта һыр бирмәй. Б...

25.01.2017

Студент йылдары-кешенең романтика менән һуғарылған ҡабатланмаҫ йәшлек осоро ғына түгел, ә үҙ аллы тормош һабаҡтары туплау мәле лә. Күптәр өсөн тәүге һынылышлы мәл әсәйҙең ҡайнар аштарынан айырылғас башлана. Студент булыу һәм аслы-туҡлы йөрөү йәнәш килә тигәнгә күнеккәнбеҙ. Күптәр тап уҡыған йылдарында бешерергә өйрәнә. Тыңлаусыларыбыҙ "Самауыр янында" студент саҡта әҙерләгән иң үҙенсәлекле ризыҡтарҙы иҫкә төшөрөп, студент һыйына бәйле мажарала...

24.01.2017

Донъяла ул бары берәү генә,
Башҡортостан кеүек берҙән-бер, 
Үҙ тауышы итеп йәшәү өргән 
Тамыр ебәргәндән тыуған ер. 

Милләтебеҙ ниндәй, ҡурай шундай: 
Тик тәбиғәт – барса булмышта, 
Ябай ғына, ә тылсымы сикһеҙ, 
Эскерһеҙ көй булып тулышһа. 

Сикһеҙ тылсымға эйә ябай ҡурайҙа арбағыс көс бар. Башҡортостан еренән һут, күктәрҙән нур алып, яҙғы, йәйге наҙлы елдәрҙә тирбәлеп үҫкән үләндең, музыка ҡора...

23.01.2017

Уның йырҙары меңәрләгән тыңлаусыны әсир итә. “Йәшлегем”де лә, “Ҡайтауаз”ды  ла олоһо ла, кесеһе лә яратып тыңлай. Береһенән-береһе моңлораҡ һәм сағыуыраҡ йырҙары менән ул бер мәл балҡыны ла, бик оҙаҡҡа сәхнәләрҙән юғалып торҙо. Уны тамашасы һағынаған, йырҙарына һыуһаған. Йырсы Венер Абдуллин – “Юлдаш”  радиоһының да да көтөп алған ҡунағы. Бөгөн уны "Самауыр янында" сәләмләйбеҙ.

20.01.2017

Икмәк бөтәһенә лә баш, ти халыҡ әйтеме. Электән-электән беҙҙе “икмәктең ҡәҙерен бел” тип өйрәтеп үҫтерҙеләр. Әүәл икмәк төрлөлөгө менән әллә ни айырылмаған. Хәҙер иһә магазин кәштәләрендә уның ниндәй генә төрө юҡ! Ағы ла, ҡараһы ла, әсеһе лә, сөсөһө лә, тәмләткестәр ҡушылғаны ла күп. Тик улар сифаты, файҙалылығы, туҡлыҡлылығы йәһәтенән ауыл мейесендә ҡомалаҡ әсеткеһенән бешерелгән икмәк менән һис тә ярыша алмайҙыр ул. Күп төрлө тикшереүҙәр ҙә...

19.01.2017

Уны Силәбегә ҡапҡа асыусы төбәк тиҙәр. Ҡайһы берәүҙәр уны Өфөнөң бер өлөшө тип тә шаярта. Был сығарылыш Иглин районына бағышлана.

18.01.2017

Самауырлы табын ҡунағы - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фирүзә Париж. "Юлдаш" радиоһын тыңлаусыларға ул береһенән-береһе матурыраҡ, дәртлерәк, моңлораҡ йырҙары аша яҡшы таныш. Тапшырыуҙа ҡунағыбыҙ театр эшенән ситләшеп үҙен тулыһынса йыр сәнғәтенә бағышлауы тураһында хәбәр итте. Бар юлдаштарыбыҙ исеменән Фирүзәгә уңыштар, ижади табыштар теләйбеҙ!

17.01.2017

Һыу саңғыһы, емеш-еләк туңдырмаһы, Алясҡа байрағы һәм Брайль шрифтын балалар уйлап сығарыуы күптәргә мәғлүм. Балаларҙың асыштары, һис шикһеҙ тормошобоҙҙо сағыу һәм ҡыҙыҡлы итеп кенә ҡалмай, байтаҡ уңайлыҡтар ҙа алып килә. 17 ғинуарҙа билдәләнгән байрам тап йәш һәләттәрҙе дәртләндереү йәһәтәненән барлыҡҡа килгән дә инде. Һәр бер атай-әсәй өсөн  үҙенең балаһы иң һәләтлеһе, матуры, аҡыллыһы, әлбиттә. Самауыр янына йыйылыусылар ҙа шулай ти.

11.01.2017

"Самауыр янына" ҡунаҡҡа күренекле журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт  хеҙмәткәре, Рәсәй һәм Башҡортостан журналистар берлеге ағзаһы Гөлдәриә Йосопова килде. Үткер ҡәләмле журналист, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрен бөгөн нимәләр борсой, нимәләр һөйөндөрә? Әңгәмә Рәсәй матбуғаты көнө һәм алтын юбилей уңайынан ойошторолдо.

10.01.2017

Радиоһөйләшеү тыңлаусыбыҙҙың хаты буйынса ойошторолдо. 52 йәшлек ханым бик күп йылдар бәхетле һәм аңлашып йәшәгәндән һуң мөнәсәбәттер ҡатмарлашыуына зарлана, тәү сиратта үҙен ғәйепләй. Был радиоһөйләшеүҙә ҡылығын, булмышын аңлай алмаған ҡатынға кәңәштәр яңғырай.

09.01.2017

Элекке замандарҙа, әллә көрттәрҙе тракторҙар эттермәгән, ә халыҡ  "ҡар үҙе ирер әле", тигән ҡараш менән йәшәгәндә "Ғинуарҙа ҡарҙың мул яуыуы - уңышҡа!" тип юраған. Хәҙерге заман кешеләре бары тик юлдар таҙартылмай тип кенә зарлана. Шулай итеп, 2017 йылдың тәүге аҙнаһы - Яңы йыл каникулдарында Башҡортостан ҡар-бурандар ҡамауында ҡалды. Өфөлә коммуналь хужалыҡтар ни өсөн ҡаланы ҡарҙан таҙартып өлгөрә алманы. Республикабыҙ райондарында хәлдәр нис...

30.12.2016

Байрам сығарылышы сәләмдәрҙән һәм Яңы йыл ҡотлауҙарынан төҙөлгән.

28.12.2016

2016 йыл төрлө ваҡиғаларға бай булды. Тыңлаусыларыбыҙ үҙҙәре өсөн иң яҡшы һәм уңышлылы ваҡиғаларҙы барлай.

27.12.2016

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә Биктимерова менән республиканың халыҡ артисы Фәдис Ғәниев беҙҙең һәм тыңлаусыларыбыҙҙың һорауҙарына ҙур ихласлыҡ менән яуап бирҙе.

26.12.2016

Фейерверк, бенгал уттары, майшәмдәр, ҡупшы шыршы...Яңы йыл байрамының айырылығыҙ бер өлөшө булған был биҙәүестәр шатлыҡ–ҡыуаныс урынына ҡайһы берҙә бәлә лә алып килә. Күңелһеҙ хәлдәр, ғәҙәттә, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәүҙән килеп сыға. Күмәк кеше ҡатнашлығындағы байрам саралары үткән урын йорттарҙың беренсе – икенсе ҡатында ғына урынлашырға тейеш. Унан сығыу юлдары ла икәү булыуын талап итә янғын хәүефһеҙлеге буйынса белгестәр. Ә һеҙ яңы йы...

23.12.2016

Спорт менән шөғәлләнгән кеше һәр саҡ һоҡланыу уята. Буш ваҡыттарын юҡ–барға сарыф итмәй, файҙалы эшкә - спортҡа бағышлаусыларҙан көс-ғәйрәт, сәләмәтлек, йәшәү дәрте, күтәренке кәйеф урғыла. Спорт менән дуҫ кеше, ғәҙәттә, һәр йәһәттән алдынғы була. "Самауыр янына" ҡунаҡҡа килеүселәр ҙә шундай фекерҙә. 

22.12.2016

Ғафури районы Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнбайыш итәгендә урынлашҡан. Архангел, Белорет, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы райондары менән сиктәш. 1930 йылда Красноусол районы булараҡ ойошторолған, 1940 йылда хәҙерге исеме бирелә. Район үҙәге – Красноусол ҡасабаһы. Унан Өфөгә — 130, Стәрлетамаҡҡа — 60 км. Майҙаны — 3 мең кв. километрҙан ашыу. Районда йөҙгә яҡын ауыл бар. Шуларҙың иң ҙурҙары – Красноусол ҡасабаһы, Табын һәм Сәйетб...

21.12.2016

Һеҙҙең яҡтарҙа ниндәй һәйкәлдәр бар? Беҙҙең ауыл–ҡала урамдарын ниндәйерәк скульптур композициялар биҙәй икән? Уларҙың һуңғы осорҙа ҡуйылғандары бармы? Тыңлаусыларыбыҙға ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек һәм үҙенсәлекле яуаптар алдыҡ.

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

кис 18..20°C
төндә 14..16°C
иртән 16..18°C
көндөҙ 23..25°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.