Беҙҙең проекттар

07.04.2017

Тамашасыларҙы һоҡланғыс моңо менән арбаған замандашыбыҙ менән йыр сәнғәте, ижади табыштар тураһында һөйләшәбеҙ.

06.04.2017

Ҡариҙелем – тыуған ер,

Урманлы яҡ, таулы яҡ!

Күңелдәргә моңдар һалып,

Йырҙарыма күскән яҡ!

Ҡариҙел районында тыуып үҫкәндәр тыуған яғы, уның гүзәл тәбиғәте, уңған кешеләре тураһында һөйләй.

05.04.2017

“Гринпис” ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә йәшәгән һәр бер кеше уртаса 400 килограмға яҡын сүп-сар ырғыта. Беҙҙең илдә бер йыл эсендә йыйылған көнкүреш ҡалдыҡтарынан башня төҙөһәң, уның бейеклеге күпмерәк булыр ине тип уйлайһығыҙ? Яуап шаҡ ҡатырғыс. Киңлеге бергә бер метрлыҡ башня Айға тиклем етер ине тип иҫәпләгән экологтар. Ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү мәсьәләһе беҙҙең ил өсөн дә, башҡа дәүләттәр өсөн дә көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала.

04.04.2017

Уйламағанда - өйҙә, эштә, урамда, ял ваҡытында кешенең кинәт ауырып китеүе йә бәхетһеҙлеккә осрауы, имгәнеүе, ағыуланыуы, бешеүе мөмкин. Һәр осраҡта ла, билдәле, ашығыс медицина ярҙамы саҡырырға кәрәк. Бынан тыш, йыш ҡына табип килгәнсе, бәләгә тарыусыға тәүге ярҙам күрһәтеү талап ителә. Был саҡта нимә эшләргә белмәй, аптырап ҡалырға ярамай, һәр кем ярҙам күрһәтә белергә тейеш, тип иҫәпләй белгестәр. 

03.04.2017

Тормош ауыр, йәшәү көндән-көн ҡыйынлаша”, - ти пессимистар. Ә ерҙең ҡояшлы яғында йәшәгәндәр һәр күренештән шатлыҡ табырға тырыша. Төшкө ҡорға йыйылған юлдаштарыбыҙ тап шундайҙар рәтенән. Улар һуңғы арала үҙҙәрен ҡыуандырған, ҡанатландырған ваҡиғалар тураһында бәйән итә.

31.03.2017

Улар меңәр йыл инде кеше янында йәшәй. Уға тоғро хеҙмәт итә, ашата, кейендерә. Берәүҙәр өсөн дуҫ, серҙәш, хатта ғаилә ағзаһылай яҡын булып китә. Һүҙебеҙ йорт хайуандары тураһында.

30.03.2017

  Бөрйән Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышындағы  район. Башҡортостан Уралының иң аҙ үҙләштерелгән үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. 1930 йылда ойошторолған. Майҙаны 4мең квадрат километрҙан артыҡ. Үҙәге – Иҫке Собхағол ауылы. Был районда күпселек башҡорттар йәшәй. Утыҙҙан ашыу ауыл бар. Улар араһынан халыҡ сағыштырмаса күп йәшәгән ауылдар – Иҫке Собханғол һәм Байназар.

29.03.2017

Үҙенсәлекле балалар тураһында һөйләшәбеҙ. Һаулыҡ буйынса мөмкинлеге сикле бала тәрбиәләгән ғаиләләр, уларҙы борсоған мәсьәләләр тураһында әңгәмәләшеү өсөн студияға “Әсә йөрәге” төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе  Гөлшат Ибраһимова саҡырылған.

28.03.2017

Көндәлек мәшәҡәттәрҙе бер аҙ ситкә ҡуйып, спектакль ҡарау күптәргә оло кинәнес, ҡабатланмаҫ ял минуттары бүләк итә. Берәүҙәр спектаклдәргә тамаша ҡылһа, икенселәр шул тамашаларҙың уртаһында ҡайнай. Театр жанры беҙҙә әүҙем үҫешкән. был сығарылышта үҙешмәкәр артистар үҙҙәренең ижади эшмәкәрлеге тураһында һөйләй.

17.03.2017

Рәсәй юлдарының дауалай торған тәьҫире бар. Беҙҙең юлдарҙан йөрөһәң, бөйөрҙәге таштар ҙа онтала, ҡаймыҡҡан быуындар ҙа урынына ултыра... Төртмә теллеләр шулай тип шаярта, ә беҙ юл йөрөү менән бәйле ҡыҙыҡтарҙы иҫкә төшөрәбеҙ. 

16.03.2017

Дүртөйлө районы республиканың төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан. 1930 йылдың 20 авгусында барлыҡҡа килә. Уның майҙаны - 1671 квадрат километр. Административ үҙәге - Дүртөйлө ҡалаһы. Халҡы - 64 меңдән ашыу кеше. Районда 87 ауыл бар. Шуларҙың иң ҙуры: Исмаил һәм Әңгәсәк. Районда башҡорттар, татарҙар, урыҫтар, мариҙар йәшәй. Төбәкте Өфө–Ҡазан, Нефтекама–Дүртөйлө–Бүздәк, Дүртөйлө–Борай, Дүртөйлө–Бөрө автомобиль юлдары киҫеп үтә.

 

15.03.2017

Кемдәрҙә малай бар? Ә кемдәрҙең өйө хаҡында киләсәктә "ҡыҙлы йорт - наҙлы йорт" тип һөйләйәсәктәр? Әсәлек һәм аталыҡ тойғоларын башлап кемдәр кисергән дә, кемдәр беренсегә олатай- өләсәй булған? "Самауыр янында" бәпестәр-бәләкәстәр тураһында һөйләшәбеҙ. 

14.03.2017

Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аккучукова - республикабыҙҙағы сағыу сәхнә йондоҙҙарының береһе. Йырсы үҙенсәлекле тауышы менән айырылып тора. Уның репертуары лирик йырҙарға бай. 

13.03.2017

Элек-электән һандар кешеләрҙе үҙҙәренең серлелеге менән арбаған. Уларҙа ниндәйҙер аңлата алмаҫлыҡ көс, тылсым йәшеренгән тип иҫәпләүселәр булған борон.  Һандар бөгөн дә күптәрҙе арбай. Берәүҙәр нумерологтар кәңәшен тотоп үҙенең бәхетле һанын иҫәпләп сығарырға тырыша. Икенселәр тормошондағы төрлө ваҡиғаларҙы, уңыш-уңышлыҡтрҙы һандарға бәйләй. Һандар менән бәйле төрлө ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс ваҡиғаларға тарығандар ҙа арабыҙҙа байтаҡ. "Самауыр янында" тыңлаусыларыбыҙ һандарға бәйле күҙәтеүҙәре менән уртаҡлаша.

10.03.2017

Йөҙҙәре нурлы, көләс. Ябынған яулыҡтары, кейгән күлдәктәре килешле. Улар иң наҙлы, иң матур һүҙҙәре бер ваҡытта ла йәлләмәй. Улар бешергән ҡоймаҡ, бәлештәр телеңде йоторлоҡ тәмле, бәйләгән ойоҡбаштары йылы була. Һүҙ өләсәйҙәр тураһында. 

09.03.2017

Район 1930 йылда барлыҡҡа килгән. Башҡортостандың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Өфө, Ҡырмыҫҡалы, Дәүләкән, Благовар һәм Кушнаренко райондары менән сиктәш. Районда 52 меңдән ашыу кеше йәшәй. Бында 104 ауыл бар. Улар 15 ауыл һәм 1 ҡасаба советына берләшкән. Район үҙәге – Шишмә ҡасабаһы. Унда 22 мең кеше йәшәй. 

07.03.2017

Яҙ байрамы алдынан әсәйҙәребеҙ, улар биргән аҡыл, һабаҡ тураһында һөйләшәбеҙ.

06.03.2017

Заман арбаһы алға тәгәрәгән һайын кешелек үҙенең боронғоһона йышыраҡ ҡайырылып ҡарарға, ҡулдан килерҙәй шөғөлдәрҙе тергеҙергә тырыша. Алдынғы технологиялар ҡулланып яһалған синтетик әйберҙән күптәр баш тарта. Боронғо сигеү ысулдарын тергеҙеүселәр, ошо шөғөлдө яратыусылар самауырлы табындың сираттағы ҡунаҡтары. 

03.03.2017

Ҡар-буранлы ҡыштан һуң беҙҙе ниндәй яҙ көтә. Халыҡ һынамыштары һәм күҙәтеүҙәргә ҡарап тыңлаусылар үҙ фараздарын һәм кәңәштәрен еткерә. 

02.03.2017

Ауыл хужалығы, ҡошсолоҡ тармағы, республикала беренселәрҙән булып бөтә ауылдары ла зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырылып бөтөүе, һәләтле шәхестәре менән данлы Благовар районының бөгөнгө уңыштары, халыҡты борсоған мәсьәләләр тураһында һүҙ алдыҡ. 

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

көндөҙ 0..2°C
кис -1..-3°C
төндә -4..-6°C
иртән -4..-6°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.