Беҙҙең проекттар

30.09.2016

Йөрәктәрҙе наҙлы хистәргә сорнар моңло тауышлы йырсы, Халыҡ-ара, Рәсәй һәм республика конкурстары лауреты Фәриҙә Ғаззалова тыңлаусылар һорауына ҙур ихласлыҡ менән яуап бирә.

29.09.2016

“Бер сәғәткә – өләсәй”. Ошолай тип аталған социаль проект илдең бер нисә төбәгендә уңышлы эшләп килә. Мәҫәлән, Түбәнге Новгород, Муром, Владимир, Звенигород ҡалаларында был эш халыҡты социаль яҡлау органдары менән берлектә башҡарыла. Эш менән мәшғүл ата-әсәләргә балаларын бер нисә сәғәткә хаҡлы ялдағы инәйҙәр ҡарамағында ҡалдырырға тәҡдим итәләр. Ваҡытлыса өләсәйҙәр балаларҙы төрлө түңәрәктәргә йөрөтә, улар менән дәрес әҙерләй, зоопарк, йәки м...

28.09.2016

Ишембай районы Ағиҙел йылғаһының урта тапҡырында уң яҡлап урынлашҡан. Майҙаны – 4 мең квадрат километрҙан ашыу, халҡы – 95 мең. Төньяҡта - Ғафури, көнсығышта – Белорет һәм Бөрйән райондары, көньяҡта – Мәләүез, көнбайышта – Стәрлетамаҡ райондары менән сиктәш. Административ үҙәге – Ишембай ҡалаһы. Район Ишембай ҡалаһынан һәм 85 ауылды үҙ эсенә алған 13 ауыл биләмәһенән тора. Тапшырыуҙа йәнтөйәктәре менән ғорурланған, уны сикһеҙ яратҡан з...

27.09.2016

Стәрлетамаҡ филармонияһының нәфис һүҙ оҫтаһы, алып барыусы Гөлназ Иҙрисова һәм Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры артисы Рафиҡ Хәсәнов менән “Театр төнө” акцияһы, яңы ижади миҙгел һәм башҡа яңылыҡтар тураһында һөйләшәбеҙ.

09.09.2016

Матурлыҡты һәр кем үҙенсә аңлай. Фекерҙәр күп, әммә ҡараштар бер нәмәлә уртаҡ: тышҡы матурлыҡ эске матурлыҡтан айырылығыһыҙ булырға тейеш. Күңел байлығы, эске матурлыҡ тураһында иртәнге эфирҙа күп әйтелде. "Самауыр янында" иһә беҙ тышҡы матурлыҡҡа нығыраҡ иғтибар итергә булдыҡ. Беҙҙе тыңлаусы һылыуҙар, апайҙар, инәйҙәр сибәрерәк, һөйкөмлөрәк күренеү өсөн ниҙәр эшләй икән? Бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәт араһында үҙ-үҙеңде тәрбиәләүгә ваҡыт ҡаламы?

...
08.09.2016

Балаларҙы сәләмәт йәшәү тормошона ылыҡтырыу ололарҙың төп бурыстарының береһе булып тора. Ошо йәһәттән һеҙ ниҙәр эшләйһегеҙ? Балаларығыҙ йәки ейәндәрегеҙ ниндәй спорт түңәрәктәренә, йәки спорт мәктәбенә йөрөй? Башҡортостанда балалар спорты үҫешен нисек баһалайһығыҙ? Спорт менән шөғөлләнергә теләгәндәр өсөн шарттар бармы? Тыңлаусыларыбыҙға ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

 

07.09.2016

Юнир Һағынбаев Баймаҡ районы Буранбай ауылында Фәриҙә һәм Шәмсетдин Һағынбаевтар ғаиләһендә иң төпсөк бала булып тыуған. "Бәләкәй саҡта бик шаян булдым. Йәйгеһен уйнаһаҡ, төнгә тиклем йөрөп, ә ҡышын кейем менән ҡуша ҡатып, өйгә сәй эсергә лә ҡайтмай инек. Әсәйҙән әрләнеп тә алғас, бер көнгә аҡылға ултырғандай булабыҙ ҙа, иртәгеһенә үк онотоп, тағы уйнарға сығып таябыҙ" тип һөйләй йырсы. Юнир Һағынбаев менән бала саҡтағы күңелле ваҡиғалар, уңыш...

06.09.2016

Әлшәй районы Башҡортостандың көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә, Дим йылғаһының урта ағымында урынлашҡан район. 1935 ғинуарында ойошторолған. Майҙаны — 2415 кв. километр. Биләмәһенә 3 ҡасаба - Раевка, Аксен, Шафран һәм 104 ауыл инә. 2010 йылғы мәғлүмәттәр б-са халҡы 44,2 мең кеше. Районда күпселеге башҡорттар, татарҙар, урыҫтар йәшәй. Ландшафы даланыҡына тартым. Урманлы ере 15 проценттан артмай. Климаты йылы, ҡоро. Дөйөм майҙаныдың 82 процентын ауыл хуж...

05.09.2016

Быйыл тәбиғәт ифрат йомарт. Еләге, ҡарағаты, сейәһе - һәммәһе лә мул булды. Августа беҙҙе алмағас, слива, помидор уңыш менән һөйөндөрҙө. Бер шаяны әйтмешләй, “мәрхәмәтлек марафоны” дауам итә. Әле баҡсаларҙа йәшелсә йыйыу осоро. “Самауыр янында" көҙгө уңышты барлайбыҙ.

02.09.2016

“Беҙ – бала саҡ иленән” тип ҡабатларға яратабыҙ. Инде алыҫта ҡалған йылдар хәтирәләре һәр кемде йылмайта, ваҡыты менән яҡты һағышҡа сорнай торғандыр. Ямғырлы көндәрҙә күләүек кисеүҙәр, ҡояш ҡыҙҙырғанда һыу инеү, ҡыҙыныу, еләк йыйыуҙар, бер урам булып геү килеү сабыуар, мажаралы уйын ҡороуҙар, йәмле йәйҙә йәки ҡышта ғына була торған бүтән рәхәтлектәр тураһында бергәләп һөйләшәбеҙ.

01.09.2016

Беренсе сентябрь. Бөгөн ғәжәп:
Урамдарҙа — шау-гөр, йәнлелек.
Ҡайҙа бар ул, ҡайһы илдә донъя
Күреп тора шундай йәмлене?!

Ал-ҡыҙыллы сәскә — сабыйҙарҙа,
Урамдарға сәскә һибелгән.
Көләс йөҙҙәр, шат тауыштар яңғырай,
Һәр бер бала ҡупшы кейенгән.

Ҡояш көлә. Көҙгө ҡояш көлә,
Ниндәй ғәзиз һары нурҙары!
Ҡотлай ҡояш Белем көнө менән
Ватанымдың...

31.08.2016

Студиябыҙ ҡунағын замандаштарыбыҙ иң беренсе нәүбәттә тележурналист булараҡ белә. Башҡортостандың күренекле шәхестәре тураһында Гәүһәр Тимерхан ҡыҙы төшөргән телефильмдар циклы Башҡортостан телевидениеһының алтын фондына ингән. Осрашыуҙа журналистикалағы табыштар , илһамлы ижад, бөгөнгө эшмәкәрлек хаҡында ла һөйләшәбеҙ.

30.08.2016

Халыҡ кәсептәре менән шөғөлләнгән алтын ҡуллылар күпме? Ниндәйерәк кәсепкә бөгөн мохтажлыҡ ҙур? Нимәне тергеҙергә, ниндәй кәсептәр ярҙамында ауылда эшһеҙ йонсоған кешегә үҙенең эшен асып, табыш алырға мөмкин?

29.08.2016

Тыңлаусыларыбыҙға "Нимәгә аҡса йәлләмәҫ инегеҙ?" тигән һорау биреп, үҙенсәлекле яуаптар алдыҡ.

26.08.2016

Беҙ бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Әлфиә Юлсурина һәм йәш өмөтлө йырсыларҙың береһе – Илнур Рамазанов менән аралашабыҙ. Улар 1 сентябрҙә Юлдаш ойошторған концертта, Салауат Юлаев майҙанында сығыш яһаясаҡ. Студенттарҙың, йәштәрҙең иғтибарын тағы бер тапҡыр сара ваҡытына йүнәлтәбеҙ. Уйындар бишенсе яртыла уҡ башланасаҡ, концерт 20.00 сәғәткә тиклем дауам итәсәк һәм велосипедтың хужаһы ла тап ошо ваҡытҡа тиклем табыласаҡ. Шуға ла иртән то...

25.08.2016

Кесе йыһандан оло йыһанға күскәндән бирле матурлыҡҡа ғашиҡ, уны уҡыусылары күңеленә һалыуҙы ғүмер маҡсаты итеп алған әҙибә, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына дәғүә итеүсе ижадсыларҙың береһе – Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы Яҡупова менән Юлдаш студияһында аралашыу рух байытыр мәлдәрҙең береһе булды… 

24.08.2016

Үҙебеҙҙең кино - беҙҙең ерлек, беҙҙең менталитет, беҙҙең үткән һәм бөгөнгө. Кешене көсләп бер нимәне лә яраттырып булмай, әммә бөгөн телгә алынған фильмдарға ҡағылғанда бындай фекерҙең тыуыуы ла икеле. Иҫкиткес матур, изгелек сәсеүсе, тәрбиә биреүсе, кәйеф күтәреүсе фильмдар улар. Кистәрен телефонға ҡапланып ни эшләргә белмәгән саҡтарҙа, яңғыҙлыҡтан йонсоғанда, дуҫтар йыйылғанда ултырып тағы бер ҡарарға кәңәш итәбеҙ. 

23.08.2016

Башланғыс синыф кластары өсөн программа күберәге 7 йәшлек балалар өсөн төҙөлгән. Әлбиттә, алты йәшлектәр араһында ла яҡшы әҙерлекле, психологик яҡтан ныҡ балалар осрай, әммә улар аҙ, ғәҙәттә, 6 йәштән мәктәпкә килгән балалар һуңғараҡ белем алыуҙа ауырлыҡтарға осрай, улар әле уйнап туймаған, шуға күрә дәрестәрҙә уйнай, бер нимәгә иғтибарын оҙаҡ йүнәлтә алмай ғазаплана. Уларҙың мәктәпкә әҙерлеге психологик сәбәптәргә генә ҡайтып ҡплмай, физиолог...

05.08.2016
  • Ни өсөн буласаҡ актерҙы әсәһе 7 йәшкә тиклем имеҙгән? Ни сәбәпле, олатай булғас, аҙналар буйы ейәндәре менән ултырған? Театрҙың 100 йыллығы Хөсәйеновтың сәхнәнән китеүенә бәйлеме? Ниндәй йырсы уның яҡын дуҫы булған?

Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуапты тапшырыуҙа табырһығыҙ.

    

04.08.2016

Халыҡ ниңә бер нимәгә ҡарамай ялын Төркиәлә йәки Мысырҙа  уҙғарырға тырыша? Сөнки унда барыһы ла тәғәйен хаҡҡа индерелгән өсөн генә түгелдер, моғайын, хеҙмәтләндәреү кимәле юғары булғанлыҡтандыр ҙа. Унда беҙҙе уңайлы бүлмәләр, таҙа бассейндар, пляждар, ҡулыңдан төшөп киткән сүпте ергә  етмәҫ үк эләктереп алыр, алдыңда ла артыңда ла, һеҙгә нимә кәрәк, проблема юҡмы, тип йылмайып торған хеҙмәткәрҙәр көтә. Былар барыһы ла бер һүҙ менән аңлатыла....

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

кис 18..20°C
төндә 14..16°C
иртән 16..18°C
көндөҙ 23..25°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.