Беҙҙең проекттар

20.12.2016

Бѳгѳнгѳ кѳндә йәштәр генә түгел, ә ололар араһында ла иң популяр йырсыларҙың береһе "Юлдаш" радиоһы тыңлаусыларының һорауҙарына яуап бирә.

08.12.2016

Балаҡатай районы Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан. Свердловск, Силәбе өлкәләре, Ҡыйғы һәм Мәсетле райондары менән сиктәш. 1930 йылда Иҫке Балаҡатай районы булараҡ ойошторола ул. 1933 йылдан алып хәҙерге исемен йөрөтә. Майҙаны 3037 кв. км.  Административ үҙәге  - Яңы Балаҡатай ауылы. Беҙҙе бында Фм 103.2 Мгц йышлыҡтарында тыңлайҙар. 

07.12.2016

Башҡортостандың халыҡ артисы Фәнүнә Сиражетдинованың моңло тауышын республикабыҙҙа танымаған кеше һирәктер.  Йырсы  40 йылдан артыҡ сәхнәлә эшләй, ижад итә, уның йөҙҙән артыҡ береһенән–береһе матурыраҡ, моңлораҡ йырҙары бар. Юлдаш радиоһын тыңлаусылар был йырҙарҙы  ифрат үҙ итә.  “Бер йырлап уҙам әле”, “Әсәйемдең мамыҡ шәле”, “Ялан сәскәләре”, “Бер-бер артлы йылдар уҙа” тигән йырҙар интернет киңлектәренлә лә киң таралған.  Үҙенсәлекле моңло та...

06.12.2016

Бәләкәсме ул, ҙурмы, ихлас күңелдән бирелгән бүләк йәнгә рәхәтлек бирә. Байрамдарҙа, тыуған көндә, хатта сәбәпһеҙ генә булһа ла, бүләк бирешеү – матур йола. Күберәк беҙ беребеҙгә сәскә гөлләмәһе, матур ҡаптарҙағы кәнфиттәр, һуңғы йылдарҙа теге йәки был магазиндан үҙеңә йәнең теләгәнде һайлап алыу мөмкинлеген биргән сертификаттар бирәбеҙ. Әлбиттә, бүләктең ҡиммәте, ҙурлығы мөһим түгел. Тәү сиратта уның ихлас күңелдән бирелеүе шарт. Бүләк биргән...

05.12.2016

Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһына быйыл 25 йыл. Һөйләшеүҙе ошо юбилейға бәйләп, филаромнияның тарихын байҡайбыҙ, уның бөгөнгөһө менән танышабыҙ. Әңгәмәселәребеҙ -Башҡортостандың атҡаҙанған артистары, йырсы Ғафуан Фәзуллин менән бейеүсе Лилиә Хәбибуллина. 

02.12.2016

Әңгәмә темаһы “Минең Өфөм” тип билдәләнгән. Өфөләге ниндәй урын һеҙҙең күңелгә айырыуса яҡын? Ҡалабыҙҙың ҡайһы урамы, урыны тормошоғоҙҙағы яҡты, матур ваҡиғалар менән бәйле? Өфөләге төрлө йорттарҙың, шул иҫәптән мәҙәниәт усаҡтарының, стадион, университет, универмаг һәм башҡаларҙың нисек төҙөлөүен күҙәтергә тура килдеме һеҙгә? Кем белә, был йорттарҙы бәлки тап һеҙ төҙөгәнһегеҙҙер... Ҡаланы биҙәгән һәйкәлдәрҙе нисек төҙөүҙәрен, әле беҙ күреп өйр...

01.12.2016

Яңауылды “Республикабыҙҙың төнъяҡ ҡапҡаһы” тигән Мостай Кәримдең һүҙҙәрендә хаҡлыҡ ҙур. Район Башҡортостанды Пермь крайы,Удмурт республикаһы менән бәйләй. Горький тимер юлының бер станция булған Яңауыл Рәсәйҙең Европа өлөшән дә, Уралдан, Себер, Алыҫ Көнсығыш тарафтарынан да ҡунаҡтар ҡабул итә. Район 1930 йылда барлыҡҡа килгән. Ул Яңауыл ҡалаһын һәм йөҙҙән ашыу ауылды берләштерә. Райондың майҙаны- 2094 кв. км. Халҡы - 45 меңдән ашыу. Яңауылда 3...

30.11.2016

Ни өсөн кешеләр күрәҙәселәргә йөрөй? Үҙ-үҙеңә ышаныс көсө тәрбиәләү күпкә яҡшыраҡ түгелме ни? Киләсәк яҙмышты бәйән итәм тип кешеләрҙең яҙмышын киреһенсә емереүселәргә йөрөүҙе дин тулыһынса тыя. Радиотыңлаусылар бәйән иткән тарихтар ошоно дәлилләне генә. Күрәҙәсегә бармағыҙ, башығыҙға бәлә алмағыҙ!

29.11.2016

1991 йылда Хәйбулла районында барлыҡҡа килгән "Рух" төркөмө ойошторолоуға 25 йыл. Ошо уңайҙан Өфөлә юбилей концертын тәҡдим итә. 90-сы йылдарҙағы рухи күтәрелеш, шул осор яңы быуын ижадсылар тураһында Юлай Асҡаров менән әңгәмә.

25.11.2016

Артист өсөн кем ул тамашасы? Илһам сығанағымы, табыш алыу мөмкинлегеме? Нимә ул аҡса, нимә ул һаулыҡ? Ошо һәм башҡа уңайлы һәм уңайһыҙ һорауҙарға Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәзим Ильясов яуап бирә.

24.11.2016

Ул далалар иркенлеге,

ҡырҙарының киңлеге!...

Еренең киңлеге менән

Бер дәүләткә тиңлеге.

Ул күк әрем, юшан еҫе,

бал ташыған күстәре…

Убаларҙа аҡ ҡылғандар –

сал тарихтың сәстәре.

Тыуған яғы Хәйбулла тураһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралабаев шулай тип яҙа. Хәйбулла тигәндә беҙ тәү сиратта икһеҙ-сикһеҙ даланы күҙ алдына баҫтырабыҙ. Ҡылғанлы дала иленән ҡунаҡтарыбыҙ йәнтөйәктәре,...

23.11.2016

Элекке замандарҙа баш балалар иңенә ҙур яуаплылыҡ төшкән. Улар кескәй туғандарын тәрбиәләшеүҙә төп терәк булған. Бөгөнгө заманда баш балалар һәм төпсөктәр араһында айырма ҙурмы. Кемдәр тормошта уңышлыраҡ, ышаныслыраҡ, аҡыллыраҡ? Радиотыңлаусыларҙың ҡыҙыҡлы фекерҙәре менән уртаҡлашығыҙ.  

22.11.2016

35 йәшлек радиотыңлаусыбыҙ саманан тыш оялсан булыуына зарлана. Һаман кейәүгә сыҡмаған. Оялсанлыҡ, аралаша белмәү, кеше һүҙенән ҡурҡып йәшәүҙән арыным. Мине ҡыйыулыҡҡа өйрәтегеҙ әле тип мөрәжәғәт итә. Оялсанлыҡты үҙгәртеп буламы? Бөгөнгө һөйләшеүҙә ошо һорауға тормошсан фекерҙәр яңғырай.

21.11.2016

Ҡурҡҡанға ҡуш күренә.Ҡойроғон күреп ҡалһаң, бишәү булып та китә. Ә һеҙҙең күҙегеҙгә сәйер нәмәләр күренгәне бармы? Йорт, һарай, мунса эйәләре тураһында һөйләшеү үтә лә ҡыҙыҡлы килеп сыҡты. Хатта бер аҙ шөрләтте. Радиотыңлаусылар тарыған тарихтар уйҙырмаға тиңме, әллә ышанырлыҡ хәлме. 21-се быуатта был тема ни тиклем актуаль. Тапшырыуҙың тулы вариантын тыңлағыҙ һәм фекерҙәр менән уртаҡлашығыҙ.

18.11.2016

Илеш - Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышындағы район. Ул Краснокама, Дүртөйлө, Саҡмағош һәм Баҡалы райондары, Татарстан республикаһы менән сиктәш. Майҙаны – 1974 квадрат километр. Административ үҙәге – Үргә Йәркәй ауылы. Илеш ерендә йәшәгән, тыуған яғының гүзәллеге менән ғорурланған, уның матур урындары, күренекле кешеләре тураһында һөйләргә, районын ни өсөн яратыуы хаҡында бәйән итергә теләгәндәр беҙҙең менән элемтәгә сыҡты. Иғтибарығыҙға уларҙ...

18.11.2016

Йәмәғәт ойошмалары беҙҙә күп. Бөгөн беҙ уларҙың ҡатын-ҡыҙҙарҙы берләштергәндәре тураһында һөйләшәбеҙ. 

16.11.2016

Самауыр сәйен музыкант, аккомпониатор-концертмейстер, Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәли Алтынбаев менән бергә эсәбеҙ.

15.11.2016

 

Сибай филармонияһының бай тарихы, үҙенә генә хас йөҙө бар. Урындағы фольклор, халыҡ ижады өлгөләрен йыйыусы һәм һаҡлаусы төп сәнғәт ойошмаһы булараҡ билдәле ул. Ижади коллектив йылдан-йыл үҙ тамашасыларына өр-яңы һәм оригиналь концерттар, театрлаштырылған тамашалар тәҡдим итә. Танылыу яулаған артистар һәм алып барыусылар ҡатнашлығындағы концерт программаларында халыҡ ижадына, классик әҫәрҙәргә һәм популярлашҡан башҡа төр сәнғәт өлгөлә...

14.11.2016

Һәр миҙгелдең үҙенә генә хас байрамдары бар. Көҙ аҙағы, ҡыш башы халыҡта ҡаҙ өмәләре менән әһәмиәтле. Бер быуаттан ашыу тарихлы милли йола күптән инде ауыл тормошоноң матур бер биҙәгенә әйләнгән. Ҡаҙ өмәһе борондан ҡалған милли йола, тап ошо мәлдә кешеләр бер -береһенә ярҙамға килә. Ярҙамсыларғыҙ быйыл күп булдымы? Һеҙҙең яҡтарҙа ҡаҙ өмәләре нисек үтә, төбәккә генә хас үҙенсәлектәре бармы? тип тыңлаусыларыбыҙға мөрәжәғәт иттек.

11.11.2016

Ғаиләләргә ҡот, ырыҫ өҫтәп донъяға яңы тыуған бәпестәрҙе тәбрикләйбеҙ. Сабыйҙар атайлы-әсәйле булып бәхетле, һау-сәләмәт һәм тәүфиҡлы үҫһен!

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

кис 18..20°C
төндә 14..16°C
иртән 16..18°C
көндөҙ 23..25°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.